Список материалов
КҮГӘРСЕН, Ейәнсура р‑нындағы ауыл
КҮГӘРСЕН, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Һүрәм а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 24 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 78 км алыҫлыҡта Ямашлы й. (Оло Һүрәм й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 737 кеше; 1920 — 918; 1939 — 930; 1959 — 1010; 1989 — 835; 2002 — 918; 2010 —...
КҮГӘРСЕН, Күгәрсен р‑нындағы ауыл
КҮГӘРСЕН, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Күгәрсен а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 34 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 61 км алыҫлыҡта Күгәрсен й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 848 кеше; 1920 — 1552; 1939 — 1162; 1959 — 1253; 1989 — 893; 2002 — 917; 2010 —...
КҮГӘРСЕН, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл
КҮГӘРСЕН, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Оло Ҡасаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 32 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта Тере Танып й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 814 кеше; 1920 — 956; 1939 — 1048; 1959 — 877; 1989 — 308; 2002 — 263; 2010 — 178 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...
КҮГЕЛ, Благовар р‑нындағы ауыл
КҮГЕЛ, Благовар р‑нындағы ауыл, Таң а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 18 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Күгел й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 124 кеше; 1920 — 208; 1939 — 260; 1959 — 211; 1989 — 127; 2002 — 97; 2010 — 71 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).
Ауылға...
КҮГИҘЕЛ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл
КҮГИҘЕЛ, Комсомол, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Билал а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 75 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 98 км алыҫлыҡта Суҡҡарағас й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 92 кеше; 1959 — 603; 1989 — 459; 2002 — 469; 2010 — 411 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп...
КҮҘ АУЫРЫУҘАРЫ
КҮҘ АУЫРЫУҘАРЫ, күҙ алмаһы, уның өҫтәмәләре (күҙ ҡабаҡтары, күҙҙең тиресә шекәрәһе, күҙ йәше ағзалары) һәм күҙ соҡоро ауырыуҙары төркөмө. Патологик процесс үҫеше тупланған урындан сығып күҙ ҡабағы (блефарит, халазион, арпа һ.б.), тоташтырыусы туҡыма (конъюнктивит, паратрахома, трахома һ.б.), күҙ йәше...
КҮҘ АУЫРЫУҘАРЫ ИНСТИТУТЫ
КҮҘ АУЫРЫУҘАРЫ ИНСТИТУТЫ, 1926 й. Өфө өлкә күҙ ауырыуҙарын дауалау учреждениеһы (1903 й. асыла) базаһында БАССР Һаулыҡ һаҡлау ХК‑ның Башҡ‑н дәүләт трахоматоз ғилми-тикшеренеү ин‑ты булараҡ ойошторола. 1937 й. Өфө күҙ клиник дауаханаһы һәм Респ. трахоматоз диспансеры итеп үҙгәртелә, 1945 й. улар берләштерелгәндән...
КҮҘ ҺӘМ ПЛАСТИК ХИРУРГИЯ ҮҘӘГЕ
КҮҘ ҺӘМ ПЛАСТИК ХИРУРГИЯ ҮҘӘГЕ, туҡыма һәм күҙәнәк регенерацияһы проблемалары б‑са махсуслашҡан ғилми‑етештереү, дауалау-диагностикалау һәм уҡытыу‑методик комплексы. Өфөлә урынлашҡан. Фәнни (электрон һәм лазерлы микроскопия, эксперименталь һәм клиник иммунология лаб. м‑н морфология һәм цитохимия бүлектәре,...
КҮҘӘЙ, Балтас р‑нындағы ауыл
КҮҘӘЙ, Балтас р‑нындағы ауыл, Шауъяҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 8 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 65 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 506 кеше; 1920 — 415; 1939 — 377; 1959 — 323; 1989 — 203; 2002 — 190; 2010 — 127 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...
КҮҘӘЙ, Бүздәк р‑нындағы ауыл
КҮҘӘЙ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Күҙәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта Төрөш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 429 кеше; 1920 — 1105; 1939 — 1039; 1959 — 708; 1989 — 464; 2002 — 498; 2010 — 492 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй...
КҮҘӘНӘКТӘР ҺӘМ ТУҠЫМАЛАР КУЛЬТУРАҺЫ
КҮҘӘНӘКТӘР ҺӘМ ТУҠЫМАЛАР КУЛЬТУРАҺЫ, үҫемлектәрҙең, хайуандарҙың һәм кешенең айырым күҙәнәктәрен, туҡымаларын яһалма туҡлыҡлы мөхиттә асептик шарттарҙа (in vitro) үҫтереү һәм оҙайлы ваҡыт һаҡлау. К.һ.т.к. гендар һәм күҙәнәктәр инженерияһында ҡулланыла. Хайуандарҙың, үҫемлектәрҙең биотөрлөлөгөн һаҡлау,...
