Список материалов
КОЖЕВНИКОВ Алексей Венедиктович
КОЖЕВНИКОВ Алексей Венедиктович (6.3.1891, Вятка губ. Хабазы а. — 5.1.1980, Мәскәү), яҙыусы. “Һаумы, юл!” (“Здравствуй, путь!”; 1936), “Океан туғаны” (“Брат океана”; 1939), “Тере һыу” (“Живая вода”; 1950) һ.б. романдар авторы. Урал халыҡтарының рев‑цияға тиклемге тормошона арналған “Алтын ярлылар” [“Золотая...
КОЖЕВНИКОВ Павел Андреевич
КОЖЕВНИКОВ Павел Андреевич (19.3.1942, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Сталин а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ районы Мағаш а.), Хеҙмәт Даны орд. тулы кавалеры. 1960—62 йй. Өфөнөң 1‑се ТЭЦ‑ы балта оҫтаһы. 1965 й. алып “Башстройтранс” тресының 1‑се автобазаһы, 1994 й. — “Чародейка” ААЙ водителе. 1996—2006 йй. «“Эколог”...
КОЖЕВНИКОВ Сергей Викторович
КОЖЕВНИКОВ Сергей Викторович (7.9.1958, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Талдыболаҡ ҡсб), спортсы. Бокс б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1982). Мәскәү финанс ин‑тын тамамлаған (1989). Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Г.С.Лучинин). РСФСР чемп. (1981), СССР чемпионатының...
КОЗИЦКИЙ Филипп Емельянович
КОЗИЦКИЙ Филипп Емельянович (23.10.1893, Киев губ. Летичевка а. — 27.4.1960, Киев), комп., музыка белгесе, педагог, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. Украина ССР‑ының атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1943). Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Өфөлә эвакуацияла була, 1941—43 йй. Композиторҙар союзы эшендә ҡатнаша. Башҡ. муз. фольклорын...
КОЗЛОВ Александр Фёдорович
КОЗЛОВ Александр Фёдорович (24.4.1922, Алыҫ Көнсығыш респ. Бровничи а. — 26.11.2004, Өфө), архитектор. РСФСР‑ҙың атҡ. архитекторы (1969). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1955). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Новосибирск инженер‑төҙөлөш ин‑тын тамамлағандан һуң (1947) “Башкиргражданпроект” ин‑тының архитекторҙар...
КОЗЛОВ Алексей Павлович
КОЗЛОВ Алексей Павлович (1853, Ярославль губ. Никольский а. — 1909), Өфө губернаһынан 2‑се Дәүләт думаһы (1907) депутаты. Думала эсерҙар фракцияһы ағзаһы. Өфө өйәҙ һәм губерна земстволары, ш. уҡ Өфө ҡала думаһы гласныйы. Өфөлә хосуси һәм хеҙмәткәрҙәр эшенә үҙ-ара ярҙам итеү йәмғиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың...
КОЗЛОВ Анатолий Александрович
КОЗЛОВ Анатолий Александрович (21.8.1946, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Васильевка а. — 3.11.2004, Өфө), журналист. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1982). Журналистар союзы ағзаһы (1969). БДУ‑ла уҡыған (1964—67). 1967 й. алып “Советская Башкирия” гәз. (1982 й. — бүлек мөдире) хеҙм‑ре. Хәҙ. заман иҡт. мәсьәләләре...
КОЗЛОВ Валерий Григорьевич
КОЗЛОВ Валерий Григорьевич (18.4.1951, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (1994). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Химия ин‑тында эшләй. 1994 й. алып РФА Һамар фәнни үҙәгенең Волга бассейны экологияһы ин‑тында лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 2000 й. Волга ун‑тында (икеһе лә — Тольятти ҡ.) уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре...
КОЗЛОВ Евгений Григорьевич
КОЗЛОВ Евгений Григорьевич (3.1.1933, Наро‑Фоминск ҡ.), тренер. Тау саңғыһы спорты б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1989), бөтә Союз категориялы судья (1973). ӨАИ‑ны тамамлаған (1964). 1957 й. алып Өфөлә эшләй: “Уңыш” ДСО‑һы, 1959 й. башлап Респ. йәштәр спорт мәктәбе тренеры, 1961—71 йй. — “Хеҙмәт” ДСО‑һы,...
КОЗЛОВ Илларион Александрович
КОЗЛОВ Илларион Александрович (6.2.1878, Ҡазан — 4.12.1933, шунда уҡ), комп., скрипкасы, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1900). Төрки музыка ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Башҡ. һәм татар халыҡ музыкаһын өйрәнеүсе һәм пропагандалаусы. Әҫәрҙәре араһында кантаталар, скрипка...
