Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КАДМИЙ

КАДМИЙ (Cadmium), Cd, Д.И.Менделеев периодик системаһының II төркөм химик элементы. Көмөштәй аҡ төҫтәге йомшаҡ, сүкелеүсән, һуҙылыусан металл; tиреү 321,1°С, tҡайнау 766,5°С, тығыҙлығы 8650 г/см3. К — юғары кимәлдә үткәргес, диамагнит. Дымлы һауала һаҡлаусы оксид плёнкаһы м‑н ҡаплана, бүлмә т‑раһында...

КАДОМЦЕВТАР

КАДОМЦЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Шувалко Кадомец, Өфө янындағы Богородский а. нигеҙ һалыусы һәм уның старостаһы (17 б. башы). Уның вариҫтарынан киң билдәлеләре: Самуил Евменьевич К. (1854, Златоуст ҡ. — 1942, Өфө), 19 б. аҙ. — 20 б. башында Өфө губерна казначействоһы чиновнигы....

КАЗАК ҠАТЛАМЫ

КАЗАК ҠАТЛАМЫ (төркисә казак — ирекле кеше), 15—17 бб. ялланып эшләүсе ирекле кешеләр, Рус дәүләтенең сик буйында хәрби хеҙмәт үтәүселәр; 18 б. — 20 б. башында Рәсәйҙәге хәрби ҡатлам; 20 б. башы урыҫ эмиграцияһы араһында, СССР‑ҙа, РФ‑та, Ҡаҙағстанда һәм Украинала этносоц. берләшмә. 18 б. тиклем ирекле...

КАЗАК МӘКТӘПТӘРЕ

КАЗАК МӘКТӘПТӘРЕ, Рәсәйҙә казак ҡатламы өсөн башланғыс дөйөм белем биреү уҡыу йорттары. 19 б. башында казак ғәскәре командалығы инициативаһы м‑н ойошторолған. Ғәскәри хужалыҡ идараһы һәм казак ғәскәренең хәрби бүлектәре атамандары, 1916 й. алып Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. Ҡасабалар...

КАЗАКОВ Валерий Петрович

КАЗАКОВ Валерий Петрович (11.7.1934, Алыҫ Көнсығыш крайының Владимир‑Александровка а. — 6.8.2010, Өфө ҡ.), физик‑химик. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), химия фәндәре докторы (1983), профессор (1986). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984). Ленинград университетын тамамлағандан һуң (1957) СССР ФА Археология...

КАЗАКОВ Дмитрий Валерьевич

КАЗАКОВ Дмитрий Валерьевич (31.10.1970, Өфө) химик. Химия ф. д‑ры (2008). В.П.Казаковтың улы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1993) Органик химия ин‑тында эшләй. 2012—14 йй. Нефтехимия һәм катализ ин‑тының төп ғилми хеҙм‑ре. Фәнни хеҙмәттәре пероксидтар (ш. иҫ. диоксирандар, эндопероксидтар) реакцияларында...

КАЗАКОВ Рауил Яғмур улы

КАЗАКОВ Рауил Яғмыр улы (25.1.1982, Белорет ҡ.), спортсы. Пауэрлифтинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2002), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2006). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2003). Башҡ‑н физик культура ин‑тын тамамлаған (2007). “Геракл” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры С.В.Горшков),...

КАЗАКОВ Степан Александрович

КАЗАКОВ Степан Александрович (25.3.1914, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Кесе Яңы Троицкий а., хәҙер БР‑ҙың Мишкә районы Яңы Троицкий а., — 7.12.1964, БАССР‑ҙың Асҡын районы Асҡын а.), Советтар Союзы Геройы (1943). Гвардия өлкән лейтенанты (1944). 1938 й. Хәсән күле янында совет-япон ҡораллы конфликтында,...

КАЗАКОВА Оксана Борисовна, иҡтисадсы

КАЗАКОВА Оксана Борисовна (1.12.1977, Стәрлетамаҡ ҡ.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2010). ӨДАТУ‑ны тамамлаған (2000). 2002 й. алып ӨДНТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында эшләй. 2003 й. башлап Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡт. ин‑тының Өфө филиалында, 2004 й. — БР Президенты эргәһендәге Дәүләт хеҙмәте...

КАЗАКОВА Оксана Борисовна, химик

КАЗАКОВА Оксана Борисовна (19.6.1970, Белорет ҡ.), химик. Химия ф. д‑ры (2007), проф. (2009). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1992) Органик химия ин‑тында эшләй: 2000 й. алып өлкән, 2007 й. — төп ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 2011 й. башлап РФА Өфө ФҮ Президиумының баш ғилми секретары вазифаһын башҡарыусы....

КАЗАНКА, Архангел р‑нындағы ауыл

КАЗАНКА, Архангел р‑нындағы ауыл, Инйәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 15 км һәм Приуралье т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 19 км алыҫлыҡта Инйәр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 338 кеше; 1939 — 497; 1959 — 654; 1989 — 416; 2002 — 382; 2010 — 323 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар...

КАЗАНКА, Әлшәй р‑нындағы ауыл

КАЗАНКА, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Казанка а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 13 км алыҫлыҡта Ҡатай й. (Төйлән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 408 кеше; 1920 — 781; 1939 — 846; 1959 — 584; 1989 — 373; 2002 — 419; 2010 — 350 кеше. Урыҫтар, украиндар йәшәй (2002)....

КАЗАНКА, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

КАЗАНКА, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Моҡас а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 53 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Төйәләҫ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 354 кеше; 1939 — 271; 1959 — 334; 1989 — 356; 2002 — 400; 2010 — 417 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Иҫке...

КАЗАНКА, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

КАЗАНКА, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Ҡаҙанболаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 90 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. табан 59 км алыҫлыҡта Ҡаҙанболаҡ й. (Ҡаҫмарт й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 154 кеше; 1920 — 349; 1939 — 447; 1959 — 421; 1989 — 349; 2002 — 350; 2010 —...

КАЗАНСКАЯ Людмила Васильевна

КАЗАНСКАЯ Людмила Васильевна (29.4.1905, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Топорнин а., хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а., — 5.10.1987, Өфө), сәнғәт ғилеме белгесе. Ленинград ун‑тында уҡыған (1931—35). 1937 й. алып БДХМ‑да эшләй: ғилми, өлкән ғилми хеҙм‑р, 1941—42 йй. дир. вазифаһын башҡарыусы, 1950—60 йй....

КАЗАНЦЕВ Юрий Васильевич

КАЗАНЦЕВ Юрий Васильевич (7.12.1935, БАССР‑ҙың Мәләүез районы Мәләүез а., хәҙер Мәләүез ҡ., — 25.3.2011, Өфө ҡ.), тау инженеры‑геолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1995), геология‑минералогия фәндәре докторы (1983). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983). Кривой Рог тау‑мәғдән институтын тамамлағандан...

КАЗАНЦЕВА Тамара Тимофеевна

КАЗАНЦЕВА Тамара Тимофеевна (8.5.1934, Кривой Рог ҡ.), тау инженеры‑геолог. БР ФА академигы (1991), геология-минералогия фәндәре докторы (1985). Кривой Рог тау‑мәғдән институтын тамамлағандан һуң (1959) Красноярск геология идаралығында эшләй. 1965 й. алып “Башнефть” берекмәһендә: 1968 й. башлап Стәрлетамаҡ...

КАЙДАРОВ Абду-Али Туғанбай улы

КАЙДАРОВ (Кайдар) Абду-Али Туғанбай улы (13.12.1924, РСФСР-ҙың Ҡара‑Ҡырғыҙ автономиялы өлкәһе Талдыболаҡ а. — 27.2.2019, Алматы ҡ.), тел белгесе. Ҡаҙаҡ ССР‑ы ФА академигы (1983), БР ФА‑ның почётлы академигы (1991), филология фәндәре докторы (1970), профессор (1972). Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре...

КАЙНОЗОЙ

КАЙНОЗОЙ (грек телендәге kainós — яңы, үҙенсәлекле һәм zōḗ — тормош), кайнозой эратемаһы, кайнозой эраһы, фанерозойҙың өҫкө бүлексәһе. 65 млн йыл элек башлана, хәҙерге ваҡытта дауам итә. Палеоген, неоген һәм дүртенсел (квартер) системаларға (осорҙар) бүленә. Башҡортостан территорияһында палеоген һәм...

КАКАЧ Садик

КАКАЧ Садик (1.10.1932, Корум ҡ., Төркиә), физик. Филос. д‑ры (1965). БР ФА‑ның сит ил ағзаһы (1998). Истанбул техник ун‑тын (1955), Массачусетс технологик ин‑тын (Кембридж ҡ., 1960), Манчестер ун‑тын (1965) тамамлаған. 1960—82 йй. Анкарала (Төркиә) эшләй: 1961—62 һәм 1968—70 йй. инженерлыҡ механикаһы...