Список материалов
ЙОМАҒОЛОВ Илшат Хәлил улы
ЙОМАҒОЛОВ Илшат Хәлил улы [26.2.1932, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Тимербай а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) – 3.11.2007, Өфө] актёр, драматург. РСФСР‑ҙың (1979) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡ. артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы (1953), Яҙыусылар союзы (1989) ағзаһы. Башҡорт театр‑художество уч‑щеһын (1952; Х.Бохарский...
ЙОМАҒОЛОВ Марат Ғаяз улы
ЙОМАҒОЛОВ Марат Ғаяз улы (30.1.1955, Тажик ССР‑ы Гиссар ҡсб), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1993), проф. (2001). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2011).Тажик ун‑тын тамамлағандан һуң (1977) 1980 й. тиклем һәм 1984 й. алып Тажикстан Респ. ФА‑ның Математика ин‑тында (икеһе лә — Дүшәнбе) эшләй. 1995 й. башлап...
ЙОМАҒОЛОВ Харис Йомағол улы
ЙОМАҒОЛОВ Харис Йомағол улы [3.1.1891, Һамар губ. Николаевск өйәҙе Хәсән а. (Һамар өлк. Оло Чернигов р‑ны) — 2.11.1937, Мәскәү], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре.1917—21 йй., 1931—35 йй. РКП(б) ағзаһы. Мәскәү прапорщиктар әҙерләү мәктәбен (1917), К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлаған. 1917 й....
ЙОМАҒОЛОВА Венера Әхмәт ҡыҙы
ЙОМАҒОЛОВА Венера Әхмәт ҡыҙы (17.9.1955, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Яңы Әлдәшле а.), кинорежиссёр, тележурналист. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2006). Журналистар союзы ағзаһы (2002). Ҡазан мәҙәниәт ин‑тын (1982; Ш.М.Сарымсаҡов курсы), ТВ һәм радио хеҙм‑рҙәренең квалификацияһын күтәреү ин‑тын (Мәскәү, 1995;...
ЙОМАҒУЖА ГЭС-ы
ЙОМАҒУЖА ГЭС-ы, электр энергияһы етештерә. Йомағужа һыуһаҡлағысында урынлашҡан. Продукцияһын ҡулланыусылар — БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре халҡы һәм пр‑тиелары.
1998 й. “Башкирэнерго” ААЙ филиалы булараҡ ойошторола, 2004 й. дөйөм ҡеүәте 45 МВт булған 1‑се һәм 2‑се, 2005 й. — 3‑сө гидроагрегат ҡуйыла,...
ЙОМАҒУЖА РАЙОНЫ
ЙОМАҒУЖА РАЙОНЫ, БАССР‑ҙың көньяғында урынлашҡан, төньяҡта — Мәләүез, төньяҡ‑көнсығышта — Бөрйән, көньяҡ‑көнсығышта — Күгәрсен р‑ндары, көньяҡ‑көнбайышта — Ырымбур өлк., көнбайышта Көйөргәҙе р‑ны м‑н сиктәш булған. 1935 й. 3 февр. БАССР‑ҙың Мәләүез һәм Мораҡ р‑ндарын бүлеү һөҙөмтәһендә ойошторолған...
ЙОМАҒУЖА УРТА МӘКТӘБЕ №1
ЙОМАҒУЖА УРТА МӘКТӘБЕ №1, Күгәрсен р‑ны. Яҡынса 1915 й. урыҫ башланғыс мәктәбе булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1929 й. — колхоз йәштәре мәктәбе, 1934 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1937 й. хәҙ. статусын ала (1938 й. башҡ. һәм урыҫ урта мәктәптәренә бүленә, 1955 й. берләштереләләр),...
ЙОМАҒУЖА ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ
ЙОМАҒУЖА ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ, Ағиҙел йылғаһында. Плотина Күгәрсен р‑ны Үрге Бикҡужа а. эргәһендә йылға тамағынан 957 км алыҫлыҡта төҙөлгән. Һыуһаҡлағыс Мәләүез, Күгәрсен, Бөрйән р‑ндары һәм Башҡортостан милли паркы терр‑яһында урынлашҡан. Гидроузел ағыҙғысында йылғаның һыу йыйыу бассейны 10100 км2 (йылға басс....
ЙОМАҒУЖА, Йылайыр р‑нындағы ауыл
ЙОМАҒУЖА, Ҡыпсаҡ, Урман Ҡыпсағы, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Ҡәнзәфәр а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб табан 95 км алыҫлыҡта Һаҡмартиле й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 587; 1920 — 761; 1939 — 371; 1959 — 389; 1989 — 413; 2002 — 455; 2010 —...
