Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КУЙБЫШЕВ ТИМЕР ЮЛЫНЫҢ БАШҠОРТОСТАН ТӨБӘГЕ

КУЙБЫШЕВ ТИМЕР ЮЛЫНЫҢ БАШҠОРТОСТАН ТӨБӘГЕ. Тимер юл транспортында йөк (50%‑тан ашыуын нефть һәм нефть продукттары тәшкил итә) һәм пассажирҙар ташыу эшен башҡара. Куйбышев т. юлы составында һәм РФ т. юлы селтәрендәге иң ҙур пр‑тиеларҙың береһе (ҡара: Тимер юлдар). Составына 96 структур бүлексә, ш. иҫ....

КУКЛЕВА Галина Алексеевна

КУКЛЕВА Галина Алексеевна (21.11.1972, Ишембай ҡ.), спортсы. Биатлон б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1994), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (1998). Төмән ун‑тын тамамлаған (1998). Биатлон б‑са респ. СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө, тренеры В.В. Новожилов). Спринтта Олимпия уйындары чемпионы...

КУКОВИНЕЦ Ольга Сергеевна

КУКОВИНЕЦ Ольга Сергеевна (12.11.1947, Балей ҡ.), химик. Химия ф. д‑ры (1994), проф. (2002). Новосибирск ун‑тын тамамлағандан һуң (1972) Органик химия ин‑тында эшләй, 1996 й. башлап БДУ‑ла (2000–13 йй. алып инженерлыҡ ф‑тының фәнни эштәр б‑са декан урынбаҫары). Фәнни хеҙмәттәре биологик актив берләшмәләр...

КУКОТОВ Пётр Петрович

КУКОТОВ Пётр Петрович (18.10.1908, Ставрополь ҡ. – 26.4.1985, Өфө), йырсы (лирик-драматик тенор). БАССР‑ҙың халыҡ артисы (1957). 1934—35 йй. Ставрополь муз. уч‑щеһында уҡый. 1935 й. алып — Пятигорск муз. комедия театры, 1939 й. – Горький, 1944 й. — Татар опера һәм балет театры, 1946—66 йй. БДОБТ солисы....

КУКУБАЕВ Анатолий Кукубаевич

КУКУБАЕВ Анатолий Кукубаевич (1.7.1937, БАССР‑ҙың Бөрө р‑ны Бахтыбай а. – 1.8.2002, Өфө), комп., педагог. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1987). Композиторҙар союзы ағзаһы (1998). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1961; И.П.Фоменков класы), Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын (Мәскәү, 1966; А.А.Лубенниковтың баян класы;...

КУКУРУЗ

КУКУРУЗ (Zea mays), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек төрө. К. тыуған ере — Үҙәк һәм Көньяҡ Америка. Ҡойолған орлоҡтарҙан үҫеүгә һәм ҡырағайланыуға һәләтһеҙ культуралы, бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы төҙ, ғәҙәттә, яңғыҙ, бейеклеге 50 см алып 6 м тиклем. Япрағы сиратлы, эре, киң ҡыяҡлы, тулҡынлы, өҫ яҡтан...

КУЛАВСКИЙ Василий Агеевич

КУЛАВСКИЙ Василий Агеевич (3.12.1938, Мордва АССР‑ы Шөгөр а.), акушер‑гинеколог. Мед. ф. д‑ры (1976), проф. (1978). РФ‑тың (1998) һәм БР‑ҙың (1993) атҡ. табибы, СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1979). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1961) Мордва АССР‑ының Респ. онкология диспансерында эшләй (1962—64 йй....

КУЛАГИН Алексей Юрьевич

КУЛАГИН Алексей Юрьевич (23.5.1957, Мейәс ҡ.), дендроэколог. Биология фәндәре докторы (1994), профессор (1999). РФ‑тың (2008), БР‑ҙың (2001) атҡаҙанған фән эшмәкәре, БР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1998). Ю.З.Кулагиндың улы. Һарытау университетын тамамлағандан һуң (1979) БАССР‑ҙың Урман хужалығы министрлығында...

КУЛАГИН Андрей Алексеевич

КУЛАГИН Андрей Алексеевич (14.9.1979, Өфө ҡ.), дендроэколог. Биология фәндәре докторы (2006), профессор (2008). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2011). А.Ю.Кулагиндың улы. БДУ‑ны (2001), БДАУ‑ҙы (2003), РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһын (2008) тамамлаған. 1997...

КУЛАГИН Валерий Фёдорович

КУЛАГИН Валерий Фёдорович (7.12.1939, БАССР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны Ҡариҙел а.), вирусолог. Мед. ф. д‑ры (1996). БР‑ҙың атҡ. табибы (1994). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1969) 2011 й. тиклем “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында эшләй: 1983 й. алып бүлек нач., 1988 й. — фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 2009 й. — баш...

