Список материалов
КАЛИНОВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл
КАЛИНОВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Бишбүләк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 6 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 35 км алыҫ‑ лыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 82 кеше; 1959 — 189; 1989 — 83; 2002 — 130; 2010 — 109 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Ауылға 1920 й. һәм 1925 й. араһында Бәләбәй кантонында...
КАЛИНУШКИН Николай Александрович
КАЛИНУШКИН Николай Александрович (25.1.1948, Өфө — 20.4.2004, шунда уҡ), скульптор. РФ‑тың (1998) һәм БР‑ҙың (1993) атҡ. рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1980). Юғары художество-сәнәғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1977; педагогтары А.С.Кондратьев, Г.А.Шульц) 1985 й. тиклем БДПИ‑ла, 1992—2004 йй....
КАЛИПСО
КАЛИПСО (Calypso), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 1 төрө — һуғанбашлы К. билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Американың уртаса бүлкәтендә таралған. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, аҫҡы өлөшөндә һуғанбаш рәүешле йыуанайған, өҫкөһөндә 2—3 ярылы еңсә м‑н (редукцияланған япраҡтарҙың...
КАЛИТОВ Георгий Ғәйниәхмәт улы
КАЛИТОВ Георгий Ғәйниәхмәт улы (7.9.1952, БАССР‑ҙың Балтас районы Түбәнге Иванай а. — 27.11.2021, Өфө ҡ., тыуған яғында ерләнгән), рәссам. БР‑ҙың халыҡ (2012), атҡаҙанған (2003) рәссамы, БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987). Рәссамдар союзы ағзаһы (1995). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1980;...
КАЛМАЗЫ, ауыл, Бөрө ҡ. эсендә
КАЛМАЗЫ, ауыл, 1939 й. алып Бөрө ҡ. эсендә.
1873 й. һәм 1896 й. араһында Бөрө өйәҙендә Калмазы бүлендек ауылы булараҡ Бөрө ҡ. кешеләре нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1896 й. 30 йортта 141 кеше йәшәгән. 1906 й. бүленеп сыҡҡан Бөрө Биҫтәһе булараҡ теркәлгән; һабын ҡайнатыу з‑ды, бакалея кибете булған....
КАЛМАЦКИЙ Борис Григорьевич
КАЛМАЦКИЙ Борис Григорьевич (15.10.1948, Өфө — 29.10.1993, шунда уҡ), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1982). БДУ‑ны тамамлаған (1978). 1976 й. алып “За коммунистический труд” [“Коммунистик хеҙмәт өсөн”; хәҙ. “Гидравлика” ААЙ‑ның “Вестник Гидравлики” (“Гидравлика хәбәрҙәре”) гәз.], “Вечерняя Уфа”...
КАЛМЫКОВ Михаил Васильевич
КАЛМЫКОВ Михаил Васильевич (20.11.1888, Тверь губернаһы — 16.4.1938, Мәскәү ҡ.), революция хәрәкәте эшмәкәре. Комкор (1935). 1917 й. алып РСДРП(б) ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. РККА Хәрби академияһын тамамлаған (Мәскәү ҡ., 1924). 1910—17 йй. рус армияһында, өлкән унтер-офицер;...
КАЛОВКА, ауыл
КАЛОВКА, ауыл, 20 б. 30‑сы йй. алып Черниковка эшселәр ҡасабаһы эсендә (ҡара: Черниковск). Ауылға Өфө өйәҙендә Каловскийҙар ауылы булараҡ нигеҙ һалына, 1617 й. алып билдәле. Шулай уҡ Никитин исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. 2 йортта 19 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Халҡы: 1906 й. —...
КАЛОВСКИЙҘАР
КАЛОВСКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Польша шляхтаһынан. Өфө тармағына нигеҙ һалыусылар — Иван Ермолаевич (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Третьякович) К., Өфө воеводаһы (1614; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1614—15). 1601 й. Себер ханы улдарының рус подданныйлығын ҡабул итеү т‑дағы ярлыҡтары м‑н М.А.Нагой тарафынан Б.Годуновҡа...
КАЛЬЦЕФИЛДАР
КАЛЬЦЕФИЛДАР, калькофиттар (лат. сalx — эзбиз һәм ...фил), башлыса кальций м‑н байытылған субстраттарҙа, ш. уҡ эзбизташтар, аҡбур, мергелдәр һ.б. сыҡҡан урындарҙа үҫкән үҫемлектәр. Ксероморф адаптив һыҙаттарының (япраҡтарының кәмеүе йәки хатта япраҡһыҙ булыу, япраҡтарҙың тышҡы йөҙө парланыуҙан балауыҙ...
КАЛЬЦИЙ
КАЛЬЦИЙ (Calcium), Ca, Д.И.Менделеев периодик системаһының II төркөм химик элементы. Көмөштәй аҡ төҫлө металл, tиреү842°С, tҡайнау1495°С, тығыҙлығы 1540 кг/м3. Ҡоро һауала 300°С юғарыраҡ т‑рала окислана. Хлор, бром, күпселек к‑талар (ҡуйыртылған көкөрт һәм азот к‑таларынан башҡа), дым булғанда — һауа,...
