Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КӨНЬЯҠ ҒӘСКӘРҘӘР ТӨРКӨМӨ

КӨНЬЯҠ ҒӘСКӘРҘӘР ТӨРКӨМӨ, Рус армияһында, 1919 й. мартында Юғары баш командующий адмирал А.В.Колчак бойороғо б‑са Көнбайыш армия һәм Ырымбур армияһы частарынан ойошторола. К.ғ.т. составына 4‑се Ырымбур армия корпусы, 5‑се Стәрлетамаҡ армия йыйылма корпусы һәм 1‑се Башҡ. кавалерия полкы (ҡара: Башҡорт...

КӨНЬЯҠ ДИАЛЕКТ

КӨНЬЯҠ ДИАЛЕКТ, юрматы диалекты, башҡорт теле диалекттарының береһе. БР‑ҙың Архангел, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Бишбүләк, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Ейәнсура, Иглин, Ишембай, Йылайыр, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Мәләүез, Нуриман, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Фёдоровка, Хәйбулла, Шишмә, Әлшәй...

КӨНЬЯҠ ИҠТИСАДИ ТӨБӘК

КӨНЬЯҠ ИҠТИСАДИ ТӨБӘК, Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы, Ғафури, Ейәнсура, Ишембай, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Фёдоровка административ райондарын, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡҡ. берләштерә. Төбәктең майҙаны 27234 км2 (БР майҙанының 19,0%‑ы). 2008 й....

КӨНЬЯҠ ТАТАР КӨМБӘҘЕ

КӨНЬЯҠ ТАТАР КӨМБӘҘЕ, Волга-Урал антеклизаһының беренсе дәрәжәләге ыңғай тектоник структураһы. Татар көмбәҙе структураһынан Р.О.Хачатрян айырып күрһәтә (1979). Ҡатлаулы-үткел типҡа ҡарай. Башлыса БР терр‑яһында урынлашҡан. Көньяҡ-көнсығышҡа һуҙылған. Волга-Урал антеклизаһының үҙәк-ситке зонаһын биләй;...

КӨНЬЯҠ УРАЛ БОКСИТЛЫ БАССЕЙНЫ

КӨНЬЯҠ УРАЛ БОКСИТЛЫ БАССЕЙНЫ, Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүендә, Силәбе өлк. һәм өлөшләтә БР‑ҙың Салауат р‑ны сиктәрендә урынлашҡан. Бөтәһе 40‑ҡа яҡын боксит ятҡылығы һәм сығанағы билдәле. 1934 й. асыла, 1938 й. А.П.Тяжёва, Н.Д.Сухарев һ.б. тарафынан өйрәнелә. Боксит сығарыу 1937—2003 йй. бара. Төньяҡ‑көнсығышҡа...

КӨНЬЯҠ УРАЛ ҠУРСАУЛЫҒЫ

КӨНЬЯҠ УРАЛ ҠУРСАУЛЫҒЫ, БР‑ҙа һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында федераль әһәмиәттәге иң ҙур ҡурсаулыҡ. 1979 й. шыршы һәм аҡ шыршы үҫкән тау‑тайга урмандарын, бейек тауҙарҙағы экосистеманы һәм һаҙлыҡтарҙы һаҡлау өсөн ойошторола. БР‑ҙың Белорет р‑ны һәм Силәбе өлк. сиктәрендә урынлашҡан. Майҙаны 252,8...

КӨНЬЯҠ УРАЛ МЕТАЛЛУРГИЯ ЙӘМҒИӘТЕ

КӨНЬЯҠ УРАЛ МЕТАЛЛУРГИЯ ЙӘМҒИӘТЕ, 1898 й. кенәз К.Э.Белосельский-Белозерский (ҡара: Белосельский-Белозерскийҙар), Бельгия эшҡыуарҙары Э.Диньефу, В.Пирло, Л.П.Пирло, Петербург иҫәп һәм ссуда банкыһы һ.б. тарафынан аноним металлургия йәмғиәте булараҡ ойошторола. Идараһы Льеж ҡ. (Бельгия), баш вәкиллеге...

КӨНЬЯҠ УРАЛ ПУЛЕМЁТСЫЛАР УЧИЛИЩЕҺЫ

КӨНЬЯҠ УРАЛ ПУЛЕМЁТСЫЛАР УЧИЛИЩЕҺЫ, 1942 й. майында Чкалов өлк. Сорочинск ҡасабаһында ойошторола. 1942 й. июненән БАССР‑ҙың Благовещен ҡ. урынлаша. 5 батальондан тора. Уҡыу ваҡыты 6 ай тәшкил итә. Уч‑щела хәрәкәттәге армияның пулемёт подразделениелары өсөн офицерҙар әҙерләнә. Тамамлаусылар араһында...

КӨНЬЯҠ УРАЛ ҺОРО КҮМЕР БАССЕЙНЫ

КӨНЬЯҠ УРАЛ ҺОРО КҮМЕР БАССЕЙНЫ, Урал алды бөгөлөндә, БР һәм өлөшләтә Ырымбур өлк. сиктәрендә урынлашҡан. Бөтәһе 50‑нән ашыу һоро күмер ятҡылығы билдәле. Г.В.Вахрушев (1952), А.С.Хоментовский (1950), В.Л.Яхимович, О.С.Адрианова (1959) һ.б. тарафынан өйрәнелгән. К.У.һ.к.б. күмер туплау иртә миоценда...

