Список материалов
ДУМБЫРА
ДУМБЫРА, сиртеп уйнай торған ҡыллы башҡ. халыҡ музыка ҡоралы. Корпусы груша рәүешендә йәки оҙонса түңәрәк формала, ағасты соҡоп йәки йәбештереп эшләнә. Оҙонлоғо яҡынса 800 мм, грифына 19 лад урынлаштырылƒан. Өс ҡыллы (нейлон йәки металл) була, квинта һºм кварта к¿йлºнº. Тауыш бармаҡ йәки медиатор м‑н...
ДУНИТ
ДУНИТ (Яңы Зеландиялағы Дун тауы исеменән), интрузив ультраһелтеле тау тоҡомо. Акцессор хром-шпинелид ҡушымталары булған юғары магнезиаль оливиндан, һирәгерәк магнетиттан, ильмениттан тора. Структураһы ваҡ һәм уртаса бөртөклө, текстураһы массив. Төҫө ҡара йәки ҡуйы йәшел. Д. перидотиттар, пироксениттар...
ДУПЛАУ
ДУПЛАУ, тире эшкәртеү, тире, күн эшкәртеү производствоһындағы төп процестарҙың береһе; коллаген (ҡыл һәм тире аҡһымы) молекулаларын дуплау матдәләре ярҙамында химик бәйләнештәр һәм арауыҡлы структуралар төҙөп бәйләү. Дуплау алдынан сеймалды беренсел эшкәртәләр (ебетәләр, көлләйҙәр, йөндән таҙарталар)....
ДУРАСОВ, Шишмә р‑нындағы ауыл
ДУРАСОВ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Дурасов а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 22 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 6 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 392 кеше; 1920 — 378; 1939 — 477; 1959 — 380; 1989 — 395; 2002 — 417; 2010 — 368 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)....
ДУРАСОВТАР
ДУРАСОВТАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Иван Дмитриевич Д., 15 б. аҙ. Польша короллегенән Бөйөк Мәскәү кенәзлегенә күсеп килә. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Алексей Фёдорович Д., секунд-майор. Башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1734 й. алып Ырымбур драгун полкында хеҙмәт...
ДУРНЕВ Виктор Васильевич
ДУРНЕВ Виктор Васильевич (14.8.1961, Ырымбур өлкәһе Ефремово‑Зыково а.), спортсы. Ауыр атлетика буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1982). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1997). “Батыр” (тренеры Л.Н.Копнин), “Химик” (тренерҙары Г.Л.Аферин, Р.З.Сираев) спорт клубтары тәрбиәләнеүсеһе. СССР чемпионы...
ДУРНЕВА Марина Вячеславовна
ДУРНЕВА Марина Вячеславовна (7.4.1969, Өфө), спортсы. Кикбоксинг б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1994). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). БДПИ‑ны тамамлаған (1990). ӨДАТУ спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Э.Н.Нурмөхәмәтов, Р.С.Саяпов). Азия, Рәсәй, БДБ универсиадаһы чемп. (бөтәһе...
ДУҪЛЫҠ МОНУМЕНТЫ
ДУҪЛЫҠ МОНУМЕНТЫ, Башҡортостандың Рәсәй составына инеүенә 400 йыл тулыу айҡанлы төҙөлгән тарих ҡомартҡыһы (ҡара: Монументаль сәнғәт). Өфөлә (Беренсе Май майҙаны) урынлашҡан. 1957 й. 14 июнендә нигеҙ һалыу тантанаһы була. Скульпторҙар М.Ф.Бабурин һәм Г.П.Левицкая проекты б‑са архитекторҙар Г.И.Гаврилов,...
ДУҪЛЫҠ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл
ДУҪЛЫҠ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Поляковка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1989 й. — 298 кеше; 2002 — 314; 2010 — 305 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы бар.
Ауылға 1957 й. Ҡаҙанғол с‑зы бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ...
ДУҪЛЫҠ, Туймазы р-нындағы ауыл
ДУҪЛЫҠ, Туймазы р-нындағы ауыл, Ғәфүр а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К.-Көнс. табан 9 км алыҫлыҡта Бишенде й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 94 кеше; 1939 — 734; 1959 — 835; 1989 — 1924; 2002 — 1903; 2010 — 2145 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы “Туймазы...
ДУТОВ Александр Ильич
ДУТОВ Александр Ильич [6.8. (башҡа мәғлүмәттәр б-са, 5.8.) 1879, Һырдаръя өлк. Казалинск ҡ. — 7.3. (башҡа мәғлүмәттәр б-са, 6.2.) 1921, Суйдун ҡ., Ҡытай], Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Ген.-лейт. (1918). 1904—05 йй. рус-япон һуғышында, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Неплюев кадет...
