Список материалов
КУЛИКОВ Владимир Сергеевич
КУЛИКОВ Владимир Сергеевич (25.7.1942, Өфө – 28.7.2008, шунда уҡ), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1994), проф. (1995). С.И.Куликовтың улы. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1964) Рыбинск моторҙар эшләү з‑дында эшләй. 1967 й. алып “Гидромеханика” тәжрибә КБ‑нда ышаныслылыҡ бюроһы нач. (Өфө), 1969—2008 йй....
КУЛИКОВ Геннадий Григорьевич
КУЛИКОВ Геннадий Григорьевич (9.8.1948, БАССР‑ҙың Шишмә районы “Кумыспром” совхозының Үҙәк усадьбаһы, хәҙер БР‑ҙың шул уҡ районы Горный а.), инженер‑механик. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1991). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008), БР‑ҙың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1992). ӨАИ‑ны тамамлағандан...
КУЛИКОВ Сергей Иванович
КУЛИКОВ Сергей Иванович (1.7.1912, Ярославль губ. Оло Плёсо а. — 19.9.2006, Өфө), механик‑технолог. Техник ф. канд. (1943), проф. (1977). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1962). Рыбинск авиация ин‑тын тамамлағандан һуң (1937) шунда уҡ эшләй (1941 й. алып металл ҡырҡыу станоктары һәм металдарҙы...
КУЛИКОВ Фёдор Семёнович
КУЛИКОВ Фёдор Семёнович (16.2.1906, Калуга губернаһы Барятино а. — 28.11.1964, Өфө ҡ.), инженер‑геолог. БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлағандан һуң (1937) “Башнефть” тресы геологик эҙләнеүҙәр контораһының партия начальнигы, 1942 й....
КУЛИШ Елена Ивановна
КУЛИШ Елена Ивановна (19.8.1968, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (2000). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2013). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1990) шунда уҡ эшләй (2014 й. алып юғары молекуляр берләшмәләр һәм дөйөм химия технологияһы каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре полимерҙарҙың, ш. иҫ. медицинала ҡулланылған полимерҙарҙың,...
КУЛЬГА Константин Станиславович
КУЛЬГА Константин Станиславович (24.4.1963, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2010). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге машиналар эшләүҙә сәнәғәт мәғлүмәт технологияларына арналған. К. тарафынан Stalker PLM берләштерелгән автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһын, уның...
КУЛЬСКИЙ Леонид Адольфович
КУЛЬСКИЙ Леонид Адольфович (10.4.1903, Петроков губ. Новорадомск ҡ. — 25.11.1993, Киев), химик. Украина ССР‑ы ФА академигы (1969), техник ф. д‑ры (1947), проф. (1948). Украина ССР‑ының атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1968). РСФСР‑ҙың коммуналь хужалыҡ отличнигы (1943), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы...
КУЛЬТИВАЦИЯ
КУЛЬТИВАЦИЯ (лат. cultivo — эшкәртәм, үҫтерәм), ерҙе өҫтән, һай эшкәртеү ысулы. Ҡый үләндәрен ҡырҡыу м‑н бергә тупраҡты йомшарта (әйләндермәйенсә) һәм өҫтөн тигеҙләй. Тупраҡтың һыу, һауа режимдарын көйләүгә булышлыҡ итә, тупраҡта йәшәгән микроорганизмдарҙың эшмәкәрлеген йәнләндерә, а.х. культуралары...
КУЛЬТУРАЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР
КУЛЬТУРАЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР, кеше тарафынан үҙ ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн сәселгән үҫемлектәр. К.ү. 25 меңдән ашыу төрө үҫтерелә, уларҙың 640 төрө ҙур әһәмиәткә эйә. Иң ҙур майҙандарҙы иген культуралары, ҡуҙаҡлы иген культуралары, мал аҙығы үҫемлектәре, йәшелсә, емеш, баҡса үҫемлектәре һәм сүсле үҫемлектәр...
КУЛЬТУРОЛОГИЯ
КУЛЬТУРОЛОГИЯ (лат. cultura — үҫтереү һәм ...логия), мәҙәниәттең асылын, барлыҡҡа килеүен, структураһын, үҫеш һәм йәшәү ҡанундарын өйрәнеүсе фән. К. белеменең йөкмәткеһен фундаменталь (генезис, типология, мәҙәниәтте өйрәнеү методологияһы һ.б. проблемалар) һәм ғәмәли төрҙәргә (мәҙәниәттең төрлө тармаҡтарының...
