Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЗООЛОГИЯ МУЗЕЙҘАРЫ

ЗООЛОГИЯ МУЗЕЙҘАРЫ, зоол. объекттарҙы комплектлау, һаҡлау һәм өйрәнеүҙе тормошҡа ашырған ғилми‑тикшеренеү һәм ғилми‑ағартыу учреждениелары. З.м. коллекциялары ғилми фондтарҙан һәм күргәҙмәгә ҡуйылған материалдарҙан тора. БДУ‑ның уҡытыу‑ғилми З.м. 1958 й. ойошторолған. Музей фондтарында 8,4 меңдән ашыу...

ЗООНОЗДАР

ЗООНОЗДАР (зоо... һәм гр. nosos — ауырыу), хайуандарҙың инфекцион һәм паразитар ауырыуҙары. Кешегә хайуандарҙан йоғоуы мөмкин булған ауырыуҙар ҙа З. тип атала. Башҡортостанда З. араһында ҡотороу ауырыуы, описторхоз, токсоплазмоз, трихинеллёз, түләмә һ.б. кеше өсөн иң хәүефлеһе һанала. З. б‑са фәнни...

ЗООТЕХНИЯ

ЗООТЕХНИЯ (зоо... һәм гр. téchnе — сәнғәт, оҫталыҡ), а.х. малдарын үрсетеү, ашатыу, аҫрау һәм файҙаланыу т‑дағы фән; малсылыҡтың теоретик нигеҙе. Дөйөм (ауыл хужалығы малдарын үрсетеү, ауыл хужалығы малдарын ашатыу, малдарҙы аҫрау бүлектәренән тора) һәм айырым (ҡара: Йылҡысылыҡ, Һарыҡсылыҡ, Ҡошсолоҡ,...

ЗООЦИДТАР

ЗООЦИДТАР (зоо... һәм лат. сaedo — үлтерәм, итәм), зарарлы умыртҡалы хайуандарҙы юҡ итеү өсөн ҡулланылған пестицидтар төркөмөнә ҡараған химик препараттар. Кимереүселәргә, башлыса ҡомаҡтарға (ратицидтар) ҡаршы ҡулланылған родентицидтар, ҡоштарға ҡаршы — авицидтар, балыҡтарға ҡаршы ҡулланылған ихтиоцидтар...

ЗОРИКТУЕВ Вячеслав Цыденович

ЗОРИКТУЕВ Вячеслав Цыденович (5.9.1939, Бүрәт‑Монгол АССР‑ының Цакир а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1990), проф. (1991). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1992), РФ‑тың атҡ. юғары мәктәп хеҙм‑ре (2011), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1963) шунда уҡ эшләй: 1976—78 йй. һәм 1982 й....

ЗОРИН Владимир Викторович

ЗОРИН Владимир Викторович (26.1.1953, Өфө), химик‑органик. БР ФА-ның мөхбир ағзаһы (1995), химия ф. д‑ры (1984), проф. (1987). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ эшләй (1987 й. алып биохимия һәм микробиология...

ЗОРИН Сергей Иванович

ЗОРИН Сергей Иванович (11.9.1911, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Крюковский а. — 6.2.1954, Өфө ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1945). 1939—40 йй. совет-финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1936—39 йй. һәм 1940—41 йй. Өфө трамвай депоһында эшләй. 1933—35 йй., 1939—40 йй. һәм 1942 й. алып Ҡыҙыл...

ЗОРИН Сергей Петрович

ЗОРИН Сергей Петрович (21.9.1889, Стәрлетамаҡ ҡ. — 20.10.1965, Өфө), инженер‑төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (1943), проф. (1944). Томск технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1921) Стәрлетамаҡ кантон башҡарма ком‑тында эшләй. 1929 й. алып Өфөлә: БАССР Эске эштәр ХК‑ның Шоссе һәм түшәлмәгән юлдар һәм автомобиль...

ЗОРОАСТРИЗМ

ЗОРОАСТРИЗМ, боронғо заманда һәм иртә Урта быуатта Урта Азияла, Яҡын һәм Урта Көнсығыштың Иран, Афғанстан, Әзербайжан һ.б. илдәрендә таралған дин. Һиндостандағы парстарҙа һәм Ирандағы гебрҙарҙа һаҡланған. Дингә нигеҙ һалыусы — Зороастр (Заратуштра) пәйғәмбәр. Изге китабы — Авеста. З. тәғлимәте б‑са,...

ЗОСИМА II

ЗОСИМА II (донъяуи исеме Озерова Елена Георгиевна; 1879, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Богоявленск заводы а., хәҙ. БР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол а., — 15.5.1968, Өфө), дин әһеле, игуменья (1920). Монахлыҡ ҡабул иткән (1912). Благовещение ҡатын‑ҡыҙҙар монастыры эргәһендәге мәктәпте тамамлаған (1899); 1920 й....

