Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЗЛАТОУСТ ӨЙӘҘЕ

ЗЛАТОУСТ ӨЙӘҘЕ, 1865 й. Өфө губернаһы составында ойошторола. Өйәҙгә Троицк өйәҙенең төньяҡ өлөшө һәм Өфө өйәҙенең төньяҡ‑көнсығыш өлөшө инә. 19 б. аҙ. төньяҡта — Красноуфимск өйәҙе, төньяҡ‑көнсығышта — Екатеринбург өйәҙе, көньяҡкөнбайышта — Силәбе өйәҙе һәм Троицк өйәҙе, көньяҡта — Верхнеурал өйәҙе,...

ЗЛАТОУСТ ҺАЛҠЫН ҠОРАЛЫ

ЗЛАТОУСТ ҺАЛҠЫН ҠОРАЛЫ, 1815 й. алып Златоуст ҡорал фабрикаһында етештерелгән биҙәкле һуғыу, сабыу, сәнсеү, сәнсеү‑сабыу ҡоралдары (хәнйәрҙәр, ҡыҫҡа хәнйәрҙәр, бысаҡтар, һөңгөләр, ҡылыстар, балталар, шпагалар һ.б.). Юғары сифатлы булыуы һәм нәфис биҙәлеше м‑н танылыу яулай. 19 б. 20—40‑сы йй. таҙа,...

ЗЛАТОУСТОВКА, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

ЗЛАТОУСТОВКА, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Бала Сытырман а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 31 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.-Көнб. табан 51 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 608 кеше; 1920 — 710; 1939 — 531; 1959 — 243; 1989 — 261; 2002 — 286; 2010 — 279 кеше. Урыҫтар, башҡорттар...

ЗЛОБИН Николай Анатольевич

ЗЛОБИН Николай Анатольевич (16.7.1976, Алма-Ата), разведчик, майор. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2010). 2002—10 йй. Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Ҡаҙағстан Респ. Ҡораллы Көстәренең Юғары сик буйы командирҙар уч‑щеһын тамамлаған (Алма‑Ата, 1997). 2002 й. алып РФ ЭЭМ‑ының эске ғәскәрҙәрендә:...

ЗЛОБИН Степан Павлович

ЗЛОБИН Степан Павлович (11.11.1903, Мәскәү — 15.9.1965, шунда уҡ), яҙыусы. “Буян утрауы” (“Остров Буян”; 1948), “Степан Разин” (1951) тарихи романдары, “Хәбәрһеҙ юғалғандар” (“Пропавшие без вести”; 1962) автобиографик романы һ.б. әҫәрҙәр авторы. З. әҫәрҙәренең төп образдары — героик шәхестәр, халыҡтың...

ЗЛОКАЗОВТАР

ЗЛОКАЗОВТАР, сауҙагәрҙәр. Билдәлеләре: Алексей Никифорович З., 2‑се гильдия сауҙагәре. Кәҫле заводы мастеровойҙарынан. 1863 й. Екатеринбург ҡ. “Алексей Злоказов һәм уның улы” компанияһына нигеҙ һала. Уның улдары: Пётр Алексеевич З., 1‑се гильдия сауҙагәре; Николай Алексеевич З., 1‑се гильдия сауҙагәре;...

ЗЛОТНИКОВ Рафаил Абрамович

ЗЛОТНИКОВ Рафаил Абрамович (8.2.1921, Витебск ҡ. — 24.10.1994, Өфө ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (1979), профессор (1980). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1990). К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия институтын тамамлағандан һуң (1947) партия эшендә. 1960—92 йй. ӨДАТУ‑ла уҡыта (1981—86 йй....

ЗЛОТСКИЙ Семён Соломонович

ЗЛОТСКИЙ Семён Соломонович (10.11.1946, Одесса ҡ.), химик‑технолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2009), химия фәндәре докторы (1977), профессор (1982). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008), БАССР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1989). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1968) шунда уҡ эшләй: 1973 й. алып өлкән ғилми...

ЗЛЫДНИКОВ Дмитрий Афанасьевич

ЗЛЫДНИКОВ Дмитрий Афанасьевич [15.9.1928, БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны Михайловка а. (БР-ҙың Әлшәй р-ны) — 11.3.1998, БР-ҙың ш. уҡ р‑ны Раевка ҡсб], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1942 й. алып Әлшәй р‑нында эшләй: тракторсы, 1963—83 йй. “Ленин васыяты” к‑зының комплекслы бригадаһы бригадиры. З. етәкс. бригада...

ЗМИТРОЧЕНКО Дмитрий Никитович

ЗМИТРОЧЕНКО Дмитрий Никитович (15.9.1938, Белорус ССР‑ы Игольницы а.), төҙәтеүсе‑көйләүсе. 1960—94 йй. ӨПЭПБ‑ла эшләй: слесарьйыйыусы, электромонтажсы, 1965 й. алып төҙәтеүсе, 1967 й. — өлкән диспетчер, 1969 й. — һынаусы, 1970 й. — контроль мастеры, 1973 й. — электромеханик, радиотехник приборҙарҙы...

ЗНАМЕНКА, Бәләбәй р-нындағы ауыл

ЗНАМЕНКА, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Знаменка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 35 км һәм Глуховская т. юл ст. Т. табан 12 км алыҫлыҡта Кутузин й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 578 кеше; 1920 — 1004; 1939 — 1126; 1959 — 2382; 1989 — 1755; 2002 — 2043; 2010 — 1879 кеше. Урыҫтар...

ЗНАМЕНКА, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

ЗНАМЕНКА, 1-се Яңы Знаменка, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Керәүле‑Илюшкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. Көнс. табан 23 км алыҫлыҡта Керәүле й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 394 кеше; 1920 — 439; 1939 — 437; 1959 — 272; 1989 — 150; 2002 — 117; 2010 — 88...

ЗНАМЕНСКИЙ Сергей Евгеньевич

ЗНАМЕНСКИЙ Сергей Евгеньевич (30.8.1957, Лебедянь ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (2008). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) Геология институтында эшләй: 1989 й. алып өлкән, 2008 й. — төп ғилми хеҙмәткәр. Фәнни эшмәкәрлеге алтын мәғдәне ятҡылыҡтарының һәм баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарының...

ЗОЛОЕВ Татаркан Магометович

ЗОЛОЕВ Татаркан Магометович (17.11.1905, Терек өлкәһе Волын-Магометан а. — 15.7.1985, Мәскәү ҡ.), нефтсе‑геолог. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1962). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1975). 1942—63 йй. “Туймазынефть” нефть промыслаһы идаралығының...

ЗОЛОЕВА Галина Михайловна

ЗОЛОЕВА Галина Михайловна (13.10.1941, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Йәрмәкәй а.), тау инженеры‑геофизик. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1994), проф. (1996). Почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (2005). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте ин‑тын тамамлағандан һуң (1964) “Гипровостокнефть” ин‑тында (Куйбышев...

ЗОЛОТОНОШКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

ЗОЛОТОНОШКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Түрешле а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 48 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 278 кеше; 1920 — 424; 1939 — 363; 1959 — 984; 1989 — 613; 2002 — 623; 2010 — 563 кеше. Украиндар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ...

ЗОЛОТУХИН Михаил Георгиевич

ЗОЛОТУХИН Михаил Георгиевич (4.5.1952, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Мораҡ а.), химик‑технолог. Химия ф. д‑ры (1997). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1974) Органик химия ин‑тында: 1986 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1992 й. — төркөм етәксеһе. 1999 й. башлап сит илдә эшләй. Фәнни хеҙмәттәре йылылыҡҡа, химик тәьҫиргә...

ЗОО...

ЗОО... (гр. zṓоn — хайуан, тере йән эйәһе), ҡушма һүҙҙәрҙең хайуандар донъяһына мөнәсәбәтте белдергән өлөшө (мәҫ., зоогигиена, зоотехния, зооцидтар). Тәрж. Р.Ә. Сиражитдинов

ЗООГИГИЕНА

ЗООГИГИЕНА (зоо... һәм гигиена), хайуандар гигиенаһы, хайуан организмының тышҡы мөхит м‑н үҙ‑ара мөнәсәбәтен өйрәнгән һәм а.х. малын рациональ аҫрау шарттарын билдәләгән фән. З. төп бурыстары: хайуандарҙың һаулығын һаҡлау, уларҙың продуктлылығын күтәреү, ш. уҡ тирә‑яҡ мөхитте малсылыҡ биналарының ағынты...

ЗООЛОГИЯ

ЗООЛОГИЯ (зоо... һәм ...логия), хайуандар т‑дағы фән, хайуандар донъяһының төрлөлөгөн, уларҙың төҙөлөшөн һәм йәшәү рәүешен, таралыуын, тирә‑яҡ мөхит м‑н бәйләнешен, индивидуаль һәм тарихи үҫешенең законлыҡтарын өйрәнә. Хайуандар систематикаһы төрҙәрҙең күплеген тасуирлай, уларҙы оҡшашлыҡ һәм айырмалыҡ...