КӨНЬЯҠ УРМАН-ДАЛА ЗОНАҺЫ

КӨНЬЯҠ УРМАН-ДАЛА ЗОНАҺЫ, Ауырғазы, Баҡалы, Ғафури, Дүртөйлө, Илеш, Кушнаренко, Ҡырмыҫҡалы, Өфө, Саҡмағош, Шаран р‑ндары, Ишембай һәм Бөрө р‑ндарының көнбайыш өлөшө (Ағиҙел й. һул яры) а.х. терр‑яларын үҙ эсенә ала. Ер майҙаны (мең га): 2028,2, ш. иҫ. ауыл хужалығы ерҙәре — 1332,7 (һөрөнтө ерҙәр — 775,1),...

КӨНЬЯҠ ҮЛӘНДЕ, күл

КӨНЬЯҠ ҮЛӘНДЕ, Урал й. басс. күл. Әбйәлил р‑ны Покровка а. көньяҡҡа табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 2,3 км2, оҙонлоғо 2,3 км, уртаса киңлеге 1,0 км, уртаса тәрәнлеге 1,7 м (макс. — 2,3 м), һыу күләме 6,4 млн м3. Тектоник күл, өҫкө девон—аҫҡы карбон тоҡомдарында (аргиллит, алевролит,...

КӨҢГӨР ЯРУСЫ

КӨҢГӨР ЯРУСЫ (Пермь крайының Көңгөр ҡ. исеменән), пермдең аҫҡы бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Әртә ярусы һәм өфө ярусы араһында урынлашҡан. А.А.Штукенберг тарафынан айырып күрһәтелә (1890). Башлыса һай диңгеҙ ҡултығы һәм континенталь ултырмаларҙан тора, ҡалынлығы 100—1000 м. Ҡабырсаҡтар, остракодтар, миоспоралар...

КӨРӘШ

КӨРӘШ, башҡорттарҙа борондан килгән спорт төрө, ике спортсының баҫҡан килеш бер‑береһенең биленә һалынған билбауҙы ике ҡул м‑н эләктереп бергә‑бер алышы. Саф еңеү көрәштәшен рөхсәт ителгән һәр төрлө алым м‑н келәмдән күтәреп алып салҡан (ҡалаҡ һөйәгенә) һалған көрәшсегә бирелә (аяҡ салыу һәм аҫтан тартып...

КӨРКӘК, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

КӨРКӘК, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Оло Ҡасаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 33 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта Гәрә й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 258 кеше; 1920 — 318; 1939 — 347; 1959 — 313; 1989 — 207; 2002 — 198; 2010 — 186 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға...

КӨРКӘК, һырт

КӨРКӘК, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Учалы, Белорет, Әбйәлил р‑ндары буйлап Маҙар й. (Миндәк й. ҡушылдығы) тамағы киңлегенән Бәләкәй Ҡыҙыл й. тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 16 км, киңлеге 4—5 км тирәһе, абс. бейеклеге 1008 м (Көркәк тауы). Текә битләүле уҡмашҡан массивтарға...

КӨРШӘК, Иглин р‑нындағы ауыл

КӨРШӘК, Иглин р‑нындағы ауыл, Сыуаш-Ҡобау а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 17 км һәм Сыуаш- Ҡобау т. юл ст. Т. табан 1,5 км алыҫлыҡта Лабау й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 177 кеше; 1920 — 218; 1939 — 199; 1959 — 185; 1989 — 182; 2002 — 210; 2010 — 219 кеше. Сыуаштар йәшәй...

КӨРШӘЛЕ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

КӨРШӘЛЕ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Яңы Мишәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 37 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 93 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 135 кеше; 1920 — 199; 1939 — 136; 1959 — 163; 1989 — 134; 2002 — 225; 2010 — 236 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға Троицк...

КӨСӨГӘН

КӨСӨГӘН (Aquila heliaca), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла, Төньяҡ-Көнбайыш Африкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 72—84 см, ауырлығы 2,4—4,5 кг, ҡанатының ҡоласы 180—215 см. Ҡауырһын ҡапламы ҡарағусҡыл, арҡаһында аҡ таптар бар. Башы һарғылт ерән, аҡһыл, суҡышы...

КӨСӨГӘН, Миәкә р‑нындағы ауыл

КӨСӨГӘН, Миәкә р‑нындағы ауыл, Көсөгән а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 20 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта Өйәҙе й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1151 кеше; 1920 — 1252; 1939 — 625; 1959 — 429; 1989 — 558; 2002 — 605; 2010 — 588 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта...

КӨСӨК‑МАЯҠ, Учалы р‑нындағы ауыл

КӨСӨК‑МАЯҠ, Маяҡ, Учалы р‑нындағы ауыл, Амангилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 71 км һәм Уралтау т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 223 кеше; 1920 — 299; 1939 — 304; 1959 — 202; 1989 — 114; 2002 — 145; 2010 — 135 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп...