Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КАСТОР, йондоҙ системаһы

КАСТОР, Игеҙәктәр α‑һы, өс спектраль‑ҡуш (2 зәңгәр һәм 1 ҡыҙыл) йондоҙҙан торған система. Визуаль йондоҙ дәүмәле 1m,6. Радиусы Ҡояштыҡынан яҡынса 2,5 тапҡырға ҙурыраҡ. Ерҙән сама м‑н 46 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Зодиак йондоҙлоғона ҡарай. БР терр‑яһында байыусы йондоҙ. Ғин., төн уртаһында...

КАСЬЯНОВ ҠАЛАСЫҒЫ

КАСЬЯНОВ ҠАЛАСЫҒЫ, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 5—3 бб. ҡарай. Ғафури р‑ны Ҡормантау а. янында Ҡормантау һыртының көнбайыш итәгендә урынлашҡан. 20 б. 20‑се йй. М.И.Касьянов тарафынан асыла, 1954—55 йй. Һ.В.Йосопов, 1975 й. В.А.Иванов, 1979 й. А.Х.Пшеничнюк өйрәнә. Ҡаласыҡ (оҙонлоғо...

КАСЬЯНОВ ТОРАҺЫ

КАСЬЯНОВ ТОРАҺЫ, Ҡормантау мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 7—6 бб. ҡарай. Ғафури р‑ны Ҡормантау а. эргәһендә Ағиҙел й. уң ярында Ҡормантау һыртының көнбайыш итәгендә урынлашҡан. 1928 й. М.И.Касьянов тарафынан асыла, 1953—54 йй. СССР ФА‑ның Археология ин‑ты экспедицияһы (етәксеһе А.В.Збруева)...

КАТАЕВ Валерий Алексеевич

КАТАЕВ Валерий Алексеевич (23.9.1964, Өфө), провизор. Фарм. ф. д‑ры (2006). БДМИ‑ны тамамлаған (1987), 1990 й. алып (өҙөклөк м‑н) шунда уҡ эшләй: 1991—93 йй. фарм. ф‑ты деканы урынбаҫары, 1999 й. алып Төбәк дарыуҙар сифатын контролләү үҙәге дир., 2007 й. үҙәк ғилми‑тикшеренеү лаб. төп ғилми хеҙм‑р,...

КАТАЕВ Николай Анатольевич

КАТАЕВ Николай Анатольевич (22.11.1939, Сокол ҡ.), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (2004), проф. (1994). РФ‑тың атҡ. юғары мәктәп хеҙм‑ре (2010), БР‑ҙың атҡ. юрисы (1993). Эске хеҙмәт ген.‑майоры (1992). Һарытау юридик ин‑тын тамамлағандан һуң (1964) шунда уҡ уҡыта. 1971 й. алып СССР ЭЭМ‑ының Рязань юғары...

КАТАЕВ Николай Анатольевич

КАТАЕВ Николай Анатольевич (22.11.1939, Сокол ҡ.), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (2004), проф. (1994). РФ‑тың атҡ. юғары мәктәп хеҙм‑ре (2010), БР‑ҙың атҡ. юрисы (1993). Эске хеҙмәт ген.‑майоры (1992). Һарытау юридик ин‑тын тамамлағандан һуң (1964) шунда уҡ уҡыта. 1971 й. алып СССР ЭЭМ‑ының Рязань юғары...

КАТАЛИЗ

КАТАЛИЗ (гр. katalysis — емерелеү), ҡатнашҡан матдәләр м‑н ваҡытлыса химик тәьҫир итешеп, һәр бер тәьҫир итешеү циклынан һуң химик составын ҡайтарырға һәләтле катализаторҙар ярҙамында химик реакциялар тиҙлеге үҙгәреүе. К. ыңғай (реакцияның тиҙлеге арта) һәм кире (реакция аҡрыная йәки баҫыла), ҡатнашҡан...

КАТАЛИЗАТОРҘАР

КАТАЛИЗАТОРҘАР, химик реакцияның тиҙлеген үҙгәртә алған һәм һуңғы продукттар составына инмәгән матдәләр. Тәьҫир итеү механизмы б‑са — кислота‑нигеҙле һәм окисланыу‑ҡайтарылыу, фаза торошо б‑са гомоген һәм гетероген К. айыралар. Каталитик активлыҡ (реакция тиҙлегенең күләм йәки масса берәмегенә сағыштырмаһы),...

КАТАЛИТИК КРЕКИНГ

КАТАЛИТИК КРЕКИНГ, нефть сеймалын катализаторҙар ҡулланып деструктив эшкәртеү процесы. К.к. сеймалды 475—540°С т‑рала реактор һәм регенератор араһында әйләнеп йөрөүсе катализатор (эҙмә‑эҙлекле крекинг һәм өҫтөнә ултырған коксты яндырып әүҙемлеген ҡайтарыу стадияларында ҡатнаша) м‑н контактҡа индереп...

КАТАЛИТИК РЕАКЦИЯЛАР

КАТАЛИТИК РЕАКЦИЯЛАР. Электрон (окисланыу, ҡайтарылыу, гидрирлау, дегидрирлау, кислород ингән тотороҡһоҙ берләшмәләр тарҡалыу — окисланыу‑ҡайтарылыу катализы) йәки протон (крекинг, гидратациялау, дегидратациялау, күп кенә изомерлаштырыу реакциялары, органик матдәләрҙе конденсациялау — кислота‑нигеҙле...

