Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИШЕМБАЙ МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ

ИШЕМБАЙ МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ. 1961 й. Ишембай НЭЗ‑ының С.М.Киров ис. Нефтселәр һарайы булараҡ асыла, 1990 й. алып Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия з‑дының С.М.Киров ис. мәҙәниәт һарайы, 1994 й. — С.М.Киров ис. Ҡала мәҙәниәт һарайы, 2005 й. — Ишембай мәҙәниәт һарайы, 2009 й. алып Ишембай ҡала...

ИШЕМБАЙ НЕФТЬ КОЛЛЕДЖЫ

ИШЕМБАЙ НЕФТЬ КОЛЛЕДЖЫ, 1932 й. Стәрлетамаҡ ҡалаһында Көнсығыш нефть техникумы булараҡ асыла. 1942 й. Ишембай ҡ. күсерелә, 1958 й. алып Ишембай киске техникумы, 1966 й. — нефть техникумы, 1993 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө, киске һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә мәғлүмәт эшкәртеүҙең һәм идара...

ИШЕМБАЙ НЕФТЬ ПРОМЫСЛАҺЫ ҠОРАМАЛДАРЫ ЗАВОДЫ

ИШЕМБАЙ НЕФТЬ ПРОМЫСЛАҺЫ ҠОРАМАЛДАРЫ ЗАВОДЫ, быраулау, нефть, газ, һыу һ.б. скважиналарын ағымдағы һәм капиталь ремонтлау өсөн ҡоролмалар эшләү һәм етештереүҙе тормошҡа ашырған. 1973 й. нигеҙ һалына, 1977 й. И.н.п.ҡ.з. булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1983 й. алып Ишембай нефть промыслаһы машиналары...

ИШЕМБАЙ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ

ИШЕМБАЙ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Башҡортостанда асылған тәүге углеводородтар ятҡылығы. Ишембай р‑нында урынлашҡан. Ағиҙел депрессияһының көнбайыш ҡырында урынлашҡан аҫҡы пермдең 6 күмелгән барьерлы риф массивтары бәйләме булып тора. Оҙонлоғо 8,5 км, киңлеге 2 км тиклем. Әртә ярусы эзбизташтары нефть сығышлы....

ИШЕМБАЙ ОЙОҠ ФАБРИКАҺЫ

ИШЕМБАЙ ОЙОҠ ФАБРИКАҺЫ, ЯАЙ. Ойоҡ‑ойоҡбаштар етештерә. Составына бәйләү, тегеү, буяу цехтары инә. 2010 й. 687 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1956 й. “Ишембай‑трикотаж” һәм “Октябрҙең 19 йыллығы” артелдәре базаһында Ишембай ойоҡ‑ойоҡбаш ф‑каһы булараҡ нигеҙ һалына....

ИШЕМБАЙ РАЙОНЫ

ИШЕМБАЙ РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Ғафури, көнсығышта — Белорет һәм Бөрйән р‑ндары, көньяҡта — Мәләүез һәм көнбайышта Стәрлетамаҡ р‑ндары менән сиктәш. 1937 й. 20 мартында БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ һәм Маҡар райондарын (ҡара: Административ район) бүлеү арҡаһында, Стәрлетамаҡ ҡ....

ИШЕМБАЙ СТАНОКТАР ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ

ИШЕМБАЙ СТАНОКТАР ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ, ЯСЙ. Составына механик йыйыу (1973 й. нигеҙләнгән), монтажлау‑тимерлек (1975), ҡойоу (1980), инструменттар (1981), ағас эшкәртеү (1983) участкалары инә. 2011 й. 350 кеше эшләгән. Ағас эшкәртеү станоктары, көнкүреш вагондары, запас частар һ.б. етештерә. Продукцияһы БР-...

ИШЕМБАЙ ТРИКОТАЖ ӘЙБЕРҘӘР ФАБРИКАҺЫ

ИШЕМБАЙ ТРИКОТАЖ ӘЙБЕРҘӘР ФАБРИКАҺЫ, ЯАЙ. Балалар, ҡатын‑ҡыҙ, ир‑ат өсөн эске кейем һәм өҫкө трикотаж етештерә. Составына бәйләү‑буяу, бесеү‑тегеү производстволары (икеһе лә 1966 й. нигеҙләнгән) инә. 2010 й. 750 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ- тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1964 й. нигеҙ һалына,...

ИШЕМБАЙ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

ИШЕМБАЙ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү эштәрен башҡарған. 1956 й. Маҡар р‑нының И.В.Сталин ис. (Маҡар урман участкаһы) һәм “Ҡыҙыл партизан” (Иҫәкәй урман участкаһы) артелдәре базаһында Маҡар ағас эшкәртеү комб‑ты булараҡ нигеҙ һалына, 1960 й. составына “Большевик” (Ҡолғона, Ҡалыуайыры,...

