Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЙӘНТҮРИН Альфред Шәмсун улы

ЙӘНТҮРИН Альфред Шәмсун улы (13.7.1941, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Яңы Бүләк а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2001). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1966) “Башвостокнефтеразведка” тресының (Бөрө ҡ.) Балаҡатай үтә тәрән быраулау контораһы дизелсеһе, инженеры, өлкән инженеры, 1969—70 йй. “Союзнефтеавтоматика”...

ЙӘНТҮРИН Дияс Хатип улы

ЙӘНТҮРИН Дияс Хатип улы [20.1.1940, БАССР‑ҙың Малаяҙ р‑ны Лағыр а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны)], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2005), проф. (2004). БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (2009), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1985), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). БДУ‑ны тамамлаған (1967). 1957 й. алып Силәбе...

ЙӘНТҮРИН Сәлимгәрәй Сәйетхан улы

ЙӘНТҮРИН Сәлимгәрәй Сәйетхан улы (1864, Ырымбур губ. — 14.5.1926, Ҡазан), Өфө губернаһынан 1‑се Дәүләт думаһы (1906) депутаты. Дворяндарҙан. 1906 й. алып Рәсәй мосолмандары иттифағы ағзаһы. Мәскәү ун‑тының физика-матем. ф‑тын тамамлаған (1889). 1891 й. башлап Бәләбәй өйәҙендә мировой судья, 1894—1902 йй....

ЙӘНТҮРИН Сәфәрғәли Искәндәр улы

ЙӘНТҮРИН Сәфәрғәли Искәндәр улы (15.3.1945, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Татлыбай а.), ботаник, эколог. Биол. ф. д‑ры (2004), проф. (2005). БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1987), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2010). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Сибай мәктәп‑интернатында, 1974 й. алып...

ЙӘНЫРЫҪ, Ишембай р‑нындағы ауыл

ЙӘНЫРЫҪ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Йәнырыҫ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 43 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта  Ҡыяуыҡ й. (Егән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1708 кеше; 1920 — 2107; 1939 — 2014; 1959 — 1403; 1989 — 927; 2002 — 896; 2010 — 748 кеше. Башҡорттар,...

ЙӘРӘМКӘ, Шаран р‑нындағы ауыл

ЙӘРӘМКӘ, Шаран р‑нындағы ауыл, Дүртөйлө а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 17 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 24 км алыҫлыҡта Оло Уҡыяҙ й. (Сөн й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 469 кеше; 1920 — 635; 1939 — 684; 1959 — 517; 1989 — 318; 2002 — 329; 2010 — 292 кеше. Башҡорттар, татарҙар...

ЙӘРҒӘЛИЕВ Фәрит Рәшит улы

ЙӘРҒӘЛИЕВ Фәрит (Борис) Рәшит улы (16.7.1952, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Сибай ҡсб, хәҙер Сибай ҡ., — 12.7.2020, Өфө ҡ.), рәссам. БР‑ҙың атҡаҙанған рәссамы (2002). Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). Новосибирск художество училищеһын тамамлаған (1988; педагогтары В.М.Гранкин, А.С.Чернобровцев). 1973 й. алып...

ЙӘРЛЕКӘҮ, Миәкә р‑нындағы ауыл

ЙӘРЛЕКӘҮ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Миәкә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 3 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 46 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 450 кеше; 1920 — 717; 1939 — 574; 1959 — 328; 1989 — 389; 2002 — 459; 2010 — 499 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ҡырғыҙ‑Миәкә...

ЙӘРМӘКӘЙ РАЙОНЫ

ЙӘРМӘКӘЙ РАЙОНЫ, БР‑ҙың көнбайышында урынлашҡан. Төньяҡта — Туймазы, көнсығышта — Бәләбәй, көньяҡ‑көнбайышта — Бишбүләк р‑ндары, көнбайышта Ырымбур өлк. һәм ТР м‑н сиктәш. 1935 й. 31 ғин. БАССР‑ҙың Бәләбәй, Бишбүләк, Туймазы р‑ндарын (ҡара: Административ район) эреләтеү һөҙөмтәһендә ойошторола. 1963 й....

ЙӘРМӘКӘЙ, ауыл, Йәрмәкәй р‑нының үҙәге

ЙӘРМӘКӘЙ, ауыл, Йәрмәкәй р‑нының (1935—63 йй. һәм 1968 й. алып) һәм Йәрмәкәй а/с үҙәге. Өфөнән К.‑Көнб. 235 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 31 км алыҫлыҡта, Бәләбәй— Йәрмәкәй—Приют, Октябрьский— Йәрмәкәй автомобиль юлдарында, Рә й. буйында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 1,5; 1920 — 2,0;...