КҮЗБӘКОВ Фәнил Тимерйән улы
КҮЗБӘКОВ Фәнил Тимерйән улы (2.12.1952, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Әбет а.), тарихсы, журналист, шағир. Тарих ф. канд. (1983), филол. ф. д‑ры (2001), проф. (2007). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (2003), РФ‑тың почётлы дөйөм белем биреү хеҙм‑ре (2007). Яҙыусылар союзы (1996), Журналистар союзы (2002)...
КҮК ЕСЕМДӘРЕ ТОТОЛОУ
КҮК ЕСЕМДӘРЕ ТОТОЛОУ, астрономик күренеш, был ваҡытта Ай, Ҡояш, планета, планетаның юлдашы йәки йондоҙ Ерҙәге күҙәтеүсегә тулыһынса йәки өлөшләтә күренмәй. Ай тотолоу (өлөшләтә һәм тулыһынса) Ай тулған ваҡытта, Ер Ай м‑н Ҡояш араһында торғанда башлана. Ай өлөшләтә тотолғанда Ерҙең күләгәһенә саҡ ҡына...
КҮК КӨПШӘ
КҮК КӨПШӘ (Laser), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 1 төрө билдәле — Европаның уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә, Кесе Азияла таралған өс айырсалы К.к. Күкһел‑йәшел күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, өҫкө өлөшөндә тармаҡлы, 60—175 см бейеклектә. Япрағы ике, дүрт бүлемле өсәрле, 1‑се тәртип...
КҮК КӨРТМӘЛЕ
КҮК КӨРТМӘЛЕ, күк еләк (Vaccinium uliginosum), арса һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Төньяҡ ярымшарҙа таралған. 90 йылдан ашыу йәшәүсе ваҡ ҡыуаҡ. Һабағы төҙ, ботағы һорғолт‑ҡара төҫтә, бейеклеге 30—120 см. Япрағы бөтөн, кире йомортҡа формаһында, аҫҡа табан бөгөлгән бөтөн ситле, өҫ яҡтан йәшкелт‑ҡара,...
КҮК ҠАРҒА
КҮК ҠАРҒА (Coracias garrulus), күк ҡарға һымаҡтар отрядының күк ҡарғалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Европала, Африканың көньяҡ өлөшөндә, Көньяҡ Азияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 30—34 см, ауырлығы 100—190 г, ҡанатының ҡоласы 62—73 см. Ҡауырһын ҡапламы ҡаты, йәшкелт зәңгәр төҫтә, арҡаһы ерәнһыу...
КҮК ҠАРҒА ҺЫМАҠТАР
КҮК ҠАРҒА ҺЫМАҠТАР (Coraciiformes), ҡоштар отряды. 10 ғаиләһе, яҡынса 200 төрө билдәле. Башҡортостанда 4 ғаиләгә ҡараған 4 төрө (күк ҡарға, балыҡсы турғай, йәшелғош һәм һөҙһөт) бар. Ваҡ (балыҡсы турғай, кәүҙә оҙонлоғо 19 см тиклем, ауырлығы 25—45 г) һәм уртаса ҙурлыҡтағы (күк ҡарға 34 см тиклем, 100—190 г)...
КҮК ТҮБӘ
КҮК ТҮБӘ, неолит дәүеренең археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 6‑сы мең йыллыҡтың аҙ. — 5‑се мең йыллыҡтың башына ҡарай. Баймаҡ р‑ны Байыш а. көньяҡ-көнбайышҡа табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ибраһим а. икенсе исеме (Күк Түбә) м‑н аталған, хәҙер ул ауыл юҡ. 1996 й. БР Мәҙәниәт министрлығы Ғилми-производство...
КҮК УМЫРЗАЯ
КҮК УМЫРЗАЯ (Pulsatilla), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 30‑ҙан ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың тропик булмаған һәм арктик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда К.у. һәм урал К.у. үҫә. Ҡыҫҡа, күп башлы, көслө, ҡара‑көрән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ,...
КҮКӘНӘШТӘР
КҮКӘНӘШТӘР (Paridae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. 7 заты, 50‑нән ашыу төрө билдәле, Көньяҡ Америка, Мадагаскар һәм Австралиянан башҡа, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 8 төрө бар. Ултыраҡ ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 7—20 см, ауырлығы 23 г тиклем, ата ҡош сағыуыраҡ. Ҡауырһын ҡапламы...