Список материалов
КӘЗӘ ҺАҠАЛЫ
КӘЗӘ ҺАҠАЛЫ, примула (Primula), кәзә һаҡалы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 500 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы уҡ рәүешендә, бейеклеге 15—40 см. Япрағы һаплы, яланғас йәки төклө, оҙон һабаҡлы К.һ. —...
КӘЗӘ ҺАҠАЛЫ ҺЫМАҠТАР
КӘЗӘ ҺАҠАЛЫ ҺЫМАҠТАР (Primulaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. 29 заты, 1000‑гә яҡын төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субарктик бүлкәттәрендә таралған. Күп, бер йыллыҡ йәки монокарпик үлән. Башҡортостанда 7 затҡа ҡараған 14 төрө (һөт күҙәнәге, наумбургия, таутишәр һ.б.) үҫә. Күп һәм бер...
КӘЗӘКЕЙ
КӘЗӘКЕЙ, кәзәки, башҡорттарҙа еңле, төймәле, эсләп, билләп тегелгән өҫ кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Ирҙәр К. (тубыҡҡа тиклем) ултырма яғалы һәм ян-яғынан кеҫәле итеп, ҡараһыу төҫтәге кизе-мамыҡ йәки йөн туҡыманан тегелгән. Күлдәк өҫтөнән кейгәндәр. К. башҡорттарҙа башҡорт полктарында хеҙмәт итеүселәрҙең...
КӘКӘН-ВАСИЛЬЕВКА, Миәкә р‑нындағы ауыл
КӘКӘН-ВАСИЛЬЕВКА, Миәкә р‑нындағы ауыл, Кожай-Семёновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 15 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Кәкән й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 722 кеше; 1920 й. — 797; 1939 — 632; 1959 — 486; 1989 — 370; 2002 — 362; 2010 — 303 кеше....
КӘКРЕБАШ, Туймазы р‑нындағы ауыл
КӘКРЕБАШ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Кәкребаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 12 км алыҫлыҡта Өҫән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 438 кеше; 1920 — 595; 1939 — 630; 1959 — 423; 1989 — 579; 2002 — 594; 2010 — 774 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...
КӘКРЕКҮЛ ҠАЛАСЫҒЫ
КӘКРЕКҮЛ ҠАЛАСЫҒЫ, б.э.т. 6 б. — б.э. 8 б. археологик ҡомартҡыһы. Краснокама р‑ны Иҫке Мошто а.көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. Кәкрекүл күле исеме м‑н аталған. 1956 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1964 й. А.Х.Пшеничнюк һәм Ә.М.Кинйәбаев, 1988 й. БДУ экспедицияһы (етәксеһе...
КӘКРЕКҮЛ ТОРАМАҺЫ
КӘКРЕКҮЛ ТОРАМАҺЫ, б.э.т. 4‑се мең йыллыҡ — 1‑се мең йыллыҡ башына ҡараған археологик ҡомартҡы. Краснокама р‑ны Иҫке Мошто а.көньяҡ-көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. Кәкрекүл күле исеме м‑н аталған. 1956 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1964 й. А.Х.Пшеничнюк, 1968—69 йй....
КӘКҮК ӘШӘЛСӘҺЕ
КӘКҮК ӘШӘЛСӘҺЕ (Gymnadenia), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 10 төрө билдәле, Евразияның, Төньяҡ Американың уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Бер аҙ тығыҙланған бармаҡса‑айырсалы бүлбеләре булған күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, нескә, 15—65 см бейеклектә. Япрағы...
КӘКҮК СӘЙЕ
КӘКҮК СӘЙЕ, башҡорттарҙа яҙҙы ҡаршылауға арналған йола байрамы. Яҙ-йәй осоронда (апр. аҙағынан июль уртаһына тиклем) үткәрелгән. Ҡатын-ҡыҙ тау битләүендә йәки йылға буйында, ҡайһы ваҡыт өй алдындағы йәшел үләндә йыйылған, үҙҙәре м‑н бал, бауырһаҡ, бәлеш, гөбәҙиә, ҡоймаҡ, сәксәк, эремсек һ.б. алып килгән....
КӘКҮК СИТЕГЕ
КӘКҮК СИТЕГЕ (Cypripedium), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә: күпкәк К.с., таплы К.с., ысын К.с., эресәскә К.с. Йыуан, йәйелеүсән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 10—50 см. Япрағы эллипс...
