Список материалов
ИҘРИСОВ Фәрит Фәтих улы
ИҘРИСОВ Фәрит Фәтих улы (12.7.1954, Ырымбур ҡ.), дирижёр. БР‑ҙың халыҡ артисы (1997). Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1980, В.С.Петров класы) 1985 й. тиклем Ульяновск юғары хәрби команда элемтә училищеһы оркестры дирижёры, 1986—99 йй. Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһы оркестрының...
ИҘРИСОВА Александра Николаевна
ИҘРИСОВА Александра Николаевна (1.6.1922, Өфө губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Морозов утары — 22.6.2012, Өфө ҡ.), бейеүсе. 1931—61 йй. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы. И. башҡарыу оҫталығы кәүҙәләндереү алымдарының килешле булыуы...
ИҘРИСОВА Лиә Түләк ҡыҙы
ИҘРИСОВА Лиә Түләк ҡыҙы (24.5.1963, Октябрьский ҡ.), невролог, физиотерапевт. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БДМИ‑ны тамамлаған (1986). 1988 й. алып Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда эшләй, 1992 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта. 2002 й. алып Мәскәүҙә: “РЖД” ААЙ-ның Үҙәк поликлиникаһында бүлек мөдире,...
ИҘРИСОВА Миләүшә Абрар ҡыҙы
ИҘРИСОВА Миләүшә (Лилиә) Абрар ҡыҙы (28.12.1961, Өфө), муз. белгесе. Сәнғәт ғилеме канд. (2014). БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2006). Журналистар союзы (2002), Композиторҙар союзы (2006) ағзаһы. Н.Һ.Аллаярованың, А.Х.Ғабдрахмановтың ҡыҙы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1986) БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Никольский а....
ИЖАДИ-ПРОИЗВОДСТВО КОМБИНАТЫ
ИЖАДИ-ПРОИЗВОДСТВО КОМБИНАТЫ. 1930 й. “Башхудожник” ширҡәте булараҡ ойошторола; 1953 й. алып СССР‑ҙың Художество фонды (1958 й. башлап РСФСР‑ҙың, 1992 й. — БР‑ҙың Рәссамдар союзы) эргәһендәге Башҡ‑н бүлеге; 1977 й. — Башҡ‑н художество-производство оҫтаханалары, 1980 й. — Башҡ‑н ижади-производство комб‑ты....
ИЖАУ
ИЖАУ, йомро, һирәгерәк яҫы төплө, оҙонса бәләкәй моронло һәм һырлы тотҡалы ағас сүмес (ҡара: Ағастан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы). Ғәҙәттә ҡайын, һирәгерәк саған олононоң тамырға яҡын өлөшөнән йәки ороһонан эшләгәндәр, ерек ҡабығы ҡайнатмаһында буяғандар һәм май һеңдергәндәр. И. тотҡаһын семәрләп уйып (геом.,...
ИЖТИМАҒИ-СӘЙӘСИ ҺӘМ ХОҠУҠИ ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ
ИЖТИМАҒИ-СӘЙӘСИ ҺӘМ ХОҠУҠИ ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ, 2009 й. Өфөлә БР ФА-ның Ижт. һәм сәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге (2004 й. нигеҙләнгән) базаһында РБФА‑ның И‑с.һ.х.т.и. булараҡ ойошторола, 2012 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: Башҡортостан Республикаһының соц.‑иҡт., дәүләт‑хоҡуҡи...
ИЗАФЕТ
ИЗАФЕТ (ғәр. аль-идафату – ҡушылыу, өҫтәлеү), ҡайһы бер төрки телдәрҙә, ш. иҫ. башҡорт телендә, ш. уҡ иран телдәре һәм ғәрәп телдәрендә аныҡлаусы конструкциялар тибы. Төркиәттә ике компоненты ла исемдән килгән һүҙбәйләнеш И. тип атала. И. 3 төрө айырыла: 1‑сеһе — йәнәшәлек нигеҙендә барлыҡҡа килгән...
ИЗГЕ ИХТЫЯР УЙЫНДАРЫ
ИЗГЕ ИХТЫЯР УЙЫНДАРЫ, ҡыҫҡа халыҡ‑ара ярыштар, 4 йылға 1 тапҡыр үткәрелгән. Уйындарҙың девизы: “Спортта дуҫлыҡтан — Ерҙәге тыныслыҡҡа!”. Тәүге йәйге И.и.у. — Мәскәү ҡ. (1986), ҡышҡыһы АҠШ‑та (Лейк-Плэсид ҡ., 2000) үтә. Уйындарҙа ҡатнашыусы Башҡортостан спортсылары араһында С.В.Үлмәҫова — 3000 м һәм...
ИЗГЕ САУҠАЛЫҠТАР
ИЗГЕ САУҠАЛЫҠТАР, доға ҡылыу сауҡалыҡтары, мәжүсилек динен тотоусы мариҙар һәм удмурттарҙың төп дини йолаларын, ғибәҙәттәрен ҡылыу урындары. Ғаилә, ырыу, дөйөм ауыл, бер нисә ауыл, бөтә мари, бөтә удмурт И.с.; табыныу объектына ҡарап, бер йәки бер нисә илаһҡа бағышланған И.с. айырыла. Йолалар, ғибәҙәттәр...
