Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КАШАПОВ Иван Ибраһим улы

КАШАПОВ Иван Ибраһим улы (Уршат Кәшәфетдин улы; 2.9.1915, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ҡулай а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) — 12.3.2005, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), миномётсы, гвардия өлкән лейт. (2000). Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ашхабад хәрби пехота уч‑щеһын тамамлаған (1943). 1939 й. һәм...

КАШАПОВ Револьт Шәймөхәмәт улы

КАШАПОВ Револьт Шәймөхәмәт улы (24.10.1937, БАССР-ҙың Балтас р‑ны Иҫке Балтас а. — 2.7.2014, Өфө), географ. Геогр. ф. д‑ры (2009), проф. (1993). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2010). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1969) Биология ин‑тында эшләй, 1974 й. башлап БДПУ‑ла (1990—2006 йй. физик геогр. каф. мөдире)....

КАШАПОВА Ләлә Мөхәмәтдин ҡыҙы

КАШАПОВА Ләлә Мөхәмәтдин ҡыҙы (22.8.1952, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Шаҡша станцияһы ҡсб, хәҙ. Өфө эсендә), педагог. Пед. ф. д‑ры (2007), проф. (2012). РФ‑тың халыҡ мәғарифы отличнигы (1995), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004). Ҡазан пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1975) Приморье крайы Дунай ҡасабаһында балалар...

КАШЕЛЕВСКИЙ Геннадий Исаакович

КАШЕЛЕВСКИЙ Геннадий Исаакович (23.5.1934, Брянск ҡ. — 10.2.2009, Өфө), конструктор. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1956) 20‑се почта йәшниге пр‑тиеһында эшләй. 1960—67 йй., 1979—2001 йй. һәм 2008 й. алып Етештереү технологияһы һәм уны ойоштороу ин‑тында (Өфө), 1967—79 йй. Өфө приборҙар эшләү з‑дында эшләй....

КАШИН Николай Иванович

КАШИН Николай Иванович [28.2.1923, БАССР‑ҙың Арғаяш кантоны Оло Ҡуяш а. (Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны) — 20.12.1943, Украина ССР‑ы Трахтемиров а. янында], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. алып Воронеж фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 40‑сы армия 309‑сы уҡсылар див. 955‑се...

КАШИРИН Иван Дмитриевич

КАШИРИН Иван Дмитриевич [3.1.1890, Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Форштадт ҡсб (Силәбе өлкәһе Верхнеурал районы) — 20.9.1937, Мәскәү ҡ.], дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. Н.Д.Кашириндың ҡустыһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ырымбур казак хәрби училищеһын тамамлаған (1910). 1911 й....

КАШИРИН Николай Дмитриевич

КАШИРИН Николай Дмитриевич (4.2.1888, Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Форштадт ҡсб (Силәбе өлкәһе Верхнеурал районы) — 14.6.1938, Мәскәү ҡ.), дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. 2‑се ранг командармы (1935). И.Д.Кашириндың ағаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ырымбур казак юнкерҙар училищеһын...

КАШШАФ Ғәзи

КАШШАФ Ғәзи [ысын исеме Кәшшәфетдинов Мирғәзи Солтан улы; 2.4.1907, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Арыҫланбәк а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 9.12.1975, Ҡазан], әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. Филол. ф. канд. (1960). Көнсығыш пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Ҡазан, 1929) Ҡазанда эшләй: 1939 й. алып Татарстан китап нәшриәтенең,...

КАЩЕЕВ Фёдор Александрович

КАЩЕЕВ Фёдор Александрович [6.12.1934, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Асҡын а. (БР‑ҙың Асҡын р‑ны)], рәссам. РСФСР‑ҙың атҡ. (1991), БАССР-ҙың халыҡ (1979) һәм атҡ. (1973) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1960). Башҡ. муз. уч‑щеһын тамамлаған (1955; педагогы В.Р.Кашкарёв). Майлы буяу һәм темпера рәсем сәнғәте...

КАЯШЕВ Александр Игнатьевич

КАЯШЕВ Александр Игнатьевич (20.3.1944, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Яңы Моҡатай а. — 15.5.2014, Стәрлетамаҡ ҡ.), инженер-электрик. Техник ф. д‑ры (1996), проф. (1997). БР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (2006), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). Рязань радиотехника ин‑тын тамамлаған...

