Список материалов
ИВУШКИН Владимир Иванович
ИВУШКИН Владимир Иванович (9.6.1942, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Шемәк а. — 12.3.1999, Өфө), Хеҙмәт Даны орд. тулы кавалеры. 1959—62 йй. ӨМЭЗ‑дә балта оҫтаһы, 1965 й. алып “Союзтелефонстрой” тресының Өфө, 1982 й. — Куйбышев төҙөлөш‑монтаж идаралыҡтарында, 1988 й. — “Ростелефонстрой” АЙ‑ның Екатеринбург филиалында,...
ИВЧЕНКО Евгения Гордеевна
ИВЧЕНКО Евгения Гордеевна (6.12.1918, Екатеринбург ҡ. — 29.3.2005, Өфө), химик‑технолог. Техник ф. канд. (1969). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1969), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1966). СССР‑ҙың почётлы нефтехимигы (1981). Урал индустриаль ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1941) Өфө НЭЗ‑ында...
ИВШИН Аркадий Игнатьевич
ИВШИН Аркадий Игнатьевич (24.3.1933, БАССР‑ҙың Дыуан р‑ны Таҙтүбә а. — 29.3.1988, шунда уҡ), хужалыҡ эшмәкәре. БАХИ‑ны тамамлаған (1971). 1953—54 йй. Асҡын МТС‑ында агроном. 1957 й. алып Дыуан р‑нында: ВЛКСМ һәм КПСС‑тың район ком‑ттарында эшләй, 1961—88 йй. “Искра” к‑зы рәйесе. И. етәкс. к‑з үҫемлекселектә...
ИГЕБАЕВ Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы
ИГЕБАЕВ Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы [2.7.1930, БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Күсей а. (БР-ҙың Баймаҡ р‑ны) — 27.9.2016, Өфө], шағир. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2010). РФ-тың (1991) һәм БАССР-ҙың (1980) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1963). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1950), М.Горький ис....
ИГЕБАЙ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл
ИГЕБАЙ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Ибрай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 10 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 56 км алыҫлыҡта Иртөбәк й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 140 кеше; 1920 — 201; 1939 — 210; 1959 — 223; 1989 — 172; 2002 — 173; 2010 — 172 кеше. Башҡорттар...
ИГЕҘЙӘНОВА Нажиә Заһир ҡыҙы
ИГЕҘЙӘНОВА Нажиә Заһир ҡыҙы (1.9.1946, БАССР-ҙың Ҡыйғы р-ны Абзай а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1998). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993). БДУ‑ны тамамлаған (1988). 1974 й. алып “Һәнәк” ж., 1982 й. — “Башҡортостан ҡыҙы” ж., 1983 й. — БАССР Яҙыусылар союзы, 1986—2002 йй. “Ағиҙел” ж. хеҙм‑ре (1991 й....
ИГЕЛЬСТРОМ Иосиф (Осип) Андреевич (Отто Генрих)
ИГЕЛЬСТРОМ Иосиф (Осип) Андреевич (Отто Генрих), Игельстрём И.А. (7.5.1737 — 1817, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 18.3.1823, Лифляндия губ. Гарсден ҡ.), барон, дәүләт эшмәкәре. Ген.‑адъютант, инфантериянан ген. (1790—96 йй. ген.‑аншеф). Изге Рим империяһы графы (1792). 1768—74 йй. рус‑төрөк һәм 1788—90 йй....
ИГЕН КУЛЬТУРАЛАРЫ
ИГЕН КУЛЬТУРАЛАРЫ, иген алыу өсөн үҫтерелгән бажат һымаҡтар ғаиләһе үҫемлектәре һәм ҡарабойҙай һымаҡтар ғаиләһенән ҡарабойҙай. И.к. ашлыҡ (арпа, арыш, бойҙай, кукуруз, тритикале, һоло һ.б.), ш. иҫ. ярма культуралары, һәм ҡуҙаҡлы иген культураларына бүленә. Үҫеш төрө б‑са И.к. ужым культураларына (арыш,...
ИГЕНСЕ, Саҡмағош р-нындағы ауыл
ИГЕНСЕ, Саҡмағош р-нындағы ауыл, шул уҡ исемле а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 4 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 71 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 271 кеше; 1959 — 177; 1989 — 125; 2002 — 129; 2010 — 110 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002).
Ауылға 20 б. 30‑сы йй. нигеҙ һалына, 50‑се йй....
ИГЕНСЕЛӘР, Ғафури р‑нындағы ауыл
ИГЕНСЕЛӘР, Ғафури р‑нындағы ауыл, Үтәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 18 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 46 км алыҫлыҡта Ҡарлыман й. (Егән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 304 кеше; 1959 — 189; 1989 — 123; 2002 — 104; 2010 — 107 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).
Ауылға 20 б....
ИГЕНСЕЛЕК
ИГЕНСЕЛЕК, 1) а.х. культураларын үҫтереү һәм юғары тотороҡло уңыш алыу өсөн тупраҡҡа тәьҫир итеү ысулдары системаһы. Тотороҡло (төрлө а.х. культураларын уңайлы тупраҡ-климат шарттарында үҫтереү), ҡоро йәки тотороҡһоҙ (дым етешмәгән һәм һауа торошо тотороҡһоҙ булған райондарҙа) И., һуғарыулы игенселек,...
