Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“ЛОТО-СЕРВИС”, предприятие

“ЛОТО-СЕРВИС”, ЯСЙ, тиражлы һәм тиражһыҙ бөтә Рәсәй һәм төбәк лотереялары үткәрә. Өфөлә урынлашҡан. Составына Белорет, Бәләбәй, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡҡ. филиалдар инә. 2011 й. 46 кеше эшләгән. Пр‑тие лотерея билеттары тарата һәм отош өсөн...

“ЛУКОЙЛ”, спидвей б‑са команда

“ЛУКОЙЛ”, спидвей б‑са клуб командаһы. 1994 й. Өфөлә “Башҡортостан” спорт‑коммерция үҙәге эргәһендә “ЛУКОЙЛ—Башҡортостан” командаһы булараҡ ойошторола, 1997— 2007 йй. Октябрьский ҡ. “ЛУКОЙЛ– Башҡортостан” проф. спорт‑техник клубының “Л.” командаһы булараҡ эшләй. Парлы уҙыштарҙа “Л.” — Рәсәй чемп. (1997,...

“ЛУЧ”, фонд

“ЛУЧ”, төбәк йәмәғәт фонды. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. ЯСШ булараҡ ойошторола, 1999 й. алып йәмәғәт фонды, 2008 й. — Башҡортостан Республикаһы күреү б‑са инвалидтарҙың спорт‑тергеҙеү үҙәге. Голбол, дзюдо, еңел атлетика, йөҙөү, мини‑ футбол, саңғы ярышы, спорт туризмы, торбол, шахмат, шашка секциялары...

“ЛЮБИЗАР”, йыр

“ЛЮБИЗАР”, башҡ. халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Йырҙың шиғри тексы тәүге тапҡыр 20 б. 10‑сы йй. Ф.К.Туйкин [уның “Ватан ҡаһармандары” пьесаһында ҡулланылған, ш. уҡ исемле китабында (1912) баҫыла], һуңынан С.М.Мифтахов тарафынан яҙып алына. Бер варианты 1946 й. М.М. Вәлиев тарафынан З.С.Иғдәүләтовтан яҙып алына,...

“МАГНЕЗИТ”, завод

“МАГНЕЗИТ”, утҡа сыҙамлы онтаҡтар һәм төп металлургия процестары өсөн әйберҙәр етештереү заводы. 1900 й. М.И.Маркусон, А.О. һәм Г.О.Немировскийҙар, А.Ф.Шуппе тарафынан Һатҡы заводы ерҙәрендә нигеҙ һалына. Хужалары: “Магнезит” ширҡәте, 1913 й. алып “Магнезит” АЙ; 1918 й. национализациялана. Златоуст...

“МАГНЕТРОН" микроэлектроника заводы

“МАГНЕТРОН” Ө ф ө м и к р о э л е к т р о н и к а з а в о д ы, ААЙ. Махсус тәғәйенләнешле элемтә саралары етештереү һәм ремонтлау м‑н шөғөлләнә. Составына йыйыу-монтажлау, микроэлектрон, механик эшкәртеү производстволары инә. 2012 й. 238 кеше эшләгән. Продукцияһы РФ‑тың Оборона министрлығы пр‑тиеларына...

“МАЙҘАН”, бейеү ансамбле

“МАЙҘАН”, Химиктар мәҙәниәт һарайының бейеү ансамбле. 1997 й. “М.” исеме м‑н ойошторола, 2011 й. алып “Мотор эшләүсе” мәҙәниәт һарайының “Байрам” бейеү ансамбле. 2004 й. “халыҡ” исемен ала. Репертуарында “Күңелле йәшлек”, “Егеттәр”, “Айлы кис”, “Түңәрәк күл” һ.б. башҡ.; “Урал кадриле” (“Уральская кадриль”),...

“МАНЕЖДАҒЫ ҺАБАНТУЙ”, цирк программаһы

“МАНЕЖДАҒЫ ҺАБАНТУЙ”, БАССР‑ҙың 65 йыллығына арналған цирк программаһы. Премьераһы 1984 й. 19 мартында Өфө циркы аренаһында үтә. Программала һауа‑акробатик “Тау легендаһы” (етәксеһе Ю.Х.Ғәзизов), атлы‑акробатик “Па- де-труа” (Р.Р.Солтангәрәева; ҡара: Солтангәрәевтар), өйрәтелгән айыуҙар м‑н “Һабантуй”...

“МАРАФОН”, йүгереүселәр клубы

“МАРАФОН”, ҡаланың һәүәҫкәр йүгереүселәр клубы. Өфөлә урынлашҡан. 1984 й. “Спартак” ДСО‑һының, 1987 й. алып Профсоюздар спорт йәмғиәтенең Өфө ҡала советы эргәһендә асыла. 1993 й. башлап Еңел атлетика федерацияһы һәм Табип‑физкультура диспансеры базаһындағы Өфө физик культура һәм спорт ком‑ты ҡарамағында...

“МАРИҘАР ЭШЕ”

“МАРИҘАР ЭШЕ”, “Б а ш ҡ о р т о с т а н д а м а р и к о н т р р е в о л ю ц и о н б у р ж у а з - м и л л и о й о ш м а э ш е”, 1937—38 йй. Эске эштәр ХК органдары тарафынан БАССР‑ҙа йәшәгән мари интеллигенцияһына ҡаршы ойошторолған енәйәт эше. СССР‑ҙа финдарға ҡаршы рухты көсәйтеү өсөн файҙаланылған....

