Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“КРАСНЫЙ КЛЮЧ”, гәзит

“КРАСНЫЙ КЛЮЧ” (“Ҡыҙыл шишмә”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Ҡыҙыл шишмә” гәзите редакцияһы» ҡаҙна пр‑тиеһы. Нуриман р‑нының Ҡыҙылъяр а. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1931 й. нояб. башлап башҡ. телендә “Большевиктар темпы өсөн”,...

“КРИМИНАЛЬНЫЙ СПЕКТР”, гәзит

“КРИМИНАЛЬНЫЙ СПЕКТР”, ижт.‑хоҡуҡи гәзит. Ойоштороусылары – БР б‑са ЭЭМ, «БР б‑са ЭЭМ‑дың “Ф.Э.Дзержинский исемендәге типография” нәшриәт‑полиграфия комплексы” ДУП‑ы, РФ ЭЭМ ӨЮИ. 1999 й. окт. алып Өфөлә аҙна һайын урыҫ телендә сыға. Тиражы – 11,2 мең дана (2014). Гәзит биттәрендә респ. эске эштәр органдары...

“КРИСТАЛЛ”, предприятие

“КРИСТАЛЛ” монтаж-технология идаралығы, ААЙ. Элемтә һәм идара итеү системаларын проектлау һәм монтажлау м‑н шөғөлләнә. Сымлы һәм сымһыҙ элемтә, телевизион ҡабул итеү һәм тапшырыу, һаҡ һәм янғынға ҡаршы сигнализация системалары һ.б. өлкәләрҙә эштәр башҡара, кабель телевидениеһы операторы булып тора....

“КРОВЛЯ”, предприятие

“КРОВЛЯ”, битум һәм битум-полимерҙан түбә һәм гидроизоляция материалдары етештереү пр‑тиеһы. Учалы ҡ. урынлашҡан. Составына “Ҡатырға һәм Көплөк” (2000 й. нигеҙләнгән), “СтройМинерал заводы” (2001), “Урал-Себер Түбә Компанияһы” (2004) бүлендек ЯСЙ‑лары ингән. 2006 й. 400 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа...

“КУМЕРТАУСКОЕ ВРЕМЯ”, гәзит

“КУМЕРТАУСКОЕ ВРЕМЯ” (“Күмертау ваҡыты”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары – БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Ваҡыт” гәзите редакцияһы” ҡаҙна пр‑тиеһы. Күмертау ҡ. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1935 й. алып башҡ. телендә “Ленин байрағы” һәм урыҫ телендә “Большевик”...

“КУМЕРТАУСТРОЙ”, предприятие

“КУМЕРТАУСТРОЙ”, пр‑тие. 1948 й. күмер ятҡылыҡтарын төҙөкләндереү өсөн “Башуглеразрезстрой” дәүләт союз тресы (составына Бабай, Күмертау, Мәләүез төҙөлөш идаралыҡтары, Ермолаевка, Маяҡ шахта төҙөү идаралыҡтары, Промстройуправление, Промэнергостройуправление һ.б. ингән) булараҡ ойошторола, 1960 й. “К.”...

“КУЮРГАЗА”, гәзит

“КУЮРГАЗА” (“Көйөргәҙе”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Көйөргәҙе” гәзите редакцияһы” ҡаҙна пр‑тиеһы. Көйөргәҙе р‑нының Ермолаевка а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1935 й. алып Ермолаевка а. башҡ. телендә “Ленин байрағы” (1962 й....

“КҮНДЕРӘК”, а.х. кооперативы

“КҮНДЕРӘК” колхозы, АХПК. Стәрлебаш р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Йәлембәт ауылы. Составына 3 баҫыусылыҡ бригадаһы, йылҡ‑ҡ, 3 һөтсөлөк фермаһы, тирмән һ.б. инә. 2011 й. 114 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 7356 га тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 4632 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га):...

“КЫЗЫЛ БАЙРАК”, гәзит

“КЫЗЫЛ БАЙРАК” (“Ҡыҙыл байраҡ”), ижт.‑сәйәси гәзит. КПСС‑тың Ҡандра район ком‑ты һәм Хеҙмәтсәндәр депутаттары советы органы. 1937 й. сент. 1956 й. июленә тиклем Ҡандра районының Ҡандра а. аҙнаһына 3 тапҡыр татар телендә сыға. Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов...

“КЫЗЫЛ ТАҢ”, гәзит

“КЫЗЫЛ ТАҢ”, (“Ҡыҙыл таң”), ижт.‑сәйәси һәм мәҙәни гәзит. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте. Өфөлә аҙнаһына 5 тапҡыр татар телендә сыға. Тиражы — 12,5 мең дананан ашыу (2012). Тарихы “Башҡурдистан” гәз. башлана, 1924 й. авг. алып...

“ҠАБАРТМА”, компаниялар төркөмө

“ҠАБАРТМА”, компаниялар төркөмө. Аҙыҡ‑түлек һәм ярым фабрикаттар етештереү, ш. уҡ сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы пр‑тиелары селтәре. 2000 й. Өфөлә нигеҙ һалына. 2005 й. алып франчайзинг схемаһы б‑са үҫешә. Составына ашханалар (эшселәр, студенттар, мәктәп ашханалары), кафелар, кафе‑кулинариялар, буфеттар,...