КУЛАГИН Юрий Захарович

КУЛАГИН Юрий Захарович (14.11.1929, Мордва АССР‑ы Зоринка а. — 20.10.1983, Өфө), ботаник, дендроэколог. Биол. ф. д‑ры (1964), проф. (1967). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1952) шунда уҡ, 1955 й. алып СССР ФА Урал бүлексәһенең Биол. ин‑тында (Свердловск ҡ.) эшләй,...

КУЛАГИНА Антонина Алексеевна

КУЛАГИНА Антонина Алексеевна (12.2.1926, Кострома губ. Головино а. — 28.10.2010, Өфө), медицина тарихсыһы. Мед. ф. канд. (1967). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1981). Журналистар союзы ағзаһы (1989). Ҡаҙаҡ мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Алма‑Ата, 1948) Ульяновск өлк. һәм БАССР‑ҙа табип участкаларында,...

КУЛАГИНА Елена Ивановна

КУЛАГИНА Елена Ивановна (21.12.1953, Мәскәү ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (2007). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Геология институтында эшләй: 1991 й. алып өлкән, 2008 й. — төп ғилми хеҙмәткәр, 2017 й. — баш ғилми хеҙмәткәр; бер үк ваҡытта 1991—2000 йй. һәм 2011—15 йй. БДУ‑ла уҡыта....

КУЛАЕВА Ольга Николаевна

КУЛАЕВА Ольга Николаевна (26.5.1929, Мәскәү), үҫемлектәр физиологы. БР ФА‑ның почётлы акад. (2002), биол. ф. д‑ры (1971), проф. (1976). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2005). Фәнни хеҙмәттәре фитогормондарҙың тәьҫир итеү механизмын, уларҙың күҙәнәк һәм тотош үҫемлек кимәлендә сигнал ролен өйрәнеүгә арналған....

КУЛАКОВ Пётр Афанасьевич

КУЛАКОВ Пётр Афанасьевич (16.6.1923, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Покровка а. (БР‑ҙың Өфө районы) — 24.1.1994, Өфө ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Латвия коммунистар (большевиктар) партияһы ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлаған (Рига ҡ., 1949). 1942 й. июненән Дон, Сталинград,...

КУЛАКТАР

КУЛАКТАР, 19 б. 2‑се ярт. крәҫтиәндәрҙең соц. төркөмдәргә бүленеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән Рәсәй халҡының ауылдарҙа йәшәгән хәлле ҡатламының тарихи әҙәбиәттә ҡабул ителгән атамаһы. К. эре биләмәләргә, етештереү сараларына хужа булып, ялланма хеҙмәттән файҙаланған. 20 б. башында улар Рәсәйҙә крәҫтиән...

КУЛЕША Вадим Анатольевич

КУЛЕША Вадим Анатольевич (8.6.1932, Белорет ҡ. — 7.3.2011, шунда уҡ), хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. д‑ры (2000). БАССР‑ҙың атҡ. металлургы (1981). Урал политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1956) Белорет металлургия комб‑тында эшләй: 1960 й. алып цех нач., 1969 й. — баш инженер урынбаҫары,...

КУЛЕШОВ Сергей Павлович

КУЛЕШОВ Сергей Павлович (29.4.1956, Өфө), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (2011). ӨАИ‑ны тамамлаған (1978). 1980 й. алып Органик химия ин‑тында (1990 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р), 1994 й. — Нефтехимия һәм катализ ин‑тының өлкән ғилми хеҙм‑ре. 2011 й. алып “СамараНИПИнефть” ин‑тында эшләй. Фәнни хеҙмәттәре каталитик...

КУЛИБАЙ Сәләх Ғәбит улы

КУЛИБАЙ (Кулибаев) Сәләх Ғәбит улы (2.7.1910, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Нурәли а., хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Түб. Таһир а., – 15.10.1976, Өфө), яҙыусы. БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1969). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 30—50‑се йй. “Башҡурдистан” гәз. (ҡара: “Башҡортостан”),...

КУЛИЕВ Ҡайсын Шувай улы

КУЛИЕВ Ҡайсын Шувай улы (1.11.1917, Терск өлк. Үрге Чегем а. – 4.6.1985, Нальчик), шағир. Ҡабарҙы- Балҡар АССР‑ының халыҡ шағиры (1967). “Яралы таш” (“Раненый камень”; 1964), “Ер китабы” (“Книга земли”; 1972), “Кис” (“Вечер”; 1974), “Ер матурлығы” (“Краса земная”; 1980) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы....