Список материалов
ЕМЕШ-ЕЛӘК ЙЫЙЫУ
ЕМЕШ-ЕЛӘК ЙЫЙЫУ, ҡырағай емеш-еләк, үлән, тамыр, бал һ.б. йыйыуға нигеҙләнгән хужалыҡ эшмәкәрлеге формаһы. Башҡорттарҙа Башҡортостандың тәбиғәт һәм климат үҙенсәлектәренә (ҡара: Тәбиғәт зоналары), хужалыҡ итеү үҙенсәлектәренә бәйле быуындан-быуынға күсә килгән кәсеп. Йыйылған үҫемлектәрҙе башлыса аш-һыу...
ЕМЕШСЕЛЕК
ЕМЕШСЕЛЕК, 1) емеш-еләк алыу өсөн емеш культураларын һәм еләк культураларын үҫтереү; үҫемлекселек тармағы. Е. йүнәлештәре: Е. үҙе (алмағас, груша, сейә, слива һ.б. орлоҡло һәм төшлө емеш культураларын үрсетеү), питомниктарҙа емеш һәм еләк культураларының ултыртыу материалын үҫтереү, еләкселек (ҡайын...
ЕН
ЕН, башҡ. мифологияһында кешегә бәхетһеҙлек килтереүсе яуыз көс. Исламға тиклемге инаныуҙарҙа йыш ҡына дейеү, бәрейгә оҡшаған исемһеҙ йән эйәһе итеп күҙаллана. Ҡөрьәнгә ярашлы, Алла уны төтөнһөҙ уттан кеше ҡиәфәтенә инә ала торған зат итеп яралтҡан. Е., ислам динен ҡабул итеп, изгелектәр ҡыла торғандарға...
ЕНӘЙӘТ ҺӘМ ГРАЖДАНЛЫҠ СУДЫ ПАЛАТАЛАРЫ
ЕНӘЙӘТ ҺӘМ ГРАЖДАНЛЫҠ СУДЫ ПАЛАТАЛАРЫ, Рәсәйҙә урындағы суд апелляция органдары. “Бөтә Рәсәй империяһының губерналарына идара итеү өсөн учреждениелар” ға (1775) ярашлы, һәр губерна ҡалаһында булдырыла. Енәйәт суды палатаһы ҡарамағына түбәнге судтарҙың бәхәсле эштәре һәм айырыуса ҡурҡыныс енәйәттәр б‑са...
ЕНҒАЛЫШ, Шишмә р‑нындағы ауыл
ЕНҒАЛЫШ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Енғалыш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 37 км һәм Йоматау т. юл ст. К.‑Көнс. табан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 435 кеше; 1920 — 1684; 1939 — 1559; 1959 — 1163; 1989 — 474; 2002 — 493; 2010 — 485 кеше. Мордвалар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы,...
ЕНЕШ Виталий
ЕНЕШ Виталий (ысын исеме Григорьев Виталий Григорьевич; 19.10.1941, Сыуаш АССР-ның Братьякасы а.), яҙыусы, тәржемәсе. БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1992). А.М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1981). 1964 й. Стәрлетамаҡ станоктар төҙөү заводында, сода-цемент комбинатында, 1965 й. “Путь...
ЕНИКИ Әмирхан Ниғмәтйән улы
ЕНИКИ (Йәнекәев) Әмирхан Ниғмәтйән улы (17.2.1909, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Түб. Ҡарғалы а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а., — 16.2.2000, Ҡазан), яҙыусы. Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. ТАССР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (1989). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хеҙмәтте фәнни ойоштороу ин‑тын тамамлаған (Ҡазан,...
ЕҢЕЛ АТЛЕТИКА
ЕҢЕЛ АТЛЕТИКА, спорт төрө, төрлө дистанцияларға йүгереүҙе һәм йөрөүҙе, оҙонлоҡҡа һәм бейеклеккә һикереүҙе, спорт снарядтарын ырғытыуҙы, еңел атлетика күпбәйгеләрен үҙ эсенә ала. Башҡортостанда Е.а. 20 б. 20‑се йй. башынан үҫешә. 1923 й. Е.а. 1-се Бөтә Башҡортостан олимпиадаһы программаһына индерелә....
ЕҢЕЛ СӘНӘҒӘТ
ЕҢЕЛ СӘНӘҒӘТ, башлыса киң ҡулланыу әйберҙәре етештереүсе сәнәғәт тармаҡтары берлеге. БР-ҙа туҡыу сәнәғәте, тегеү сәнәғәте, күн, тире һәм аяҡ кейеме сәнәғәте, дуплау экстракттары сәнәғәттәренән тора. Башҡортостанда күн, буҫтау пр-тиелары һәм производстволары 19 б. башында (ҡара: Башҡортостан буҫтау комбинаты,...
ЕҢЕҮ ПАРКЫ
ЕҢЕҮ ПАРКЫ. Өфөлә урынлашҡан (Комаров урамы, 7). Майҙаны — 232 га. “Нефтсе” мәҙәниәт һәм ял паркы булараҡ ойошторола. Тәүҙә парк терр‑яһында “Күҙәтеү ҡуласаһы” аттракционы ҡуйыла. 1980 й. 9 майында М.Х.Ғөбәйҙуллин һәм А.М.Матросов хөрмәтенә мемориал (скульпторҙары Л.Е.Кербель һәм Н.С.Любимов, архитекторы...
