Список материалов
КҮКҠУЯН, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл
КҮКҠУЯН, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Күкҡуян а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 22 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 99 км алыҫлыҡта Яубазы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1200 кеше; 1920 — 1353; 1939 — 1134; 1959 — 870; 1989 — 636; 2002 — 682; 2010 — 708 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта...
КҮКЛӘШЕВ Сәлихйән Бикташ улы
КҮКЛӘШЕВ Сәлихйән Бикташ улы (1.3.1811, Ырымбур ҡ. — 1878; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1863, шунда уҡ), тел белгесе, педагог‑мәғрифәтсе. Дворяндарҙан. Неплюев хәрби уч‑щеһын (1831, ҡара: Неплюев кадет корпусы), Ҡазан ун‑тын (1836) тамамлаған. 1836 й. алып Неплюев хәрби уч‑щеһында көнсығыш телдәре уҡытыусыһы,...
КҮКҺӘҮЕЛ
КҮКҺӘҮЕЛ (Chamaecytisus), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 50‑нән ашыу төрө билдәле, Көньяҡ Европала таралған. Башҡортостанда урыҫ К. һәм Цингер К. үҫә. Япраҡ ҡойоусы күп йыллыҡ ҡыуаҡлыҡтар, бейеклеге 0,4—2 м, бөгөлөп тороусы йәки күтәрелеүсән тура һабаҡлы, ҡара йәки һоро‑ҡуңыр ҡабыҡлы. Япраҡтары...
КҮЛ‑ҠУҢКАҪ, Миәкә р‑нындағы ауыл
КҮЛ‑ҠУҢКАҪ, Күл, Миәкә р‑нындағы ауыл, Ҡаран а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 40 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 38 км алыҫлыҡта Күл-Ҡуңҡаҫ күле (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 353 кеше; 1920 — 248; 1939 — 244; 1959 — 265; 1989 — 207; 2002 — 243; 2010 — 209 кеше. Башҡорттар...
КҮЛБАЕВ Мөсәлим Георгий улы
КҮЛБАЕВ Мөсәлим Георгий улы (8.8.1969, Ҡабарҙы‑Балҡар АССР‑ы Советский ҡсб), режиссёр. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2011). Ҡабарҙы- Балҡар ун‑тын (Нальчик, 1993), Б.В. Щукин ис. театр уч‑щеһын (Мәскәү, 1997; А.М.Поламишев курсы) тамамлаған. 1999—2010 йй. һәм 2011 й. алып БР Милли Йәштәр театрында урыҫ...
КҮЛДӘР
КҮЛДӘР, ағым, төрлө йүнәлештәге ел иҫеү арҡаһында барлыҡҡа килгән яр зонаһы киҫелеше булған һәм һыу алмашыныуы аҡрын барған тәбиғи һыу ятҡылыҡтары. Соҡороноң барлыҡҡа килеүе б‑са — тектоник, вулкан, гидроген (карслы, һыубаҫар, иҫке үҙән һ.б.), гляциоген, эол, органоген һәм антропоген К. (М.А.Первухин...
КҮЛДӘРҘЕ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ
КҮЛДӘРҘЕ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ, лимнология, ҡоро ер гидрологияһы бүлеге, һыу алмашыныу аҡрын барған һыу ятҡылыҡтарында (күлдәр, һыуһаҡлағыстар һ.б.) бер‑береһе м‑н бәйле физик, химик, биол. процестар комплексын өйрәнә. Физик‑геогр., гидрологик, метеорологик, геоботаник, гидробиол., геохимик, геоморфол. һ.б....
КҮЛЙОРТТАМАҠ МӘМЕРЙӘҺЕ
КҮЛЙОРТТАМАҠ МӘМЕРЙӘҺЕ, Космонавтар мәмерйәһе, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965—2014). Бөрйән р‑ны Ғәҙелгәрәй а. көньяҡҡа табан 8 км алыҫлыҡта Күлйорттамаҡ сағылының һул битләүендә, Шүлгәнташ ҡурсаулығы терр‑яһында урынлашҡан. Карслы мәмерйә, өҫкө девон һәм аҫҡы карбон эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Көнсығыш,...
КҮЛЛӘР, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл
КҮЛЛӘР, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ефремкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 12 км һәм Таҙлар т. юл ст. Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 346 кеше; 1920 — 404; 1939 — 509; 1959 —255; 1989 — 116; 2002 — 195; 2010 й. — 148 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар.
Ауылға Нуғай...
КҮЛЛЕҠУЛ, Благовар р‑нындағы ауыл
КҮЛЛЕҠУЛ, Благовар р‑нындағы ауыл, Өйҙөрәкбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 35 км һәм Благовар т. юл ст. К. табан 13 км алыҫлыҡта Ҡурай й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 428 кеше; 1959 — 323; 1989 — 122; 2002 — 148; 2010 — 153 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер- акушерлыҡ...
