Список материалов
ИОАНН II
ИОАНН II (донъяуи исеме Братолюбов Сергей Васильевич; 16.6.1882, Ҡазан — 27.2.1968, Ульяновск ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Башҡортостан архиепискобы (1945—48). Дини тәғлимәт канд. (1906). Архиепископ (1943), архимандрит (1912). Монахлыҡ ҡабул иткән (1907). Ҡазан дини акад. тамамлағандан һуң (1906) Сембер,...
ИОАННИКИЙ
ИОАННИКИЙ (донъяуи исеме Образцов Иван Яковлевич; 1793, Тверь наместниклығы Титовка а. — 18.4.1880, Чернигов губ. Нежин ҡ.), дин әһеле, Ырымбур һәм Өфө епискобы (1835—49). Дини тәғлимәт канд. (1817). Архимандрит (1825). Монахлыҡ ҡабул иткән (1819). С.‑Петербург дини акад. тамамлағандан һуң (1817) Чернигов...
ИОВ
ИОВ (донъяуи исеме Кресович Владимир Адрианович; 15.9.1898, Волынск губ. Мокрец а. — 4.12.1977, Львов ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Стәрлетамаҡ архиепискобы (1967—73). Архиепископ (1954). Монахлыҡ ҡабул иткән (1942). Кременец дини семинарияһын тамамлағандан һуң (1922) Мәскәү патриархияһы епархияларында священник,...
ИОН АЛМАШТЫРЫУСЫ ЫҪМАЛАЛАР
ИОН АЛМАШТЫРЫУСЫ ЫҪМАЛАЛАР, иониттар, ион алмаштырғыстар, ион алмаштырыусы сорбенттар, электролиттар эретмәләрендә хәрәкәтсән иондарын алмаштырыуға һәләтле һыуҙа һәм органик эреткестәрҙә эремәүсән юғары молекуляр полиэлектролиттар. Катион (составында башлыса карбоксил, сульфо, фосфин төркөмдәре, мышаяҡ,...
ИОН СУПЕРҮТКӘРГЕСЕ
ИОН СУПЕРҮТКӘРГЕСЕ (ҡаты хәлдәге электролиттар), кристаллик хәлдә шыйыҡ электролит кимәлендәге юғары ионлы үткәреүсәнлеккә эйә матдәләр. И.с. иондарҙың хәрәкәтсәнлеге кристаллик рәшәткә эсендә күп буш позициялар булыу м‑н аңлатыла. Катионлы һәм анионлы И.с. (ток йөрөтөүсе булып ярашлы рәүештә анион...
ИОНЛАШЫУ
ИОНЛАШЫУ (гр. ión — барыусы), электрик яҡтан нейтраль өлөшсәләрҙең (атомдар, молекулалар һ.б. атомлы‑молекуляр системаларҙың) бер йәки бер нисә электроны айырылып китеү йәки ҡушылыу һөҙөмтәһендә иондарға әүерелеүе. “И.” термины элементар актҡа ла (атом, молекуланың И.), шундай акттарҙың йыйылмаһына...
ИОНЛЫ ИМПЛАНТАЦИЯ
ИОНЛЫ ИМПЛАНТАЦИЯ, ионлы легирлау, вакуум ҡулайламаларында өҫкө йөҙөн иондар м‑н һуҡтырып, ҡаты есемдең эсенә сит атомдарҙы индереү; вакуумлы ионлы-плазмалы технологияның бер төрө. Башҡортостанда И.и. өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 90‑сы йй. ӨДАТУ‑ла башлана (С.М.Боровский, В.С.Мухин, А.М.Смыслов)....
ИОНОВ Виктор Иванович
ИОНОВ Виктор Иванович (14.8.1943, Ҡазан), физик. Физика‑матем. ф. канд. (1971). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1981). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1965). 1969—97 йй. ӨДНТУ‑ла эшләй. 1998 й. алып Нефтехимия эшкәртеү ин‑тында: производство һәм коммерция б‑са дир. урынбаҫары, 2001 й. башлап дир. 1‑се урынбаҫары,...
ИОСИЛЕВИЧ Геннадий Борисович
ИОСИЛЕВИЧ Геннадий Борисович (28.10.1938, Өфө – 6.2.1989, Мәскәү), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1973), проф. (1974). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1961) 20‑се почта йәшниге пр‑тиеһында (Өфө) эшләй. 1965—76 йй. ӨАИ‑ла: 1971 й. алып материалдар ҡаршылығы каф., 1972 й. — ғәмәли механика каф., 1973—74 йй....
ИОСИФ
ИОСИФ (донъяуи исеме Богословский Иван Иванович; 18.8.1800, Рязань губ. Кобыльское а. — 19.2.1892, Воронеж ҡ.), дин әһеле, Ырымбур һәм Өфө епискобы (1849—53). Дини тәғлимәт канд. (1828). Архиепископ (1860), архимандрит (1833). Монахлыҡ ҡабул иткән (1828). Мәскәү дини акад. тамамлаған (1828). 1829 й....