КОЗЛОВА Планета Павловна
КОЗЛОВА Планета Павловна (28.7.1945, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Ғәҙелша а.), педагог. Пед. ф. д‑ры (1998), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1993), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2002). СДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1970) 9‑сы урта мәктәп һәм 2‑се тәрбиә-хеҙмәт колонияһы уҡытыусыһы (бөтәһе...
КОЗЛОВА Татьяна Николаевна
КОЗЛОВА Татьяна Николаевна (29.11.1931, Урал өлк. Красноуральск эшселәр ҡсб), тренер. Тау саңғыһы спорты б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1988). Урал политехник ин‑тын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1954). 1967 й. алып Өфөлә эшләй: “Хеҙмәт” ДСО‑һы ДЮСШ‑ының, 1975 й. башлап “Зенит” ДСО‑һы тренеры, 1978 й. —...
КОЗЛОВСКИЙ Яков Абрамович
КОЗЛОВСКИЙ Яков Абрамович (29.7.1921, Мәскәү губ. Воскресенск ҡ. — 1.6.2001, Мәскәү), шағир, тәржемәсе. “Һуҡмаҡ” (“Тропа”; 1964), “Арена” (1972), “Төрлө ырыу имеш-мимештәре” (“Разноплеменная молва”; 1992) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. М.Кәримдең “Ай тотолған төндә” (1967), “Ҡыҙ урлау” (1969), “Айгөл...
КОЙНЕ
КОЙНЕ (гр. koine — дөйөм), даими соц. бәйләнеш шарттарында ҡәрҙәш телдәрҙә йәки диалекттарҙа һөйләшеүселәрҙең төп аралашыу сараһы булараҡ ҡулланылған функциональ типтағы тел; өҫтөнлөк иткән тел йәки диалект базаһында формалаша. Күп кенә ғалимдарҙың фекере б‑са, орхон-йәнәсәй ҡомартҡылары теле байтаҡ...
КОКАНД ПОХОДТАРЫ (1852, 1853)
КОКАНД ПОХОДТАРЫ (1852, 1853), 1847—76 йй. Рәсәйҙең Коканд ханлығын баҫып алыуы осоронда рус ғәскәрҙәре экспедицияһы. Ырымбур айырым корпусы көстәре ҡатнаша, һуңыраҡ Себер казак ғәскәре ҡушыла. 1852 й. 3 июлендә Ырымбур губернаһының Арал нығытмаһынан Коканд ханлығының Аҡмәсет ҡәлғәһенә табан полк. И.Ф.Бларамберг...
КОКИН Павел Владимирович
КОКИН Павел Владимирович [21.7.1974, Тирлән ҡсб (Белорет ҡ.), хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Тирлән а.], спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997). БДПИ‑ны тамамлаған (1997). Нефтекама ҡ. ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А.Х.Хаҡов), 1992—2005 йй. армия спорт клубы өсөн сығыш...
КОКОРИН Виктор Дмитриевич
КОКОРИН Виктор Дмитриевич (1887—1959), архитектор. СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Мәскәү, Алма‑Ата, Сочи, Ташкент, Тбилиси һ.б. ҡалаларҙа бик күп архитектур проекттар; Өфөлә Соц. мәҙәниәт һарайы (1934—37, төҙөлөш тамамланмай; 1986 й. архитекторҙар Р.И.Кирайдт, Р.Р.Әүсәхов проекты б‑са яңыртыла; хәҙ....
КОКОРИН Виталий Васильевич
КОКОРИН Виталий Васильевич (3.1.1975, Силәбе ҡ.), спортсы. Велосипед спорты б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1993). “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Р.Н.Латипов). Шәхси ярышта Рәсәй чемп. (1994—95), команда ярышында Рәсәй кубогын яулаусы (1995). Үҫмер спортсылар...
КОКОРИНДАР, эквилибристар
КОКОРИНДАР, цирк артистары ғаиләһе, эквилибристар. Георгий Михайлович К. (2.9.1947, Белорус ССР‑ы Малорита ҡсб). БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1988). Мәскәү цирк һәм эстрада сәнғәте уч‑щеһын (1970), Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. цирк студияһын (1973), Силәбе мәҙәниәт ин‑тын (1984) тамамлаған. 1966—70 йй. “Сәхнәләге...
КОКС
КОКС (нем. Koks), углеродлы сеймалды юғары т‑рала ҡыҙҙырыу (кокслаштырыу) ваҡытында барлыҡҡа килгән ҡаты ҡалдыҡ. Алынған сеймалға ҡарап таш күмер, пек һәм нефть К. айыралар. К. составында углерод өҫтөнлөк итә. Таш күмер К. юғары сифатлы төтөнһөҙ яғыулыҡ, тимер мәғдәнен ҡайтарғыс (домна К.) итеп һәм...