Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КРӘҪТИӘН (ФЕРМЕР) ХУЖАЛЫҒЫ

КРӘҪТИӘН (ФЕРМЕР) ХУЖАЛЫҒЫ, а.х. производствоһы өлкәһендә хужалыҡ эшмәкәрлеген бергә алып барған граждандар берекмәһе. К.(ф.)х. эшмәкәрлегенең төп төрҙәре: а.х. продукцияһы етештереү һәм эшкәртеү, уны ташыу, һаҡлау һәм һатыу. К.(ф.)х. мөлкәте уның ағзаларының дөйөм милке булып тора, хужалыҡ эшҡыуарлыҡ...

КРӘҪТИӘН ЕР БАНКЫҺЫ

КРӘҪТИӘН ЕР БАНКЫҺЫ, 20 б. башы тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы, ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы. Өфөлә урынлашҡан (Совет урамы, 14). Архитектор Друккер проекты б‑са 1906 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1908, 1912) төҙөлә. 2 ҡатлы кирбес бина тәүҙә симметрик (төп ишеккә һәм ихатаға табан һуҙылған төп өлөшөнә...

КРӘҪТИӘН ЙӘШТӘРЕ МӘКТӘПТӘРЕ

КРӘҪТИӘН ЙӘШТӘРЕ МӘКТӘПТӘРЕ, СССР‑ҙа агрономик әҙерлек һәм а.х. производствоһын ойоштороу нигеҙҙәре тәрән өйрәтелгән дөйөм белем биреүсе тулы булмаған урта мәктәптәр. 1923 й. 1‑се баҫҡыс мәктәптәр нигеҙендә булдырылалар. 12—18 йәшлек йәштәр ҡабул ителә. Уҡыу курсы 3 йыл була. Уҡыу программаһына дөйөм...

КРӘҪТИӘН КОМИТЕТТАРЫ

КРӘҪТИӘН КОМИТЕТТАРЫ, крәҫтиән союздары, крәҫтиән йәмғиәттәре, революция (1905—07) һәм революция (1917) осоронда крәҫтиәндәрҙең ижт.-сәйәси ойошмалары. Бөтә Рәсәй крәҫтиәндәр союзы, Социал-революционерҙар партияһы һәм Дәүләт думаһының хеҙмәтсәндәр фракцияһы етәкселегендә ойошторола. Ерҙе национализациялау...

КРӘҪТИӘН РЕФОРМАҺЫ

КРӘҪТИӘН РЕФОРМАҺЫ, Рәсәйҙә крепостной хоҡуҡты бөтөргән реформа [ҡара: Реформалар (19 б. 60—80‑се йй.)]. 1861 й. 19 февр. “Крепостной бойондороҡлоҡтан ҡотолған крәҫтиәндәр тураһында положение” нигеҙендә үткәрелгән. Өфөлә реформа т‑да “Манифест” 1861 й. 15 мартында иғлан ителә. Алпауыт крәҫтиәндәре шәхси...

КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ БУЙЫНСА ГУБЕРНА ПРИСУТСТВИЕЛАРЫ

КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ БУЙЫНСА ГУБЕРНА ПРИСУТСТВИЕЛАРЫ, Рәсәйҙә Крәҫтиән реформаһының төп положениеларын бойомға ашыуҙы күҙәткән урындағы дәүләт органдары. 1861 й. 19 февр. “Крәҫтиән эштәре буйынса губерна һәм өйәҙ учреждениелары тураһында”ғы положениеға ярашлы эш иткәндәр. Эске эштәр министрлығына буйһонғандар....

КРӘҪТИӘНДӘР

КРӘҪТИӘНДӘР, тәүтормош йәмғиәтенең тарҡалыуы (6—8 бб.) һәм шәхси хужалыҡтың бүленеп сығыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән соц. төркөм. Революцияға тиклемге Рәсәйҙә К. — үҙҙәре етештереп, үҙ ғаиләһенең көсө м‑н шәхси хужалыҡ алып барған а.х. продукцияһы етештереүселәр, 20‑се б. 20—90‑сы йй. К. — етештереү...

КРӘҪТИӘНДӘР КҮТӘРЕЛЕШЕ (1918—21)

КРӘҪТИӘНДӘР КҮТӘРЕЛЕШЕ (1918—21), совет власы сәйәсәте м‑н риза булмаған крәҫтиәндәрҙең большевиктарға ҡаршы күмәк сығышы (ҡара: Хәрби коммунизм). Тәүге сығыштар 1918 й. март—апр. Бөрө өйәҙендә була (бында халыҡ игенде көсләп тартып алыуҙан айырыуса йонсой); мартта Борай а. ихтилал тоҡана (ҡара: Борай...

КРӘҪТИӘНДӘР ҺУҒЫШЫ (1773—75)

КРӘҪТИӘНДӘР ҺУҒЫШЫ (1773—75), Пугачёв ихтилалы, 1773—75 йй. Граждандар һуғышы, Рәсәйҙә Урта һәм Түб. Волга, Көньяҡ Урал һәм Көнбайыш Себер халыҡтарының көслө хәрәкәте. Крепостной иҙеүҙең көсәйеүе, илдең көньяҡ-көнсығыш төбәктәрендә йәшәгән халҡының хоҡуҡтарын боҙоу, Башҡортостанды колониялаштырыу сәбәпсе...