ИОФИНОВ Август Павлович
ИОФИНОВ Август Павлович (12.8.1932, Ленинград — 22.3.2005, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1985), проф. (1989). БАССР‑ҙың атҡ. а.х. инженеры (1980), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1997), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1971). Лениград а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (Пушкин ҡ., 1955)...
ИПОТЕКА
ИПОТЕКА (гр. hypotheke — залог, заклад) кредит алыу маҡсатында күсемһеҙ мөлкәтте залогҡа һалыу; ҡағиҙә булараҡ, был мөлкәткә залогҡа алыусы кредитор хужа булмай. И. кредиттары күсемһеҙ милек объекты, бурысҡа алыусылар төрө, бурысты ҡаплау ысулы б‑са айырыла. И. Рәсәйҙә 18 б. уртаһында ергә хо- суси...
ИР БАЛАЛАР ДИНИ УЧИЛИЩЕҺЫ
ИР БАЛАЛАР ДИНИ УЧИЛИЩЕҺЫ, православие руханиҙарын әҙерләү өсөн башланғыс уҡыу йорто. 1818 й. Дини семинарияның түбәнге кластарын үҙгәртеп ҡорған ваҡытта Өфөлә асыла. Епархия Преосвященныйының Баш идаралығы ҡарамағында була, Изге Синод аҡсаһы иҫәбенә тотола. Уҡытыу‑тәрбиә процесы м‑н семинария идараһы...
ИРА, ауыл, Күмертау ҡ. составында
ИРА, ауыл, 1984 й. алып Күмертау ҡ. составында, Подгорный а/с үҙәге. Ҡаланан һәм Күмертау т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 17 км алыҫлыҡта Балоя й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) тамағында Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2057 кеше; 1920 — 1709; 1939 — 1184; 1959 — 650; 1989 — 501; 2002 — 651;...
ИРӘКТЕ
ИРӘКТЕ, башҡ. ҡәбиләһе. Тамғалары: . Ирәктеләрҙең шәжәрәһе б‑са, улар 15 б. Мейәс й. үҙәненән Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) басс. күсеп килгән табын ҡәбиләһенең ҡара‑табын ырыуы нәҫелдәре булып тора. “Ирәкте” этнонимының барлыҡҡа килеүе башҡорттарҙың Ҡазан ханына хеҙмәт итеүе м‑н бәйле һәм “ҡәлғәлә хеҙмәт...
ИРӘМӘЛ ТӘБИҒИ ПАРКЫ
ИРӘМӘЛ ТӘБИҒИ ПАРКЫ. 2010 й. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының үҙәк ҡалҡыу өлөшөнөң уникаль тәбиғи комплекстарын һаҡлап ҡалыу, үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәрен һәм хайуандарҙың һирәк төрҙәрен һаҡлау, унда башланған йылғаларҙың тотороҡло гидрологик режимын тәьмин итеү, ял һәм туризмды үҫтереү маҡсатында ойошторола....
ИРӘМӘЛ, тау массивы
ИРӘМӘЛ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы тау массивы, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Белорет р‑нының төньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә Баҡты һәм Әүәләк һырттары араһында ята. Оҙонлоғо яҡынса 15 км, киңлеге 7 км яҡын. Абс. бейеклеге мең м ашыу булған бер нисә түбәһе бар: 1582 м (Оло Ирәмәл т. ауы), 1449 м (Кесе Ирәмәл т....
ИРӘНДЕК СВИТАҺЫ
ИРӘНДЕК СВИТАҺЫ, девондың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Л.С.Либрович Баймаҡ районында айырып күрһәтә (1932). И.с. ултырмалары Башҡортостандың Урал аръяғында көньяҡтан төньяҡҡа табан 200 км ашыуға һуҙылған (Ирәндек һырты районы). Башлыса лава, базальт һәм андезибазальт составындағы лавобрекчия, туф,...
ИРӘНДЕК, һырт
ИРӘНДЕК, Ирәндектау, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Әбйәлил, Баймаҡ һәм Хәйбулла р‑ндары буйлап төньяҡтан көньяҡҡа Оло Ҡыҙыл й. киңлек ағышынан Быҙаулыҡ й. тамағы киңлегенә тиклем һуҙылған. Оҙонлоғо 140 км яҡын, киңлеге төньяҡта һәм көньяҡта 10—12 км, урта өлөшөндә 20 км тиклем. Абс. бейеклеге...
ИРӘНДЕК, һырт. Учалы р‑ны
ИРӘНДЕК, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Учалы р‑ны буйлап Краснохта һәм Шартым йй. (Уй й. ҡушылдығы) араһында төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа табан һуҙылған. Оҙонлоғо 12 км. Киңлеге 4—6 км. Абс. бейеклеге 921 м. Билән м‑н бүленгән көньяҡ һәм төньяҡ өлөштәрҙән тора. Биләндең үҙәк өлөшөндә...