Список материалов
ДОРОЖКИН Юрий Николаевич
ДОРОЖКИН Юрий Николаевич (13.4.1948, Поставы ҡ.), философ, социолог. Философия фәндәре докторы (1994), профессор (1995). БР-ҙың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1998). МДУ‑ны тамамлаған (1971). 1974 й. алып ӨДНТУ‑ла: уҡытыусы, 1989 й. — политология һәм социология кафедраһы, 1997—2004 йй. — политология,...
ДОРОШЕВКА, Дәүләкән р-нындағы ауыл
ДОРОШЕВКА, Дәүләкән р-нындағы ауыл, Сергиополь а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.-Көнб. табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 182 кеше; 1920 — 196; 1939 — 232; 1959 — 246; 1989 — 155; 2002 — 194; 2010 — 230 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).
Ауылға 1890 й. Бәләбәй өйәҙе Ҡырҡ-Өйлө-Мең...
ДОРОШЕНКО Рюрик Александрович
ДОРОШЕНКО Рюрик Александрович (28.10.1948, Гурьев ҡ.), физик. Физика-матем. ф. д-ры (2000), проф. (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй, 1980 й. алып Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында (1990 й. башлап лаб. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге магнитлы ярым үткәргестәрҙә һәм диэлектриктарҙа...
ДОРСАЛГИЯ
ДОРСАЛГИЯ (лат. dorsum — арҡа һәм гр. algos – ауыртыу), терәк-хәрәкәт аппаратының (умыртҡа араһы быуындары, дүңгәләктәре, мускулдар, бәйләүестәр, һеңерҙәр, фасциялар) дистрофик һәм функциональ үҙгәрештәре сәбәпсе булған ауырыу. Киҫкен һәм хроник формала үтә. Төп симптомдары: арҡа ауыртыу (хәрәкәт иткәндә...
ДОСТОВАЛОВ Александр Васильевич
ДОСТАВАЛОВ Александр Васильевич (17.7.1963, Өфө — 1.3.2000, Чечен Респ. Улус-Керт а. янында, Псков ҡ. ерләнгән), десантсы, гвардия майоры (1999). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000). 1992 й. Приднестровьела тыныслыҡ урынлаштырыу операцияһында, 1996 й. һәм 2000 й. Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы....
ДОТАЦИЯ
ДОТАЦИЯ (лат. dotatio – бүләк), алынған табыштары продукцияны етештереүгә һәм һатыуға киткән сығымдарын ҡаплай алмаған файҙаһыҙ предприятиеларға; дефицитын ҡаплау өсөн түбән кимәлдәге бюджеттарға; туҡланыу, юл йөрөү, балаларға соц. пособиелар һ.б. рәүешендә граждандарға ағымдағы сығымдарын ҡаплау өсөн...
ДӨЙӘБАШ
ДӨЙӘБАШ, рапонтикум (Stemmacantha, йәки Rhaponticum), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Африкала һәм Австралияла таралған. Башҡортостанда һыйыртел һымаҡ Д. үҫә. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы йыуан, ҡыуыш, төҙ, ябай, селтәр һымаҡ, 50—100...
ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘПТӘРЕ
ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘПТӘРЕ, дөйөм мәғариф процесын тормошҡа ашырған уҡытыу-тәрбиә учреждениелары. Башланғыс (ҡара: Башланғыс белем), төп дөйөм һәм урта (ҡара: Урта белем); дәүләт, муниц. һәм дәүләт ҡарамағында булмаған (ҡара: Дәүләт ҡарамағында булмаған уҡыу йорттары) төрҙәргә бүленә. Революциянан...
ДӨЙӨМ ТЕЛ ҒИЛЕМЕ
ДӨЙӨМ ТЕЛ ҒИЛЕМЕ, тел т‑дағы фән. Д.т.ғ. айырым телдәрҙе (мәҫ., Башҡорт тел ғилеме, Урыҫ тел ғилеме), телдәр ғаиләһен (мәҫ., Төрки телдәр, ҡара: Төркиәт, Фин-уғыр телдәре һ.б.) өйрәнеүсе лингвистикалар м‑н үҙ-ара мөнәсәбәттә тора. Д.т.ғ. төп бурыстары: аралашыуҙың материаль берәмектәре (өндәр, ижектәр,...
ДӨЙӨМ ҺЫРТ
ДӨЙӨМ ҺЫРТ, Көнсығыш Европа тигеҙлегенең көньяҡ-көнсығышындағы ҡалҡыулыҡ. Һарытау, Һамар, Ырымбур өлк. буйлап һуҙылған; БР сиктәрендә Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығынан көньяҡтараҡ Д.һ. ситке төньяҡ армыттары урынлашҡан. Барлыҡҡа килеүе Урал алды бөгөлө йыйырсыҡлы-киҫәкле структураларының арҡырыға күтәрелеүенә...