КУЛЯПИН Владислав Максимилианович
КУЛЯПИН Владислав Максимилианович (22.10.1936, Новосибирск ҡ.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (2003), проф. (2005). Новосибирск электротехника ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) С.А.Чаплыгин ис. Себер авиация ҒТИ‑нда (Новосибирск) эшләй: 1965 й. алып бүлек нач. вазифаһын башҡарыусы, 1968 й. —...
КУЛЯСОВ Алексей Матвеевич
КУЛЯСОВ Алексей Матвеевич (Кузьмич) (8.3.1875, Ҡазан губ. Мамадыш өйәҙе Пеньки а. — 1933, Нарым крайы Ильинка а.), дин әһеле. Священник дәрәжәһен ҡабул иткән (1901). Ҡазан уҡытыусылар семинарияһын тамамлағандан һуң (1893) Ҡазан губ. мәктәптәрендә эшләй, 1901 й. алып Ҡазан өйәҙендә ауыл сиркәүҙәре настоятеле,...
КУМОЛ
КУМОЛ, изопропилбензол, 2‑пропилбензол, С6Н5СН(СН3)2, ароматик берләшмә. Бензол еҫле, төҫһөҙ шыйыҡлыҡ; тығыҙлығы 861,8 кг/м3, tиреү −96°С, tҡайнау 152,4°С, tтоҡаныу 38°С. Бензолда, хлороформда, диэтил эфирында, ацетонда, этил спиртында — яҡшы, һыуҙа аҙ (0,01%) эрей. Алкиллаштырыу, хлорлау, нитратлаштырыу,...
КУМУНЖИЕВ Константин Васильевич
КУМУНЖИЕВ Константин Васильевич (8.11.1939, Ҡырым АССР‑ы Ҡышлау а. — 15.5.2019, Ульяновск ҡ.), инженер‑электромеханик. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1989). РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998). Ҡазан авиация институтын тамамлағандан һуң (1963) 115‑се почта йәшниге...
КУНЦ Отто Робертович
КУНЦ Отто Робертович (5.9.1928, Түб. Волга өлк. Первомайское а. — 29.5.2000, Стәрлетамаҡ ҡ.), педагог. Пед. ф. д‑ры (1995), проф. (1998). БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1995), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1980). Ҡаҙаҡ пед. ин‑тын тамамлаған (Алма‑Ата, 1961). 1965 й. алып Тәкәле мәктәп-интернаты (Ҡаҙаҡ ССР‑ы)...
КУПОВЫХ Пётр Николаевич
КУПОВЫХ Пётр Николаевич (1.10.1930, БАССР‑ҙың Иҫке Балаҡатай районы Иҫке Балаҡатай а. (БР‑ҙың Балаҡатай районы) — 26.5.1985, Октябрьский ҡ.), инженер‑механик. Техник фәндәр кандидаты (1975). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1954 й.) 20‑се почта йәшниге предприятиеһында эшләй. 1958 й. алып Бөтә Союз геологик...
КУПРИЯНОВ Афанасий Силантьевич
КУПРИЯНОВ Афанасий Силантьевич (? — 1780 й. алда), Ырымбур губернаһы Ставрополь ҡ. (хәҙ. Тольятти ҡ.) сауҙагәрҙәре һәм һөнәрселәренән Уложенный комиссия депутаты. Крепостнойҙарҙан; 18 б. уртаһында сауҙагәрҙәр иҫәбенә индерелгән. Комиссияға Ставрополь сауҙагәрҙәре һәм һөнәрселәренең Сызрань сауҙагәрҙәре...
КУПРИЯНОВ Владилен Сергеевич
КУПРИЯНОВ Владилен Сергеевич (2.11.1931, Өфө — 19.4.2006, Чебоксар ҡ.), физиолог. Мед. ф. д‑ры (1968), проф. (1970). Сыуашстан Респ. атҡ. фән эшмәкәре (1993), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1986). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1957) Бәләбәй ҡ., 1958 й. алып Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ-нда эшләй,...
КУПРИЯНОВ Иван Дмитриевич
КУПРИЯНОВ Иван Дмитриевич (15.9.1910, Сембер губ. Тимбай а. — 20.3.1962, Октябрьский ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1947). 1931 й. алып Ҡыҙыл нефть разведкаһы (Пермь өлк.) быраулаусыһы, 1933 й. — “Ишимбайнефть” тресы быраулаусыһы, быраулау мастеры, 1943—62 йй. “Туймазанефть”...
КУРАЧЁВ Дмитрий Геннадьевич
КУРАЧЁВ Дмитрий Геннадьевич (8.7.1968, Семипалатинск ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (2006), профессор (2006). Брянск педагогия институтын (1992), В.И.Ленин исемендәге Мәскәү педагогия университетын (1994) тамамлаған. 1997 й. алып Бөрө социаль‑педагогия академияһында (2006 й. башлап үҫеш психологияһы...