ЙӘРМИ, Шишмә р‑нындағы ауыл

ЙӘРМИ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Йәрми а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 5 км алыҫлыҡта Ыҫлаҡ й. (Дим й. басс.) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 612 кеше; 1920 — 854; 1939 — 917; 1959 — 712; 1989 — 513; 2002 — 501; 2010 — 543 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар...

ЙӘРМИӘ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ЙӘРМИӘ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Миәҙәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 21 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 100 км алыҫлыҡта Шүлейә й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 718 кеше; 1920 — 859; 1939 — 1036; 1959 — 738; 1989 — 394; 2002 — 397; 2010 — 426 кеше. Мариҙар, татарҙар...

ЙӘРМИНКӘ

ЙӘРМИНКӘ (нем. Jahrmark), 1) билдәле бер урында даими ойошторолған баҙар; 2) ваҡыты м‑н уҙғарылып торған сауҙа урыны. Й. тауар ҡулаҡсаға бирелгән йәки башҡа тауарға алмаштырылған. Башҡортостанда тәүге Й. 19 б. 30‑сы йй. Ырымбур губернаһының өйәҙ ҡалаларында уҙғарыла башлай. Ырымбур һәм Өфө губерналары...

ЙӘРМӨХӘМӘТ ХАЖИЕВ

ЙӘРМӨХӘМӘТ ХАЖИЕВ (? — 3.6.1740), башҡорт ихтилалдары (1735—40) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1739 й. көҙөндә Ҡараһаҡал, Мәндәр Ҡарабаев һәм Әләнйейәнғол Ҡотлоғужин м‑н берлектә яңы ихтилал ойоштороуға тотона. 1740 й. ғин. алып Себер даруғаһында...

ЙӘРМӨХӘМӘТ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ЙӘРМӨХӘМӘТ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ярат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 37 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 78 км алыҫлыҡта Мағаш й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 305 кеше; 1920 — 448; 1939 — 156; 1959 — 186; 1989 — 193; 2002 — 205; 2010 —182 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ЙӘРМӨХӘМӘТ, Туймазы р‑нындағы ауыл

ЙӘРМӨХӘМӘТ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ҡандра а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 40 км һәм Ҡандра т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Оло Нөгөш й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1480 кеше; 1920 — 1574; 1939 — 1431; 1959 — 943; 1989 — 764; 2002 — 709; 2010 — 651 кеше. Башҡорттар...

ЙӘРМӨХӘМӘТОВ Зиннур Ғөбәйҙулла улы

ЙӘРМӨХӘМӘТОВ Зиннур Ғөбәйҙулла улы (3.2.1948, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Хәсән а. — 20.6.2022, Мәскәү ҡ.), иҡтисадсы. Техник фәндәр кандидаты (1998), иҡтисад фәндәре докторы (2005). БР‑ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1998). Магнитогорск тау‑металлургия институтының тау (1976) һәм иҡтисад (1979) факультеттарын...

ЙӘРМӨХӘМӘТОВ Рөстәм Зиннур улы

ЙӘРМӨХӘМӘТОВ Рөстәм Зиннур улы (27.2.1976, Сибай ҡ.), иҡтисадсы. Юридик ф. канд. (2002), иҡт. ф. д‑ры (2007). З.Ғ.Йәрмөхәмәтовтың улы. БДУ‑ның юридик (1998) һәм иҡт. (2002) ф‑ттарын тамамлаған. 2002 й. алып БДУ‑ның Сибай ин‑тында уҡыта (2004 й. башлап дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы каф. мөдире)....

ЙӘРМӨХӘМӘТОВТАР

ЙӘРМӨХӘМӘТОВТАР, цирк артистары, акробаттар. Салауат Фәтхелислам улы Й. [19.5.1948, БАССР‑ҙың Абҙан р‑ны Ағурҙа а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны)], БАССР‑ҙың халыҡ (1989) һәм атҡ. (1984) артисы. Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. цирк студияһын тамамлағандан һуң (1973) Башҡ. цирк коллективы, 1991—2000 йй. Вернадский...

ЙӘРМӨХӘММӘТ ҠӘҘЕРМӘТОВ

ЙӘРМӨХӘММӘТ ҠӘҘЕРМӘТОВ, Йәркәй Ҡ. (1721; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1722—?), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Уҫы даруғаһы Ишбулды а. (Яңауыл р‑ны) типтәре. Ихтилалға 1773 й. нояб. ҡушыла. Дек. аҙағында Й.Ҡ. м‑н Ҡаранай Моратов отрядтары Ҡазан губернаһының Сарапул а....