Список материалов
ҠАҘ ЙЫУАҺЫ
ҠАҘ ЙЫУАҺЫ (Gagea), ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 70 төрө билдәле, Евразияның, Төньяҡ Африканың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 6 төрө үҫә: һары Ҡ.й., бөртөклө Ҡ.й., һуғанбашлы Ҡ.й., кесе Ҡ.й., ненец Ҡ.й., тәпәш Ҡ.й. Һуғанбашлы эфемероидтар, бейеклеге 5—30 см. Һабағы...
ҠАҘ ӨМӘҺЕ
ҠАҘ ӨМӘҺЕ, башҡорттарҙа ҡаҙ, һирәкләп өйрәк һуйғанда үҙ-ара ярҙам итеү йолаһы (ҡара: Өмә). Көҙ-ҡыш мәлендә, ҡар ятыу м‑н үткәрелгән. Ҡ.ө. ҡыҙҙар һәм йәш ҡатындар (ғәҙәттә, килендәр) саҡырылған. Ҡаҙҙарҙы йолҡоп, эсен таҙартҡандан һуң, көйәнтәгә парлап аҫып, йылғаға сайҡарға алып төшкәндәр. Уларға егеттәр...
ҠАҘ ҮЛӘНЕ
ҠАҘ ҮЛӘНЕ (Potentilla), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 500 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 20‑нән ашыу төрө үҫә: һары Ҡ.ү., Гольдбах Ҡ.ү., көлһыу Ҡ.ү., тура һ.б. Күп, һирәк осраҡта ике йәки бер йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтарының оҙонлоғо 5—80 см тиклем, төҙ, күтәрелеүсән...
ҠАҘ ҺЫМАҠТАР
ҠАҘ ҺЫМАҠТАР (Anseriformes), ҡоштар отряды. 2 ғаиләһе, яҡынса 150 төрө билдәле. БР‑ҙа өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған 33 төрө бар. Башлыса эре (аҡҡоштар, оҙонлоғо 180 см тиклем, ауырлығы 13,6 кг тиклем) һәм уртаса ҙурлыҡтағы (һыҙғыраҡ сөрәгәй, оҙонлоғо 38 см тиклем, ауырлығы 0,4 кг тиклем) күсәр һыу ҡоштары....
ҠАҘАҒСТАН
ҠАҘАҒСТАН, Ҡаҙағстан Республикаһы, Евразияның үҙәк өлөшөндәге дәүләт. Майҙаны — 2,72 млн км2. Баш ҡалаһы — Астана. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 16 млн кеше (2009): ҡаҙаҡтар (63,1%), урыҫтар (23,7%) һ.б.; 17,3 мең башҡорт йәшәй (2009). Рәсми тел — ҡаҙаҡ теле. Диндарҙары — мосолман, православие...
ҠАҘАҠ ТЕЛЕ
ҠАҘАҠ ТЕЛЕ, ҡыпсаҡ төркөмөнә (ҡара: Ҡыпсаҡ телдәре) ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Ҡаҙаҡтарҙың милли теле, Ҡаҙағстандың дәүләт теле. Шулай уҡ Ҡаҙағстан м‑н күрше булған РФ өлкәләрендә, Ҡырғыҙстанда, Тажикстанда, Төркмәнстанда, Үзбәкстанда, Афғанстанда, Иранда, Ҡытайҙа, Монголияла, Фәләстанда, Төркиәлә...
ҠАҘАҠБАЕВ Мөхәмәтйән Абдулла улы
ҠАҘАҠБАЕВ Мөхәмәтйән Абдулла улы [22.12.1924, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Һаҡмар‑Наҙарғол а. (БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны) — 6.6.2017, шунда уҡ], йырсы, сәсән. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1949—84 йй. Хәйбулла р‑нының “Һаҡмар” к‑зында эшләй. Башҡ. традицион башҡарыу мәктәбенең сағыу вәкилдәренең береһе. Репертуарында...
ҠАҘАҠБАЕВ Филүз Хәсән улы
ҠАҘАҠБАЕВ Филүз Хәсән улы (31.7.1971, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Түб. Бикбирҙе а.), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (2008) һәм атҡ. (2000) артисы. Өфө хореография уч‑щеһын (1990; педагогы М.Ә.Кәримов), Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт акад. (2010; педагогы Е.С.Понькина) тамамлаған. 1990 й. алып (өҙөклөк м‑н) Ғәскәров...
ҠАҘАҠҠОЛ, Учалы р‑нындағы ауыл
ҠАҘАҠҠОЛ, Учалы р‑нындағы ауыл, Миндәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 75 км һәм Уралтау т. юл ст. Көнс. табан 13 км алыҫлыҡта Миндәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 279 кеше; 1920 – 385; 1939 — 464; 1959 – 436; 1989 – 136; 2002 – 157; 2010 – 117 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...
