Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЗУБАРЕВ Андрей Сергеевич

ЗУБАРЕВ Андрей Сергеевич (3.3.1987, Өфө ҡ.), спортсы. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2014). “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.А.Чижов). “Салауат Юлаев” (2003—05, 2012—15, 2021—22), “Аҡ Барыҫ” (Ҡазан ҡ., 2005—08), “Атлант” (Мытищи ҡ., 2008—10, 2011—12), Америка...

ЗУБАРЕВ Прокопий Тимофеевич

ЗУБАРЕВ Прокопий Тимофеевич (1886, Вятка губ. Зубари а. — 15.3.1938, Мәскәү), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. 1904 й. алып РСДРП ағзаһы. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1901—05 йй. Вятка а.х. техник уч‑щеһында уҡый. 1915—17 йй. рус армияһында. 1906 й. башлап — РСДРП‑ның Вятка, 1909 й. алып Өфө губерна...

ЗУБКОВ Александр Юрьевич

ЗУБКОВ Александр Юрьевич (10.8.1974, Братск ҡ.), спортсы. Бобслей б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2000), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2003). Сана спорты б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1994). 2000—02 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры Р.Ш.Фәйезов)....

ЗУБКОВ Юрий Владимирович

ЗУБКОВ Юрий Владимирович (17.7.1963, Стәрлетамаҡ ҡ.), тренер. Дзюдо буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2006), бөтә Рәсәй категориялы судья (2017), самбо (1982) һәм дзюдо (1988) буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры. БР‑ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2014), РФ‑тың физик культура һәм спорт отличнигы...

ЗУБОВ, Өфө р‑нындағы ауыл

ЗУБОВ, Өфө р‑нындағы ауыл, Зубов а/с үҙәге. Өфөнән К. 13 км һәм Өршәк т. юл ст. Т. табан 8 км алыҫлыҡта Бәрҫеүән й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 407 кеше; 1920 — 522; 1939 — 640; 1959 — 536; 1989 — 833; 2002 — 1375; 2010 — 2042 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта һәм музыка...

ЗУЕВКА, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

ЗУЕВКА, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Урғыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.Көнб. 30 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 115 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 101 кеше; 1959 — 137; 1989 — 153; 2002 — 132; 2010 — 107 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. 20 б. 30‑сы йй....

ЗЫКИН Владимир Александрович

ЗЫКИН Владимир Александрович (15.2.1935, Бөрө ҡ.), агроном. Рәсәй а.х. фәндәре акад. академигы (1989). А.х. ф. д‑ры (1989), проф. (1991). РФтың атҡ. фән эшмәкәре (1997). Пермь а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) Ҡаҙаҡ ССР‑ында эшләй. 1963 й. алып Бөтә Рәсәй (Бөтә Союз) үҫемлекселек ҒТИ‑ның (Ленинград)...

ЗЫЯГӨЛ

ЗЫЯГӨЛ (Cerastium), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 150‑нән ашыу төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Африкала һәм Америкала, тропик Африканың һәм Көньяҡ Американың бейек тауҙарында таралған. Башҡортостанда 7 төрө үҫә. Кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе күп йәки бер, ике йыллыҡ нәҙек тамырһабаҡлы...

ЗЫЯЗИТДИНОВ Рим Сәләх улы

ЗЫЯЗИТДИНОВ Рим Сәләх улы (19.4.1953, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Боғҙан а. — 11.3.2018, Салауат ҡ.), актёр. БР‑ҙың халыҡ артисы (2004), БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1983). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы(1980). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1972; Л.В.Вәлиев, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) Салауат башҡорт драма театры...

ЗЫЯЗИТДИНОВА Гөлшат Ибраһим ҡыҙы

ЗЫЯЗИТДИНОВА Гөлшат Ибраһим ҡыҙы (22.9.1947, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Талбазы а.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2003), БАССР‑ҙың атҡ. (1990) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982). З.А.Әхмәрованың ҡыҙы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1973; Ғ.Ғ.Ғиләжев, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) Салауат башҡорт драма театрында...

ЗЫЯРАТ

ЗЫЯРАТ (ғәр. зыйара — барыу), мосолман пәйғәмбәрҙәренең, әүлиәләренең, абруйлы дин әһелдәренең, шиғи имамдарының (ҡара: Шиғисылыҡ) ҡәберенә, Төньяҡ Африкала — суфый шәйехтәре (ҡара: Суфыйсылыҡ) иҫән саҡта улар янына сәфәр ҡылыу. З. айырым төрө — Мәҙинә ҡ. (Сауд Ғәрәбстаны) хаждан һуң Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең...