ЗОТОВ Виктор Никифорович

ЗОТОВ Виктор Никифорович [29.5.1925, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Баҡалы а. (БР‑ҙың Баҡалы районы) — 16.7.1996, Өфө ҡ.], миномётсы, гвардия майоры (1953). Дан орденының тулы кавалеры. БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Иваново хәрби‑сәйәси училищеһын (1947), БДУ‑ны...

ЗӨБӘЙҘУЛЛИН Айҙар Хизбулла улы

ЗӨБӘЙҘУЛЛИН Айҙар Хизбулла улы (9.2.1963, Өфө ҡ.), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (1997) һәм атҡаҙанған (1993) артисы. Адыгея Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2019). Х.Ғ.Зөбәйҙуллиндың улы. Мәскәү мәҙәниәт институтын (1984; педагогы —  И.В.Смирнов), Рәсәй театр сәнғәте академияһын (1998; педагогы...

ЗӨБӘЙҘУЛЛИН Хизбулла Ғүмәр улы

ЗӨБӘЙҘУЛЛИН Хизбулла Ғүмәр улы [28.10.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Түб. Әрмет а. (БРҙың Ишембай р‑ны) — 31.12.2001, Өфө], бейеүсе. БАССР‑ҙың халыҡ (1969) һәм атҡ. (1959) артисы. 1946 й. алып 26‑сы Дәүләт союз з‑дында (ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе) эшләй. 1950—72 йй. Башҡ. дәүләт...

ЗӨБӘЙЕРОВ Әмин Фәхретдин улы

ЗӨБӘЙЕРОВ Әмин (Абдулла) Фәхретдин улы [18.3.1891, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ишле а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 23.5.1963, Өфө], актёр. РСФСР‑ҙың (1949) һәм БАССР-ҙың (1935) халыҡ артисы. “Ғосмания” (1906—08), “Ғәлиә” (1908—09) мәҙрәсәләрендә уҡыған. 1909—11 йй. — “Сәйяр”, 1912—14 йй. “Нур” труппаһы...

ЗӨБӘЙЕРОВ Сибәғәт Ғариф улы

ЗӨБӘЙЕРОВ Сибәғәт Ғариф улы [9.5.1946, БАССР‑ҙың Воскресенск р‑ны Воскресенск а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны)], инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2000). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2003), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1983). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1970) шунда...

ЗӨГӘЙ

ЗӨГӘЙ (Cottus gobio), диңгеҙ этеше һымаҡтар отрядының диңгеҙ саяндары ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Европаның сөсө һыу ятҡылыҡтарында Төньяҡ Испаниянан алып Уралға тиклем йәшәй. Кәүҙә оҙонлоғо 12 см тиклем, орсоҡ формаһында, яланғас йәки ваҡ һөйәк энәләр м‑н ҡапланған. Төҫө һорғолт; ҡанатында (ҡорһаҡ ҡанатынан...

ЗӨЛҠӘРНӘЕВ Батыргәрәй Сәлим улы

ЗӨЛҠӘРНӘЕВ Батыргәрәй Сәлим улы [10.9.1949, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Хоҙайбирҙин а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны)], хәрби эшмәкәр. Хәрби ф. д‑ры (1996), проф. (1997). Контр‑адмирал (1999). Каспий юғары хәрби‑диңгеҙ уч‑щеһын (Баҡы, 1971), Хәрби‑диңгеҙ акад. (Ленинград, 1985), РФ Ҡораллы көстәре Ген. штабының...

ЗӨЛҠӘРНӘЕВ Ғәли Камал улы

ЗӨЛҠӘРНӘЕВ Ғәли Камал улы [20.3.1905, Пермь губ. Екатеринбург өйәҙе Һарыкүлмәк а. (Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны) — 24.4.1982, Өфө], тәржемәсе. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1954). Башҡ‑н юғары а.х. мәктәбен (Өфө, 1934), ВКП(б) эргәһендәге Юғары пропагандистар мәктәбен (Мәскәү, 1937) тамамлаған. 1937 й. алып —...

ЗӨЛҠӘРНӘЕВ Тәлғәт Рәхимйән улы

ЗӨЛҠӘРНӘЕВ Тәлғәт Рәхимйән улы (1.9.1943, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Әбделмәмбәт а.), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (1999), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003), РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2000). БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1967) 1971 й. тиклем Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табибы булып эшләй....

ЗӨЛҠӘРНӘЙ Илдар Үзбәк улы

ЗӨЛҠӘРНӘЙ Илдар Үзбәк улы (6.2.1958, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2008). Ленинград политехник ин‑тын (1981), БДУ‑ны (1995) тамамлаған. 1981 й. алып БДУ‑ның инженер‑программисы, 1985 й. — “БЭТО концерны” ААЙ “Искра” КБ‑ның төп инженеры, 1996 й. башлап ӨДАТУ‑ла уҡыта, 1997 й. — “Башкредитбанк” та бүлек...