Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЙӨКЛӘМӘЛӘР

ЙӨКЛӘМӘЛӘР, дәүләт йәки алпауыт файҙаһына халыҡ тарафынан башҡарылған мәжбүри эштәр. Рәсәйҙәге төп Й.: хәрби хеҙмәт (граждандарҙы хәрби хеҙмәткә йәлеп итеү; тәүҙә ул ополчение рәүешендә була, 1705 й. алып рекрут Й., 1874 й. — дөйөм хәрби Й.), барщина (алпауыт хужалығында эшләү), йәмәғәт эше (ауыл йәки...

ЙӨКЛӨ КҮБӘЛӘК

ЙӨКЛӨ КҮБӘЛӘК (Ascalaphus macaronius), селтәр ҡанатлылар отрядының көндөҙгө күбәләктәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Кавказ аръяғында, Көнбайыш Себер, Урта Азия, Ҡаҙағстан, Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң көньяғында таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 20 мм тиклем, ҡара йөндәр менән ҡапланған. Ҡанаттары ярылы, алғылары —...

ЙӨКЛӨЛӨК ПАТОЛОГИЯҺЫ

ЙӨКЛӨЛӨК ПАТОЛОГИЯҺЫ, кеше һәм хайуандарҙа йөклөлөктөң нормаль барышын боҙоусы патологик хәлдәр һәм ауырыуҙар. Кешенең Й.п. түбәндәге төрҙәре була: гестоз (ауырлы ҡатындарҙың һары һыу ауырыуы, нефропатия, преэклампсия, эклампсия), экстрагениталь патология фонындағы йөклөлөк (йөрәк‑ҡан тамырҙары системаһы,...

ЙӨННӨ, Илеш р‑нындағы ауыл

ЙӨННӨ, Илеш р‑нындағы ауыл, Йөннө а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 5 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 102 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1311 кеше; 1920 — 1772; 1939 — 1577; 1959 — 1198; 1989 — 848; 2002 — 889; 2010 — 814 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы,...

ЙӨНТӘҪ БӘШМӘК

ЙӨНТӘҪ БӘШМӘК (Lactarius torminosus), базидиомицеттар класының һарыҡ бәшмәге һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Евразияла таралған. Эшләпәһенең диам. 4—13 см, яҫы, үҙәгендә батынҡы, төрөлгән йөнтәҫ ситле, ҡыҙарып торған урындары булған алһыу ҡыҙыл йәки тоноҡ һары төҫтә, сүсле. Пластинкалары йоҡа, һабына...

ЙӨНТӘҪ КҮРӘН

ЙӨНТӘҪ КҮРӘН (Trichophorum), күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 10 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың һалҡын һәм уртаса өлкәләрендә, ш. уҡ субтропик һәм тропик Азияның бейек тауҙарында таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Ҡыҫҡа йәки йәйелеүсән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары...

ЙӨРӘГҮЛӘН

ЙӨРӘГҮЛӘН (Cardamine), әүернәһымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 160 төрө билдәле, Ер шарының башлыса уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы бер, ике һәм күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, ябай йәки тармаҡлы, бейеклеге 10—60 см. Япраҡтары сиратлы, һаплы...

ЙӨРӘК ЕТЕШҺЕҘЛЕКТӘРЕ

ЙӨРӘК ЕТЕШҺЕҘЛЕКТӘРЕ, йөрәк һәм унан башланған эре ҡан тамырҙарының урын торошонда һәм морфологик структураһында (клапандар, тишектәр, ҡыуышлыҡтар араһындағы бүлгеләр) норманан ситкә тайпылыштар. Й.е. тыумыштан булған, тормошта барлыҡҡа килгән һ.б. төрҙәргә айырыла. Тыумыштан булған Й.е. сәбәптәре:...

ЙӨРӘКТАУ

ЙӨРӘКТАУ, шихан, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Стәрлетамаҡ р‑ны Йөрәктау а. көнбайышҡа табан 1 км, Стәрлетамаҡ ҡ. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 7 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 336 м, оҙонлоғо 1,0 км, киңлеге 0,8 км. Конус рәүешендә. Тау итәктәре аҫтында битләүҙәре текә, ҡая ташлы,...

ЙӨРӘКТАУ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

ЙӨРӘКТАУ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Алатана а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 28 км алыҫлыҡта Ҡажат й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 335 кеше; 1920 — 349; 1939 — 414; 1959 — 262; 1989 — 176; 2002 — 175; 2010 — 221 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ЙӨРӘКТЕҢ ИШЕМИЯ АУЫРЫУЫ

ЙӨРӘКТЕҢ ИШЕМИЯ АУЫРЫУЫ (гр. ischo — туҡтатам һәм haima — ҡан), коронар ҡан әйләнешенең боҙолоуы һәм йөрәк мускулы (миокард) ишемияһы (кислород етешмәүе) м‑н характерланған йөрәк‑ҡан тамырҙары ауырыуы. Асыҡланыуы һәм миокард ишемияһы эҙемтәләренә бәйле кинәт коронар үлем, стенокардия, миокард инфаркты,...