ЕП ҺЫМАҠ ХАРА
ЕП ҺЫМАҠ ХАРА (Chara filiformis), күп күҙәнәкле хара ылымыҡтарының төрө. Бер өйлө нәҙек аҙ тармаҡлы, ғәҙәттә, эзбиз м‑н инкрустацияланған үҫемлек, бейеклеге 40 см тиклем. Һабағының диам. 300—750 мкм. Быуын аралары һуҙынҡы, оҙонлоғо 4—10 см. Ҡайырыһы ике ҡыуышлы. Энәләре яңғыҙ, насар үҫешкән, йомро,...
ЕПАРХИЯ ҠЫҘ БАЛАЛАР УЧИЛИЩЕҺЫ
ЕПАРХИЯ ҠЫҘ БАЛАЛАР УЧИЛИЩЕҺЫ, урта уҡыу йорто. 1862 й. Өфө һәм Минзәлә епискобы Филарет инициативаһы м‑н Өфөлә асыла. Епархия Преосвященныйының Баш идаралығы ҡарамағында була, Өфө епархияһы аҡсаһына тотола. Уҡытыутәрбиә эшен идара алып бара, уның составына Өфө дини семинарияһы ректоры, училище начальницаһы...
ЕПИФАНОВ Владимир Николаевич
ЕПИФАНОВ Владимир Николаевич (3.8.1958, Өфө), актёр. БР‑ҙың халыҡ (1998), БАССР‑ҙың атҡ. (1991) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1979; П.Р.Мельниченко курсы) 1982 й. тиклем һәм 1986 й. алып БР‑ҙың Урыҫ драма театры, 1982—86 йй. — Башҡ. ҡурсаҡ театры актёры.
Төрлө...
ЕР
ЕР, Ҡояш системаһының Ҡояштан алыҫлығы б‑са өсөнсө урында торған планетаһы. Ҡояштан Е. тиклем булған уртаса алыҫлыҡ астрономик берәмек (1 а.б.) итеп алынған һәм 149,6 млн км тәшкил итә. Сидерик әйләнеү периоды (йондоҙ йылы) 365,26 тәүлек. Күсәре тирәләй әйләнеү периоды 23 сәғ. 56 мин. Е. күсәренең эклиптика...
ЕР АҪТЫ
ЕР АҪТЫ, ер ҡатламының тупраҡ-үҫемлектәр ҡатламынан, ә ул булмаған саҡта — ер өҫтөнән, һыу ятҡылыҡтары төбөнән һәм һыу ағымдарынан аҫтараҡ, геол. өйрәнеү һәм үҙләштереү мөмкин булған тәрәнлектә ятҡан өлөшө. РФ терр‑яһы сиктәрендәге Е.а. һәм ундағы файҙалы ҡаҙылмалар дәүләт милке һанала. РФ‑та — Е.а....
ЕР АҪТЫ ҠОРОЛМАЛАРЫ
ЕР АҪТЫ ҠОРОЛМАЛАРЫ, тау тоҡомдарындағы төрлө тәғәйенләнештәге ҡоролмалар. Һай (15 м тиклем, асыҡ, ҡайһы ваҡытта ябыҡ ысул м‑н төҙөлә) һәм тәрән (15 м тәрәнерәк, ябыҡ) һалыныусы Е.а.ҡ. була. Е.а.ҡ. транспорт һәм гидротехник тоннелдәр (ҡара: Туннель), метрополитен, электр станцияларының ер аҫты комплекстары,...
ЕР АҪТЫ ҺЫУҘАРЫ
ЕР АҪТЫ ҺЫУҘАРЫ, Ер ҡабығының бөтә агрегат хәлендәге (шыйыҡ, быу кеүек, ҡаты) һыуҙары. Е.а.һ. башлыса инфильтрация иҫәбенә, ҡоро климат шарттарында, Фольгер (1877) һәм Лебедев А.Ф. (1907—19) б‑са, һыу быуының конденсатҡа әйләнеүе арҡаһында формалаша. Химизмы б‑са — сөсө (1 г/л аҙыраҡ), минераль һыуҙар;...
ЕР БИЛӘҮ
ЕР БИЛӘҮ, хужаларының тейешле хоҡуҡтары һәм бурыстарының шарты булған билдәле бер хоҡуҡ нигеҙендә ергә хужа булыу (милек, ҡуртым һ.б.). Башҡорттарҙа Е.б. (йола хоҡуғына барып тоташа) аҫабалыҡ хоҡуғы (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) нигеҙендә формалашҡан. Ергә шәхси милектең булмауы башҡорттарҙың...
ЕР БҮЛЕМЕ
ЕР БҮЛЕМЕ, община милке булған шәхси файҙаланыуҙағы ер биләмәһе (ҡара: Ер биләү). Башҡортостанда файҙаланыуға яраҡлы ерҙәрҙе бүлеү игенселектең үҫеүе һәм ултыраҡ тормошҡа күсеү м-н башлана, игенселектең хужалыҡ-мәҙәни тибы өҫтөнлөк иткән көнбайыш һәм төньяҡкөнбайыш райондарҙа киң таралыу ала. Ырыу аҫабалығы...
ЕР КАДАСТРЫ
ЕР КАДАСТРЫ, ерҙәрҙең тәбиғи, хужалыҡ һәм хоҡуҡи хәле т‑дағы системалаштырылған мәғлүмәттәр йыйылмаһы. Ер төҙөлөшө һәм ерҙе баһалау эше мәғлүмәттәре нигеҙендә төҙөлә. Е.к. төп документтары — Берҙәм дәүләт ер реестры, кадастр эштәре һәм кадастр карталары (пландары). Е.к. алып барыуҙың норматив нигеҙе...