ЙОМАҒУЖА, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл
ЙОМАҒУЖА, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Илкәнәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 26 км һәм Ҡарағай т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Мәләүез й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й — 247 кеше; 1920 — 373; 1939 — 323; 1959 — 205; 1989 — 121; 2002 — 135; 2010 — 155 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...
ЙОМАҒУЖА, Күгәрсен р‑нындағы ауыл
ЙОМАҒУЖА, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Йомағужа а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 30 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 65 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 325 кеше; 1920 — 1320; 1939 — 2079; 1959 — 2355; 1989 — 5198; 2002 — 5343; 2010 — 4564 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй...
ЙОМАҒУЖА, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл
ЙОМАҒУЖА, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Ҡуғанаҡбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 20 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнб. табан 60 км алыҫлыҡта Ҡуғанаҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 291 кеше; 1920 — 245; 1939 — 337; 1959 — 275; 1989 — 167; 2002 — 187; 2010 — 164 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)....
ЙОМАҒУЖИН Валерий Әфтәх улы
ЙОМАҒУЖИН Валерий Әфтәх улы [18.7.1950, БАССР‑ҙың Оло Теләк р‑ны Түб. Ләмәҙ а. (БР‑ҙың Иглин р‑ны)], математик. Физика-матем. ф. д‑ры (2010). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) 1973 й. тиклем һәм 1976 й. алып шунда уҡ эшләй. 1985 й. башлап (өҙөклөк м‑н) РФА‑ның А.К.Айламазян ис. Программа системалары...
ЙОМАҒУЖИН Юлай Мөхәмәт улы
ЙОМАҒУЖИН Юлай Мөхәмәт улы (16.9.1952, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Баҙарғол а.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2007). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ эшләй (1985 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р). Фәнни тикшеренеүҙәре ҡаты есемдәр физикаһына, физик электроникаға, ялан электрон микроскопияһына, электрондар...
ЙОМАҘЫБАШ, Шаран р‑нындағы ауыл
ЙОМАҘЫБАШ, Шаран р‑нындағы ауыл, Салмалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 15 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Үрҙәкйылға й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2196 кеше; 1920 — 2587; 1939 — 1721; 1959 — 929; 1989 — 654; 2002 — 622; 2010 — 519 кеше. Башҡорттар,...
ЙОМАЕВ Ямалетдин Ғималетдин улы
ЙОМАЕВ Ямалетдин Ғималетдин улы [яҡынса 1892 й., Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Әлмән а. (Ҡурған өлк. Әлмән р‑ны) — ?], шағир. “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһен, урыҫ‑татар уч‑щеһын (Троицк ҡ., 1913) тамамлаған. 1913 й. алып Петропавловск ҡ. эргәһендәге ҡаҙаҡ ауылдарында уҡыта. 1916 й. Өфөгә күсә, “Тормош” гәз. эшләй....
ЙОМАҠ ТОРАМАЛАРЫ
ЙОМАҠ ТОРАМАЛАРЫ, бронза быуаты археологик ҡомартҡылары. Береговка археологик микрорайоны ҡомартҡылары төркөмөнә инәләр. Мәләүез р‑ны Йомаҡ а. эргәһендә Ағиҙел й. иҫке үҙәненең уң ярында ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. 4 торама табылған. Й.т.I ауылдан көньяҡ-көнсығышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1952 й....
ЙОМАҠ, Мәләүез р‑нындағы ауыл
ЙОМАҠ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Ергән а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 25 км һәм Ергән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 8 км алыҫлыҡта Бәүергүл күле (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 268 кеше; 1920 — 295; 1939 — 322; 1959 — 323; 1989 — 195; 2002 — 202; 2010 — 176 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....
ЙОМАҠ, фольклор жанры
ЙОМАҠ, фольклор жанры, ниндәй ҙә булһа предметты йәки күренеште кинәйәле тасуирлауға, уй йәшереүгә нигеҙләнә. Уйланылған нәмә үҙе аталмай, бәлки уға оҡшаш сифаттары булған икенсе бер нәмә һүрәтләнеп, шул билдәләр б‑са йәшерелгән әйбер, күренештең исеме, йәғни Й. яуабы (йәбешкәһе, йомолдоғо) табыла....
ЙОМАҠАЙ ҠАЛАСЫҒЫ
ЙОМАҠАЙ ҠАЛАСЫҒЫ, 4—7 бб. археологик ҡомартҡыһы. Борай р‑ны Йомаҡай а. көнбайышҡа табан 0,2 км алыҫлыҡта Тере Танып й. уң ярында ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. 1956 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм 1957 й., 1959 й. өйрәнелә, 1969—70 йй. Г.И.Матвеева тикшерә. 592 м2 ҡаҙылған. Ҡаласыҡ һөҙәк морон өлөшө яғынан...