“ҠАБЫРСАҠ”, фольклор ансамбле

“ҠАБЫРСАҠ”, Мәсетле район мәҙәниәт йортоноң фольклор ансамбле. 1988 й. ойошторола. 2000 й. “халыҡ” исемен ала. “Ҡ.” репертуарының нигеҙен урындағы йола фольклоры: “Суҡ өмәһе”, “Туй бүләге”, ш. иҫ. ҡот ҡойоуға арналған йолалар, “Дегәнәк”, “Ҡорама”, “Орсоҡ” йыр-уйындары, “Ҡабырсаҡ”, “Ҡара тауыҡ”, “Ҡулъяулыҡ”...

“ҠАҘАНҒОЛ ТӘЖРИБӘ-ПРОИЗВОДСТВО ХУЖАЛЫҒЫ”

“ҠАҘАНҒОЛ ТӘЖРИБӘ-ПРОИЗВОДСТВО ХУЖАЛЫҒЫ”, ААЙ. Башҡортостандың Урал алды дала зонаһы өсөн игенселек, агрохимия, үҫемлектәрҙе һаҡлау, үҫемлекселекте механизациялау, һыйырсылыҡ өлкәһендә БНИИСХ‑ның эксперимент үткәреү базаһы. Иген, ҡуҙаҡлы иген культуралары, мал аҙығы культуралары, көнбағыш орлоҡсолоғона...

“ҠАРА ЮРҒА”, йыр

“ҠАРА ЮРҒА”, башҡ. халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Йыр тураһында тәүге мәғлүмәттәр И.И.Лепёхин яҙмаларында тупланған. “Ҡ.ю.” легендаһын һәм музыка ҡоралында уйналған вариантын тәүге тапҡыр 1894 й. С.Г. Рыбаков Орск өйәҙе Темәс а. (хәҙ. Баймаҡ р‑ны) Бирғәле ҡурайсынан һәм Ҡананикольск заводында ҡурайсы И.Лоҡмановтан...

“ҠАРА ЮРҒА”, эпос

“ҠАРА ЮРҒА”, башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, эпос. Шиғри‑сәсмә формала йәшәй. 1907 й. М.А.Буранғолов тарафынан Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙе Үрге Ильяс а. (Ырымбур өлк. Красногвардейский р‑ны) Хәсән Буранғоловтан яҙып алынған. Эпостың ш. уҡ исемле варианттарын К.Мәргән, И.В.Салтыков, Ғ.З.Сөләймәнов, Ә.М.Сөләймәнов...

“ҠАРАБАЙ”, йыр

“ҠАРАБАЙ”, башҡ. халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Тәүге тапҡыр 1934 й. С.Ғәбәши тарафынан яҙып алына, “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында Х.Ф.Әхмәтов яҙмаһында баҫтырыла. “Ҡ.” варианттарын Ф.Х.Камаев, А.С.Ключарёв, Л.Н.Лебединский, К.Й.Рәхимов һ.б. яҙып ала. Киң билдәле, йәнле, күңелле йыр, ш. уҡ ваҡытта таҡмаҡ...

“ҠАРАҒАЙ‑ҠЫПСАҠ ЫРЫУЫ ШӘЖӘРӘҺЕ”

“ҠАРАҒАЙ‑ҠЫПСАҠ ЫРЫУЫ ШӘЖӘРӘҺЕ”, башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, шәжәрә. Төрки телендә. Р.Ғ.Кузеевтың билдәләүе б‑са, шәжәрәнең ҡыпсаҡ һәм бөрйән ҡәбиләләренең үҙ‑ара мөнәсәбәттәрен сағылдырған баш өлөшө 14—15 бб. төҙөлгән, ә көньяҡ‑көнсығыш башҡ. ҡәбиләләренең Рус дәүләте составына ҡушылыуы (ҡара:...

“ҠАРАҒАЙ”, шифахана

“ҠАРАҒАЙ”, бальнеология шифаханаһы. Мәсетле р‑нында, Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) 126 км алыҫлыҡта Оло Ыҡтамаҡ а. эргәһендә урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра — 17,6°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 17,2°С). 1969 й. “Сосновый бор” колхоз‑ара ял йорто булараҡ асыла,...

“ҠАРАҒОШ ЯУЫ”

“ҠАРАҒОШ ЯУЫ”, “һәнәк һуғышы”, Бөрө өйәҙе, Бәләбәй өйәҙе, Минзәлә өйәҙе, Өфө өйәҙенең бер өлөшө, Ҡазан губернаһы м‑н Һамар губернаһының Өфө губернаһына сиктәш өйәҙҙәренең большевиктарға ҡаршы ҡораллы күтәрелеше. Хәрби коммунизм сәйәсәтенә ҡарата ризаһыҙлыҡ һөҙөмтәһендә тоҡана. 1920 й. 4 февр. Минзәлә...

“ҠАРАС МЕНӘН АҠША”, эпос

“ҠАРАС МЕНӘН АҠША”, башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, эпос. Шиғри‑сәсмә һәм сәсмә формаларҙа йәшәй. Тәүге тапҡыр 19 б. 1‑се ярт. Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Наурыҙ а. (Учалы р‑ны) Ғүмәр Күкбирҙин тарафынан Ғәбделғәзиз Наурыҙовтан яҙып алына, был яҙма Ғ.Ф.Вилданов тарафынан уның “Башҡорт ҡашҡалары”...