Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КАНТОРОВИЧ Владимир Яковлевич

КАНТОРОВИЧ Владимир Яковлевич (2.4.1901, Петербург — 27.6.1977, Мәскәү), яҙыусы. “Сахалин очерктары” (“Сахалинские очерки”; 1932), “Ҙур шанс” (“Большой шанс”; 1934), “Чародин юлы” (“Чародинская дорога”; 1935), “Көс сығанағы” (“Источник силы”; 1958) китаптары һ.б. авторы. 1935 й. һәм 1965 й. Башҡортостанға...

КАНТЮКОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

КАНТЮКОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Наумовка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К. табан 22 км алыҫлыҡта Олокүл (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 229 кеше; 1939 — 251; 1959 — 390; 1989 — 231; 2002 — 249; 2010 — 312 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

КАНЦЕРОГЕНДАР

КАНЦЕРОГЕНДАР (лат. cancer — шеш һәм ...генез), яман шештәрҙең барлыҡҡа килеүенә һәм үҫеүенә булышлыҡ итеүсе химик берләшмәләр, биол. (стероид гормондар, онкоген вирустар һ.б.) йәки физик (ионлаштырыусы һ.б. төр нурланыштар) агенттар. Халыҡ‑ара яман шеште өйрәнеү б‑са агентлыҡ тарафынан канцерогенлыҡтың...

КАПАТОВ Игорь Альбертович

КАПАТОВ Игорь Альбертович (19.8.1953, Горький ҡ.), актёр. БР‑ҙың халыҡ (1993), БАССР‑ҙың атҡ. (1988) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982). Горький театр уч‑щеһын (1977; Ю.М.Копылов курсы), ӨДСИ‑не (1986; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) тамамлаған. 1977 й. алып Башҡ. ҡурсаҡ театры, 1982 й. — БР‑ҙың Респ....

КАПАТОВА Людмила Юрьевна

КАПАТОВА (Полянская) Людмила Юрьевна (29.5.1955, Горький өлк. Кстово ҡсб), актриса. РФ‑тың атҡ. артисы (2006). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982). Горький театр уч‑щеһын (1976; А.И.Мишин курсы), ӨДСИ‑не (1986; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) тамамлаған. 1977 й. алып Башҡ. ҡурсаҡ театры, 1987 й. — Башҡортостандың...

КАПЕЛЛА, йондоҙ

КАПЕЛЛА, Ылаусы α‑һы, спектраль-ҡуш (һары) гигант йондоҙ. Визуаль йондоҙ дәүмәле 0m,1. Радиусы Ҡояштыҡынан яҡынса 14 тапҡырға ҙурыраҡ. Ерҙән яҡынса 42 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Төньяҡ ярымшарҙағы иң баҙыҡ йондоҙҙарҙың береһе. БР терр‑яһында байымай торған йондоҙ. Дек., төн ур‑ таһында йондоҙ...

КАППЕЛЬ Владимир Оскарович

КАППЕЛЬ Владимир Оскарович [16.4.1883, Тула губернаһы Белёв ҡ. — 26.1.1920, Себер тимер юлы Утай разъезы; Чита ҡ. ерләнгән, 1920 й. — Харбин ҡ. (Ҡытай), 2007 й. Мәскәү ҡ. ҡабаттан ерләнгән], Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Генерал‑лейтенант (1919). Дворяндарҙан. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы....

КАР Василий Алексеевич

КАР Василий Алексеевич (1730 — 25.2.1806, Мәскәү), хәрби эшмәкәр. Ген.‑майор (1770). Дворяндарҙан. 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта һәм 1768—72 йй. Речь Посполитаяла Бар конфедерацияһын тар‑мар итеүҙә ҡатнашыусы. 1748 й. алып рус армияһында. 1773 й. 14 окт. башлап Е.И.Пугачёвтың Төп ғәскәрен ҡыйратыу...

КАРАБАНОВ Георгий Николаевич

КАРАБАНОВ Георгий Николаевич (1.2.1938, Петропавловск ҡ. — 9.11.2002, Өфө), анестезиолог‑реаниматолог, онколог. Мед. ф. д‑ры (2001). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Архангел өлк. Вышний Волочёк, Керчь ҡҡ. мед. учреждениеларында, 1970 й. алып Респ. онкология диспансерында (Өфө) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге...

КАРАИДЕЛЬ, ҡарағат сорты

КАРАИДЕЛЬ, ҡара ҡарағат сорты. 1995 й. М.Ғ.Әбдиева һәм Н.Ғ.Әбдүкова (БНИИЗиС) тарафынан Память Мичурина һәм Компактная сорттарын һеркәләндереү юлы м‑н сығарыла. Ҡыуағы уртаса бейеклектә, аҙ тармаҡлы. Үрендеһе төҙ, ҡуйы ал төҫтә. Япрағы уртаса ҙурлыҡта, ҡуйы йәшел, тоноҡ, йыйырсыҡлы. Емеш тәлгәштәре...

