Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КУШНАРЕНКО ЕМЕШ-ЕЛӘК КУЛЬТУРАЛАРЫ ҺӘМ ВИНОГРАД СЕЛЕКЦИЯҺЫ ҮҘӘГЕ

КУШНАРЕНКО ЕМЕШ-ЕЛӘК КУЛЬТУРАЛАРЫ ҺӘМ ВИНОГРАД СЕЛЕКЦИЯҺЫ ҮҘӘГЕ, дәүләт ғилми учреждениеһы. Башҡортостан өсөн емешселек һәм селекция өлкәһендә БНИИСХ‑ның эксперимент үткәреү базаһы. Емеш культуралары сорттарын һәм гибридтарын булдырыуға, емешселек продукцияһы етештереүҙең фәнни яҡтан нигеҙләнгән технологияларын...

КУШНАРЕНКО ҠӘБЕРЛЕГЕ

КУШНАРЕНКО ҠӘБЕРЛЕГЕ, Турбаҫлы мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 6 б. аҙ. — 7 б. 1‑се ярт. ҡарай. Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а. төньяҡ ситендә Ағиҙел й. һул ярында урынлашҡан. 1950 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1959 й. В.Ф.Генинг, М.С.Акимова өйрәнә. Ҡурғанлы ҡәберлектәр иҫәбенә инә. 30 ҡәбер өйрәнелгән....

КУШНАРЕНКО МӘҘӘНИӘТЕ

КУШНАРЕНКО МӘҘӘНИӘТЕ, һуңғы тимер быуат археологик мәҙәниәте. Тикшеренеүселәрҙең күпселеге, К.м. археологик ҡомартҡылары — 6 б. аҙ. – 8 б. уртаһына, ҡайһы берҙәре 6—12 бб. ҡарай, тип иҫәпләй. Кушнаренко ҡәберлеге исеме б‑са аталған. Башҡортостанда К.м. ҡомартҡылары (40‑ҡа яҡын) Ағиҙел й. урта һәм түбәнге...

КУШНАРЕНКО ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

КУШНАРЕНКО ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1928 й. бер йыллыҡ пед. мәктәбе булараҡ асыла, 1931 й. алып Топорнин татар пед. техникумы, 1936 й. Кушнаренко татар пед. уч‑щеһы, 1956 й. ябыла. 1990 й. Кушнаренко пед. уч‑щеһы булараҡ яңынан асыла, 2002 й. алып К.п.к., 2015 й. Кушнаренко киң профилле һөнәр биреү колледжы....

КУШНАРЕНКО РАЙОНЫ

КУШНАРЕНКО РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Бөрө, көнсығышта — Благовещен, көньяҡ‑көнсығышта — Өфө, көньяҡта — Шишмә, көньяҡ‑көнбайышта — Благовар, көнбайышта — Саҡмағош, төньяҡ‑көнбайышта Дүртөйлө р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Топорнин районы булараҡ ойошторола (ҡара: Административ...

КУШНАРЕНКО УРТА МӘКТӘБЕ №1

КУШНАРЕНКО УРТА МӘКТӘБЕ №1, Кушнаренко р‑нында урынлашҡан. 1927 й. Топорнин 7 йыллыҡ мәктәбе булараҡ асыла, 1937 й. алып урта мәктәп (1938 й. — Кушнаренко), 1984 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. Иҫке Баҫҡаҡ а. филиалы эшләй. 2 оҫтаханаһы, 2 спорт залы, уҡыу‑тәжрибә участкаһы, музейы, тиры бар. Урта мәктәпте...

КУШНАРЕНКО ЭЛЕВАТОРЫ

КУШНАРЕНКО ЭЛЕВАТОРЫ, игенде эшкәртеү һәм һаҡлау пр‑тиеһы. Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а. урынлашҡан. 1910 й. ярма з‑ды булараҡ ойошторола, 1933 й. алып Кушнаренко иген ҡабул итеү пр‑тиеһы, 2001 й. башлап К.э. — “Башхлебопродукт” ДУП‑ының бүлендек пр‑тиеһы, 2011 й. ябыла. Составына элеватор, ярма етештереү...

КУШНАРЕНКО, ауыл, Кушнаренко р‑ны үҙәге

КУШНАРЕНКО, Топорнин, ауыл, Кушнаренко р‑ны (1930—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Кушнаренко а/с үҙәге, Кушнаренко емеш-еләк һәм виноград культуралары селекцияһы үҙәгенең үҙәк усадьбаһы; пристань. Өфөнән һәм ш. уҡ исемле т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 60 км алыҫлыҡта Көҙөшлө й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында,...

КУШНАРЕНКОВСКОЕ ОСЕННЕЕ, алмағас сорты

КУШНАРЕНКОВСКОЕ ОСЕННЕЕ, алмағас сорты. 1999 й. Г.Ә.Мансуров, Х.Н.Фазлиәхмәтов һәм Т.Ғ.Дёмина (БНИИСХ) тарафынан Уральское наливное һәм Коричное новое сорттарын һеркәләндереү юлы м‑н сығарыла. Уртаса бейеклектәге, киң ҡуйы йомро сатырлы ағас. Үрендеһе уртаса йыуанлыҡта, төҙ, ҡыҙғылт һоро төҫтә. Япрағы...

