Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“НИВА”, АХПК

“НИВА”, АХПК. Миәкә р-нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы – Кожай-Семёновка ауылы. Составында 2 үҫемлекселек бригадаһы, йәш һыйыр малын һимертеү фермаһы, 2 һөтсөлөк фермаһы, умарталыҡ һ.б. бар. 2013 й. 83 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны – 5229 га тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр – 3229....

“НИЗКОВОЛЬТНИК”, предприятие

“НИЗКОВОЛЬТНИК”, түбән вольтлы электр аппаратураһы етештереү пр‑тиеһы. 1961 й. ойошторола, 1962 й. Октябрьский түбән вольтлы электр аппаратураһы з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1989 й. алып ҠП, 1993 й. — “Н.” ЯАЙ, 1996 й. —ААЙ, 2005 й. ябыла. Составына механик йыйыу, йыйыу, пластмасса эшкәртеү,...

“НИИНЕФТЕОТДАЧА”, ДУП

“НИИНЕФТЕОТДАЧА”, ДУП. 1986 й. Өфөлә “Союзнефтеотдача” ҒПБ составында “ВНИИнефтеотдача” булараҡ асыла, 1992 й. алып БР ФА‑ның “НИИнефтеотдача” (1998 й. башлап ДУП), 2005 й. ябыла (ҡара: Нефттең химик механика үҙәге). Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: нефть сығарыуҙы интенсивлаштырыуҙың һәм ҡатламға физик‑химик,...

“НИКА”, үҫмерҙәр клубы

“НИКА”, “Дети плюс” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубтары берләшмәһенең үҫмерҙәр клубы. Өфөлә урынлашҡан. 1987 й. 64‑се торлаҡ-файҙаланыу идаралығының “Н.” ү .мерҙ .р клубы булараҡасыла, 1998 й. хәҙ. статусын ала. Бокс залы (2218 м) бар. Бокс, футбол, шайбалы хоккей секциялары эшләй. Боксёрҙар араһында...

“НОВАТОР”, спорт клубы

“НОВАТОР”, ҡара- ҡаршы көрәш б‑са проф. спорт клубы. Өфөлә урынлашҡан. 1998 й. шул уҡ исемле Балалар ижады йорто базаһында асыла. Бокс (20*10 м), тренажёр (12*6 м) залдары бар. Бокс һәм кикбоксинг секциялары эшләй. Клуб тәрбиәләнеүсеһе В.А.Лапшин — бокс б‑са Рәсәй ЭЭМ‑ы кубогын яулаусы (2004), Рәсәйҙең...

“НОВАЯ ЭКОНОМИЧЕСКАЯ ГАЗЕТА”, ЯСЙ

“НОВАЯ ЭКОНОМИЧЕСКАЯ ГАЗЕТА” (“Яңы иҡтисади гәзит”), ЯСЙ. Ойоштороусыһы — БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. 1999 й. окт. алып Өфөлә нәшер ителә (аҙнаһына 1 тапҡыр урыҫ телендә, 2008 й. тиражы 12 мең дананан ашыу була), 2012 й. башлап интернетта сыға. Гәзит биттәрендә иҡт., эшҡыуарлыҡ,...

“НОВОКРЕЩЕНСКАЯ КОНТОРА”, миссионерлыҡ ойошмаһы

“НОВОКРЕЩЕНСКАЯ КОНТОРА”, Урыҫ православие сиркәүенең Урал һәм Волга буйы урыҫ булмаған халыҡтарын христианлаштырыу маҡсатында ойошторолған миссионерлыҡ ойошмаһы. 1731 й. Свияга Богородица монастыры эргәһендә Яңы суҡындырылғандар комиссияһы булараҡ ойошторола, 1740 й. алып “Н.к.”. Башҡортостанда “Н.к.”...

“НОВЫЙ БЕЛОКАТАЙ”, гәзит

“НОВЫЙ БЕЛОКАТАЙ” (“Яңы Балаҡатай”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары – БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Балаҡатай р‑нының Яңы Балаҡатай а. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ һәм башҡ. (“Яңы Балаҡатай”) телдәрендә сыға. 1931 й. сент....

“НӨГӨШ”, туристик комплекс

“НӨГӨШ”, туристик комплекс, ЯСЙ. Мәләүез р‑нында Башҡортостан милли паркы терр‑яһында, Нөгөш а. 8 км, Мәләүез ҡ. 48 км алыҫлыҡта, Нөгөш һыуһаҡлағысы ярында урынлашҡан. 1976 й. Туризм һәм экскурсиялар б‑са Башҡ‑н өлкә советының “Нөгөш” ял итеү базаһы булараҡ асыла, 1993 й. алып “Баштур” пр‑тиеһының бүлендек...

“НУР”, Өфө дәүләт татар театры

“НУР” Ө ф ө д ә ү л ә т т а т а р т е а т р ы. 1989 й. театр-студия булараҡ ойошторола, 1991 й. алып хәҙ. статусын һәм исемен йөрөтә (актриса С.Ғиззәтуллина‑Волжская труппаһының исеме б‑са). Тәүге ижад миҙгеле 1992 й. асыла. Башланғыс осор репертуары башлыса татар классик драматургияһы әҫәрҙәренән тора:...

“НУР”, татар театр труппаһы

“НУР”, татар театр труппаһы. 1912—15 йй. эшләй. Өфөлә «“Нур” мосолман драма труппаһы» исеме аҫтында актриса С.Ғиззәтуллина‑Волжская тарафынан актёрҙар З.Г.Богданова, Ф.М.Латипов, Ф.С.Сәмитова м‑н уртаҡ шәхси театр итеп ойошторола. “Н.” ижади концепцияһы героик-романтик рух күтәренкелегенә, сәхнәлә илһамлы...

“ОГНИ АГИДЕЛИ”, гәзит

“ОГНИ АГИДЕЛИ” (“Ағиҙел уттары”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт сарала‑ ры агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. 1993 й. мартынан Ағиҙел ҡ. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1994 й. татар телендә лә нәшер ителә. 2009 й. алып ай...

“ОГНИ ВОСТОКА”, журнал

“ОГНИ ВОСТОКА” (“Көнсығыш уттары”), рәсемле әҙәби‑нәфис, ғилми һәм сатирик журнал. “Красная Башкирия” (“Ҡыҙыл Башҡортостан”; ҡара: “Республика Башкортостан”) гәз. баҫмаһы. 1925 й. сент. алып “О.В.”, 1926 й. февр.—июнендә Өфөлә урыҫ телендә “Башкирский крокодил” (“Башҡорт крокодилы”) исеме аҫтында сыға....

“ОДЕЖДА”, предприятие

“ОДЕЖДА” ф а б р и к а һ ы, ҡатын-ҡыҙҙар, ирҙәр һәм балалар өсөн, ш. уҡ махсус кейем етештергән. 1929 й. “Швейник” баш кейемдәре тегеү артеле булараҡ ойошторола, 30‑сы йй. “Игла” артеле (баш, өҫ кейемдәре тегеү; ойоҡ һәм буяу оҫтаханалары була) тип үҙгәртелә. 1941 й. алып Стәрлетамаҡ тегеү ф‑каһы (1946...

“ОЗНА”, предприятие

“ОЗНА” а к ц и о н е р ҙ а р к о м п а н и я һ ы, ААЙ. Нефть-газ һәм ҡаҙан ҡорамалдары, ш. иҫ. скважиналар продукцияһының дебитын үлсәү, ҡатлам баҫымын һаҡлау системалары, нефтте әҙерләү һәм һурҙырып ағыҙыу өсөн ҡулайламалар етештерә. Октябрьский ҡ. урынлашҡан. Составына блоклы ҡорамалдар, запас частар,...

“ОКТЯБРЬ”, Благовещен фурнитура заводы

“ОКТЯБРЬ” Б л а г о в е щ е н  ф у р н и т у р а  з а в о д ы, 1941 й. Белоруссиянан эвакуацияланған “Ҡыҙыл Октябрь” з‑ды базаһында ошо уҡ исемдәге з‑д булараҡ нигеҙ һалына, 1950 й. алып Благовещен сым‑ҡаҙаҡ з‑ды, 1989 й. — “О.” Благовещен фурнитура з‑ды, 1994 й. — ЯСШ, 1996 й. — ААЙ, 2005 й. ябыла....

“ОКТЯБРЬ”, гәзит

“ОКТЯБРЬ”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП-ы. Миәкә р-нының Ҡырғыҙ-Миәкә а. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ, башҡ. (“Аҡмулла төйәге”) һәм татар (“Безнең дәвер” — “Беҙҙең дәүер”) телдәрендә сыға. 1932...

“ОКТЯБРЬ”, кинотеатр

“ОКТЯБРЬ”, кинотеатр. Нефтекама ҡ. урынлашҡан. 1983 й. асыла. 800 урынлыҡ кино залы, 30 урынлыҡ бәләкәй залы, 2 фойеһы, кино аппараттары бүлмәһе, кафеһы, суши‑бары, балалар өсөн уйын майҙансығы бар. 2013 й. цифрлы 3D ҡорамалы ҡуйылған. 2012 й. 1825‑тән ашыу киносеанс үткәрелгән (13 меңдән ашыу тамашасы)....

“ОКТЯБРЬ”, пр‑тие

“ОКТЯБРЬ”, һөт етештереү һәм йәш һыйыр малы үҫтереү пр‑тиеһы. Үҙәк усадьбаһы — Ауырғазы р‑ны Кешәнне ауылы. 1956 й. “Комбайн” һәм “Үрнәк” к‑здары базаһында “О.” к‑зы булараҡ ойошторола, 1992 й. алып “О.” крәҫтиән хужалыҡтары һәм кооперативтары ассоциацияһы, 1997 й. — “О.” АХПК, 2006 й. — “Уңыш” АХПК...

“ОКТЯБРЬСКИЙ НЕФТЯНИК”, гәзит

“ОКТЯБРЬСКИЙ НЕФТЯНИК” (“Октябрьский нефтсеһе”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Октябрьский ҡ. аҙнаһына 5 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1947 й. февр. алып урыҫ телендә “Башкирский нефтяник”...