Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“ҠАРАҺАҠАЛ”, көй

“ҠАРАҺАҠАЛ”, “Хәрби марш”,  “Ҡараһаҡал маршы”, башҡ. халыҡ инструменталь көйө. Тәүге тапҡыр 1939 й. Л.Н.Лебединский тарафынан Ишғәле Дилмөхәмәтовтан (ҡара: Дилмөхәмәтовтар) бер нисә вариантта фонографҡа яҙып алына, “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтырыла. “Ҡ.” бер вариантын Ф.Х.Камаев яҙып ала....

“ҠАРАҺАҠАЛ”, эпос

“ҠАРАҺАҠАЛ”, башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, эпос. Шиғри‑сәсмә формала йәшәй. 1907 й. М.А.Буранғолов тарафынан Ғәбит сәсәндән яҙып алына, ҡулъяҙмаһы Ғилми архивта һаҡлана. Әҫәрҙә башҡорт ихтилалдарының (1735—40) һуңғы этабы ваҡиғалары сағыла. Эпостың төп геройы Ҡараһаҡал аҡыллы, оҫта телле, ҡыйыу баһадир....

“ҠАРМАҠ”, журнал

“ҠАРМАҠ”, рәсемле сатирик журнал. Нәшер итеүсе‑мөхәррире — М.Ғ.Мәржәни. 1915 й. ғин. 1917 й. сент. тиклем Ырымбур ҡ. айына 2 тапҡыр иҫке башҡорт телендә сыға. Барлығы 60 һаны донъя күрә. Журнал биттәрендә дини фанатизмды, наҙанлыҡты фашлаған фельетондар, шиғырҙар, ш. уҡ әҙәби‑тәнҡит мәҡәләләре, башҡ....

“ҠАРМАСАН”, киностудия

“ҠАРМАСАН”, Благовар район мәҙәниәт йорто эргәһендәге киностудия. 1979 й. кино төшөрөүсе һәүәҫкәрҙәр түңәрәге булараҡ ойошторола, 1985 й. алып хәҙ. статусын һәм “халыҡ” исемен йөрөтә. 30‑ҙан ашыу документаль фильм төшөрөлә: “Ат көсө” [“Лошадиная сила”, 1983; сценарисы һәм реж. Х.Х.Ишмөхәмәтов, операторы...

“ҠАРСЫҒА”, журнал

“ҠАРСЫҒА”, рәсемле сатирик журнал. Нәшер итеүсе‑мөхәррире – Ш.М.Мөхәммәтов. 1906 й. сент. 1907 й. июненә тиклем Ырымбур ҡ. төрки телендә сыға. Барлығы 9 һаны донъя күрә. Журнал биттәрендә революцион‑демократик идеялар пропагандалана, памфлет, фельетон, карикатуралар һ.б., ш. уҡ ҡыҫҡа мәҡәләләр рәүешендә...

“ҠАҺАРМАН БАШҠОРТ”, гәзит

“ҠАҺАРМАН БАШҠОРТ”, ижт.‑сәйәси гәзит. А.В.Колчактың Ген. штабы органы. Иркутск ҡ. Колчак армияһы сигенгәндән һуң 1919 й. окт. алып Омск ҡ. иҫке башҡорт телендә нәшер ителә. Гәзиттә илдә монархия власын тергеҙеү идеяһы пропагандалана, Рус армияһының Юғары баш командующийы бойороҡтары һәм ҡарарҙары һ.б....

“ҠАҺАРМАН КАНТОН”, йыр

“ҠАҺАРМАН КАНТОН”, башҡ. халыҡ йыры, һалмаҡ көй. Тәүге тапҡыр И.В.Салтыков тарафынан яҙып алына, “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында Х.Ф.Әхмәтов яҙмаһында баҫтырыла. “Ҡ.к.” варианттарының артабанғы яҙмаларын А.С.Ключарёв, Л.Н.Лебединский башҡара. Бейеү көйө характерындағы шаян йыр. Тарихи шәхес – 9‑сы...

“ҠАҺЫМ ТҮРӘ”, йыр

“ҠАҺЫМ ТҮРӘ”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр С.Г.Рыбаков Орск өйәҙе Темәс а. (Баймаҡ р‑ны) ҡурайсы Бирғәленән һәм йырсы Абдрахман Үҙәнбаевтан яҙып ала һәм “Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары” китабында баҫтырып сығара. Йырҙың варианттары Ф.Х.Камаев, А.С.Ключарёв,...

“ҠАҺЫМ ТҮРӘ”, опера

“ҠАҺЫМ ТҮРӘ”, З.Ғ.Исмәғилевтең 2 шаршаулы операһы. 1999 й. яҙылған. Премьераһы 2002 й. 4 окт. БДОБТ‑ла үтә (И.И.Дилмөхәмәтов либреттоһы, дирижёры А.А.Людмилин, реж. И.А.Ғәбитов, ҡуйыусы рәссамы Р.М.Арыҫланов, хормейстеры Э.Х. Ғәйфуллина, балетм. Ш.Ә.Тереғолов). Төп партияларҙа: Ф.З.Сәлихов (Ҡаһым),...

“ҠИССА-И ЙОСОФ”, ҡисса

“ҠИССА-И ЙОСОФ”, төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы, ҡисса. Авторы – Ҡол Ғәли. 13 б. 1‑се ярт. (ҡайһы бер ҡулъяҙмаларҙың колофонында 1212 й., башҡаларында 1233 й. тип билдәләнгән) төрки телендә яҙылған. Шиғри формала. Төрки әҙәбиәтендә ассирия‑вавилон мифтарына барып тоташҡан матур Йософ т‑дағы Библия, Ҡөрьән...

