Список материалов
ЙӘНЕКӘЕВ Р. ИСЕМЕНДӘГЕ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ПРОИЗВОДСТВО КООПЕРАТИВЫ
ЙӘНЕКӘЕВ Р. ИСЕМЕНДӘГЕ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ПРОИЗВОДСТВО КООПЕРАТИВЫ. Дүртөйлө р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Гөблөкөсөк ауылы. Составында һыйыр малының 2 һөтсөлөк фермаһы бар. 2012 й. 61 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 3799 га, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 2525 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген...
ЙӘНЕКӘЕВ Рафаэль Ғизетдин улы
ЙӘНЕКӘЕВ Рафаэль Ғизетдин улы (10.1.1942, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а. — 27.7.1993, Өфө), педиатр. Мед. ф. д‑ры (1990), проф. (1992). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1987). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1967) 1970 й. тиклем Шишмә үҙәк район дауаханаһында бүлек мөдире була....
ЙӘНЕКӘЕВ Рафаэль Исхаҡ улы
ЙӘНЕКӘЕВ Рафаэль Исхаҡ улы (16.3.1962, Ҡаҙаҡ ССР‑ы Тогус а.), травматолог‑ортопед. Мед. ф. д‑ры (1997), проф. (1997). БР-ҙың атҡ. табибы (2015). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) 1986 й. тиклем һәм 1989 й. алып ш. уҡ эшләй, бер үк ваҡытта 1997 й. алып Һуғыш ветерандары өсөн...
ЙӘНЕКӘЕВ Рафаэль Сәлихйән улы
ЙӘНЕКӘЕВ Рафаэль Сәлихйән улы (12.2.1932, БАССР‑ҙың Топорнин р‑ны Яңы Мортаза а., хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны, — 16.8.2007, Өфө, Өфө р‑ны Ҡыҙылъяр а. ерләнгән), селекционер. БССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1992), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1986). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән, Р.С.Йәнекәевтең ҡустыһы. БАХИ-ны...
ЙӘНЕКӘЕВ Ринат Радик улы
ЙӘНЕКӘЕВ Ринат Радик улы (17.11.1984, Октябрьский ҡ.), спортсы. Билбау көрәше буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2007), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2009). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2007). Стәрлетамаҡ физик культура институтын тамамлаған (2008). 1‑се ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (Октябрьский ҡ.,...
ЙӘНЕКӘЕВ Рифҡәт Сәлих улы
ЙӘНЕКӘЕВ Рифҡәт Сәлих улы (9.5.1924, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Яңы Мортаза а., хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны, — 17.4.2000, БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Иванай а.), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән, Р.С.Йәнекәевтең ағаһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1947 й. алып Саҡмағош, Дүртөйлө,...
ЙӘНЕКӘЕВ Таң Ғүмәр улы
ЙӘНЕКӘЕВ Таң Ғүмәр улы (1.10.1948, Өфө ҡ.), сценограф. РФ‑тың халыҡ рәссамы (2021), РФ‑тың (1994) һәм БАССР‑ҙың (1980) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Рәссамдар союзы ағзаһы (1977), Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1979). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. В.И.Суриков исемендәге Мәскәү художество институтын тамамлаған...
ЙӘНЕКӘЕВ Фәрит Усман улы
ЙӘНЕКӘЕВ Фәрит Усман улы (22.1.1960, Өзгөн ҡ.), инженер‑физик. Техник ф. д‑ры (2000). Мәскәү физика‑техника ин‑тын тамамлағандан һуң (1984) 1986 й. тиклем СССР ФА БФ‑тың Физика һәм математика бүлегендә, 1988 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында (1995 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р),...
ЙӘНЕКӘЕВ Хәсән Кәрим улы
ЙӘНЕКӘЕВ Хәсән Кәрим улы (29.1.1910, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Ҡарғалы а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а., — 17.12.1984, Мәскәү), селекционер. Биол. ф. д‑ры (1958), проф. (1960). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1982). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. И.В.Мичурин ис. Йәшелсә-емеш ин‑тын тамамлаған...
ЙӘНЕКӘЕВА Зәриә Муса ҡыҙы
ЙӘНЕКӘЕВА Зәриә Муса ҡыҙы (23.11.1940, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй районы Йәрмәкәй а. — 25.9.2003, Өфө ҡ.), педиатр. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000). БР‑ҙың атҡаҙанған табибы (1997). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1965) 1970 й. тиклем Шишмә үҙәк район дауаханаһында эшләй (1969 й. алып бүлек мөдире),...
