Список материалов
КҮМЕРТАУ ПОЛИТЕХНИК ЛИЦЕЙ‑ИНТЕРНАТЫ
КҮМЕРТАУ ПОЛИТЕХНИК ЛИЦЕЙ‑ИНТЕРНАТЫ. 1997 й. Респ. К.п.л.и. булараҡ асыла. Конкурс б‑са 4‑се класты тамамлаған малайҙар, 2001 й. алып 9‑сы класты тамамлаған ҡыҙҙар ҡабул ителә. Түбәндәге йүнәлештәр б‑са профилле уҡытыу алып барыла: физика‑матем., физика‑химия. Лицейҙа махсус курстар индерелгән: логика...
КҮМЕРТАУ ТАУ КОЛЛЕДЖЫ
КҮМЕРТАУ ТАУ КОЛЛЕДЖЫ, 1958 й. киске тау‑механика техникумы булараҡ асыла, 1979 й. алып тау‑механика техникумы, 1993 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: менеджмент, хоҡуҡ белеме, хисаплау техникаһын һәм автоматлаштырылған системаларҙы программа...
КҮМЕРТАУ ТИМЕР-БЕТОН ЗАВОДЫ.
КҮМЕРТАУ ТИМЕР-БЕТОН ЗАВОДЫ. 1950 й. ағас эшкәртеү комб‑ты булараҡ ойошторола, 1958 й. алып “Башуглеразрезстрой” тресының төҙөлөш материалдары комб‑ты, 1960 й. — “Кумертаустрой” тресының тимер- бетон изделиелар з‑ды, 1972 й. — “Салауат тимер-бетоны” ПБ составында, 1975 й. — К.т.‑б.з., 1994 й. — ААЙ,...
КҮМЕРТАУ ТЭЦ-ы, “Башҡортостан генерациялау компанияһы” ЯСЙ филиалы
КҮМЕРТАУ ТЭЦ-ы, “Башҡортостан генерациялау компанияһы” ЯСЙ филиалы. Электр һәм йылылыҡ энергияһы етештерә. Составына яғыулыҡ- транспорт, ҡаҙанлыҡ‑турбина, электр, химия, технологик процестар м‑н автоматлаштырылған идара итеү системаһы, ремонт-төҙөлөш цехтары; Йомағужа ГЭС‑ы инә. 2012 й. 348 кеше эшләгән....
КҮМЕРТАУ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ
КҮМЕРТАУ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ, Күмертау, Мәләүез, Салауат ҡҡ. һәм Ейәнсура, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Мәләүез, Фёдоровка р‑ндары ҡулланыусыларын электр энергияһы м‑н тәьмин итә. Оператив-диспетчер хеҙмәте — Күмертау ҡ., район диспетчер пункттары күрһәтелгән бөтә райондарҙа һәм Мәләүездә урынлашҡан. 2012 й....
КҮМЕРТАУ, ҡала
КҮМЕРТАУ, БР‑ҙағы ҡала һәм т. юл станцияһы. Өфөнән көньяҡҡа табан 237 км алыҫлыҡта Башҡортостандың Урал алды көньяғында урынлашҡан. Майҙаны — 170 км2. Халҡы (мең кеше): 1959 й. — 30,8; 1989 — 63,7; 2002 — 66,3; 2010 — 62,8. Милли составы (2002): урыҫтар — 61,6%, башҡорттар — 16,4%, татарҙар — 12,9%....
КҮН ЗАВОДТАРЫ
КҮН ЗАВОДТАРЫ, тире иләү һәм унан әйберҙәр әҙерләү пр‑тиелары. Башҡортостанда тәүге К.з. 18 б. аҙ. — 19 б. башында барлыҡҡа килә. 19 б. тәүге ярт. Ырымбур губернаһында К.з. һанының артыуы күҙәтелә (ҡара: табл.), улар йыл һайын уртаса 80—140 мең һумлыҡ 20‑нән 35 меңгә тиклем күн етештерә. Төп продукцияһы:...
КҮН ЭШЕ
КҮН ЭШЕ, йәнлек, мал тиреһен эшкәртеү һәм уларҙан әйберҙәр яһау. Башҡорттарҙың, ваҡыт үтеү м‑н, кустарь кәсепкә (итек тегеү, тире иләү, эйәр-өпсөн эше һ.б.) әүерелгән традицион шөғөлө. Көнкүрештә йылҡы, һыйыр, ваҡ мал, дөйә, ҡырағай йәнлек (ҡондоҙ, бүре, һеләүһен, һыуһар, төлкө, мышы, болан һ.б.) тиреһен...
КҮН, ТИРЕ ҺӘМ АЯҠ КЕЙЕМЕ СӘНӘҒӘТЕ
КҮН, ТИРЕ ҺӘМ АЯҠ КЕЙЕМЕ СӘНӘҒӘТЕ, еңел сәнәғәттең тәбиғи һәм яһалма күн, тире, тире һәм күн- галантерея изделиелары, аяҡ кейеме етештереүсе тармағы. Башҡортостанда 19 б. үҫешә башлай (ҡара: Күн эше): 30‑сы йй. Өфөлә — 27, Стәрлетамаҡ ҡ. 28 күн пр‑тиеһы була, күпселеген итексе цехтары тәшкил итә. Өфө...