КРЕДИТ

КРЕДИТ (лат. creditum — ссуда, бурыс), кире ҡайтарыу, ваҡытлыса бирелеү, тәьмин ителеү һәм түләүлелек шарттарында заёмщикҡа аҡса йәки тауар биреү. К. төп формалары: коммерция К. (һатыусы тарафынан алыусыға һатылған тауар өсөн аҡса түләүҙе кисектереү рәүешендә бирелә, вексель м‑н рәсмиләштерелә) һәм...

КРЕКОВ Фёдор Андреевич

КРЕКОВ Фёдор Андреевич (19.2.1919, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Яңы Рождественский а. — 14.6.2007, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1959). СССР‑ҙың почётлы тимер юлсыһы (1950). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937—90 йй. Куйбышев т. юлының Башҡ‑н бүлексәһендә эшләй: кочегар, 1946 й. алып паровоз, 1955 й. — электровоз...

КРЕМЕНЧУГ МИНОМЁТ ПОЛКЫ

КРЕМЕНЧУГ МИНОМЁТ ПОЛКЫ, 1942 й. дек. БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Покровка һәм Таутөмән торама пункттарында 469‑сы айырым миномёт полкы булараҡ ойошторола. Полк составына 2 миномёт дивизионы ингән. Юғары Баш командование Ставкаһы резервында, 1943 й. майынан алып Воронеж фронтының 6‑сы гвардия армияһы, сент. —...

КРЕМЕНЧУГ-АЛЕКСАНДРИЯ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ

КРЕМЕНЧУГ-АЛЕКСАНДРИЯ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ, 1941 й. дек. 433‑сө уҡсылар див. булараҡ ойошторола, 1942 й. ғин. алып 214‑се уҡсылар див. (икенсе тапҡыр ойошторола). Див. составына 776‑сы, 780‑се һәм 788‑се уҡсылар һәм 683‑сө артиллерия полктары, айырым 20‑се танкыға ҡаршы артиллерия дивизионы, 403‑сө сапёр,...

КРЕМНИЙОРГАНИК ПОЛИМЕРҘАР

КРЕМНИЙОРГАНИК ПОЛИМЕРҘАР, макромолекулаһының элементар звеноһында кремний атомдары булған элементорганик полимерҙар төрө. К.п. органик булмаған (кремний атомдары кислород, азот, көкөрт атомдары м‑н сиратлашып килә), органик‑органик булмаған (кремний атомдары углерод атомдары м‑н сиратлаша) һәм органик...

КРЕПОСТНОЙ ЙЫЛАЙЫР, Баймаҡ р-нындағы ауыл

КРЕПОСТНОЙ ЙЫЛАЙЫР, Баймаҡ р-нындағы ауыл, Ишбирҙе а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 56 км һәм Сибай т. юл ст. 97 км алыҫлыҡта Ялан Йылайыры й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 128 кеше; 1939 — 366; 1959 — 1345; 1989 — 183; 2002 — 169; 2010 — 142 кеше. Урыҫтар йәшәй. Төп мәктәп (Ишбирҙе урта...

КРЕСЛО‑КОЛЯСКАЛАР

КРЕСЛО‑КОЛЯСКАЛАР, терәк‑хәрәкәт аппараты функциялары боҙолған кешеләр, инвалидтар, оло йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнгән ултырғыслы, таянсыҡтары һәм баҫҡыстары булған тәгәрмәсле техник хәрәкәт итеү саралары. Файҙаланыу шарттарына һәм тәғәйенләнешенә ҡарап бүлмә эсендә, саф һауала йөрөү, универсаль, юлда...

КРЕСТОВОЗДВИЖЕНИЕ СИРКӘҮЕ

КРЕСТОВОЗДВИЖЕНИЕ СИРКӘҮЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1892 й. Нижегородка биҫтәһендә Дионисий I инициативаһы м‑н сауҙагәр Т.П.Козлов аҡсаһына төҙөлә, 1893 й. изгеләндерелә. 19—20 бб. араһындағы рус стилендәге сиркәү (20х29,3 м) ағастан, 6 көмбәҙле, 8 тәреле (6‑һы ҡорамда, 1‑һе күтәрмәлә, 1‑һе алтарҙа) итеп төҙөлә,...

КРЕТИНИН Михаил Васильевич

КРЕТИНИН Михаил Васильевич [30.1.1940, Чкалов өлк. (Ырымбур өлк.) Черкассы а. — 16.2.2012, Өфө], тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1988), проф. (1993). РФ‑тың почётлы нефтехимигы (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1965) машиналар эшләү з‑дында эшләй (Очёр ҡ.), 1967— 72 йй., 1976—78 йй. “Башгипронефтехим”...

КРЕЦУЛ Олег Васильевич

КРЕЦУЛ Олег Васильевич (21.2.1975, Кишинёв ҡ.), спортсы. Дзюдо буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2003). 2001—09 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренерҙары В.П.Глигор, В.А.Пегов). Күреү буйынса инвалидтар араһында Паралимпия уйындары...

КРИВОВ Тимофей Степанович

КРИВОВ Тимофей Степанович (21.2.1886, Һамар губернаһы Иҫке Ерёмкин а. — 16.8.1966, Мәскәү ҡ.), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). 1905 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1902 й. башлап Өфө тимер юл оҫтаханалары, 1906—07 йй. Златоуст ҡ. паровоз депоһы...