Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КИЛЕМ МӘСЕТЕ

КИЛЕМ МӘСЕТЕ, 1821 й. Бәләбәй өйәҙе Килем а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) Тәвкилевтәр аҡсаһына төҙөлә. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты ҡарамағында. К.м., Килем һарайы, үрге һәм түбәнге парктар берҙәм һарай‑усадьба комплексын хасил итә. Мәсет (27х11 м) таштан, 2 ҡатлы, һыҙмала тура мөйөшлө, 4 яҡлы...

КИЛЕМ ТУРАҺЫНДА ДЕКЛАРАЦИЯ

КИЛЕМ ТУРАҺЫНДА ДЕКЛАРАЦИЯ (лат. declaratio — иғлан итеү, белдереү), устав м‑н билдәләнгән формалағы бланкыла календарь йылы өсөн алынған килем һәм уның сығанаҡтары, киткән сығымдар, һалым льготалары һәм иҫәпләнгән һалым суммаһы т‑да һалым түләүсенең яҙма ғаризаһы. Килемгә декларация яһау РФ‑та 1992 й....

КИЛЕМ ҺАРАЙЫ

КИЛЕМ ҺАРАЙЫ, 19 б. архитектура ҡомартҡыһы һәм ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Килем а. урынлашҡан. 1848 й. төҙөлә, архитекторы билдәһеҙ. Тәвкилевтәр усадьбаһының бер өлөшө булған. Һарай‑усадьба комплексына ш. уҡ Килем мәсете, үрге һәм түбәнге парктар ингән. Көнсығыш стилистикаһы мотивтары...

КИЛЕМ, Бүздәк р‑нындағы ауыл

КИЛЕМ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Килем а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 26 км алыҫлыҡта Иҙәш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1255 кеше; 1920 — 1390; 1939 — 1657; 1959 — 948; 1989 — 923; 2002 — 823; 2010 — 797 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй...

КИЛЕШ

КИЛЕШ, үҙ аллы һүҙ төркөмдәренең (исем, алмаш, һан һ.б.) грамматик категорияһы, телмәр составындағы синтаксик мөнәсәбәттәрҙе белдерә. Башҡ. телендә аффикстар килеш формаларын белдерә торған саралар булып тора; К. мәғәнәһе бәйләүестәр, үҙ аллы һүҙ төркөмөнөң семантикаһы һәм функцияһы м‑н билдәләнә. Башҡ....

КИЛЕШЕҮ НИГЕҘЕНДӘГЕ МӘКТӘПТӘР

КИЛЕШЕҮ НИГЕҘЕНДӘГЕ МӘКТӘПТӘР, яңы иҡтисади сәйәсәт осоронда эшләгән дөйөм белем биреү уҡыу йорттары. Нигеҙҙә эшсе, крәҫтиән, ҡыҙылармеец балалары ҡабул ителгән берҙәм хеҙмәт мәктәптәрендә (ҡара: Дөйөм белем биреү мәктәптәре) уҡыу мөмкинлегенән мәхрүм ителгән “эшсе булмаған элемент” балалары өсөн асылалар....

КИЛКАБЫҘ, Баҡалы р‑нындағы ауыл

КИЛКАБЫҘ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Ҡорос а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 15 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 90 км алыҫлыҡта Бөгә й. (Сөн й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1197 кеше; 1920 — 1317; 1939 — 941; 1959 — 697; 1989 — 436; 2002 — 441; 2010 — 358 кеше. Татарҙар йәшәй (2002)....

КИЛМӘК НУРЫШЕВ

  КИЛМӘК НУРЫШЕВ, башҡорт ихтилалдары (1735—40) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорто. Батыр. Абыҙ. Башҡорт ихтилалында (1704—11), баш күтәргән башҡорттарҙың илселеге составында Ҡырымда төрөк солтаны һәм Ҡырым ханы м‑н һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша. Бөтә башҡорт йыйынын үткәреү инициаторҙарының...

КИЛМӘМӘТОВ Рәмил Исмәғил улы

КИЛМӘМӘТОВ Рәмил Исмәғил улы (10.9.1949, БАССР-ҙың Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а.), фоторәссам. БР-ҙың халыҡ рәссамы (2014), РФ‑тың (2007), БАССР-ҙың (1990) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Фоторәссамдар союзы ағзаһы (1983). Мәскәү мәҙәниәт ин‑тын тамамлаған (1987; С.Ф.Бондарчук оҫтаханаһы). 1976 й. алып “Ағиҙел”...

КИЛМӘТОВ Әбделхалиҡ Тимербай улы

КИЛМӘТОВ Әбделхалиҡ Тимербай улы (1796—?), кантон башлығы, сотник (1853). Бөрө өйәҙе Борай а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) башҡорто. 1830—37 йй. Бөрө өйәҙ судында ауыл заседателе. 1841 й. алып йорт старшинаһы, 1844 й. — 11‑се, 1855 й. — 14‑се башҡ. кантондары башлығы. Он тартыу тирмәне хужаһы булған. Артабанғы...