“МАРШРУТ”, инструменталь көйө

“МАРШРУТ”, башҡ. халыҡ инструменталь көйө. Тәүге тапҡыр 1939 й. Л.Н.Лебединский тарафынан Белорет р‑нында Ҡ.Әхмәтйәновтан яҙып алына, “Башҡорт халҡ йырҙары” китабында баҫтырыла. Варианттарын З.Ғ.Исмәғилев, А.С.Ключарёв, Ғ.З.Сөләймәнов яҙып ала. Бейеү‑марш характерындағы көй. “М.” 18—19 бб. башҡорттарҙың...

“МАТРАЙ”, үҙәк усадьбаһы

“МАТРАЙ”, МУАХП. Хәйбулла р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Өфө ауылы. “М.” 5 бүлегендә 6 баҫыусылыҡ бригадаһы, йәш һыйыр малын үҫтереү б‑са 5 ферма, 4 һөт‑тауар һәм 1 сусҡасылыҡ фермаһы, тирмән, икмәкхана, макарон, төҙөлөш цехтары һ.б. бар. 2009 й. 455 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны...

“МАЯК”, гәзит

“МАЯК”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Илеш р‑нының Үрге Йәркәй а. аҙнаһына 3 тапҡыр башҡ., урыҫ һәм татар телдәрендә сыға. 1935 й. мартынан татар телендә “Еңеү таңы”, июненән — “Сталинсы”,...

“МӘҒЛҮМӘТ МӘХКӘМӘИ ШӘРҒИӘ ӘЛ‑ЫРЫНБУРГИӘ” , журнал

“МӘҒЛҮМӘТ МӘХКӘМӘИ ШӘРҒИӘ ӘЛ‑ЫРЫНБУРГИӘ” (“Ырымбур диниә назараты хәбәрҙәре”), дини, ижт.‑сәйәси журнал. Ырымбур мосолман диниә назараты органы. 1908—10 йй., 1916—17 йй. Өфөлә төрки телендә сыға. Яҡынса 80 һаны донъя күрә. Журналда ЭЭМ‑дың, Сит диндәр эштәре департаментының һ.б. ведомстволарҙың ҡануниәт...

“МӘҒЛҮМӘТ СИСТЕМАЛАРЫ КОМПАНИЯҺЫ”, предприятие

“МӘҒЛҮМӘТ СИСТЕМАЛАРЫ КОМПАНИЯҺЫ”, ЯСЙ. Кабель линияларын импульслы артыҡ көсөргәнештән һаҡлау яйланмалары етештерә. Өфөлә урынлашҡан. 1993 й. ойошторолған. Составында йыйыу-монтажлау участкаһы бар (2006 й. асылған). Продукцияһы БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре пр‑тиеларына, яҡын сит илдәргә ебәрелә. Тәрж....

“МӘҒРИФӘТ” йәмәғәт ойошмаһы

 “МӘҒРИФӘТ” Б а ш ҡ о р т о с т а н р е с п у б л и к а м ә ғ а р и ф һ ә м м ә ҙ ә н и ә т х ә й  р и ә й ә м ә ғ ә т о й о ш м а һ ы, 1991 й. Өфөлә Бөтә Рәсәй мәғариф фондының Башҡ‑н республика бүлексәһе булараҡ ойошторола, 1999 й. алып Башҡ‑н республика ойошмаһы, 2004 й. эшмәкәрлеген туҡтата. “М.”...

“МӘҘИНӘКӘЙ”, халыҡ йыры

“МӘҘИНӘКӘЙ”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр 20 б. 40‑сы йй. З.Ғ.Исмәғилев тарафынан яҙып алына, “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтырыла. Йырҙың һәм легенданың варианттарын К.М.Дияров, С.Ә.Галин, Ф.Х.Камаев, И.В.Салтыков, Н.Д.Шоңҡаров яҙып ала. Йырҙа яратмаған кешеһенә кейәүгә бирелгән...

“МӘЖИТ ҒАФУРИ — 21 БЫУАТ” мәҙәниәт фонды

“МӘЖИТ ҒАФУРИ — 21 БЫУАТ” Б а ш ҡ о р т о с т а н Р е с п у б л и к а һ ы н ы ң м ә ҙ ә н и ә т ф о н д ы, БР‑ҙа мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт һәм фәндең үҫешенә булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторолған ижт. ойошма. Өфөлә урынлашҡан. 2004 й. апр. булдырыла. Ғафури р‑нының Красноусол а. (2005), Салауат ҡ. (2007)...

“МӘЖМӘҒЕЛ ХИКӘЙӘТ”, төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы

“МӘЖМӘҒЕЛ ХИКӘЙӘТ” (“Хикәйәттәр йыйынтығы”), төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы. Китап төрлө фарсы телле йыйынтыҡтарҙан төрки теленәтәржемә ителгән 33 хикәйәтте үҙ эсенә ала. 1775 й. Себер губернаһында йәшәгән Мөхәмәтрәхим бин Рафиҡ тарафынан төҙөлгән. Ҡулъяҙмаһы — ТР ФА‑ның Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт ин‑ты (Ҡазан)...

“МӘРГӘН МЕНӘН МАЯНҺЫЛЫУ”, эпос

“МӘРГӘН МЕНӘН МАЯНҺЫЛЫУ”, башҡ. һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы, эпос. Шиғри‑сәсмә формала. 1917 й. Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Урта Баба а. (хәҙ. БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) М.А.Буранғолов тарафынан Ғәтиәтулла Бикҡужиндан яҙып алына; ҡулъяҙмаһы һаҡланмаған, машинкала баҫылған тексы Ғилми архивта һаҡлана. Идея-тематик...