КАЛЬЦИНИРЛАНҒАН СОДА
КАЛЬЦИНИРЛАНҒАН СОДА, натрий карбонаты, Na2CO3. tиреү853°С, тығыҙлығы 2533 кг/м3 булған аҡ кристалдар, һыуҙа эрей, дымды еңел һеңдерә, асыҡ һауала натрий гидрокарбонаты барлыҡҡа килтереп дымды һәм углерод диоксидын йота. Көслө һәм көсһөҙ кислоталар м‑н углекислый газ сығарып тәьҫир итешә. Башҡ‑нда К.с....
КАЛЬЦИТ, минерал
КАЛЬЦИТ, эзбизташ шпаты, карбонаттар класы минералы, CaCO3. Кристалдары төрлө формала. Агрегаттары: бөртөклө, сталактит һымаҡ, балсыҡлы, друзалар. Төҫһөҙ, аҡ йәки ҡушылдыҡтарға бәйле төрлө төҫкә буялған. Төҫһөҙ һәм үтә күренмәле К. — Исландия шпаты. Ҡатылығы 3, тығыҙлығы 2710 кг/м3, йәбешкәклеге...
КАЛЯКИН Леонид Анатольевич
КАЛЯКИН Леонид Анатольевич (8.7.1947, Вологда өлк. Чалекса а.), математик. Физика-матем. ф. д‑ры (1989), проф. (1992). Урал дәүләт ун‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1969) СССР ФА В.А.Стеклов ис. Математика ин‑тының Свердловск бүлегендә эшләй. 1978 й. алып Өфөлә: Математика ин‑тының өлкән ғилми...
КАМА АРЪЯҒЫ СИК ҺЫҘЫҒЫ
КАМА АРЪЯҒЫ СИК ҺЫҘЫҒЫ, 17—18 бб. оборона ҡоролмалары системаһы (ҡара: Нығытмалы сик һыҙыҡтары). К.а.с.һ. ҡалмыҡтарҙың һәм нуғайҙарҙың сапҡындарын кире ҡағыу, яңы ҡушылған ерҙәрҙә (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы) хәрбиҙәр булдырыу маҡсатында ойошторола. Сик һыҙыҡтарының төҙөлөүе Кама аръяғы...
КАМА УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ
КАМА УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ, Рус армияһында, 1918 й. 17 окт. Өфө губернаһының төньяғында Өфө армия корпусы командующийы ген.-лейт. С.Н.Люпов бойороғо б‑са 1‑се Өфө йыйылма уҡсылар див. булараҡ ойошторола; 1919 й. ғин. алып 8‑се К.у.д., авг. — адмирал Колчактың 8‑се Кама уҡсылар дивизияһы. Див. составына...
КАМА-АҒИҘЕЛ БӨГӨЛӨ
КАМА-АҒИҘЕЛ БӨГӨЛӨ, компенсацияланмаған ҙур кире тектоник структура. Көнсығыш Европа платформаһының архей‑аҫҡы протерозой кристалл нигеҙендә һәм ултырма япмаһының рифей ҡатлауында айырыла. БР, Удмуртия, Пермь крайы территорияларында күҙәтелә. Оҙонлоғо 1000 км ашыу, киңлеге яҡынса 300 км. БР сиктәрендә...
КАМА-БЕРЁЗОВКА БОГОРОДИЦА ИР-ЕГЕТТӘР МОНАСТЫРЫ
КАМА-БЕРЁЗОВКА БОГОРОДИЦА ИР-ЕГЕТТӘР МОНАСТЫРЫ. 1901 й. Бөрө өйәҙенең Берёзовка а. (хәҙ. БР-ҙың Краснокама р‑ны Николо-Берёзовка а.) эргәһендә Успение ир‑егеттәр монастырының Кама-Николай подворьеһын (1878) Кама‑Берёзовка Богородица ир‑егеттәр миссионерлыҡ ятаҡ монастыры итеп үҙгәртеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа...
КАМА-КИНӘЛЕ БӨГӨЛДӘРЕ СИСТЕМАҺЫ
КАМА-КИНӘЛЕ БӨГӨЛДӘРЕ СИСТЕМАҺЫ, Волга‑Урал антеклизаһының ултырма ҡатламдарындағы көмбәҙҙәр араһында урынлашҡан морфологик яҡтан күренешле күмелгән депрессияларҙан тора. Оҙонлоғо яҡынса 12 мең км, киңлеге 10—100 км, көньяҡ‑көнсығышҡа табан 200 км тиклем етә. 8 бөгөлдән тора. БР территорияһында Аҡтаныш‑Шишмә...
КАМА‑ЫҠ БАШҠОРТТАРЫ
КАМА‑ЫҠ БАШҠОРТТАРЫ, башҡ. этник төркөмө. ТР‑ҙың Аҙнаҡай, Аҡтаныш, Алабуға, Баулы, Бөгөлмә, Лениногорск, Менделеев, Минзәлә, Мөслим, Сарман, Туҡай, Әгерже, Ютазы һ.б. райондарында; БР‑ҙың Баҡалы, Илеш, Йәрмәкәй, Краснокама, Туймазы, Шаран һ.б., Удмурт респ. Камбарка һ.б. р‑ндарында йәшәй. 1989 й. ТАССР‑ҙа...