ЙӨРӨҮ САРАЛАРЫ

ЙӨРӨҮ САРАЛАРЫ. Башҡорттарҙың ер өҫтөндә (артмаҡлы‑менге транспорт, егеүле транспорт, саңғы һ.б.) һәм һыуҙа йөрөү саралары булған. Традицион Й.с. үҫешендә бер нисә этап айырыла: тәүгеһе Көньяҡ Уралдағы һунар, балыҡсылыҡ, емеш‑еләк йыйыу м‑н шөғөлләнгән боронғо  ҡәбиләләрҙең хужалыҡ‑мәҙәни тибына (йөк...

ЙҮКӘ

ЙҮКӘ (Tilia), йүкә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 45 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса, һирәгерәк субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда йөрәк япраҡлы, йәки ваҡ япраҡлы Й. үҫә. 300—400 йәшкә еткән япраҡ ҡойоусы ағас. Сатыры киң йәки пирамида формаһында, ҡуйы япраҡ м‑н...

ЙҮКӘЛЕ

ЙҮКӘЛЕ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Учалы р‑ны буйлап Ҡарайылға (Миндәк й. ҡушылдығы) һәм Тимәш (Урал й. басс.) йылғалары араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 7 км, киңлеге 1,5—2 км, абс. бейеклеге 730 м (Ҡалантау). 539—730 м бейеклектәге 6 түбәһе айырылып тора (Ҡараташ,...

ЙҮКӘЛЕ ТАУҘАРЫ

ЙҮКӘЛЕ ТАУҘАРЫ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай р‑ны буйлап Әселе й. (Еҙем й. басс.) алып Нөгөш й. киңлек ағымына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 20 км, киңлеге 1,5—3 км, абс. бейеклеге 673 м. Һыртта 450—673 м бейеклектәге 20‑гә яҡын түбә (Ҡоҙаш, Ҡалынтау, Ҡылысҡыр...

ЙҮКӘЛЕКҮЛ ҠУРҒАНДАРЫ

ЙҮКӘЛЕКҮЛ ҠУРҒАНДАРЫ, бронза быуаты — иртә тимер быуат археологик ҡомартҡыһы. Ҡыйғы р‑ны Йүкәлекүл а. эргәһендә урынлашҡандар. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарайҙар. Й.ҡ.I б.э.т. 17—16 бб. ҡарай. Ауылдың төньяҡ‑көнсығыш ситендә урынлашҡан. 1958 й. урындағы кешеләр тарафынан табыла, 1964 й. Н.А.Мәжитов, К.В.Сальников...

ЙҮКӘЛЕКҮЛ ТОРАМАҺЫ

ЙҮКӘЛЕКҮЛ ТОРАМАҺЫ, бронза быуаты — иртә тимер быуат археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 12—6 бб. ҡарай. Ҡыйғы р‑ны Йүкәлекүл а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Әй й. уң ярындағы ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. 1967 й. Ю.А.Морозов тарафынан асыла, 1970 й. В.С.Стоколос, 1978 й., 1985 й. В.С.Горбунов һәм М.Ф.Обыдённов...

ЙҮКӘЛЕКҮЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ЙҮКӘЛЕКҮЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Һыуыҡҡул а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 12 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 111 км алыҫлыҡта Яубазы й. буйында, Мәскәү—Өфө автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 482 кеше; 1920 — 829; 1939 — 794; 1959 — 649; 1989 — 364; 2002 — 395; 2010 — 364 кеше....

ЙҮКӘЛЕКҮЛ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

ЙҮКӘЛЕКҮЛ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Ибрай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 21 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 64 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 715 кеше; 1920 — 825; 1939 — 878; 1959 — 795; 1989 — 626; 2002 — 640; 2010 — 648 кеше. Татарҙар, башҡорттар...

ЙҮНӘЛЕШ

ЙҮНӘЛЕШ, субъект‑объект мөнәсәбәттәрен белдергән ҡылым категорияһы. Й. категорияһы донъяның күп телдәрендә (мәҫ. алтай телдәрендә, славян телдәрендә, төрки телдәрҙә, фин‑уғыр телдәрендә, һинд‑европа телдәрендә) бар. Башҡорт телендә Й. аффикстар ярҙамында яһала һәм грамматик категория ғына түгел, ә семантик...