Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЕЛДӘР, Миәкә р‑нындағы ауыл

ЕЛДӘР, Миәкә р‑нындағы ауыл, Елдәр а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.-Көнб. 37 км һәм Аксёнов т. юл ст. К. табан 80 км алыҫлыҡта Елдәр й. (Өйәҙе й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1395 кеше; 1920 — 1810; 1939 — 1544; 1959 — 1231; 1989 — 960; 2002 — 978; 2010 — 890 кеше. Башҡорттар, татарҙар...

ЕЛЕМҮЛӘН

ЕЛЕМҮЛӘН (Silene), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 500‑ҙән артыҡ төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда 13 төрө үҫә: иҙел Е., йәшелсәскә Е., һылашҡаҡ Е., ҡырҡсәскә Е., төн Е. һ.б. Күп һәм ике йыллыҡ үлән. Яңғыҙ йәки күп, төҙ йәки күтәрелеүсән, ҡуйы төклө һабаҡлы, бейеклеге...

ЕЛЕНОВКА АРХЕОЛОГИК МИКРОРАЙОНЫ

ЕЛЕНОВКА АРХЕОЛОГИК МИКРОРАЙОНЫ, Ырымбур өлк. Домбаровский р‑ны сиктәрендә Ушҡатты, Кейембай һәм Шандаша йй. (Урал й. басс.) буйында урынлашҡан бронза быуаты — иртә тимер быуат археологик ҡомартҡылары төркөмө. Ҡалҡыулыҡ киртләсендә урынлашҡан. 1956 й. СССР ФА Археология ин‑тының Көньяҡ Урал экспедицияһы...

ЕЛИСЕЕВ Сергей Иванович

ЕЛИСЕЕВ Сергей Иванович (1876, Өфө — 1939, Томск ҡ.), спортсы. Атлетика һөйөүселәр түңәрәге тәрбиәләнеүсеһе (С.-Петербург; тренеры В.Ф.Краевский). Ауыр атлетика б-са Италияла халыҡ-ара турнир еңеүсеһе (Милан ҡ., 1899), Рәсәй чемп. (1899, 1900), донъя (1903 — профессионалдар араһында) һәм Рәсәй (1898)...

ЕЛИСЕЕВ Спартак Феопемптович

ЕЛИСЕЕВ Спартак Феопемптович (11.3.1923, Владикавказ ҡ. — 7.9.2002, Өфө ҡ.), философ, социолог. Философия фәндәре докторы (1977), профессор (1978). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ЛДУ‑ны тамамлаған (1950). 1952 й. алып КПСС‑тың Мурманск өлкә комитетында, 1964 й. —...

ЕЛИСЕЕВ Федот Васильевич

ЕЛИСЕЕВ Федот Васильевич (1.3.1915, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Елисеевка а. — 21.5.2004, Ҡурған ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1943). Гвардия полковнигы. Б.В. һуғышында, 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе исемендәге Хәрби академияны тамамлаған (Мәскәү ҡ., 1945). 1930—35 йй. Фёдоровка...

ЕЛИСТРАТОВ Семён Андреевич

ЕЛИСТРАТОВ Семён Андреевич (3.5.1990, Өфө ҡ.), спортсы. Шорт-трек буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2013). Башҡ. физик культура институтын тамамлаған (2014). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2018). 1‑се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А.И.Максимов). Эстафетала Олимпия уйындары чемпионы (2014),...

ЁЛКИН Иван Сергеевич

ЁЛКИН Иван Сергеевич [22.3.1924, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Покровка а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 3.4.1991, Гродно ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1945). Гвардия подполковнигы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. тамамлаған (Мәскәү, 1950 йй.). 1942 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. башлап...

ЕЛМӘРҘӘК СВИТАҺЫ

ЕЛМӘРҘӘК СВИТАҺЫ, өҫкө рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. О.П.Горяинова һәм Э.А.Фалькова тарафынан Елмәрҙәк һыртында айырып күрһәтелә (1931). Ултырмаларҙы О.П.Горяинова (1931, 1940), А.И.Олли (1948), А.И.Иванов (1956), В.И.Козлов (1982, 1986) һ.б. тасуирлай. Е.с. ҡатламдары Ямантау антиклинорийының...

ЕЛМӘРҘӘК, тау һырты

ЕЛМӘРҘӘК, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы тау һырты. Белорет р‑ны буйлап Егәҙе й. тамағы киңлегенән Инйәр й. тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 70 км, киңлеге 4—9 км, абс. бейеклеге 909 м. Рельефында һөҙәк биләндәр м‑н айырылған ҡаялы һәм тигеҙ түбәләр өҫтөнлөк итә. Аркоз һәм кварцлы ҡомташтарҙан,...