ЙӘНЕКӘЕВА Светлана Әхмәт ҡыҙы
ЙӘНЕКӘЕВА Светлана Әхмәт ҡыҙы (10.4.1946, Өфө), аллерголог‑иммунолог. Мед. ф. д‑ры (1991), проф. (1996). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1986), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1981). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән, Д.Ә.Йәнекәевтең һеңлеһе. БДМИ-ны (1971), Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (1998) тамамлаған....
ЙӘНЕКӘЕВТӘР
ЙӘНЕКӘЕВТӘР, 1) кенәздәр нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Йәнекәй Тенишев, кенәз Бейхан нәҫеленән. 16 б. 2‑се ярт. Ҡасим ханлығының Темников ҡалаһында кенәз һәм воевода була. Пётр I 1713 й. 3 нояб. указы нигеҙендә мосолман мырҙалар м‑н бер рәттән Й. дворян дәрәжәһенән мәхрүм ителә. Императрица Екатерина II...
ЙӘНЕКӘЙ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл
ЙӘНЕКӘЙ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Байым а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 74 км һәм Мораҡай т. юл ст. Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Биҙгенде й. (Кесе Ҡыҙыл й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 186 кеше; 1920 — 379; 1939 — 174; 1959 — 194; 1989 — 275; 2002 — 301; 2010 — 293 кеше. Башҡорттар...
ЙӘНЙЕГЕТ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл
ЙӘНЙЕГЕТ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Татлыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 34 км һәм Сибай т. юл ст. К. табан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 199 кеше; 1920 — 289; 1939 — 255; 1959 — 264; 1989 — 285; 2002 — 392; 2010 — 362 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Иҫке Сибай урта мәктәбе...
ЙӘНЛЕК СТИЛЕ
ЙӘНЛЕК СТИЛЕ, боронғо сәнғәттә киң таралған йәнлектәр, уларҙың стилләштерелгән кәүҙә өлөштәре һыны йәки бер нисә йәнлектән торған композицияларҙың шартлы дөйөм атамаһы. Бронза быуатында барлыҡҡа килә, боронғо тимер быуатта таралыу ала. Й.с. барлыҡҡа килеүе изге хайуандарға табыныуға (ҡара: Тотемизм)...
ЙӘНЛЕКСЕЛЕК
ЙӘНЛЕКСЕЛЕК, тире (ҡиммәтле тире) алыу өсөн ҡиммәтле тиреле йәнлектәр үрсетеү; малсылыҡ тармағы. Й. продукцияһы тиренән эшләнгән изделиелар етештереү өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда Й. төп объекттары — шәшке, аҡ төлкө, аҡһыл ҡара төлкө, нутрия, көҙән һ.б. 20 б. 50‑се йй. Учалы йәнлекселек хужалығында...
ЙӘНЛЕКТӘРГӘ БИЛДӘ ҺАЛЫУ
ЙӘНЛЕКТӘРГӘ БИЛДӘ ҺАЛЫУ, хайуандар экологияһын өйрәнеү ысулы, индивидуаль йәки күпләп билдә һалыуға нигеҙләнгән. Билдә һалыу ярҙамында хайуандарҙың хәрәкәт итеү йүнәлешен, юлдарын һәм тиҙлеген (ҡара: Хайуандар миграцияһы) өйрәнәләр, һанын билдәләйҙәр. Индивидуаль билдәләр сифатында эре хайуандарҙың...
ЙӘНТЕШ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл
ЙӘНТЕШ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Атингән а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 36 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 92 км алыҫлыҡта Мәләүез й. тамағында (Һаҡмар й. ҡушылдығы) урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 425 кеше; 1920 — 499; 1939 — 286; 1959 — 406; 1989 — 406; 2002 — 496; 2010 — 489 кеше....
ЙӘНТИАНА
ЙӘНТИАНА (Gentianopsis), бабасыр уты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, Евразияның һәм Американың тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда һаҡаллы Й. һәм Долуханов Й. үҫә. Бер, ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, өҫкө өлөшөндә тармаҡлы йәки ябай, бейеклеге...
ЙӘНТИМЕР, Балтас р‑нындағы ауыл
ЙӘНТИМЕР, Маты, Балтас р‑нындағы ауыл, Көнтүгеш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 17 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 71 км алыҫлыҡта Маты й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 233 кеше; 1920 — 266; 1939 — 282; 1959 — 323; 1989 — 259; 2002 — 220; 2010 — 205 кеше....