КҮНДЕРӘК, йылға
КҮНДЕРӘК, йылға, Ашҡаҙар й. һул ҡушылдығы. Стәрлебаш р‑ны Булаш а. эргәһендә башлана, ш. уҡ район буйлап аға: йүнәлеше үрге ағымында — көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ- көнсығышҡа табан, Мөхәмәтдәмин а. эргәһендә көньяҡ‑көнсығышҡа борола, Күндерәк а. янында йүнәлешен төньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай үҙгәртә һәм Ашҡаҙар й....
КҮНДЕРӘК, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл
КҮНДЕРӘК, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Күндерәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 26 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 61 км алыҫлыҡта Күндерәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 40 кеше; 1939 — 74; 1959 — 338; 1989 — 463; 2002 — 374; 2010 — 321 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)....
КҮНЗАВОД, Баймаҡ р‑нында
КҮНЗАВОД АУЫЛЫ, Баймаҡ р‑нында, Темәс а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 57 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 115 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 35 кеше; 1920 — 329; 1939 — 118; 1959 — 88; 1989 — 82; 2002 — 152; 2010 — 148 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).
Ауылға 19 б....
КҮП АЙЫРМАЛЫ РИККАРДИЯ
КҮП АЙЫРМАЛЫ РИККАРДИЯ (Riccardia multifida), мүк һымаҡтар төрө. Күп йыллыҡ, бер өйлө (автэция хас — антеридиялар һәм архегониялар үҫемлектең төрлө һабаҡтарында урынлашҡан) ҙур булмаған асыҡ, һарғылт‑йәшел кәҫлек йәки айырым ҡатлансыҡтар барлыҡҡа килтереүсе бауыр мүге. Ҡатлансығы 1—3 см оҙонлоҡта, 0,5—1 мм...
КҮП ЙЫЛЛЫҠҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ
КҮП ЙЫЛЛЫҠ ҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ, бер нисә йыл үҫкән һәм күп тапҡыр орлоҡ биргән ҡый үләндәре. Вегетатив юл һәм орлоҡтар ярҙамында үрсейҙәр. К.й.ҡ.ү. биол. төркөмдәре: үҙәк тамырлылар, суҡ тамырлылар, үрмәлеләр, һуғанбашлылар, бүлбелеләр, тамырһабаҡлы ҡый үләндәре һәм үренте тамырлы ҡый үләндәре. Үҙәк тамырлылар...
КҮП РӘТЛЕ АБАҒА
КҮП РӘТЛЕ АБАҒА (Polystichum), ҡалҡанут һымаҡтар ғаиләһенең ҡаҙаяҡ һымаҡтар заты. Яҡынса 175 төрө билдәле, киң таралған. Башҡортостанда Браун К.р.а. үҫә. 15— 70 см бейеклектәге, ҡыҫҡа тамырһабаҡлы, йәйен дә, ҡышын да йәшел үлән. Япрағы (вайяһы) ҡуйы төк м‑н ҡапланған, көрән тәңкәле һаплы, розеткала,...
КҮП ТЕЛЛЕЛЕК
КҮП ТЕЛЛЕЛЕК, полилингвизм, кешенең (кешеләр төркөмөнөң) билдәле терр‑я йәки соц. берлек (күп милләтле дәүләт) сиктәрендә бер нисә телдә аралашыуы, телдәрҙе һайлау тел коммуникацияһының билдәле бер шарттарына ярашлы башҡарыла. К.т. социолингвистиканың өйрәнеү объекты булып тора.
БР‑ҙа К.т. күренеше...
КҮП ТӨРЛӨЛӨК
КҮП ТӨРЛӨЛӨК, математиканың һыҙыҡ һәм өҫкө йөҙ төшөнсәләрен теләһә ниндәй үлсәм һанына дөйөмләштергән фундаменталь төшөнсәһе. Һандар арауығы кеүек төҙөлөшлө билдәле бер урындағы геом. объект булып тора, йәғни К.т. һәр нөктәһенең (геом. мәғәнәләге нөктә, тура һыҙыҡ, сфера, матрица, механик система торошо...
КҮП ФАЗАЛЫ СИСТЕМАЛАР МЕХАНИКАҺЫ
КҮП ФАЗАЛЫ СИСТЕМАЛАР МЕХАНИКАҺЫ, тотош мөхиттәр механикаһының төрлө физик шарттарҙа газ, шыйыҡ һәм ҡаты хәлдәге мөхит ҡатышмаларының макроскопик хәрәкәтен өйрәнә торған бүлеге. Күп фазалы (оҡшаш булмаған йәки гетероген) системалар — тороштары макроскопик эффекттарға һәм структура параметрҙарына бәйле...
КҮПЕР ТӨҘӨҮ ИДАРАЛЫҒЫ
КҮПЕР ТӨҘӨҮ ИДАРАЛЫҒЫ, ЯАЙ. Автоюл күперҙәрен һәм юл үткәргестәрҙе төҙөү, ремонтлау һәм ҡарау, сәнәғәт һәм граждан тәғәйенләнешле биналарҙы һ.б. объекттарҙы төҙөү м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. Составына Баймаҡ (2006 й. нигеҙләнгән), Баҡалы, Белорет (икеһе лә — 2004), Күгәрсен, Стәрлебаш (икеһе лә —...
КҮПЕРБАШ, Краснокама р‑нындағы ауыл
КҮПЕРБАШ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡайынлыҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнс. 42 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.-Көнс. табан 35 км алыҫлыҡта Кәлтәй й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 57 кеше; 1920 — 81; 1939 — 156; 1959 — 161; 1989 — 106; 2002 — 107; 2010 — 95 кеше. Татарҙар,...