ИШЕМБАЙ ШАРАП-АРАҠЫ ЗАВОДЫ

ИШЕМБАЙ ШАРАП-АРАҠЫ ЗАВОДЫ, 1969 й. Ишембай шарап з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1992 й. алып И.ш‑а.з. ДУП‑ы, 2001 й. февр. — “Башспирт”тың бүлендек пр‑тиеһы, окт. — филиалы, 2006 й. ябыла. Составына емеш‑еләк һәм виноград шараптарын ҡойоу (1969 й. нигеҙләнгән), алкоголһеҙ продукция (1987), араҡы (1992)...

ИШЕМБАЙ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ

ИШЕМБАЙ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ, Ауырғазы, Ғафури, Ишембай, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ р‑ндары, Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡҡ. ҡулланыусыларын, ш. иҫ. “Газпром нефтехим Салават”, “Каустик” пр‑тиеларын, “Синтез‑Каучук”, “Салаватстекло”, “Сода” ААЙ‑ларын электр энергияһы м‑н тәьмин итә. Оператив‑диспетчер...

ИШЕМБАЙ, ауыл, Ишембай ҡ. эсендә

ИШЕМБАЙ, ауыл, 1940 й. алып Ишембай ҡ. эсендә. Ауылға 19 б. башында Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Ишембай Аҡбирҙин исеме м‑н аталған. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, игенселек, сана һәм арба яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында...

ИШЕМБАЙ, ҡала

ИШЕМБАЙ, БР‑ҙағы ҡала, Ишембай р‑нының адм. үҙәге (1937 й. алып). Өфөнән көньяҡҡа 160 км һәм Салауат т. юл ст. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 18 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Майҙаны — 103 км2. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 18,0; 1959 — 46,6; 1989 — 70,2; 2002 — 70,2; 2010 — 66,2. Милли составы:...

ИШЕМБАЙ, Салауат р‑нындағы ауыл

ИШЕМБАЙ, Мусабай, Салауат р‑нындағы ауыл, Ишембай а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 38 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.- Көнс. табан 9 км алыҫлыҡта Оло Бәрҙәш й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 326 кеше; 1920 — 476; 1939 — 341;...

ИШЕМҒОЛ Булат

ИШЕМҒОЛ Булат [ысын исеме Ғабдрахманов Ғабдрахман Закир улы; 16.2.1900, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Яңы Себенле а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны) — 10.7.1938, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. “Ғәлиә” мәҙрәсәһенең әҙерлек курстарында уҡыған (1916—17), ВКП(б) ҮК...

ИШЕМҒОЛ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

ИШЕМҒОЛ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Яңы Себенле а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 26 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) К.‑Көнс. табан 49 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 461 кеше; 1959 — 548; 1989 — 653; 2002 — 738; 2010 — 671 кеше. Башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

ИШЕМҒОЛОВ Әмир Миңлеәхмәт улы

ИШЕМҒОЛОВ Әмир Миңләхмәт улы [22.5.1960, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Әлимғол а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны)], зоотехник. Биол. ф. д‑ры (2005), проф. (2006). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2008), БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2003). БАХИ‑ны тамамлаған (1984 й.). 1988 й. алып (өҙөклөк м‑н) БНИПТИЖиК‑ла эшләй (1996 й. —...

ИШЕМҒОЛОВ Дамир Нуретдин улы

ИШЕМҒОЛОВ Дамир Нуретдин улы (1.2.1943, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Бәләкәй Әбеш а.), рәссам. БР‑ҙың халыҡ (2014)  һәм атҡ. (2001) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). С.Н.Ишемғоловтың ҡустыһы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1971; педагогтары Л.Ф.Мөғтәбаров, К.П.Чаругин). 1975—95 йй. Башҡ‑н ижади-производство...

ИШЕМҒОЛОВ Сиражетдин Нуретдин улы

ИШЕМҒОЛОВ Сиражетдин Нуретдин улы (20.8.1917, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Асҡар‑Ҡолтай а., хәҙ. Ырымбур өлк. Ҡыуандыҡ р‑ны Асҡар а., — 20.11.2004, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән), педагог. РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1963). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Д.Н.Ишемғоловтың ағаһы. Орск пед. ин‑тын тамамлаған...

ИШЕМҒУЖИН Евгений Измайлович

ИШЕМҒУЖИН Евгений Измайлович (19.7.1939, Пугачёв ҡ.), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1989), проф. (1991), БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1962) “Пермнефтеразведка” тресында эшләй. 1965 й. алып ӨДНТУ‑ла: 1989 й. башлап тау‑нефть ф‑ты деканы,...