ДӨМӘЙ ИШКӘЕВ
ДӨМӘЙ ИШКӘЕВ (? — 1706 й. авг., Ҡазан), башҡорт ихтилалы (1704 — 11) етәкселәренең береһе. Ҡазан даруғаһы башҡорто. 1705 й. яҙында Ҡазан даруғаһында баш күтәреүселәр хәрәкәтенә етәкселек итә, йәйен хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы Кама аръяғы сиге (ҡара: Кама аръяғы сик һыҙығы) ҡәлғәләре тирәһендә яу алып...
ДӨМӘЙ, Илеш р-нындағы ауыл
ДӨМӘЙ, Илеш р-нындағы ауыл, Дөмәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 23 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 87 км алыҫлыҡта Һүҙән й. (Баҙы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1468 кеше; 1920 — 2352; 1939 — 1592; 1959 — 1277; 1989 — 900; 2002 — 878; 2010 — 851 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта...
ДӨҢГӨР
ДӨҢГӨР, башҡ. халыҡ һуҡма музыка ҡоралы (ҡара: Халыҡ музыка ҡоралдары). Бер яғы күн мембрана м‑н көпләнгән тар ағас дүңгәләк. Ике яғы ла мембрана м‑н көпләнгән киң (ғәҙәттә һаплы) Д. осрай; ҡайһыларына көмөш тәңкәләрҙән ике ҡат сулпы ҡуйыла. Тауыш башлыса мембранаға йәки дүңгәләккә ус, бармаҡтар, һирәгерәк...
ДРАГУН ПОЛКТАРЫ
ДРАГУН ПОЛКТАРЫ, 1631—1918 йй. кавалерияның хәрби частары. Ырымбур һәм Өфө гарнизон Д.п., 1736 й. ойошторола. Башҡорт ихтилалдарын (1735—40) һәм Башҡорт ихтилалын (1755—56) баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1742 й. ҡарай Ырымбур ҡ. һәм Ырымбур сик һыҙығы ҡәлғәләрендә урынлаша (Өфө гарнизон Д.п. бер өлөшө Өфөлә тора)....
ДРАМА
ДРАМА (гр. drama — хәрәкәт), драматургияның төп жанрҙарының береһе (комедия һәм трагедия м‑н бер рәттән). Башлыса кешенең шәхси тормошон йәмғиәт йәки үҙе м‑н киҫкен конфликтлы, әммә, трагедиянан айырмалы рәүештә, өмөтлө мөнәсәбәттәрҙә һүрәтләй. Башҡорт әҙәбиәтендә Ф.К.Туйкиндың “Тормош ҡорбандары” (1912),...
ДРАМАТУРГИЯ
ДРАМАТУРГИЯ. Милли Д. барлыҡҡа килеүе 19 б. аҙ. тура килә, ул осорҙа башҡ. һәм татар яҙыусыларының тәүге драма әҫәрҙәре ижад ителә. Өй шарттарында һәм мәҙрәсәләрҙә ҡуйылған был пьесаларҙың күбеһе баҫтырылмаған һәм беҙҙең көндәргә килеп етмәгән. 20 б. 10-сы йй. наҙанлыҡ, әхлаҡ һ.б. мәсьәләләргә ҡағылған...
ДРАЦКИЙ Николай Григорьевич
ДРАЦКИЙ Николай Григорьевич (1.6.1930, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Гавриловский ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Гавриловка а., — 19.5.1982, Әлмәт ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1950 й. алып “Бавлынефть”, 1953 й. — “Татбурнефть” тресында, 1961—72 йй. һәм 1975 й. башлап “Татнефть” берекмәһенең Әлмәт...
ДРЕНАЖЛАУ
ДРЕНАЖЛАУ, ҡоролмаларҙы һәм ауыл хужалығы ерҙәрен киптереү, ер өҫтө һәм ер аҫты һыуҙарының ағыуын һәм оптималь кимәлдә тороуын булдырыу саралары (архитектура-планлаштырыу, төҙөкләндереү, конструктив, мелиорация һәм гидротехника) комплексы. Конструктив үҙенсәлектәре б‑са вертикаль, горизонталь һәм ҡатнаш...
ДРЕЧИН Семён Владимирович (Вульфович)
ДРЕЧИН Семён Владимирович (Вульфович) (24.12.1914, Минск — 1.8.1993, шунда уҡ), балет артисы, балетмейстер. Белорус ССР‑ының халыҡ артисы (1954). 1933—41 йй. һәм 1945 й. алып Белоруссия Ҙур опера һәм балет театры (Минск) балетмейстеры, 1941—44 йй. СССР‑ҙың Ҙур театры солисы, 1963—66 йй. Һарытау опера...
ДРИНФЕЛЬД Владимир Гершонович
ДРИНФЕЛЬД Владимир Гершонович (12.12.1954, Харьков ҡ.). Физика-матем. ф. д‑ры (1988). МДУ‑ны тамамлаған (1974). 1978—81 йй. БДУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре солитондар теорияһының, һандар теорияһының алгебраик аспекттарына арналған. Д. калибрлау ҡырҙары теорияһында дөйөм рациональ сығарылыштар конструкцияһын,...