Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЙЫЛАЙЫР ЯЙЛАҺЫ

ЙЫЛАЙЫР ЯЙЛАҺЫ, Көньяҡ Урал яйлаһы, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көньяғында, төньяҡта Ағиҙел й. киңлек ағымы, көньяҡта Гөбөрлө тауҙары, көнбайышта Оло Эйек й. үҙәне, көнсығышта Һаҡмар й. тиклемге арала урынлашҡан. Бейеклеге диңгеҙ кимәленән 300‑ҙән 600 м тиклем. Көнсығыш өлөшөндә рельефы тигеҙ, көнбайышында...

ЙЫЛАЙЫР, ауыл, Йылайыр р‑нының үҙәге

ЙЫЛАЙЫР, ауыл, Йылайыр р‑нының һәм Йылайыр а/с үҙәге (1930— 63 йй. һәм 1965 й. алып). Өфөнән К.-Көнс. 410 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 120 км алыҫлыҡта Йылайыр й. буйында, Магнитогорск—Ира, Йылайыр—Ҡананикольский—Иҫке Собханғол автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1900 й. — 2,7;...

ЙЫЛАЙЫР, йылға

ЙЫЛАЙЫР, Урман Йылайыры, йылға, Һаҡмар й. уң ҡушылдығы. Йылайыр р‑ны Ҡыҙыл Ҡушыҡ утарынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Уралтау һыртының көньяҡ битләүендә башлана. Йылайыр, Хәйбулла р‑ндары буйлап төньяҡтан көньяҡҡа табан аға. Һаҡмар й. (тамағынан 472 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 158 км, басс....

ЙЫЛАЙЫР, кратер

ЙЫЛАЙЫР, Марс өҫтөндәге кратер. Диам. 48 км. Планетаның көньяҡ ярымшарында урынлашҡан; координаттары: көньяҡ киңлектең 32,1° һәм көнбайыш оҙонлоҡтоң 33,0°. 1979 й. “Маринер-9” йыһан аппаратынан (АҠШ) фото төшөрөү ваҡытында асыла. Халыҡ-ара астрономия союзы тарафынан БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Йылайыр а....

ЙЫЛАН

ЙЫЛАН, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: иҙел‑Й., ҡыр‑Й., эске‑Й. Тамғалары — . Этник яҡтан Алтайҙың төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. Й. формалашыуына уларҙың ҡыпсаҡтар мөхитендә йәшәүе йоғонто яһай. 13—14 бб. йыландар Баҙы й. үҙәндәренә, Ағиҙел һәм Тере Танып йй. — түбәнге, Ыҡ (Кама й. ҡушылдығы) һәм Сөн йй....

ЙЫЛАН АБАҒАҺЫ

ЙЫЛАН АБАҒАҺЫ (Ophioglossum), йылан абағаһы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 45 төрө билдәле, ике ярымшарҙа ла таралған. Башҡортостанда ябай Й.а. үҫә. Күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 5—35 см. Тамырһабағы ҡыҫҡа, һутлы, оҙон итләс тамырлы. Япраҡтың (1—2) вегетатив (стериль) өлөшө бөтөн ситле, тупаҡ,...

ЙЫЛАН КӨПШӘҺЕ

ЙЫЛАН КӨПШӘҺЕ (Echium), күгәрсен күҙе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, башлыса Урта диңгеҙ буйында, Атлантика утрауҙарында, Көньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда ябай Й.к. үҫә. Ике йыллыҡ ҡаты төклө үлән. Һабағы төҙ, ныҡ, ябай йәки тармаҡлы, бейеклеге 30— 100 см. Япрағы...

ЙЫЛАНБАШ

ЙЫЛАНБАШ (Dracocephalum), ирен сәскә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 45 төрө билдәле, башлыса Евразияның тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Бер, ике, күп йыллыҡ үләндәр. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Һабаҡтары төҙ, тармаҡлы, ҡайһы берҙә аҫҡы өлөштәре ағасҡа әйләнә, бейеклеге 10—70 см....

ЙЫЛАНДАР

ЙЫЛАНДАР (Serpentes, йәки Ophidia), һөйрәлеүселәр отряды. Яҡынса 3 мең төрө, 13 ғаиләһе билдәле. Антарктиданан башҡа бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа туҙбаш йыландар (баҡыр йылан, таш йыланы, һыу туҙбаш йыланы һәм ябай туҙбаш Й.) һәм ҡара Й. (ябай һәм дала ҡара йыландары) ғаиләләренә ҡараған 6 төрө бар....

ЙЫЛАНҠУҘАҠ

ЙЫЛАНҠУҘАҠ (Lotus), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда күренмәгән Й. (күп йыллыҡ) һәм украин Й. (бер йыллыҡ) үҫә. Һабаҡтары йәйенке, күтәрелеүсән йәки төҙ, бейеклеге 10—40 см. Япраҡтары парһыҙ ҡауырһынлы, 5 кире йомортҡа...

ЙЫЛАНЛЫ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

ЙЫЛАНЛЫ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл. Район үҙәгенән К. 26 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 40 км алыҫлыҡта Йыланлы й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2031 кеше; 1920 — 2201; 1939 — 1950; 1959 — 1297; 1989 — 870; 2002 — 893; 2010 — 796 кеше. Татарҙар йәшәй (2002)....

ЙЫЛАНТӨП, Дыуан р‑нындағы ауыл

ЙЫЛАНТӨП, Дыуан р‑нындағы ауыл, Өлкөндө а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 30 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 105 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 423 кеше; 1920 — 753; 1939 — 399; 1959 — 405; 1989 — 141; 2002 — 119; 2010 — 85 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс...

ЙЫЛАНЫШ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

ЙЫЛАНЫШ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Дыуан‑Мәсетле а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 30 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 96 км алыҫлыҡта Йыланыш й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 265 кеше; 1959 — 273; 1989 — 185; 2002 — 221; 2010 — 195 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ЙЫЛАНЫШ, Салауат р‑нындағы ауыл

ЙЫЛАНЫШ, Салауат р‑нындағы ауыл, Миәшәгәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 36 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 59 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 531 кеше; 1920 — 853; 1939 — 521; 1959 — 498; 1989 — 259; 2002 — 317; 2010 — 343 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар...

ЙЫЛБОЛАҠ‑МАТВЕЕВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

ЙЫЛБОЛАҠ‑МАТВЕЕВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Бишбүләк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 7 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Ключёвка й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1023 кеше; 1920 — 1041; 1939 — 610; 1959 — 489; 1989 — 394; 2002 — 435; 2010 — 371 кеше. Сыуаштар...

ЙЫЛБОЛАҠТАМАҠ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

ЙЫЛБОЛАҠТАМАҠ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Йылболаҡтамаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 23 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 64 км алыҫлыҡта Йылболаҡ й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 836 кеше; 1920 — 1048; 1939 — 821; 1959 — 640; 1989 — 720; 2002 — 741; 2010 — 623 кеше. Татарҙар,...

ЙЫЛҒА БАҒЫРЫ

ЙЫЛҒА БАҒЫРЫ (Salmo trutta morpha fario), һөмбаш һымаҡтар отрядының һөмбаштар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Аҡ, Балтик, Баренц, Каспий һәм Ҡара диңгеҙҙәр басс. йәшәй. Кәүҙә оҙонлоғо — 35 см тиклем, ауырлығы 0,2—0,8 кг. Кәүҙәһе һомғол, торпеда формаһында, ваҡ тығыҙ тәңкә м‑н ҡапланған. Төҫө үҙгәреүсән, ғәҙәттә...

ЙЫЛҒА ДРЕЙССЕНАҺЫ

ЙЫЛҒА ДРЕЙССЕНАҺЫ (Dreissena polymorpha), ҡабырсаҡтар төрө. Башлыса сөсө һыуҙа, ш. уҡ Каспий, Азов, Арал һәм Ҡара диңгеҙҙәрҙә таралған. Ҡабырсағы өсмөйөш формаһында, оҙонлоғо 3—5 см, йәшкелт һары төҫтә, көрән һыҙатлы. Йоҙаҡ тештәре юҡ. Мантияһында аяғын һәм биссусын (беркетеүсе еп) сығарыу өсөн тишек...

ЙЫЛҒА ҠОНДОҘО

  ЙЫЛҒА ҠОНДОҘО (Castor fiber), кимереүселәр отрядының ҡондоҙҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияның урман зонаһынан алып дала зонаһына тиклем таралған. Кәүҙә оҙонлоғо — 120 см тиклем, ауырлығы 35 кг тиклем. Йөнө ҡуйы, асыҡ көрәндән алып ҡара көрәнгә тиклем, һыуланмай. Ҡолаҡ япраҡтары һәм танау...

ЙЫЛҒА ТРАНСПОРТЫ

ЙЫЛҒА ТРАНСПОРТЫ, эске һыу юлдары буйлап пассажирҙар һәм йөк ташыуҙы тормошҡа ашырған транспорт төрө. Ырымбур губернаһында 18 б. төп бәйләнеш юлдары булып йылғалар торған. Яҙғы ташҡын ваҡытында йылғалар буйлап ауыр йөклө үҙе йөрөмәгән судноларҙа Урал тау заводтары продукцияһы сығарыла. Һәр бер судно...