Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КАЛАБУГИНА Евгения Валентиновна

КАЛАБУГИНА Евгения Валентиновна (28.5.1934, Тула ҡ.), инженер-технолог. ӨНИ‑не тамамлаған (1962), 1959 й. алып шунда уҡ, 1967 й. — Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда эшләй. 1972—92 йй. Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү ҒТИ‑нда: баш инженер, 1982—91 йй. өлкән ғилми хеҙмәткәр....

КАЛАНОВ Рим Ғариф улы

КАЛАНОВ Рим Ғариф улы (20.7.1955, БАССР‑ҙың Краснокама р‑ны Иҫке Нуғай а.), хирург, онколог. Мед. ф. д‑ры (1995), проф. (1996). БР‑ҙың атҡ. табибы (1997), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2005). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1980) 1984 й. тиклем Респ. онкология диспансерында эшләй. 1989 й. алып БДМУ‑ның...

КАЛАНТАР Николай Григорьевич

КАЛАНТАР Николай Григорьевич (24.12.1901, Баҡы — 12.3.1966, Өфө), инженер‑химик. Техник ф. д‑ры (1965), проф. (1966). Технология ин‑тын тамамлаған (Германия, Дрезден ҡ., 1929). 1930—37 йй. Әзербайжан нефть ҒТИ‑нда (Баҡы) эшләй. 1937 й. репрессиялана, СССР Эске Эштәр ХК-ның Ухта комб‑тына ебәрелә (оператор,...

КАЛАЧЁВА Татьяна Николаевна

КАЛАЧЁВА Татьяна Николаевна (25.12.1956, Өфө), актриса. РФ‑тың атҡ. артисы (1998). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982). Ҡазан театр уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1977; Е.А.Кузин, В.М.Портнов курсы) В.И.Качалов ис. Ҡазан урыҫ драма театры, 1978 й. алып Силәбе өлкә драма театры, 1985 й. — Карелия АССР‑ы...

КАЛГАНОВ Алексей Нестерович

КАЛГАНОВ Алексей Нестерович (25.3.1921, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Яңы Ҡуғанаҡ а., хәҙ. БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны, — 16.4.1990, Өфө), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937 й. алып Ҡырмыҫҡалы р‑нының “Трудовик” к‑зында эшләй. 1942 й. башлап Воронеж, Брянск, Үҙәк һәм 1‑се Белоруссия...

КАЛЕГИН Евгений Вениаминович

КАЛЕГИН Евгений Вениаминович (6.9.1954, Өфө ҡ.), спортсы. Шахмат буйынса халыҡ‑ара мастер (1993). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1995). БДУ‑ны тамамлаған (1980). “Хеҙмәт”, “Урожай” ирекле спорт йәмғиәттәре тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.А.Татаринцев). Команда зачётында классик шахмат буйынса Рәсәй чемпионы...

КАЛЕГИН ТӨП БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ

КАЛЕГИН ТӨП БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ, Ҡалтасы р‑ны. 1887 й. 3 йыллыҡ башланғыс земство мәктәбе булараҡ асыла. 1908 й. алып юғары башланғыс уч‑ще, 1917 й. — гимназия, 1919 й. — 1‑се һәм 2‑се, 1922 й. — 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1937 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1994 й. — К.т.б.б.м., 2012 й. ябыла. Ағас эшкәртеү...

КАЛЕГИН, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

КАЛЕГИН, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Калегин а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 35 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 83 км алыҫлыҡта Әмзә й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1188 кеше; 1920 — 1330; 1939 — 896; 1959 — 520; 1989 — 344; 2002 — 330; 2010 — 311 кеше. Мариҙар, урыҫтар...

КАЛЕДИН Сергей Львович

КАЛЕДИН Сергей Львович (10.2.1968, Өфө), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1998). Силәбе физик культура ин‑тын тамамлаған (1993). “Спартак” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры С.В.Донин), 1986—2009 йй. армия спорт клубы өсөн сығыш яһай (Екатеринбург ҡ., тренеры Г.А.Ушков)....

КАЛЕДИНА Елена Викторовна

КАЛЕДИНА Елена Викторовна (28.10.1966, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Озерки а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Уҫылыбаш а.), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1993). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1999). Урал физик культура ин‑тын тамамлаған (2007). “Уңыш” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе...

КАЛЕНДАРЬ

КАЛЕНДАРЬ (лат. calendae — айҙың тәүге көнөнөң исеме), ваҡытлы астрономик күренештәргә (Ер әйләнеүе, Айҙың Ер һәм Ерҙең Ҡояш тирәләй хәрәкәт итеүе һ.б.) нигеҙләнгән ваҡыт аралығы оҙайлығын иҫәпләү системаһы. Көн м‑н төндөң алмашыныу осоро — тәүлек, Ай фазаларының алмашыныу осоро — синодик ай, Ҡояштың...

