Список материалов
ИМАЙ-УТАР, Дүртөйлө р-нындағы ауыл
ИМАЙ-УТАР, Дүртөйлө р-нындағы ауыл, Мәскәү а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 19 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 96 км алыҫлыҡта Кесе Яубазы й. (Яубазы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 798 кеше; 1920 – 995; 1939 – 872; 1959 – 525; 1989 – 356; 2002 – 348; 2010 – 325 кеше. Башҡорттар...
ИМАҠОВ Таһир Ғилман улы
ИМАҠОВ Таһир Ғилман улы [26.10.1895, Ырымбур губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Ҡансыра а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе районы) — 14.11.1937, Ырымбур ҡ.], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһен тамамлаған. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары делегаты....
ИМАМЕТДИНОВ Мәғсүм Имаметдин улы
ИМАМЕТДИНОВ Мәғсүм Имаметдин улы [1898, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ҡыҙылъяр а. (БР‑ҙың Яңауыл р‑ны) — 11.3.1945, Оппельн ҡ. янында, Германия] Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930 й. алып Яңауыл р‑нының “Беүә” к‑зында эшләй. 1942 й. башлап Көньяҡ, Көньяҡ‑Көнбайыш һәм 1‑се Украина фронттарында...
ИМАМОВ Зиф Нурихан улы
ИМАМОВ Зиф Нурихан улы (15.12.1940, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Йүкәлекүл а. — 10.8.2006, БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Көшөл а.), журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1998). Журналистар союзы ағзаһы (1982). Ленинград юғары партия мәктәбен тамамлаған (1973). Киң мәғлүмәт сараларында эшләй: 1967 й. алып, 1980—82 йй....
ИМАН
ИМАН, 1704—06 йй. һәм 1707—08 йй. башҡ. ихтилалдары етәкселәренең береһе [ҡара: Башҡорт ихтилалы (1704—11)]. Нуғай даруғаһы Табын улусы башҡорттарынан. Батыр. 1705 й. башында һайлап алынған башҡорттар м‑н бергә Өфөлә була, император указын үтәмәүҙә ғәйепләнеп, комиссар А.Сергеев бойороғо б‑са тән язаһына...
ИМАНҒОЛ 1‑се, Ырымбур өлкәһе Октябрь р‑нындағы ауыл
ИМАНҒОЛ 1‑се, Ырымбур өлкәһе Октябрь р‑нындағы ауыл, Иманғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Октябрь т. юл ст. К.‑Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 799 кеше; 1917 – 1045; 2002 – 432; 2010 – 459 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...
ИМАНҒОЛ АБРАМОВ
ИМАНҒОЛ АБРАМОВ, Имасҡол А., Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһы башҡорттарынан. 1774 й. ғин. алып И.А. отряды Пермь провинцияһы терр‑яһында һуғыша. Мартта Салауат Юлаев етәкселегендәге отрядтар составында Красноуфимск ҡәлғәһе һәм Себер даруғаһының Һыҙғы...
ИМАНҒОЛ, Туймазы р‑нындағы ауыл
ИМАНҒОЛ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Үрге Бишенде а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К.‑Көнб. табан 24 км алыҫлыҡта Бишенде й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында, Һамар—Өфө—Силәбе авто- мобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 162 кеше; 1959 – 177; 1989 — 146; 2002 — 110; 2010 — 133 кеше. Башҡорттар,...
ИМАНҒОЛ, Учалы р-нындағы ауыл
ИМАНҒОЛ, Ташкисеү, Учалы р-нындағы ауыл, Иманғол а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 5 км һәм Учалы т. юл ст. К.‑Көнб. табан 17 км алыҫлыҡта Ҡандыболаҡ й. (Урал й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 1180 кеше; 1920 — 1549; 1939 – 976; 1959 – 716; 1989 – 764; 2002 – 793; 2010 — 861 кеше....
ИМАНҒОЛОВ Динислам Ислам улы
ИМАНҒОЛОВ Динислам Ислам улы [10.9.1924, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Урман‑Бишҡаҙаҡ а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 22.9.2014, Стәрлетамаҡ ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1974). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1951—94 йй. “Сода” ААЙ‑нда (Стәрлетамаҡ ҡ.) контроль‑үлсәү приборҙары һәм автоматика слесары. БАССР ЮС‑ының...