КҮБӘЛӘК СӘСКӘҺЕ

КҮБӘЛӘК СӘСКӘҺЕ, ирис (Iris), күбәләк сәскәһе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Тармаҡлы тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үләндәр, бейеклеге 8—150 см. Һабаҡтары ябай, цилиндр формаһында,...

КҮБӘЛӘКТӘР

  КҮБӘЛӘКТӘР (Lepidoptera), бөжәктәр отряды. Яҡынса 200 ғаиләһе, 150 мең төрө билдәле; БР‑ҙа 1,5 меңдән ашыу төрө бар. Ҡанаттарының төҙөлөшө һәм уларҙың парҙарының беркетелеү юлы буйынса К. 3 ярым отрядҡа бүленә: ҡатмарлы төҙөлөшлө тигеҙ ҡанатлылар (нескә еплеләр ғаиләһе), ябай төҙөлөшлө тигеҙ ҡанатлылар...

КҮБЕКЛЕ-АҠМАЛЫ АППАРАТТАР

КҮБЕКЛЕ-АҠМАЛЫ АППАРАТТАР, газдарҙы ҡатышмаларҙан таҙартыу өсөн ҡоролмалар, масса алмаштырыу аппараттары төрө. Файҙаланыу шарттарына ярашлы күбек һәм аҡмалы-тамсылы режимда эшләй алалар. Ике ағымдың (шыйыҡ һәм газ хәлендәге матдәләрҙең) ҡушылыуы процесында К.‑а.а. газдарҙан “кәрәкмәгән” компоненттар...

КҮГӘН

КҮГӘН, урман өрөгө (Prunus spinosa), слива затына ҡараған үҫемлек. Евразия һәм Төньяҡ Африканың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Япраҡ ҡойоусы сәнскеле ҡыуаҡ, һирәгерәк тәпәш кенә ағас, бейеклеге 3—5 м. Үренделәре көрән, һарғылт йәки һорғолт көрән төҫтә; ҡыҫҡа үренделәре сәнскеле. Япрағы...

КҮГӘРСЕН КҮҘЕ

КҮГӘРСЕН КҮҘЕ (Myosotis), күгәрсен күҙе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә, тропик Африка тауҙарында, Көньяҡ Африкала, Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 8 төрө үҫә. Бер, ике йәки күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары 8—50 см бейеклектә, тармаҡлы...

КҮГӘРСЕН КҮҘЕ ҺЫМАҠТАР

КҮГӘРСЕН КҮҘЕ ҺЫМАҠТАР (Boraginaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 100 заты, 2 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Үләндәр, ярым ҡыуаҡлыҡтар, ҡыуаҡлыҡтар, лианалар һәм ағастар. Башҡортостанда 18 заттың (буглосоидес, гакелия, бүресәскә, күгәрсен күҙе һ.б.) яҡынса 30 төрө үҫә. Ҡаты төклө...

КҮГӘРСЕН МУЗЕЙЫ

КҮГӘРСЕН МУЗЕЙЫ, Күгәрсен р‑ны Мораҡ а. урынлашҡан. 1978 й. йәмәғәт башланғысында Күгәрсен тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ ойошторола, 1991—2006 йй.— Милли музей филиалы. Экспозицияһы 1981 й. асыла. Музей фондында 2000‑дән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. 19 б. Ҡазанда Кәримовтар типографияһы сығарған...

КҮГӘРСЕН РАЙОНЫ

КҮГӘРСЕН РАЙОНЫ, БР‑ҙың көньяғында урынлашҡан. Төньяҡта — Мәләүез һәм Бөрйән, көнсығышта — Йылайыр, көньяҡ‑көнсығышта һәм көньяҡта — Ейәнсура р‑ндары, көньяҡ‑көнбайышта — Ырымбур өлк., көнбайышта Көйөргәҙе р‑ны м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Мораҡ р‑ны булараҡ ойошторола, район составына Йылайыр һәм Стәрлетамаҡ...

КҮГӘРСЕН УРТА МӘКТӘБЕ

КҮГӘРСЕН УРТА МӘКТӘБЕ, Ейәнсура р‑нында урынлашҡан. 1911 й. мәҙрәсә нигеҙендә 4 йыллыҡ яңы ысуллы мәктәп булараҡ асыла. 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1930 й. — башланғыс, 1935 й. — тулы булмаған урта, 1957 й. — урта мәктәп, 2001 й. башлап Нәбиулла Кәримов ис. Күгәрсен урта мәктәбе. Кинйәбулат һәм...

КҮГӘРСЕН ҺЫМАҠТАР

КҮГӘРСЕН ҺЫМАҠТАР (Columbiformes), ҡоштар отряды. 2 ғаиләһе, яҡынса 300 төрө билдәле. БР‑ҙа күгәрсендәр ғаиләһенә ҡараған 6 төрө осрай. Уртаса ҙурлыҡтағы (кәүҙә оҙонлоғо — 26—46 см, ауырлығы — 100—600 г) күсәр һәм ултыраҡ ҡоштар. Ҡауырһын ҡапламында һоро, балауыҙ һары, көрәнһыу төҫ күп. Суҡышы бәләкәй,...

КҮГӘРСЕН‑БҮЛӘК, Шаран р‑нындағы ауыл

КҮГӘРСЕН‑БҮЛӘК, Шаран р‑нындағы ауыл, Түб. Зәйет а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 37 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 37 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 921 кеше; 1920 — 1126; 1939 — 950; 1959 — 550; 1989 — 325; 2002 — 245; 2010 — 200 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...