ЗЫЯТДИНОВ Әбделғәзиз Абдрахман улы

ЗЫЯТДИНОВ Әбделғәзиз Абдрахман улы [15.7.1904, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Сыуалкип а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 29.10.1991, Ҡазан], актёр. ТАССР‑ҙың халыҡ (1968) һәм атҡ. (1954) артисы. Ҡазан берләштерелгән сәнғәт‑театр техникумын тамамлағандан һуң (1929) — Әстерхан, Мәскәү, Ленинград ҡҡ. татар театрҙары,...

ИБӘК

ИБӘК, Ибраһим (? — 1495), Себер ханлығы ханы (1464—95). Власҡа Тайбуғалар нәҫеленән Мар кенәзде юҡ иткәндән һуң килә. 1470‑се йй. башында Оло Урҙа ханы Әхмәт, ҡаҙаҡ ханы Жәнебәк, Нуғай Урҙаһы мырҙалары Ғәббәс, Муса, Ямғурса һ.б. м‑н берлектә Күк Урҙала власты яулап ала. Мәскәү дәүләте м‑н сауҙа мөнәсәбәттәре...

ИБӘТУЛЛИН Урал Ғәли улы

ИБӘТУЛЛИН Урал Ғәли улы (5.3.1948, БАССР‑ҙың Салауат р‑ны Малаяҙ а.), химик‑технолог. Химия ф. д‑ры (1991), проф. (1991). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ, 1978 й. алып — Башҡ‑н нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект ин‑тында, 1980 й. — ӨНИ‑лә, 1981 й. алып БДУ-ла...

ИБӘТУЛЛИНА Рифа Барый ҡыҙы

ИБӘТУЛЛИНА Рифа Барый ҡыҙы (17.1.1951, Баймаҡ ҡ.), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (2001). РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Өфө хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ-нда эшләй (өҙөклөк м‑н): 1986 й. алып — өлкән, 1989 й. — төп, 2002—08 йй. баш ғилми хеҙмәткәр. Фәнни эшмәкәрлеге...

ИБЛЕС

ИБЛЕС (ғәр. баласа — өмөтһөҙлөккә бирелде), исламда — шайтан, ен; башҡ. мифологияһында — яуыз көс (ҡара: Албаҫты, Бәрей, Ен, Шайтан). Ҡөрьәндәге сюжетҡа ярашлы, И. — Аллаға буйһонмай, ул тупраҡтан яралтҡан тәүге кеше — Әҙәм алдында йөҙ түбән йығылыуҙан баш тартҡан берҙән-бер фәрештә. Бының өсөн ул күктән...

ИБН РУСТА

ИБН РУСТА, Ибн Даста (Әбү Әли Әхмәт ибн Ғүмәр ибн Руста; 9 б. 2‑се ярт. — 10 б. башы), ғәрәп сәйәхәтсеһе, географ. Яҡын һәм Урта Көнсығыш, Көнсығыш Европа буйлап сәйәхәт итә. “Китаб әл-әләғ ән-нәфисә” (“Ҡиммәтле хазиналар китабы”; 903—927) хеҙмәте авторы. Көнсығыш Европа, Урта һәм Үҙәк Азия халыҡтарын,...

ИБН ФАҘЛАН

ИБН ФАҘЛАН (Әхмәт ибн‑әл‑Ғәббәс ибн Рәшит ибн Хәммәд; 10 б.), ғәрәп сәйәхәтсеһе. Бағдад хәлифе һарайында хеҙмәт иткән. 921—923 йй. Бағдад илселеге (Волга буйы Болғары м‑н сәйәси бәйләнештәрҙе нығытыу, ислам динен таратыу маҡсатында ойошторола) составында Урта Азия, Волга буйы һәм Урал янына сәйәхәт...

ИБН ХОРДАДБЕХ

ИБН ХОРДАДБЕХ (Әбү-л‑Ҡасим Ғөбәйҙулла ибн Абдулла ибн Хордадбех; яҡынса 820, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 826 — яҡынса 912/913, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 885), ғәрәп географы. Ғәббәсиҙәр хәлифе һарайында хеҙмәт иткән. И.Х. шәхси күҙәтеүҙәренә, күреп белеүселәрҙең һөйләүенә, төрлө яҙма сығанаҡтарға нигеҙләнгән...

ИБРАЙ ТАҺИРОВ

ИБРАЙ ТАҺИРОВ, Ибраһим Таһиров (? — 1774), Ырымбур губернаһы Бөгөлмә һәм Ставрополь ведомстволары дәүләт крәҫтиәндәренән (суҡындырылмаған татарҙарҙан һәм сыуаштарҙан) Уложенный комиссия депутаты. Бөгөлмә ведомствоһы Татар Ҡандыҙы а. (ТР‑ҙың Баулы р‑ны) татарҙарынан. Комиссияға йән башына һалымды кәметеү,...