ДҮРМӘН, Шаран р‑нындағы ауыл
ДҮРМӘН, Шаран р‑нындағы ауыл, Салмалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 11 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Салмалы й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 577 кеше; 1920 — 682; 1939 — 707; 1959 — 449; 1989 — 382; 2002 — 361; 2010 — 325 кеше. Башҡорттар йәшәй...
ДҮРТ МӨЙӨШЛӨ ПИРАМИДУЛА
ДҮРТ МӨЙӨШЛӨ ПИРАМИДУЛА (Pyramidula tetragona), мүк һымаҡтар төрө. 5 мм тиклем бейеклектәге йомшаҡ тоноҡ йәшел кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән ос емешле бер өйлө бер йыллыҡ мүк. Һабаҡ осондағы япраҡтары өйкөм, төҙ, киң йомортҡа рәүешендә, бөгөлгән, һеңерсәһе япраҡ осона тиклем еткән. Ҡумтаһы тура, кире...
ДҮРТӨЙЛӨ АШЛЫҠ ПРОДУКТТАРЫ КОМБИНАТЫ
“ДҮРТӨЙЛӨ АШЛЫҠ ПРОДУКТТАРЫ КОМБИНАТЫ", ЯСЙ. Пр‑тие составына: элеватор (1984 й. нигеҙләнгән), 2 тирмән (1996), складтар инә. 2011 й. 134 кеше эшләгән. Элеваторҙың һыйҙырышлығы — 62,2 мең т, 11 механизацияланған ҡабул итеү нөктәһе һәм тәүлегенә 3 мең т тиклем иген ҡабул итеү, киптереү һәм өҫтәлмә эшкәртеү...
ДҮРТӨЙЛӨ ИТ КОМБИНАТЫ
ДҮРТӨЙЛӨ ИТ КОМБИНАТЫ, ААЙ. Дүртөйлө р-нының Иванай а. урынлашҡан. Составына: һуғым һәм тултырма цехтары, ярым фабрикаттар участкаһы, һыуытҡыс инә. 2010 й. 83 кеше эшләгән. Комб-т 70 төр продукция, ш. иҫ. ит һәм субпродукттар, колбаса ризыҡтары, ярым фабрикаттар, иретелгән май сығара. Продукцияһы БР-ҙа...
ДҮРТӨЙЛӨ ЙЫРЫНЫ
ДҮРТӨЙЛӨ ЙЫРЫНЫ, дендрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Шаран р‑ны Дүртөйлө а. янында Уҡыяҙ й. (Сөн й. ҡушылдығы) үҙәнендә урынлашҡан. Майҙаны 44 га. Ултыртылған йырын-һыҙа ағастары һәм гидротехник ҡоролмалар системаһынан тора, йырындарҙы комплекслы нығытыу өлгөһө иҫәпләнә. Урман ултыртыуҙа 60‑тан ашыу...
ДҮРТӨЙЛӨ МУЗЕЙЫ
ДҮРТӨЙЛӨ МУЗЕЙЫ, Милли музей филиалы. 1989 й. тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы итеп ойошторола. Музей фондында 19 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. ғәйнә башҡорттары б‑са этнографик коллекция, 18—19 бб. иконалары, сиркәү әйберҙәре, боронғо славян телендәге китаптар, боронғо аҡсалар, фотоһүрәттәр коллекциялары,...
ДҮРТӨЙЛӨ РАЙОНЫ
ДҮРТӨЙЛӨ РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Төньяҡта — Ҡалтасы, төньяҡ-көнсығышта — Борай, көнсығышта — Бөрө, көньяҡта — Кушнаренко һәм Саҡмағош, көнбайышта — Илеш, төньяҡкөнбайышта Краснокама р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола (ҡара: Административ район), район составына Бөрө...
ДҮРТӨЙЛӨ УРТА МӘКТӘБЕ №1
ДҮРТӨЙЛӨ УРТА МӘКТӘБЕ №1. 1930 й. крәҫтиән йәштәре мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1934 й. алып тулы булмаған урта мәктәп, 1936 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Токарлыҡслесарлыҡ һәм тегеү оҫтаханалары, 2 спорт залы, мәктәп тарихы музейы бар. Урта мәктәпте 5,5 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар...
ДҮРТӨЙЛӨ ҺӨТ АҘЫҠТАРЫ КОМБИНАТЫ
ДҮРТӨЙЛӨ ҺӨТ АҘЫҠТАРЫ КОМБИНАТЫ, ЯАЙ. Дүртөйлө р‑ны Иванай а. урынлашҡан. Составы: айыртылмаған һөт продукцияһы (1978 й. нигеҙләнгән), һөт киптереү (1977) һәм ярҙамсы цехтар, лаборатория. 2010 й. 217 кеше эшләгән. Айыртылған ҡоро һөт, айыртылмаған һәм майһыҙ һөт продукцияһы, май етештерә. Продукцияһы...