КҮЛТАБАН, Баймаҡ р‑нындағы ауыл
КҮЛТАБАН,Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Йылайыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 48 км һәм Сибай т. юл ст. К. табан 14 км алыҫлыҡта Күлтабан күле буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 35 кеше; 1920 — 105; 1939 — 97; 1959 — 350; 1989 — 420; 2002 — 369; 2010 — 364 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Сосновка...
КҮЛТАБАН, күл
КҮЛТАБАН, Я у г ү л, Урал й. басс. күл. Сибай ҡ. көньяҡҡа табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 7,2 км2, оҙонлоғо 3,2 км, уртаса киңлеге 2,2 км, уртаса тәрәнлеге 4,2 м (макс. – 5,1 м), һыу күләме 30,2 млн м3; һыу йыйыу майҙаны 88,5 км2. Тектоник күл, олотау свитаһы тоҡомдарында (андезибазальттар...
КҮЛТӘГИНГӘ АРНАЛҒАН ТАШЪЯҘМА
КҮЛТӘГИНГӘ АРНАЛҒАН ТАШЪЯҘМА, боронғо төрки әҙәбиәтеәҫәре. Көнсығыш төрки ҡағанатына нигеҙ һалған Илтереш ҡағандың улы, ғәскәр башлығы Күлтәгин хөрмәтенә төҙөлгән ерләү комплексындағы яҙыулы ҡәбер ташы (Оло һәм Кесе яҙмалары бар). Улан‑Баторҙан көньяҡ‑көнсығышҡа табан 400 км алыҫлыҡта Орхон й. һул ярындағы...
КҮМӘС, һырт
КҮМӘС, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Учалы р-ны буйлап Илсеғол а. киңлегенән алып Ҡорама а. киңлегенә тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 14 км, киңлеге 2 км, абс. бейеклеге 708 м. 5 түбәһе асыҡ күренә. Көньяҡ өлөшөнөң көнсығыш битләүендә бер нисә ҡалҡыу урын бар. Аҫҡы һәм урта...
КҮМЕР СӘНӘҒӘТЕ
КҮМЕР СӘНӘҒӘТЕ, яғыулыҡ сәнәғәтенең күмер сығарыу, байыҡтырыу һәм брикетлау тармағы. Башҡортостанда К.с. барлыҡҡа килеүе һоро күмер ятҡылыҡтары асылыуға бәйле. 1947 й. Бабай һоро күмер ятҡылығы базаһында Ермолаевка разрезын проектлау башлана (1951 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1957 й. алып Күмертау разрезы;...
КҮМЕРТАУ АВИАЦИЯ ПРОИЗВОДСТВО ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ
КҮМЕРТАУ АВИАЦИЯ ПРОИЗВОДСТВО ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ, ААЙ. Граждан һәм хәрби вертолёттар, газ ҡорамалдары эшләп сығарыу; ер өҫтөндәге һәм осоусы составты уҡытыу һ.б. м‑н шөғөлләнә. Производство составында тимерлек‑преслау, ҡойоу, әҙерләү‑штамплау, механик йыйыу, иретеп йәбештереү, термогальваник, металл булмаған...
КҮМЕРТАУ АВИАЦИЯ ТЕХНИК КОЛЛЕДЖЫ
КҮМЕРТАУ АВИАЦИЯ ТЕХНИК КОЛЛЕДЖЫ, 1985 й. Өфө авиация техникумы филиалы булараҡ асыла, 1989 й. алып Күмертау авиация техникумы, 2011 й. — хәҙ исеме м‑н ӨДАТУ‑ның Күмертау филиалы составында. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: электр һәм электр‑механик...
КҮМЕРТАУ ИКМӘК КОМБИНАТЫ
КҮМЕРТАУ ИКМӘК КОМБИНАТЫ, ААЙ. Составына икмәк һәм икмәк-булка изделиелары (1950 й. нигеҙләнгән), перәник (1956), юғары сортлы изделиелар (1972) етештереү цехтары инә. 2011 й. 83 кеше эшләгән. Икмәк-булка, кондитер изделиелары етештерә. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла.
1950 й. икмәк з‑ды булараҡ ойошторола,...
КҮМЕРТАУ МЕБЕЛЬ ФАБРИКАҺЫ
КҮМЕРТАУ МЕБЕЛЬ ФАБРИКАҺЫ, ЯСЙ. Белем биреү һәм мед. учреждениелары өсөн мебель, халыҡ өсөн корпуслы мебель етештерә. Составына бысыу, әҙерләү, йыйыу цехтары инә. 2011 й. 15 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.
1953 й. “Башуглеразрезстрой” тресының Ағас эшкәртеү комб‑ты...
КҮМЕРТАУ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ
КҮМЕРТАУ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1967 й. Күмертау физик тәрбиә пед. уч‑щеһы булараҡ асыла, 1991 й. алып пед. уч‑щеһы, 2002 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: мәктәпкәсә белем биреү, физик культура. Китапханаһы, 3 спорт, теннис, тренажёр...