ИГЕНСЕЛЕК СИСТЕМАҺЫ
ИГЕНСЕЛЕК СИСТЕМАҺЫ, 1) игенселек өлкәһендә хужалыҡ итеүҙең тарихи барлыҡҡа килгән органик-технологик формаһы; 2) ерҙе рациональ файҙаланыуға, тупраҡтың һәм а.х. культураларының уңдырышлылығын күтәреүгә йүнәлтелгән ойоштороу‑хужалыҡ, агротехник, мелиоратив саралар йыйылмаһы. И.с. хужалыҡта һәм ер терр‑яһында...
ИГЕНСЕЛЕКТЕҢ ТУПРАҠ ҺАҠЛАУ СИСТЕМАҺЫ
ИГЕНСЕЛЕКТЕҢ ТУПРАҠ ҺАҠЛАУ СИСТЕМАҺЫ, тупраҡты эрозиянан һаҡлау б‑са үҙ‑ара бәйле ойоштороу, агротехник, урман‑мелиорация, гидротехник саралар комплексын ҡулланыуға нигеҙләнгән игенселек системаһы. БР‑ҙа һәр ауыл хужалығы зонаһы өсөн эшләнә. Һыу эрозияһына дусар булған тау‑урман зонаһында, төньяҡ‑көнсығыш...
ИГЛИН ЙӘНЛЕКСЕЛЕК ХУЖАЛЫҒЫ
ИГЛИН ЙӘНЛЕКСЕЛЕК ХУЖАЛЫҒЫ, 1959 й. Иглин р‑ны Оло Теләк а. Оло Теләк йәнлекселек хужалығы булараҡ ойошторола, 1999 й. алып ЯСЙ, 2000 й. — МУАХП, 2002 й. — “Башҡортостан” ҡошсолоҡ ф‑каһының “Иглин” йәнлекселек бүлексәһе, 2004 й. — “И.й.х.” ААЙ, 2010 й. ябыла. Составына көлһыу ҡара төлкө, вуалле аҡ төлкө,...
ИГЛИН РАЙОНЫ
ИГЛИН РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Нуриман р‑ны, көнсығышта — Силәбе өлк., көньяҡ-көнсығышта — Архангел, көньяҡ-көнбайышта — Ҡырмыҫҡалы, көнбайышта — Өфө, төньяҡ‑көнбайышта Благовещен р‑ндары м‑н сиктәш. 1935 й. 31 ғин. БАССР‑ҙың Өфө р‑нын бүлеү һөҙөмтәһендә ойошторола (ҡара:...
ИГЛИН УРТА МӘКТӘБЕ №1
ИГЛИН УРТА МӘКТӘБЕ №1, Иглин р‑ны. 1861 й. сиркәү‑мәхәллә мәктәбе булараҡ асыла, 1919—23 йй. һәм 1925 й. 1‑се баҫҡыс, 1924 й. һәм 1926 й. алып 2‑се баҫҡыс (7 йыллыҡ) мәктәп, 1934 й. 1‑се тулы булмаған урта мәктәп, 1935 й. башлап өлгөлө урта мәктәп, 1937 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Йорт хужалығы...
ИГЛИН ҮЛСӘҮ ЗАВОДЫ
ИГЛИН ҮЛСӘҮ ЗАВОДЫ, ААЙ. Составына механизмдар йыйыу цехы (1961 й. нигеҙләнгән); эксперименталь инструменттар, штамплау (икеһе лә — 1961), электрон һәм ҙур габаритлы үлсәүҙәр етештереү (2005) участкалары инә. 2010 й. 130 кеше эшләгән. Үлсәү сиге 50‑нән 3000 кг тиклем булған төрлө модификациялы механик...
ИГЛИН, ауыл, Иглин р-ны үҙәге
ИГЛИН, ауыл, Иглин р‑ны (1935—63 йй., 1964—65 йй. һәм 1966 й. алып) һәм Иглин а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Өфөнән Т.-Көнс. табан 49 км алыҫлыҡта, Бәләкәс й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында, Өфө—Иглин—Красная Горка, Иглин—Архангел автомобиль юлдарында, Куйбышев т. юлында (Өфө—Кропачёво участкаһы) урынлашҡан....
ИГЛИНСКАЯ
ИГЛИНСКАЯ, тәкә һаҡалы сорты. 20 б. аҙ. М.М.Аҡсурин (БР ФА‑ның Умартасылыҡ селекцияһы үҙәге), Ғ.Ҡ.Зарипова (БНИИСХ) тарафынан Умартасылыҡ ҒТИ (Рыбное ҡ.) һәм В.Р.Вильямс ис. Бөтә Рәсәй мал аҙығы ҒТИ‑ның (Лобня‑5 ҡ.) сорт өлгөләренән оҙайлы күп тапҡыр һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Һабағы 80—155 см...
ИГЛИНСКАЯ МЕСТНАЯ
ИГЛИНСКАЯ МЕСТНАЯ, болон тимофеевкаһының урындағы селекция сорты. Һабағы цилиндр рәүешендә, бейеклеге 100 см тиклем, ҡыуағы кәүшәк, төҙ. Япраҡлылығы 50%‑ҡа тиклем. Ҡыяҡ япраҡлы. Сәскәлеге — һепертке башаҡ (солтан). Орлоғо ваҡ, оҙонса овал формала. 1000 орлоғоноң ауырлығы 0,4—0,5 г. Һуң өлгөрөүсән, уртаса...