КАТАНОВ Николай Фёдорович

КАТАНОВ Николай Фёдорович (6.5.1862, Йәнәсәй губернаһы Йөҙөм ҡсб — 10.3.1922, Ҡазан ҡ.), тел белгесе, этнограф, төркиәтсе. Филология фәндәре (1903) һәм сағыштырма тел ғилеме (1907) докторы, профессор (1921). Санкт‑Петербург университетының көнсығыш телдәре факультетын тамамлаған (1888). 1889—92 йй....

КАТАНСКИЙ Николай Васильевич

КАТАНСКИЙ Николай Васильевич (1870—?), Өфө губернаһынан 4‑се Дәүләт думаһы (1912—17) депутаты. Дворяндарҙан. Александр хәрби уч‑щеһын тамамлаған (Мәскәү, 19 б. 90‑сы йй. башы). 1900—17 йй. — Минзәлә өйәҙе, 1910—17 йй. Өфө губерна земство йыйылыштары гласныйы. 1907—10 йй. һәм 1916—17 йй. Минзәлә өйәҙ...

КАТАРАКТА

КАТАРАКТА (гр. katarrhaktēs — шарлауыҡ), ҡараҡылау, күҙ яҫмығының өлөшләп йәки тотош тоноҡланыуына бәйле күҙ ауырыуы. Тыумыштан булған һәм тормошта барлыҡҡа килгән К. айыралар; ябай һәм өҙлөгөүле К. була; тоноҡланыуҙарҙың урынына һәм формаһына ҡарап капсуляр, алғы һәм артҡы поляр, үҙәк К. айыралар....

КАТАРИНСКИЙ Василий Владимирович

КАТАРИНСКИЙ Василий Владимирович (1.3.1846, Ҡазан губ. — 20.5.1902, Ырымбур ҡ.), урыҫ тел белгесе. Ҡазан дини акад. тамамлағандан һуң (1872) Чебоксар уч‑щеһында уҡытыусы, күҙәтсе; 1875 й. алып Ырымбур уҡыу округының башҡа милләттәр өсөн мәктәптәр инспекторы. Фәнни эшмәкәрлеге башҡорт телен һәм ҡаҙаҡ...

КАТЕНИН Александр Андреевич

КАТЕНИН Александр Андреевич (1800, Кострома губ. Кинешма өйәҙе — 24.6.1860, Ырымбур ҡ., Кинешма өйәҙендә ерләнгән), дәүләт эшмәкәре. Ген.‑адъютант (1849), ген.-лейтенант (1853), С.‑Петербург Император ФА‑ның почётлы ағзаһы (1858). Дворяндарҙан. 1828—29 йй. рус‑төрөк һуғышында, 1830—31 йй. поляк ихтилалын...

КАТКОВА Тамара Ларионовна

КАТКОВА Тамара Ларионовна (6.7.1937, БАССР‑ҙың Бөрө р‑ны Ҡуян а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1974). 1956 — 2001 йй. Бәләбәй һөт комб‑тында эшләй: мастер ярҙамсыһы, 1966 й. алып өлкән мастер, 1975 й. — цех начальнигы. БАССР ЮС‑ының 10‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1971, 1974). Әҙәб.:...

КАТОЛИЦИЗМ

КАТОЛИЦИЗМ (гр. katholikos — дөйөм, төп, ғаләми), Католик сиркәүе, христианлыҡта төп йүнәлештәрҙең береһе. 1054 й. христиан сиркәүенең католик һәм православиеға бүленеүенән һуң дин ғилеме һәм сиркәү ойошмаһы булараҡ барлыҡҡа килә. Дин ғилеме сығанаҡтары — Библия һәм Изге Риүәйәт. К. төп тәғлимәте —...

КАУСТИК СОДА

КАУСТИК СОДА, каустик, натрий  гидроксиды, натрий  гидроокисы, зәһәр натр, NaOH. tиреү 328°С, tҡайнау 1390°С, тығыҙлығы 2130 кг/м3 булған гигроскопик аҡ кристалдар. Һыуҙа (күп миҡдарҙа йылылыҡ бүлеп сығарып), этанолда, метанолда эрей. Көслө нигеҙ, һауанан углекислый газды һәм һыуҙы йота, К.с. һыуҙағы...

КАЦЕРИК Георгий Иванович

КАЦЕРИК Георгий Иванович (12.5.1934, Өфө), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1986). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1959) респ. мед. учреждениеларында эшләй: 1960 й. алып Бөрйән р‑ны дауаханаһында баш табип урынбаҫары, 1969 й. — Стәрлетамаҡ ҡ. психоневрология диспансерының баш табибы, 1977—78 йй. Бөрө үҙәк...

КАЧАЛКОВА Ольга Александровна

КАЧАЛКОВА Ольга Александровна (2.6.1979, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Инйәр ҡсб), спортсы. Йәйге биатлон б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1999). РОСТО спорт‑техник клубы тәрбиәләнеүсеһе (Стәрлетамаҡ ҡ., тренеры М.З.Мөҙәрисов). Европа чемп. (2 тапҡыр, 1998), Европа (1998—99) һәм Рәсәй (1998) кубоктарын...