КАЛЕНДАРЬ, баҫма

КАЛЕНДАРЬ, бер йылдың көндәре, аҙналары, айҙары эҙмә-эҙлекле һаналған, ҡайһы берҙә төрлө белешмә мәғлүмәттәр биргән табл. йәки китап рәүешендәге даими йәки даими булмаған баҫма. К. мәғлүмәт үҙенсәлеге йәһәтенән универсаль һәм махсус; тәғәйенләнеше б‑са — популяр, уҡыу, фәнни, бүләк өсөн, реклама һ.б.;...

КАЛИЕВ Юрий Алексеевич

КАЛИЕВ Юрий Алексеевич (16.1.1957, БАССР‑ҙың Мишкә районы Сабыҡ а. — 23.4.2014, Бөрө ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (2004), профессор (2006). Мари университетын тамамлағандан һуң (Йошкар-Ола ҡ., 1983) шунда уҡ эшләй. 2003 й. алып БДУ‑ның Бөрө филиалында философия һәм социаль‑иҡтисади фәндәр...

КАЛИЙЛЫ АШЛАМАЛАР

КАЛИЙЛЫ АШЛАМАЛАР, үҫемлектәрҙе туҡландырыу өсөн калий сығанағы булараҡ ҡулланылған минераль матдәләр. К.а. етештереү өсөн башланғыс сеймал — составында калий минералдары булған тау тоҡомдары. К.а. сей калий тоҙҙарына (сильвин, карналлит һ.б.), концентрат ашламаларға (калий хлориды йәки сульфаты һ.б.),...

КАЛИНИН Евгений Петрович

КАЛИНИН Евгений Петрович (10.1.1942, Молотов өлк. Сараны ҡсб), тау инженер-технологы. Магнитогорск тау-металлургия ин‑тын тамамлаған (1972). 1960 й. алып Башҡ‑н баҡыр-көкөрт комб‑тының байыҡтырыу ф‑каһында (Сибай ҡ.) эшләй. 1974 й. башлап Учалы тау-байыҡтырыу комб‑тында: төп корпус нач., 1978 й. алып...

КАЛИНИН М.И. ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ

КАЛИНИН М.И. ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ, агросәнәғәт пр‑тиеһы. Стәрлетамаҡ р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Николаевка ауылы. Составында йәш һыйыр малын үҫтереп еткереү һәм һимертеү фермаһы, 2 йылҡысылыҡ һәм 6 һөтсөлөк фермаһы (ш. иҫ. ҡара‑сыбар тоҡомло һыйыр малының тоҡомсолоҡ репродукторы) һ.б. Колхозда...

КАЛИНИН М.И. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО

КАЛИНИН М.И. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО. “ӨМЭПБ” ААЙ‑ның Калинин М.И. ис. мәҙәниәт йорто 1933—2002 йй. Өфөлә эшләй (1956 й. тиклем ӨМЭЗ‑дең “Ударник” клубы; ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе). 690 һәм 400 урынлыҡ 2 тамаша залы, түңәрәк эше өсөн бүлмәләр, грим бүлмәләре, методик кабинет...

КАЛИНИН Михаил Иванович

КАЛИНИН Михаил Иванович (7.11.1875, Тверь губ. Үрге Троица а. — 3.6.1946, Мәскәү), совет партия-дәүләт эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1944). 1898 й. алып РСДРП ағзаһы. 1919 й. башлап Бөтә Рәсәй ҮБК, 1923 й. — СССР ҮБК, 1938—46 йй. СССР ЮС‑ы Президиумы рәйесе. 1919 й. алып ВКП(б) ҮК, 1926 й. — ВКП(б)...

КАЛИНИН, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

КАЛИНИН, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Сибай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 47 км һәм Сибай т. юл ст. Көнс. табан 5 км алыҫлыҡта Төйәләҫ й. буйында урынлашҡан.  Халҡы: 1920 й. — 237 кеше; 1939 — 300; 1959 — 400; 1989 — 342; 2002 — 357; 2010 — 388 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Иҫке...

КАЛИННИКИ, Бөрө р‑нындағы ауыл

КАЛИННИКИ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Калинники а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Өфө т. юл ст. Т. табан 70 км алыҫлыҡта, Өфө—Яңауыл автомобиль юлында, Калинка й. һәм Старица күле (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1477 кеше; 1920 — 1564; 1939 — 1406; 1959 — 1134; 1989 — 1187;...