ИМАНҒОЛОВ Сулпан Ғоссам улы
ИМАНҒОЛОВ Сулпан Ғоссам улы [1.1.1932, БАССР-ҙың Маҡар р‑ны Урман‑Бишҡаҙаҡ а. (БР-ҙың Ишембай р‑ны) – 9.1.2001, Мәләүез ҡ., тыуған яғында ерләнгән], шағир, журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Яҙыусылар союзы (1981), Журналистар союзы ағзаһы. 1958 й. алып “Ударсы” гәз., 1962 й. — “Путь Октября”...
ИМАШЕВ Булат Ғөбәйҙулла улы
ИМАШЕВ Булат (Тимербулат) Ғөбәйҙулла улы [10.1.1908, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Аҙнай а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 12.4.1946, Өфөлә ерләнгән], актёр, режиссёр. РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1944), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1942). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлаған (1930; В.Мортазин-Иманский, М.Ә.Мәһәҙиев...
ИМАШЕВ Рәшит Фәтих улы
ИМАШЕВ Рәшит Фәтих улы [30.3.1939, БАССР-ҙың Миәкә р-ны Аҙнай а. (БР‑ҙың Бишбүләк р-ны) – 11.3.2007, Ҡазан], рәссам. ТР‑ҙың халыҡ рәссамы (2003), БР‑ҙың (1995) һәм ТАССР‑ҙың (1986) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Рәссамдар союзы ағзаһы (1973). В.И.Суриков ис. Мәскәү художество ин‑тын тамамлағандан һуң (1970)...
ИМАШЕВ Урал Булат улы
ИМАШЕВ Урал Булат улы (17.1.1945, БАССР‑ҙың Учалы районы Учалы а. — 3.2.2018, Өфө ҡ.), химик. БР ФА академигы (1995), химия фәндәре докторы (1980), профессор (1981). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981), РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1995). Б.Ғ.Имашевтың һәм Ғ.Ш.Имашеваның улы. ӨНИ‑не тамамлағандан...
ИМАШЕВ Фәрхәт Рифҡәт улы
ИМАШЕВ Фәрхәт Рифҡәт улы (2.11.1966, Үзбәк ССР-ы Пушкин а/с), спортсы. Кикбоксинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1993). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). ӨДАТУ‑ны тамамлаған (1993). ӨДАТУ спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Г.И.Мокеев, Э.Н.Нурмөхәмәтов, Р.С.Саяпов, В.Д.Чистонов)....
ИМАШЕВА Ғәлиә Шакир ҡыҙы
ИМАШЕВА Ғәлиә Шакир ҡыҙы (17.5.1915, Томск губ. Каменск-на-Оби ҡ. – 5.1.1995, Өфө), театр рәссамы. РСФСР‑ҙың (1973) һәм БАССР‑ҙың (1970) халыҡ рәссамы, РСФСР‑ҙың (1955) һәм БАССР‑ҙың (1943) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Рәссамдар союзы ағзаһы (1938). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң (1934; педагогтары...
ИМӘН
ИМӘН (Quercus), бук һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 450—600 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса, субтропик һәм тропик бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ябай, йәки йәйге И. үҫә. 150 йәшкә етә, яҡтылыҡ яратҡан япраҡ ҡойоусы ағас. Сатыры пирамида рәүешендә йәки йәйенке, олоно төҙ, бейеклеге...
ИМӘН, Балтас р-нындағы ауыл
ИМӘН, Балтас р-нындағы ауыл, Нөркә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 90 км алыҫлыҡта Ҡыйғаҙы й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 872 кеше; 1920 – 1077; 1939 – 814; 1959 – 445; 1989 – 208; 2002 – 214; 2010 — 169 кеше....
ИМӘНДӘШ ҠАЛАСЫҒЫ
ИМӘНДӘШ ҠАЛАСЫҒЫ, 7—12 бб. ҡараған археологик ҡомартҡы. Ғафури р‑ны Имәндәш а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Еҙем й. уң ярында урынлашҡан. 1956 й. Н.А.Мәжитов һәм Х.В.Йосопов тарафынан асылып өйрәнелә, 1963 й., 1968 й. Г.И.Матвеева, 1989 й. Мәжитов һәм Ә.Н.Солтанова тарафынан тикшерелә. Ҡаласыҡ...
ИМӘНДӘШ, Ғафури р‑нындағы ауыл
ИМӘНДӘШ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Имәндәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 54 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 60 км алыҫлыҡта Еҙем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 665 кеше; 1920 — 836; 1939 — 640; 1959 — 672; 1989 — 435; 2002 — 410; 2010 — 341 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...