“ҠИССАС ӘЛ‑ӘНБИӘ”, төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы

“ҠИССАС ӘЛ‑ӘНБИЙА” (“Пәйғәмбәрҙәр тарихы”), “Ҡ и с с а и Р а б ғ у з и”, төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы. 1310—11 йй. Рабғузи тарафынан Рабат Уғыҙ ерендә (Хәрәзм) ижад ителгән. Хәрәзм-төрки телендәге (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре) шиғри текст ғәрәп телендәге шиғырҙар м‑н аралашып бара....

“ҠОБАЙЫР”, ансамбль

“ҠОБАЙЫР”, фольклор-этнографик ансамбль. 1972—95 йй. Өфөлә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты эргәһендә эшләй, 1985 й. “халыҡ” исемен ала. Репертуарында “Ғилмияза”, “Каруанһарай”, “Сәлимәкәй”, “Шәүрә” башҡ. халыҡ йырҙары; яңғыҙ башҡарылған “Батмус менән бейеү”, “Кәкүк”, “Мөғлифә” бейеүҙәре, “Ҡарға туйы”...

“ҠОЛОЙ КАНТОН”, йыр

“ҠОЛОЙ КАНТОН”, “Ҡ о л ы й к а н т о н”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр 1920 йй. яҙып алына (яҙманың авторы билдәһеҙ), бер нисә вариантта “Советская музыка” (“Совет музыкаһы”, 1951. №3) ж. баҫтырыла. Йырҙың артабанғы яҙмалары С.Ә.Галин, Л.Н.Лебединский, К.Й.Рәхимов, И.В.Салтыков, Н.Д.Шоңҡаров...

“ҠОРҠОТ АТА КИТАБЫ”, дастан

“ҠОРҠОТ АТА КИТАБЫ”, “Китаби дедем Коркуд але лисани таифаи огузан” (“Уғыҙ ырыуы телендәге Ҡорҡот ата китабы”), төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы, дастан. 16 б. ҡараған 2 ҡулъяҙма б‑са билдәле, улар Ватикан һәм Дрезден китапханаларында һаҡлана. Дрезден ҡулъяҙмаһы — 12, Ватикан ҡулъяҙмаһы 6 хикәйәттән тора (ҡулъяҙмаларҙың...

“ҠОТАҘҒУ БЕЛЕК”, дастан

“ҠОТАҘҒУ БЕЛЕК” (“Бәхет биреүсе белем”), төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы, дастан. 1069—70 йй. шағир Йософ Баласағуни тарафынан ҡараханлы‑уйғыр әҙәби телендә (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре) яҙылған. Ҡарахандар дәүләте хакимдарының береһенә арналған. Мәҫнәүи формаһында. Авторҙың сәйәсәт,...

“ҠУҘЫЙКҮРПӘС МЕНӘН МАЯНҺЫЛЫУ”, эпос.

“ҠУҘЫЙКҮРПӘС МЕНӘН МАЯНҺЫЛЫУ”, башҡ. һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы, эпос. Шиғри‑сәсмә формала йәшәй. 1938 й. Силәбе өлк. Тәгеш а. Ғ.Сәләм тарафынан үҙенең әсәһе Өммөгөлсөм Ғәлимованан яҙып алынған. Сюжет нигеҙендә Ҡуҙыйкүрпәс м‑н Маянһылыуҙың фажиғәле үлем м‑н тамамланған мөхәббәт тарихы ята. Төп геройҙарҙың...

“ҠУҢЫР БУҒА”, йыр

“ҠУҢЫР БУҒА”, башҡ. халыҡ йыры, һалмаҡ көй. Тәүге тапҡыр 1907 й. М.А.Буранғолов тарафынан Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙе Үрге Ильяс а. (Ырымбур өлк. Красногвардейский р‑ны) Хәсән Буранғоловтан яҙып алына, С.Ғәбәши яҙмаһында “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында (1935) баҫтырыла. Артабанғы яҙмаларын Л.Н.Лебединский,...

“ҠУҢЫР БУҒА”, эпос

“ҠУҢЫР БУҒА”, башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, эпос. Шиғри‑сәсмә формала йәшәй. Тәүге тапҡыр 1865 й. Р.Г.Игнатьев тарафынан яҙып алына һәм “Ырымбур губернаһы ведомостары”нда (“Оренбургские губернские ведомости”) баҫылып сыға. Эпостың ш. уҡ исемле варианттары М.А.Буранғолов, К.Мәргән, Ғ.Сәләм, Р.Шәкүр...

“ҠУРАЙ”, гәзит

“ҠУРАЙ”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. 2016 й. июленән Краснокама р‑ны Николо‑Берёзовка а. айына 1 тапҡыр башҡорт телендә сыға. Краснокама, Ҡалтасы, Тәтешле, Яңауыл р‑ндарында, ш. уҡ...

“ҠЫҘАШ”, колхоз

“ҠЫҘАШ” колхозы, АХПК. Бүздәк р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Кәпәй-Ҡобау ауылы. Составына 4 һыйыр малы фермаһы, сусҡ‑ҡ, йылҡ‑ҡ, һарыҡс‑ҡ, ҡаҙ фермалары һ.б. инә. 2011 й. 180 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 5748 га тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 5052 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га):...