ҠАҘАҠЛАР ҠАЛАСЫҠТАРЫ
ҠАҘАҠЛАР ҠАЛАСЫҠТАРЫ, Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 5—7 бб. ҡарайҙар. Дүртөйлө р‑ны Ҡаҙаҡлар а. эргәһендә Яубазы й. уң ярында урынлашҡандар. 3 ҡаласыҡ табылған.
Ҡ.ҡ.I ауылдан төньяҡ-көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1973 й. С.М.Васюткин тарафынан асыла, 1980 й. В.А.Иванов һәм...
ҠАҘАҠЛАР‑ҠОБАУ, Бүздәк р‑нындағы ауыл
ҠАҘАҠЛАР‑ҠОБАУ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Кәпәй-Ҡобау а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. К.‑Көнб. табан 22 км алыҫлыҡта Кирсән й. (Сәрмәсән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 525 кеше; 1920 – 702; 1939 – 526; 1959 – 352; 1989 – 241; 2002 – 217; 2010 – 240 кеше. Башҡорттар йәшәй...
ҠАҘАҠЛАР, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл
ҠАҘАҠЛАР, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Өсбүлә а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 19 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 139 км алыҫлыҡта Яубазы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 840 кеше; 1920 – 984; 1939 – 748; 1959 – 485; 1989 — 258; 2002 – 247; 2010 – 223 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...
ҠАҘАҠТАР
ҠАҘАҠТАР, халыҡ, Ҡаҙағстандың төп халҡы. Ҡ. һаны Ҡаҙағстанда 1989 й. — 6,5 млн, 2006 й. — 9,01 млн, 2009 й. — 10,1 млн кеше, РСФСР‑ҙа 1989 й. — 636 мең, 2002 й. РФ‑та — 654 мең, БР‑ҙа — 4,1 мең, ошоға ярашлы 2010 й. — 647,7 һәм 4,3 мең кеше. Ҡ. БР‑ҙың Мәләүез, Салауат, Стәрлетамаҡ р‑ндарында тупланып...
ҠАҘАН
ҠАҘАН, сығарылыусы газдарҙың, технологик процестарҙың, яғыулыҡ яндырыу, электр энергияһы әүерелеүе ваҡытында бүленеп сыҡҡан йылылыҡты файҙаланып, юғары баҫым аҫтында пар йәки эҫе һыу алыр өсөн ҡоролма. Ярҙамсы ҡорамалдары (һыу һәм яғыулыҡ әҙерләү системалары, автоматика, газ һәм һауа үткәргестәре, арматуралы...
ҠАҘАНҒОЛ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл
ҠАҘАНҒОЛ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Ҡаҙанғол а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 24 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 545 кеше; 1920 – 655; 1939 – 464; 1959 — 420; 1989 – 396; 2002 – 382; 2010 – 441 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...
ҠАҘАНЛЫҠ ЯҒЫУЛЫҒЫ
ҠАҘАНЛЫҠ ЯҒЫУЛЫҒЫ (шыйыҡ хәлдәге). Ҡ.я. нефть, һәүерташ һәм күмер мазуттарынан булғандарға, ауыр нефттәргә бүләләр. Нефть ҡалдыҡтарын (гудрон, крекинг ҡалдыҡтары, мазут, асфальтһыҙлаштырыу процесы асфальты һ.б.) крекинг һәм кокслаштырыуҙың газойль фракциялары м‑н ҡушып алалар. Ҡ.я. Башҡортостандың бөтә...
ҠАҘАНЛЫТАМАҠ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл
ҠАҘАНЛЫТАМАҠ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Донской а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 27 км һәм Глуховская т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта Мәҡсүт й. (Өҫән й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 197 кеше; 1920 – 333; 1939 – 432; 1959 – 297; 1989 – 146; 2002 – 137; 2010 – 133 кеше. Татарҙар...
ҠАҘАНСЫ, Баҡалы р‑нындағы ауыл
ҠАҘАНСЫ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Кәстәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 22 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 98 км алыҫлыҡта Шәрәшле й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1307 кеше; 1920 – 1747; 1939 – 1400; 1959 – 934; 1989 – 445; 2002 – 419; 2010 – 327 кеше. Урыҫтар йәшәй...
ҠАҘАРМА, Кушнаренко р‑нындағы ауыл
ҠАҘАРМА, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Иҫке Туҡмаҡлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 29 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 52 км алыҫлыҡта Кәрәкә й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1896 й. — 1202 кеше; 1920 – 1552; 1939 – 1360; 1959 – 885; 1989 – 533; 2002 – 524; 2010 – 510 кеше. Татарҙар...
ҠАҘАЯҠ
ҠАҘАЯҠ (Pteridium), гиполепис һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған абаға һымаҡтар заты. 8 төрө билдәле, сүллек, дала һәм поляр райондарҙан башҡа бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда ябай Ҡ. үҫә. Бейеклеге 50—120 см булған оҙон тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Япрағы (вайялары) оҙон һаплы, асыҡ йәшел төҫтә, тиресәле,...