КИЛМӘТОВА Инна Роберт ҡыҙы

КИЛМӘТОВА Инна Роберт ҡыҙы (27.7.1967, Өфө), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (2009). БАХИ-ны тамамлағандан һуң (1989) ӨПЭПБ-ның “Восход” малсылыҡ ҡуртым хужалығы (Шишмә р‑ны Сайран а.) ветеринар врачы, 1991 й. ғин. алып “Башнефтехимремстрой” тресы (Өфө) 7‑се махсуслашҡан ремонт‑төҙөлөш идаралығының...

КИЛМӨХӘМӘТОВ Тимерғәли Әбделғәлим улы

КИЛМӨХӘМӘТОВ Тимерғәли Әбделғәлим улы (19.12.1941, Үзбәк ССР‑ы Серов станцияһы ҡсб — 2.5.2021, Өфө ҡ.; БР-ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим а. ерләнгән), әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. Филология фәндәре докторы (1992), профессор (1994). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ...

КИМ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

КИМ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Аксёнов а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 41 км һәм Аксёнов т. юл ст. К. табан 3 км алыҫлыҡта Күҙле й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 173 кеше; 1939 — 390; 1959 — 756; 1989 — 932; 2002 — 958; 2010 — 878 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Халҡы Аксёнов...

КИМЕРЕҮСЕЛӘР

КИМЕРЕҮСЕЛӘР (Rodentia), имеҙеүселәр отряды. 40‑тан ашыу ғаиләһе, 2500 төрө билдәле. БР‑ҙа 8 ғаиләгә (ваҡ сысҡандар, ирләндәр, йоҡосолар, ҡондоҙҙар, осар тейендәр, сысҡандар, тейендәр, ялмандар) ҡараған 32 төрө бар. Кәүҙә оҙонлоғо 6 см алып (ваҡ сысҡандар) 100 см тиклем (йылға ҡондоҙо), ауырлығы 6 г...

КИМЕРСӘК СӘСКӘ ҺЫМАҠТАР

КИМЕРСӘК СӘСКӘ ҺЫМАҠТАР (Illecebraceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 30 заты, 200‑ҙән ашыу төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса, субтропик, ш. уҡ тропик бүлкәттәрендә таралған. Күп йәки бер йыллыҡ үлән, һирәгерәк ярым ҡыуаҡ. Башҡортостанда бүҫер үләне һәм диуала заттарынан 3 төр үҫә. Күп йәки бер...

КИНДЕР

КИНДЕР, тарма (Cannabis), киндер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 3—4‑кә яҡын төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Бер йыллыҡ ике өйлө үләндәр. Һабаҡтары төҙ, ябай, бейеклеге 2 м тиклем. Япраҡтары ябай, бармаҡса теленгән, оҙон һаплы, 2 япраҡ ҡолаҡсынлы,...

КИНДЕРКҮЛ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

КИНДЕРКҮЛ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Үрнәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 90 км алыҫлыҡта Сәғәҙи й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 643 кеше; 1920 — 792; 1939 — 776; 1959 — 77; 1989 — 341; 2002 — 284; 2010 — 245 кеше. Татарҙар,...

КИНДЕРЛЕ МӘМЕРЙӘҺЕ

КИНДЕРЛЕ МӘМЕРЙӘҺЕ, Еңеүҙең  30  йыллығы исемендәге  мәмерйә, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында оҙонлоғо б‑са икенсе урында тора. Ғафури р‑ны Ташаҫты а. көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта Киндерле й. (Еҙем й. ҡушылдығы) үҙәненең уң битләүендә, “Еҙем тәбиғи паркы” терр‑яһында урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, өҫкө...

КИНЕЛЬСКИЙ Дан

КИНЕЛЬСКИЙ Дан [ысын исеме Иҙрисов Абдулла Мәхмүтйән улы; 15.12.1896, Һамар губ. Боғорослан өйәҙе Иҫке Ҡолшәрип а. (Ырымбур өлк. Әсекәй р‑ны) — 5.11.1982, БАССР-ҙың Иглин р‑ны Рәсмәкәй а., БАССР-ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Иҫке Ҡыйышҡы а. ерләнгән], педагог. БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1949), РСФСР‑ҙың...

КИНЕМАТОГРАФСЫЛАР СОЮЗЫ

КИНЕМАТОГРАФСЫЛАР СОЮЗЫ, ижади берекмә. 1994 й. Өфө ҡ. БР‑ҙың К.с. булараҡ ойошторола, 1997 й. алып РФ К.с. Башҡортостан филиалы, 1998 й. — Башҡортостан республикаһы К.с., 2002 й. — РФ К.с. төбәк бүлеге, 2011 й. алып Башҡортостандың “РФ кинематографсылар союзы” дөйөм Рәсәй йәмғиәт ойошмаһының Башҡортостан...