ИЗГЕ СЕРГИЙ КАФЕДРАЛЬ СОБОРЫ
ИЗГЕ СЕРГИЙ КАФЕДРАЛЬ СОБОРЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1868 й. сиркәү булараҡ төҙөлә, изге Сергий Радонежский хөрмәтенә епископ Филарет тарафынан изгеләндерелә. 1774 й. янған ағас сиркәү (16 б. нигеҙ һалынған) урынына һалына. 1933 й. собор статусын ала. Собор ағастан, бер көмбәҙле, сатырлап эшләнгән 3 яруслы...
ИЗГЕ ТРОИЦА СОБОРЫ
ИЗГЕ ТРОИЦА СОБОРЫ. Бөрө ҡ. урынлашҡан. 1835—41 йй. А.Р.Ватлашев һәм мәхәллә халҡы хәйеренә төҙөлә, 1841 й. изгеләндерелә. Классицизм стилендәге собор таштан бер көмбәҙле итеп һалына, ҡыңғырауҙары (төп ҡыңғырау 333 бот тартҡан) булған 3 яруслы сиркәү манараһы була, таш нигеҙгә ҡоролған суйын ҡойма м‑н...
ИЗГЕ УРЫНДАРҒА ҒИБӘҘӘТ ҠЫЛЫУ
ИЗГЕ УРЫНДАРҒА ҒИБӘҘӘТ ҠЫЛЫУ, диндарҙарҙың изге урындарға табыныу өсөн сәйәхәте. Христиандар өсөн И.у.ғ.ҡ. урыны — Фәләстан, католиктар — Римға һәм Лорето (Италия), Лурд (Франция) ҡалаларына, православныйҙар Афон тауына (Греция), Бари ҡ. (Италия), Иерусалимға (Израиль) юллана; мосолмандар Мәккә һәм...
ИЗГЕЛӘР ГУРИЙ, ВАРСОНОФИЙ ҺӘМ ГЕРМАН СИРКӘҮЕ
ИЗГЕЛӘР ГУРИЙ, ВАРСОНОФИЙ ҺӘМ ГЕРМАН СИРКӘҮЕ, башҡа диндән күскәндәр өсөн, Изге Никола сиркәүе. Бөрө ҡ. урынлашҡан. 1895—98 йй. сауҙагәрҙәр С.М.Белов, Н.С.Капустин һ.б. аҡсаһына Бөрө башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар мәктәбе терр‑яһында төҙөлә, Ҡазан святителдәре Гурий, Варсонофий һәм Герман хөрмәтенә...
ИЗИЛЯНОВА Валентина Михайдаровна
ИЗИЛЯНОВА Валентина Михайдаровна (1.1.1959, БАССР-ҙың Мишкә р-ны Андреевка а.), шағирә. Мари Эл Респ. атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2016). Мари пед. ин‑тын (Йошкар-Ола, 1982), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1991) тамамлаған. 1982—89 йй. Мари китап нәшриәте хеҙм-ре, 2005—08 йй....
ИЗИМАРИ, Мишкә р‑нындағы ауыл
ИЗИМАРИ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Тымбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 46 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан Соҡаяҙ й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 552 кеше; 1920 — 610; 1939 — 528; 1959 — 514; 1989 — 379; 2002 — 355; 2010 — 312 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...
ИЗМАЙЛОВ Руслан Борисович
ИЗМАЙЛОВ Руслан Борисович (17.9.1939, Ҡаҙаҡ ССР‑ы Ҡарсаҡбай ҡсб — 5.2.2002, Салауат ҡ.), инженер-технолог. Техник ф. канд. (1973), проф. (1995). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1981), СССР-ҙың юғары мәктәп отличнигы. СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1986). ӨНИ‑не тамамлаған (1962). 1964—69 йй. Салауат...
ИЗМАЙЛОВА Наилә Фёдоровна
ИЗМАЙЛОВА Наилә Фёдоровна (12.4.1952, Златоуст ҡ.), инженер-механик. ӨАИ‑не тамамлаған (1979). 1972 й. алып ӨМЭПБ‑ла эшләй: 1978 й. башлап инженер-конструктор, 1982 й. — инженер‑технолог, 1987 й. — өлкән инженер‑технолог, 1989 й. — төп инженер, 1990 й. — ионлы имплантация технологияһы бюроһы начальнигы....
ИЗОБИЛЬНЫЙ КӘШӘНӘҺЕ
ИЗОБИЛЬНЫЙ КӘШӘНӘҺЕ, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. 14 б. 2‑се сирегенә ҡарай. Ырымбур өлк. Изобильный а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 1,5 м алыҫлыҡта Илек й. (Урал й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. 1993 й. М.А.Турецкий тарафынан өйрәнелә. Кәшәнә бөтә яҡтары ла тигеҙ, 2 яруслы, көмбәҙле ҡоролманан ғибәрәт...
ИЗОМЕРҘАР
ИЗОМЕРҘАР (гр. isos — бер төрлө һәм meros — өлөш, бүлеү), составы һәм мол. м. бер төрлө, ләкин төҙөлөшө һәм атомдарының арауыҡта урынлашыуы төрлөсә булған химик берләшмәләр. Структуралы һәм арауыҡлы И. айыралар. Структуралы булғандары терәклеләргә (углерод атомдарының бәйләнештәре төрлө тәртиптә), үҙ‑ара...