Список материалов
ЙҮРҮҘӘН МУЛЬДАҺЫ
ЙҮРҮҘӘН МУЛЬДАҺЫ, Йүрүҙән синклинале, Башҡорт мегантиклинорийының өсөнсө дәрәжәле кире тектоник структураһы, Ямантау һәм Ирәмәл антиклинорийҙары сигендә урынлашҡан. Н.Н.Дингельштедт тарафынан айырып күрһәтелә (1933). Баҡты һәм Егәлгә һырттары араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 28 км,...
ЙҮРҮҘӘН-ӘЙ ТИГЕҘЛЕГЕ
ЙҮРҮҘӘН‑ӘЙ ТИГЕҘЛЕГЕ, Әй яны тигеҙлеге, Урал алды бөгөлө сиктәрендә Йүрүҙән һәм Әй йй. араһында урынлашҡан. Көньяҡта Башташ һәм Ҡаратау һырттары, көнбайышта Өфө яйлаһы м‑н сиктәш, төньяҡ һәм көнсығыш сиктәре БР сиге буйлап үтә. Бейеклеге көнбайышта 200—300 м, көнсығышта — 300—450 м, абс. бейеклеге 517 м...
ЙҮРҮҘӘН-ИВАНОВКА ЗАВОДЫ
ЙҮРҮҘӘН‑ИВАНОВКА ЗАВОДЫ, 1758 й. Себер даруғаһы Төрөкмән улусы башҡорттары ерендә Йүрүҙән й. буйында И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) һәм И.С.Мясников (ҡара: Мясниковтар) тарафынан суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Твердышевтар һәм Мясниковтар, 1784 й. алып А.И.Дурасова,...
ЙҮРҮҘӘН-СЫЛВА ДЕПРЕССИЯҺЫ
ЙҮРҮҘӘН‑СЫЛВА ДЕПРЕССИЯҺЫ, Урал алды бөгөлөндәге беренсе дәрәжәле кире тектоник структура. В.Д.Наливкин тарафынан айырып күрһәтелә (1963). БР терр‑яһында төньяҡ сиктән алып Ҡаратау ҡалҡыуына тиклем һуҙыла. Бөгөл тарафынан “йотолған” һәм Бым‑Көңгөр уйпатлығының көньяҡ‑көнсығыш өлөшө тарафынан үҙгәртелгән....
ЙҮРҮҘӘН, йылға
ЙҮРҮҘӘН, йылға, Ҡариҙел й. һул ҡушылдығы. Машаҡ һыртының көньяҡ‑көнсығыш итәгендә башлана. БР‑ҙың Белорет р‑ны һәм Силәбе өлк. буйлап көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа аға, Егәлгә һыртының төньяҡ битләүен урап үтеп, Силәбе өлк. буйлап төньяҡ‑көнбайышҡа (Ҡытау һәм Илек йй. тамаҡтары араһындағы участкала...
ЙҮРҮҘӘНТАМАҠ ТОРАҺЫ
ЙҮРҮҘӘНТАМАҠ ТОРАҺЫ, неолит дәүеренең археологик ҡомартҡыһы. Йүрүҙән й. тамағынан төньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта Өфө й. һул ярында урынлашҡан. 1951 й., 1954—55 йй. Л.Я.Крижевская тарафынан асыла һәм өйрәнелә. 860 м2 ер ҡаҙылған. Аҫҡы ҡатламында төньяҡ һәм көньяҡ морондар буйлап урынлашҡан торалар табылған....
ЙҮТӘЛ ҮЛӘНЕ
ЙҮТӘЛ ҮЛӘНЕ (Thermopsis), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 36 төрө билдәле, Европаның көньяҡ‑көнсығышында, Азияның уртаса өлкәләрендә һәм Төньяҡ Американың көньяғында таралған. Башҡортостанда Шишкин Й.ү. үҫә. Оҙон йәйелеүсән тамырһабаҡлы һәм нескә тамырлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы,...
ЙЫЙЫЛМА ТИМЕР-БЕТОН ҺӘМ БЕТОН КОНСТРУКЦИЯЛАР ҺӘМ ИЗДЕЛИЕЛАР СӘНӘҒӘТЕ
ЙЫЙЫЛМА ТИМЕР‑БЕТОН ҺӘМ БЕТОН КОНСТРУКЦИЯЛАР ҺӘМ ИЗДЕЛИЕЛАР СӘНӘҒӘТЕ, төҙөлөш материалдары сәнәғәте тармағы. Бетон һәм тимер‑бетондан йыйылма конструкциялар һәм изделиелар (төҙөлөш урҙалары, свайҙар, бағаналар, тоташтырғыстар, баҫмалар, баҫҡыс марштары һәм майҙансыҡтары, ҡойо өлөштәре, торба быуындары,...
ЙЫЙЫЛМА УРАЛ ОТРЯДЫ ПОХОДЫ
ЙЫЙЫЛМА УРАЛ ОТРЯДЫ ПОХОДЫ, 1918 й. 18 июленән 12 сент. тиклем ҡыҙылдар ғәскәренең Ырымбур губернаһы һәм Өфө губернаһы терр‑яһы аша ҡамауҙан сығыуы. Йыйылма Урал отряды составына Урал (ком. В.К.Блюхер), Көньяҡ (Н.Д.Каширин), Белорет (Н.Баранов), Верхнеурал (Ф.Г.Пичугин) һәм Троицк (Н.Д.Томин) отрядтары...