ЕЛПАТЬЕВСКИЙ Сергей Яковлевич

ЕЛПАТЬЕВСКИЙ Сергей Яковлевич (3.11.1854, Владимир губ. Новосёлка‑Кудрино а. — 9.1.1933, Мәскәү), яҙыусы, публицист. 1877—78 йй. рус-төрөк һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү ун‑тының мед. ф‑тын тамамлаған (1878). “Себер очерктары” (“Очерки Сибири”; 1893), “Мысыр” (“Египет”; 1911), “Ҡырым очерктары” (“Крымские...

ЕЛШАНКА АРХЕОЛОГИК МИКРОРАЙОНЫ

ЕЛШАНКА АРХЕОЛОГИК МИКРОРАЙОНЫ, Ырымбур өлк. Быҙаулыҡ р‑ны сиктәрендә Һамар й. һул ярында урынлашҡан неолит—энеолит археологик ҡомартҡылары төркөмө. Һыубаҫар туғайҙа һәм уға яҡын ҡалҡыулыҡ киртләстәрендә урынлашҡан. 1975 й. Куйбышев пед. ин‑ты экспедицияһы (етәкс. И.Б. Васильев) тарафынан асыла һәм...

ЕЛЬЦИН Борис Николаевич

ЕЛЬЦИН Борис Николаевич (1.2.1931, Урал өлкәһе Бутка а. — 23.4.2007, Мәскәү), Рәсәйҙең беренсе Президенты (1991—99). Урал политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1955) “Уралтяжтрубстрой” һәм “Южгорстрой” трестарында, 1965 й. алып Свердловск йорттар төҙөү комб‑тында эшләй. 1976 й. башлап...

ЕМЕЛИН Анатолий Анатольевич

ЕМЕЛИН Анатолий Анатольевич (3.10.1964, Өфө ҡ.), спортсы. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993). А.Н.Емелиндың улы. Урал физик культура академияһын тамамлаған (1997). “Салауат Юлаев” СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары В.Н.Денисов, В.П.Чариков). Салауат Юлаев исемендәге...

ЕМЕЛИН Анатолий Николаевич

ЕМЕЛИН Анатолий Николаевич (13.3.1942, Түбәнге Тагил ҡ. — 25.7.2014, Өфө), тренер. Шайбалы хоккей б-са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1989). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1967). 1971 й. алып “Салауат Юлаев” СДЮСШОР-ы тренеры; 1991 й. башлап М.М.Азаматов ис. 3-сө ДЮСШ дир. урынбаҫары,...

ЕМЕЛЬЯНОВ Данила Анатольевич

ЕМЕЛЬЯНОВ Данила Анатольевич (23.6.1980, Күмертау ҡ.), подполковник (2016). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2017). Сүриәләге хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. РФ Оборона министрлығының Новосибирск хәрби институтын тамамлаған (2003). 1998 й. алып РФ Ҡораллы көстәрендә. Герой исеменә Махсус операциялар көстәренең...

ЕМЕЛЬЯНОВ Евгений Иванович

ЕМЕЛЬЯНОВ Евгений Иванович (27.2.1952, Өфө ҡ.), тренер. Фехтование буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1989), СССР‑ҙың спорт мастеры (1971), бөтә Рәсәй категориялы судья (2017). РФ‑тың (2010) һәм БР‑ҙың (1997) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, РФ‑тың физик культура һәм спорт отличнигы (2007)....

ЕМЕЛЬЯНОВ Николай Фёдорович

ЕМЕЛЬЯНОВ Николай Фёдорович (13.7.1892, Вятка губ. Шулка а. — ?), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (1938), проф. (1934). СССРҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1946). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Император Томск ун‑тын тамамлағандан һуң (1920) шунда уҡ эшләй, 1932 й. алып Киров санитария-бактериология ин‑тында...

ЕМЕШ КУЛЬТУРАЛАРЫ

ЕМЕШ КУЛЬТУРАЛАРЫ, башлыса емеш-еләк һәм сәтләүек алыу өсөн ҡулланылған күп йыллыҡ культуралы үҫемлектәр төркөмө. Яҡынса 200 төрө билдәле. Башҡортостанда 20‑нән ашыу төрө таралған. Орлоҡло (груша, миләш, алмағас һ.б.), тосло (сейә, слива, урман өрөгө һ.б.), сәтләүек емешле (сәтләүек ағасы), еләкле (ҡайын...

ЕМЕШ КҮБӘЛӘКТӘРЕ

ЕМЕШ КҮБӘЛӘКТӘРЕ (Laspeyresiini), япраҡтөргөстәр ғаиләһенә ҡараған күбәләк трибаһы. 700‑ҙән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда яҡынса 15 төрө бар: борсаҡ күбәләге, алмағас күбәләге, люцерна орлоғашары һ.б. Ҡанатының ҡоласы 8—24 мм, ҡараһыу һоро, көрән, көлһыу төҫтә; алғы ҡанаты,...