КӘБӘН, һаҙлыҡ

КӘБӘН, Кама й. басс. һаҙлыҡ. Краснокама р‑ны Һаҡлау а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 1769 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,6 м, иң ҡалыны — 8,5 м. Туйыныуы ҡатнаш. Аҡ ҡайын, тал, ҡара ҡарағат, ҙур сөйәл үләне, еңсәле мамыҡбаш күрән, ерек ҡураһы, тарбаҡлы...

КӘБӘС, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

КӘБӘС, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Кәбәс а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 10 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 379 кеше; 1920 — 677; 1939 — 717; 1959 — 546; 1989 — 285; 2002 — 332; 2010 — 289 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт...

КӘБЕҪТӘ

КӘБЕҪТӘ (Вrassica), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 35 төрө билдәле, Евразия һәм Африкала таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә: ялан К., йәки эт ҡуҙағы; ҡара шипкән һәм сарепта шипкәне. Бер йәки ике йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы, бейеклеге 20—150 см. Аҫҡы япрағы лира формаһында, өҫкөһө —...

КӘБЕҪТӘ КҮБӘЛӘГЕ

КӘБЕҪТӘ КҮБӘЛӘГЕ, (Pieris brassicae), күбәләктәр отрядының аҡ күбәләктәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Ҡанаттарының ҡоласы 5,5—6,0 см, өҫ яғы аҡ, алғы ҡанаттарының осонда ураҡ рәүешендәге ҡара ҡайма бар, аҫ яғы йәшкелт һары төҫтә. Инә күбәләктең алғы ҡанаты 2 йомро...

КӘБИРОВ Марат Миҙхәт улы

КӘБИРОВ Марат Миҙхәт улы (15.1.1956, Өфө ҡ. — 17.3.2016, шунда уҡ), спортсы. Бокс буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1979). П.Ф.Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлаған (1983). “Нефтсе” спорт комбинаты тәрбиәләнеүсеһе (тренеры — Р.Ш.Вәлиуллин). СССР чемпионатының...

КӘБИРОВ Рөстәм Рәсшәт улы

КӘБИРОВ Рөстәм Рәсшәт улы (30.10.1948, Өфө), ботаник. Биол. ф. д‑ры (1991), проф. (1992). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). БДУ‑ны тамамлаған (1971). 1972—73 йй. Өфөнөң 4‑се дауаханаһында эшләй; 1976 й. алып БДПУ‑ла уҡыта (1992—2014 йй. ботаника, биоэкология һәм ландшафты проектлау...

КӘДРӘЛЕ, һырт

КӘДРӘЛЕ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай р‑ны буйлап Әселе й. (Егән й. басс.) алып Ерегәҙе й. (Үрек й. ҡушылдығы) тамағына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 23 км, киңлеге төньяҡта 4 км тирәһе, көньяҡта 8 км тирәһе. Абс. бейеклеге 602 м (Кәдрәле тауы). Рельефы ҡатмарлы....

КӘЗӘ АҪРАУСЫЛЫҠ

КӘЗӘ АҪРАУСЫЛЫҠ, һөт, ит, дебет һәм йөн алыу өсөн кәзә үрсетеү; малсылыҡ тармағы. Кәзә һөтө — еңел үҙләштерелеүсе продукт, бигерәк тә балалар туҡланыуы өсөн файҙалы. Кәзә ите туҡлыҡлылығы һәм тәм сифаттары б‑са һарыҡ итенә тиң. Йөнөнән төрлө туҡымалар, балаҫтар һ.б. эшләнә. Тиреһенән шевро, хром, замша,...

КӘЗӘ СӘСКӘҺЕ

КӘЗӘ СӘСКӘҺЕ, осҡолоҡ гөл (Berteroa), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Башҡортостанда буҙ К.с. үҫә. Буҙ төҫтәге, төклө ике йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы, бейеклеге 20—50 см. Япрағы ланцет йәки оҙонса- ланцет формаһында, бөтөн ситле, тамыр яны япрағы һаплы, һабаҡ япрағы — ултырма....

КӘЗӘ ҮЛӘНЕ

КӘЗӘ ҮЛӘНЕ (Galega), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 8 төрө билдәле, Европаның көньяғында һәм көньяҡ-көнсығышында, Көнбайыш Азияла, ш. уҡ Көнсығыш Африкала таралған. Башҡортостанға 2 төрө интродукцияланған: көнсығыш К.ү. һәм дарыулы К.ү. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 150 см тиклем....