Список материалов
ЗӘҢГӘР УМЫРЗАЯ
ЗӘҢГӘР УМЫРЗАЯ (Mercurialis), һөтлөгән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 8 төрө билдәле; Евразияла, башлыса Урта диңгеҙ буйында таралған. Башҡортостанда меңйәшәр З.у. үҫә. Күп йыллыҡ, ғәҙәттә, йәйелеүсе оҙон тамырһабаҡлы ике өйлө үлән. Һабағы төҙ, ябай, өҫкө өлөшөндә япраҡлы, 15—40 см...
ЗӘҢГӘРҺЫУ ЙӘШЕЛ ЫЛЫМЫҠТАР
ЗӘҢГӘРҺЫУ ЙӘШЕЛ ЫЛЫМЫҠТАР, цианеялар, цианобактериялар (Cyanophyta, Cyanoprokaryota), ябай төҙөлөшлө үҫемлектәр бүлеге. Яҡынса 800 төрө билдәле. Бөтә ер шарында таралған, сөсө һәм тоҙло һыуҙарҙа, ҡайнар сығанаҡтарҙа, мәмерйәләрҙә, тупраҡ өҫтөндә, ҡаяларҙа һ.б. тереклек итә. Прокариотик бер (яңғыҙ йәки...
ЗӘҢГЕ
ЗӘҢГЕ (лат. scorbutus), кеше организмында С витамины (аскорбин к‑таһы) етешмәү арҡаһында барлыҡҡа килә торған ауырыу; коллаген синтезы боҙолоуында һәм тоташтырғыс туҡыманың ныҡлығы кәмеүендә сағыла. З. йыш ҡына витаминдар етешмәүҙең башҡа төрө м‑н бергә килә. Төп симптомдары: дөйөм хәлһеҙлек, гингивит,...
ЗӘРҠУМ
ЗӘРҠУМ (фарс. — ике йөҙлө, алдаҡсы), башҡ. мифологияһында яуыз йән эйәһе, ифрат ҙур йылан. “Урал батыр” эпосы персонажы, йыландар батшаһы Ҡәһҡәһәнең улы. Мифик заттарға хас көскә эйә түгел, әммә хәйләкәр һәм мәкерле. З. нисек кенә булһа ла ҡоштар батшаһы Самрауҙың ҡыҙы Һомайҙы яулап алырға тырыша. 12...
ЗВЕРЕВ Геннадий Никифорович
ЗВЕРЕВ Геннадий Никифорович (26.8.1953, Һарытау крайы Родничёк ст.), инженер‑геофизик. Техник ф. д‑ры (1982), проф. (1986). БАССР-ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1982). Грозный нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1958) Бөтә Союз геофизика ҒТИ‑ның Волга‑Урал филиалында эшләй (Октябрьский ҡ.; 1966 й. алып...
ЗДАНОВИЧ Геннадий Борисович
ЗДАНОВИЧ Геннадий Борисович (4.10.1938, Махачкала ҡ. — 19.11.2020, Силәбе ҡ.), археолог. Тарих фәндәре докторы (2002). Урал дәүләт университетын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1966) Петропавловск педагогия институтында, бер үк ваҡытта Төньяҡ Ҡаҙағстан тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейында (Петропавловск...
ЗДОБНОВА ЗОЯ ПЕТРОВНА
ЗДОБНОВА ЗОЯ Петровна (25.3.1926, Чистай ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1983), проф. (1986). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1995), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1949). 1953 й. алып БДУла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге көнсығыш диалект зонаһындағы (Башҡортостан,...
ЗЕЙГМАН Юрий Вениаминович
ЗЕЙГМАН Юрий Вениаминович (27.4.1951, Өфө), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (2003). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001). ӨНИ‑не тамамлаған (1973), 1976 й. алып шунда уҡ эшләй (2003 й. башлап нефть‑газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм файҙаланыу каф. мөдире), 1973—76 йй. Башҡ‑н...
ЗЕЛЁНАЯ ПОЛЯНА, Әбйәлил р-нындағы ауыл
ЗЕЛЁНАЯ ПОЛЯНА, Әбйәлил р-нындағы ауыл, Ташбулат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 38 км һәм Ташбулат т. юл ст. К.‑Көнб. табан 11 км алыҫлыҡта Яҡтыкүл буйында урынлашҡан. Халҡы: 2002 й. – 155; 2010 — 136 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002).
Ауылға 20 б. 30‑сы йй. аҙ. марганец мәғдәндәре ятҡылығын...
ЗЕЛЕНИН Дмитрий Константинович
ЗЕЛЕНИН Дмитрий Константинович [21.10.1878, Вятка губ. Люк а. — 31 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 30). 8.1954, Ленинград], фольклорсы, диалектолог, этнограф. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1925), Болгария ФА акад. (1946), урыҫ теле һәм әҙәбиәте д‑ры (1917), этнография д‑ры (1935). Юрьев ун‑тын тамамлағандан һуң...
ЗЕЛЕНКОВ Евгений Петрович
ЗЕЛЕНКОВ Евгений Петрович (1851 — 23.8.1901, Санкт‑Петербург ҡ.), тау инженеры, эшҡыуар. Фән кандидаты. Санкт‑Петербург университетын тамамлағандан һуң (1870) Ырымбур губернаһының алтын приискыларында эшләй. 1886 й. Успенский приискыһында — хлоринация ысулы, 1895 й. (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1897)...
ЗЕЛЕНЦОВ Анатолий Александрович
ЗЕЛЕНЦОВ Анатолий Александрович (22.1.1854, Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе — ?), тау инженеры. Санкт‑Петербург тау институтын тамамлағандан һуң (1876) Уралда эшләй. 1877—78 йй. рус‑төрөк һуғышында ҡатнаша. 1879 й. Екатеринбург тау округының Түбәнге Исәт заводында эш башлай, 1879 й. майында Горноблагодатный...
ЗЕЛЁНЫЙ КЛИН, Әлшәй р-нындағы ауыл
ЗЕЛЁНЫЙ КЛИН, Әлшәй р-нындағы ауыл, Зелёный Клин а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 139 кеше; 1959 – 200; 1989 – 421; 2002 – 404; 2010 – 378 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...
ЗЕЛЁНЫЙ, Бөрө р-нындағы ауыл
ЗЕЛЁНЫЙ, Бөрө р-нындағы ауыл, Бурны а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.Көнс. 12 км һәм Өфө т. юл ст. Т.Көнб. табан 110 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 321 кеше; 1989 – 617; 2002 – 326; 2010 – 278 кеше. Урыҫтар, мариҙар йәшәй (2002).
Ауылға 20 б. 50‑се йй. Балалар колонияһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ...
ЗЕЛИГЕР ГЕРЦОГИЕЛЛАҺЫ
ЗЕЛИГЕР ГЕРЦОГИЕЛЛАҺЫ (Herzogiella seligeri), мүк һымаҡтар төрө. Асыҡ йәки тоноҡ йәшел төҫтәге йомшаҡ ялтыр кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе күп йыллыҡ бер өйлө япраҡ һабаҡлы мүк. Йәйенке һабағы 2—5 см оҙонлоҡта бөгөлгән, ботағы осҡа табан нәҙегәйә. Япрағы ситләшкән, бер яҡҡа йүнәлтелгән, ланцет рәүешендә,...
ЗЕЛИНСКИЙ Николай Дмитриевич
ЗЕЛИНСКИЙ Николай Дмитриевич (25.1.1861, Тирасполь ҡ. — 31.7.1953, Мәскәү), химик‑органик. СССР ФА акад. (1929). Соц. Хеҙмәт Геройы (1945). Фәнни хеҙмәттәре нефть углеводородтары химияһына һәм уларҙың каталитик әүерелештәренә, мотор яғыулығын етештереү һәм көкөртһөҙләндереү мәсьәләләренә арналған. З. тарафынан...
ЗЕЛПЕ
ЗЕЛПЕ (Euonymus), зелпе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, Азияның көнсығышында һәм көньяҡ‑көнсығышында таралған. Башҡортостанда сөйәлле З. үҫә. Ҡара сөйәлле үренделе һәм һоро нәҙек олонло япраҡ ҡойоусы 1—2 м бейеклектәге ҡыуаҡ. Япрағы ябай, эллипс рәүешендә, осло, ҡапма‑ҡаршы...
ЗЕМЛЕДЕЛЕЦ, ауыл, Күмертау ҡ. эсендә
ЗЕМЛЕДЕЛЕЦ, ауыл, 1964 й. алып Күмертау ҡ. эсендә.
Ауылға 20 б. 20‑се йй. Стәрлетамаҡ кантоны терр‑яһында урыҫтар “Земледелец” ширҡәте булараҡ нигеҙ һала, ш. уҡ йылдарҙа уның эргәһендә “Муравей” ширҡәте (1925 й. уларҙың һәр береһендә 6‑шар йорт иҫәпләнгән) ойошторола. Һуңынан был ике ширҡәт З. ауылы...
ЗЕМЛО Борис Францевич
ЗЕМЛО Борис Францевич (23.11.1921, АСБР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Белорет заводы а., хәҙ. Белорет ҡ., — 17.3.2003, Стәрлетамаҡ ҡ.), актёр, театр эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1977), БАССРҙың атҡ. артисы (1963). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1951). Магнитогорск пед. ин‑тын тамамлаған (1941)....
ЗЕМСТВО
ЗЕМСТВО, бөтә халыҡ ҡатламдарын да үҙ эсенә алған урындағы үҙидара системаһы, 1864 й. 1 ғин. “Губерна һәм өйәҙ земство учреждениелары тураһында положение” б‑са, Земство реформаһы барышында ойошторола. З. бойороҡ биреүсе органдары — губерна һәм өйәҙ земство йыйылыштары, башҡарма органдары — губерна һәм...