КӘКҮКБАШ
КӘКҮКБАШ (Pulmonaria), күгәрсен күҙе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 15 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Төклө тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ябай, бейеклеге 15—50 см. Тамыр яны япрағы ҡанатлы һапта (йомшаҡ К. оҙонса-эллипс, биҫтау...
КӘКҮКТӘР
КӘКҮКТӘР, к ә к ү к һ ы м а ҡ т а р (Cuculiformes), ҡоштар отряды. 2 ғаиләһе, 146 төрө билдәле, башлыса ултыраҡ ҡоштар. БР‑ҙа кәкүктәр ғаиләһенә ҡараған 2 төрө бар, башлыса күсәр ҡоштар. Һаҡау К. кәүҙә оҙонлоғо 30—32 см, ауырлығы 70—150 г, ябай К. ярашлы рәүештә — 32—34 см, 80—190 г. Ҡауырһын ҡапламы...
КӘКҮШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл
КӘКҮШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Түб. Ҡасмаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 7 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 68 км алыҫлыҡта Кәкүш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 525 кеше; 1920 — 449; 1939 — 515; 1959 — 499; 1989 — 373; 2002 — 344; 2010 — 284 кеше. Мариҙар йәшәй...
КӘЛИЕВ Ибрагим Адиетович
КӘЛИЕВ Ибраһим Әҙиәт улы (11.10.1959, Ҡаҙаҡ ССР‑ының Бударин ҡсб), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2002), проф. (2007). БР-ҙың мәғариф отличнигы (2010). Новосибирск ун‑тын тамамлағандан һуң (1981) РФА Себер бүлексәһенең Гидродинамика ин‑тында (Новосибирск ҡ.), бер үк ваҡытта Новосибирск ун‑тында һәм...
КӘЛИМОСҠАН
КӘЛИМОСҠАН, ҡая, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Ҡыҙылташ төбәгендә Ишембай заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. 70 м бейеклектәге текә ҡая. Девон һәм карбон эзбизташтарынан тора. Ҡаяла Салауат Юлаев мәмерйәһе бар.
Р.А.Фәтҡуллин
А.Н.Күсеев...
КӘЛИМУЛЛИН Барый Ғибат улы
КӘЛИМУЛЛИН Барый Ғибат улы [10.4.1907, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Дыуан‑Мәсетле а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) —21.7.1989, Өфө], архитектор, сәнғәт белгесе. СССР‑ҙың Төҙөлөш һәм архитектура акад. мөхбир ағзаһы (1957), сәнғәт ғилеме д‑ры һәм проф. (1976). РСФСР‑ҙың атҡ. архитекторы (1976), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт...
КӘЛИМУЛЛИН Ғәвис Фәхрулла улы
КӘЛИМУЛЛИН Ғәвис Фәхрулла улы (1.4.1941, БАССР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны Берлог ҡсб — 6.4.1992, Бөрө ҡ.), социолог. Филос. ф. канд. (1978), социол. ф. д‑ры (1991). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1968) ӨАИ‑ла, 1976—92 йй. Бөрө пед. ин‑тында (1986—91 йй. социол. лабораторияһы мөдире) эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре хеҙмәт...
КӘЛИМУЛЛИН Сәмиғулла Ғибат улы
КӘЛИМУЛЛИН Сәмиғулла Ғибат улы [8.3.1915, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Дыуан‑Мәсетле а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) — 15.10.1971, Өфө], архитектор. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1947). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Б.Ғ.Кәли- муллиндың ҡустыһы. Новосибирск инженер‑төҙөлөш ин‑тын тамамлағандан һуң 1940 й. һәм 1947—50 йй....
КӘЛИМУЛЛИН Сәмиғулла Мәсифулла улы
КӘЛИМУЛЛИН Сәмиғулла Мәсифулла улы (25.8.1914, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Баҡал ҡаҙна руднигы, хәҙ. Баҡал ҡ., — 19.9.1989, Өфө), сценограф. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1955). Театр эшмәкәрҙәре союзы (1947), Рәссамдар союзы (1954) ағзаһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан...
КӘЛИМУЛЛИН Фуат Барый улы
КӘЛИМУЛЛИН Фуат Барый улы (26.6.1931, Томск ҡ. — 10.9.2006, Өфө), инженер‑төҙөүсе. Архитектура канд. (1980). БР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1992). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1960). Б.Ғ.Кәлимуллиндың улы. В.В.Куйбышев ис. Мәскәү инженер‑төҙөлөш ин‑тын тамамлағандан һуң (1955) Мәскәү өлк. эшләй. 1957 й. алып...