ЙЫЙЫН
ЙЫЙЫН, 1) башҡорттарҙың халыҡ йыйылышы; ҡәбилә йәки ырыуҙың үҙидаралыҡ органы. Дөйөм халыҡ (барлыҡ ҡәбилә һәм ырыу, даруға һәм улус вәкилдәре саҡырылған) һәм урындағы (бер ҡәбилә йәки ырыуға ҡараған бөтә өлкән йәштәге ир‑ат йыйылған) Й. булған. Й. ҡарамағына һуғыш һәм солох мәсьәләләре, йола хоҡуғы,...
ЙЫЙЫРСЫҠЛЫ ПАРМЕЛИЯ
ЙЫЙЫРСЫҠЛЫ ПАРМЕЛИЯ (Parmelia ryssolea), пармелия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайник төрө. Талломы тармаҡлы, субстратҡа беркетелмәгән, ел ярҙамында тәгәрәп йөрөй. Өлөшсәләре тармаҡлы, мөйөш- цилиндр формаһында, урыны м‑н ялпаҡ, киңәйгән‑тупаҡланған остары бар. Талломының өҫкө һәм аҫҡы яғы көрәнһыу,...
ЙЫЛА
ЙЫЛА, ҡарама (Ulmus), йыла һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 35‑тән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса, һирәгерәк тропик бүлкәтендә таралған. Й. төрҙәре ялан ҡарамаһы, ҡарама, ҡарағас исемдәре м‑н билдәле. Башҡортостанда шыма ҡарама һәм йыла үҫә. Япраҡ ҡойоусы, күләгәгә сыҙамлы ағас,...
ЙЫЛАЙЫР ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ
ЙЫЛАЙЫР ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ “Венер”, 2002 й. төҙөлгән. 2002 й. 2 июлендә Германияла авиакатастрофала һәләк булған Венер Вәлиев исеме м‑н аталған. Й.й.м. уның ата‑әсәһе, айырым кешеләр, а.х. һәм сәнәғәт пр‑тиелары ярҙамы м‑н төҙөлә. Диниә назараты ҡарамағында тора. 2003 й. алып эшләй. Мәсет [15х8х18 м (манараһы...
ЙЫЛАЙЫР КАНТОНЫ
ЙЫЛАЙЫР КАНТОНЫ, 1922 й. 5 окт. Бөрйән‑Түңгәүер кантонының — 14, Ҡыпсаҡ‑Ете ырыу кантонының — 16, Үҫәргән кантонының 18 улусы нигеҙендә БАССР составында ойошторола. Төньяҡ‑көнбайышта Стәрлетамаҡ кантоны, төньяҡ-көнсығышта — Тамъян‑Ҡатай кантоны, көнсығышта — Силәбе губернаһы, көньяҡ‑көнсығышта, көньяҡта...
ЙЫЛАЙЫР ҠӘЛҒӘҺЕ
ЙЫЛАЙЫР ҠӘЛҒӘҺЕ, Йылайыр, 1755 й. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ялан Йылайыры й. уң ярында нығытмалы хәрби торама булараҡ нигеҙ һалына. Исеме йылғанан алынған. 1773 й. гарнизон составында 70‑кә яҡын һалдат иҫәпләнә. Й.ҡ. аша Ырымбур—Екатеринбург тракты үткән. Крәҫтиәндәр...
ЙЫЛАЙЫР ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ
ЙЫЛАЙЫР ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1930 й. Йылайыр кантонының пед. курстары нигеҙендә пед. техникумы булараҡ асыла, 1936 й. башлап Й.п.у. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп (1947—52) уҡыу бүлектәрендә башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәре б‑са алып барыла. Училищела тиҙләтелгән пед. курстары эшләгән. Йыл һайын...
ЙЫЛАЙЫР РАЙОНЫ
ЙЫЛАЙЫР РАЙОНЫ, БР‑ҙың көньяғында урынлашҡан. Төньяҡта — Бөрйән, көнсығышта — Баймаҡ, көньяҡ‑көнсығышта һәм көньяҡта — Хәйбулла, көньяҡ‑көнбайышта — Ейәнсура, көнбайышта Күгәрсен р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Йылайыр кантоны улустары инә (ҡара: Административ район)....
ЙЫЛАЙЫР СВИТАҺЫ
ЙЫЛАЙЫР СВИТАҺЫ, өҫкө девондың стратиграфик бүлексәһе. Л.С.Либрович айырып күрһәтә (1932). Ултырмаларҙың тасуирламаһын Д.Г.Ожиганов (1933), И.В.Хворова (1939), Б.М.Келлер (1949), Е.В.Чибрикова (1977, 1997) һ.б. бирә. Б.М.Келлер был ултырмаларҙы яуымбай, әстәш, әүәшле, ямашлы, мәзит свиталарынан торған...
ЙЫЛАЙЫР СИНКЛИНОРИЙЫ
ЙЫЛАЙЫР СИНКЛИНОРИЙЫ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының эре синморф тектоник структураһы. Субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Төньяҡ‑көнбайышта Башҡорт мегантиклинорийы, көнсығышта Уралтау зонаһы менән сиктәш, көньяҡ‑көнбайышта Урал алды бөгөлөнә асыла. Оҙонлоғо 300 км, киңлеге 50 км тиклем. Арҡыры киҫелешендә...
ЙЫЛАЙЫР УРТА МӘКТӘБЕ
ЙЫЛАЙЫР УРТА МӘКТӘБЕ, Йылайыр р‑ны. 1880 й. сиркәү‑мәхәллә мәктәбе булараҡ асыла, 1913 й. алып юғары башланғыс уч‑ще, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1928 й. — урта мәктәп, 1966 й. — Н.Р.Ириков ис. Й.у.м. 4 уҡыу оҫтаханаһы, а.х. машиналары, мәктәп музейы бар. Урта мәктәпте 4 меңдән ашыу кеше тамамлаған...