КАРАМОВА Ирина Марсил ҡыҙы

КАРАМОВА Ирина Марсил ҡыҙы (16.7.1961, Өфө ҡ.), кардиолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2015), медицина фәндәре докторы (2011). РФ‑тың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2023), БР‑ҙың атҡаҙанған табибы (2006). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) Республика кардиология диспансерында эшләй: 2000 й. алып баш...

КАРАМОВА Лена Мирза ҡыҙы

КАРАМОВА Лена Мирза ҡыҙы (6.2.1939, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Иҫке Балтас а.), профпатолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), мед. ф. д‑ры (1986), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1992), РФ‑тың (2006) һәм БАССР‑ҙың (1985) атҡ. табибы, Рәсәйҙең Дәүләт санитария‑эпидемиология хеҙмәтенең почётлы хеҙм‑ре...

КАРАМЫШЕВ Виктор Григорьевич

КАРАМЫШЕВ Виктор Григорьевич (19.10.1937, Житомир ҡ. — 17.3.2014, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2003). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2010). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1966) ИПТЭР‑ҙа эшләй: 1969 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1991 й. — бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 1995—99 йй. фән б‑са дир. урынбаҫары....

КАРАУЛОВА Нина Александровна

КАРАУЛОВА (Караулова‑Дубенская) Нина Александровна (29.7.1886, Каинск ҡ. Томск губ. — 1975, Өфө), йырсы (колоратур сопрано). БАССР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1946). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1916). Киев консерваторияһын тамамлағандан һуң (1915; В.А.Цветков класы) Киев опера театры солисы. 1922 й....

КАРБАМИД ЫҪМАЛАЛАРЫ

КАРБАМИД ЫҪМАЛАЛАРЫ, күп нигеҙле кислоталар амидтарының ҡораулы полимерҙарға әүерелергә һәләтле альдегидтар м‑н поликонденсацияланыуының олигомер продукттары. Формальдегидтың мочевина һәм уның сығарылмалары — тиомочевина, меламин, дициандиамид м‑н конденсацияланыуынан синтезланыусы термоактив ыҫмалалар...

КАРБИДТАР

КАРБИДТАР (лат. carbo — күмер), углеродтың металдар һәм ҡайһы бер металл булмаған матдәләр м‑н берләшмәләре. Атомдар араһындағы химик бәйләнештәрҙең төрө б‑са ионлы, ковалентлы һәм металға оҡшаш К. айыралар. К. элементтарҙың вакуумда йәки тергеҙеүсе мөхиттәрҙә һ.б. углерод йәки углеродлы газдар м‑н...

КАРБОН

КАРБОН, ташкүмер системаһы (осоро), палеозойҙың бишенсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы 359,2±2,5 млн йыл, тамамланыуы — 299,0±0,8 млн йыл (ҡара: Геохронология). Англияла В.Конибир һәм В.Филлипс тарафынан айырып күрһәтелә (1822). Рәсәйҙең Европа өлөшөндә, Уралда, Ҡаҙағстанда, Ҡытайҙа 3 бүлеккә...

КАРБОН КИСЛОТАЛАРЫ

КАРБОН КИСЛОТАЛАРЫ, дөйөм формулаһы RCOOH булған органик кислоталар, R — органик радикал, СООН — карбоксил төркөмө. Карбоксил төркөмдәренең һаны б‑са моно‑, ди‑ һәм поликарбон, углеводород радикалы оҙонлоғо б‑са — түбән (С1—С6) һәм юғары (С6‑нан артығыраҡ; ҡара: Синтетик май кислоталары), радикал структураһы...

КАРБОНИЛЛЕ БЕРЛӘШМӘЛӘР

КАРБОНИЛЛЫ БЕРЛӘШМӘЛӘР, молекулаларында карбонил төркөмө С=О булған органик һәм органик булмаған берләшмәләр. Органик булмаған К.б. углерод оксидын һәм диоксидын, карбонаттарҙы һ.б. индерәләр. Карбонил төркөмө м‑н бәйле алыштырыусыларҙың төрөнә ҡарап органик К.б. альдегидтарға (R—CH=O, бында R=H, Alk,...

КАРДИО...

КАРДИО... (гр. kardia – йөрәк), ҡушма һүҙҙәрҙең “йөрәккә ҡағылышлы” мәғәнәһен аңлатҡан өлөшө (мәҫ., кардиология, кардиохирургия). Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов