Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАЛА РЕФОРМАҺЫ (1870)

ҠАЛА РЕФОРМАҺЫ (1870), ҡала үҙидараһы (ҡара: Урындағы үҙидара) реформаһы, Рәсәйҙәге реформаның (19 б. 60—80‑се йй.) бер өлөшө. 1870 й. 16 июнендәге “Ҡала положениеһы”на ярашлы үткәрелә. Ҡ.р. б‑са ҡала идараһының билдәле бер ҡатламдан төҙөлгән органдары бөтә ҡатлам вәкилдәре булған күрһәтмә биреүсе ҡала...

ҠАЛА ТИБЫНДАҒЫ ҠАСАБА

ҠАЛА ТИБЫНДАҒЫ ҠАСАБА, ҡала торамаһы категорияһы. РФ‑та, ғәҙәттә, халыҡ һаны 3 мең (курорт ҡасабалары өсөн — 2 мең) кешенән дә кәм булмаған, уның 85%‑тан күберәге ауыл хужалығынан тыш тармаҡтарҙа эшләгән, сәнәғәт, рекреация, транспорт һ.б. функцияларҙы башҡарған, ҡала статусын алыу өсөн етерлек үҫешмәгән...

ҠАЛА ТӨҘӨЛӨШӨ

ҠАЛА ТӨҘӨЛӨШӨ, ҡала һ.б. торама пункттарҙы планлаштырыу, төҙөү теорияһы һәм практикаһы. Башҡортостанда Ҡ.т. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң үҫешә башлай, төбәктең үҙәгендә һәм төньяҡ-көнбайыш райондарында ҡәлғәләр (ҡара: Нығытмалы сик һыҙыҡтары) төҙөү башлана, уларҙың бер өлөшө ҡалаға...

ҠАЛА ТРАНСПОРТЫ

ҠАЛА ТРАНСПОРТЫ, ҡала терр‑яһында һәм ҡала янындағы зонала халыҡ һәм йөк ташыу, ш. уҡ ҡаланы төҙөкләндереү эштәрен башҡарыусы транспорт төрҙәре комплексы. Транспорт сараларын (хәрәкәттәге состав), юл ҡоролмаларын (рельслы юлдар, күперҙәр, станциялар, туҡталыу пункттары, туҡталыу өсөн урындар һ.б.),...

ҠАЛА УЧИЛИЩЕЛАРЫ

ҠАЛА УЧИЛИЩЕЛАРЫ, юғары типтағы башланғыс уҡыу йорттары. Өйәҙ училищелары урынына “Ҡала училищелары тураһында положение” б‑са ойошторолалар (1872). Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында булалар. Земстволар, ҡала йәмғиәттәре, айырым кешеләр аҡсаһына тотолалар; аҡсаның бер өлөшө ҡаҙна тарафынан бүленә....

ҠАЛА ҺӘМ АУЫЛ ХАЛҠЫ

ҠАЛА ҺӘМ АУЫЛ ХАЛҠЫ, ҡала һәм ауыл биләмәләрендә йәшәгән халыҡ. Ҡ.һ.а.х. нисбәте торамаларҙы ҡала торамаларына индереү критерийҙарына (ҡара: Ҡала), халыҡ һанының ғәмәли үҙгәреше, халыҡ миграцияһы үҙенсәлектәренә һәм адм.‑терр. реформаларға (торама пункттарҙы бер категориянан икенсеһенә күсереүгә) бәйле....

ҠАЛА ЭШТӘРЕ БУЙЫНСА ГУБЕРНА ПРИСУТСТВИЕЛАРЫ

ҠАЛА ЭШТӘРЕ БУЙЫНСА ГУБЕРНА ПРИСУТСТВИЕЛАРЫ, Рәсәйҙә ҡала үҙидараһы органдары эшмәкәрлеген күҙәткән урындағы дәүләт органдары. Ҡала реформаһы (1870) барышында 1870 й. 16 июнендәге “Ҡала положениеһы” на ярашлы ойошторолалар. Эске эштәр министрлығына буйһонғандар. Губернатор етәкселек иткән, присутствие...

ҠАЛА-АРА ЭЛЕМТӘ УЗЕЛЫ

ҠАЛА-АРА ЭЛЕМТӘ УЗЕЛЫ. Зона эсендәге телефон элемтәһе, кабелле һәм цифрлы телевидение, сымлы радио, ҡала‑ара һәм халыҡ‑ара элемтәгә, Интернетҡа инеү б‑са хеҙмәттәр күрһәтә; транзит зона элемтә узелы ҡорамалдарының дөйөм һыйҙырышлығы тәүлегенә 1,1 млн һөйләшеүҙе тәьмин итеү мөмкинлеген бирә. Өфөлә урынлашҡан....

ҠАЛА-ТИРӘ ТРАНСПОРТЫ

ҠАЛА-ТИРӘ ТРАНСПОРТЫ, ҡала тирәһендәге зонала (ҡаланың адм. үҙәгенән йәки ҙур ауылдан 50 км тиклем алыҫлыҡта) пассажирҙар ташыған дөйөм файҙаланыуҙағы транспорт. Автомобиль транспорты, йылға транспорты, тимер юл транспорты, милек төрө б‑са — дәүләт һәм шәхси Ҡ.‑т.т. айырыла. Башҡортостанда ҡала-тирә...

ҠАЛАҠТАУ, һырт

ҠАЛАҠТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. БР‑ҙың Әбйәлил, Учалы р‑ндары һәм Силәбе өлк. буйлап Әбйәлил р‑ны Рәхмәт а. киңлегенән Ям й. (Урал й. басс.) үрге ағымы киңлегенә тиклем көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай һуҙылған. Оҙонлоғо 10 км яҡын, БР‑ҙа 2 км тирәһе, киңлеге 4 км яҡын. Абс....

ҠАЛАСЫҠ, нығытылған торама

ҠАЛАСЫҠ, археологик ҡомартҡы, нығытылған торама. Башҡортостанда Ананьин мәҙәниәте, Горохов мәҙәниәте, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте, Пьяный Бор мәҙәниәте, Бахмут мәҙәниәте, Ҡараяҡуп мәҙәниәтенә ҡараған 200‑гә яҡын Ҡ. табылған. Иң боронғо Ҡ. б.э.т. 8—7 бб. ҡарай (Бөрө ҡаласығы, Юлдаш ҡаласығы, Яңы Ҡабан ҡаласығы...

ҠАЛДАР, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

ҠАЛДАР, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Волостновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 25 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Мәнеү й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 250 кеше; 1920 — 193; 1939 — 98; 1959 — 225; 1989 — 344; 2002 — 373; 2010 — 322 кеше. Башҡорттар...

ҠАЛДЫҠ ТАУҘАР

ҠАЛДЫҠ ТАУҘАР, тау иленең экзоген процесс тәьҫире арҡаһында емерелеүенән тороп ҡалған тау тоҡомдарының айырым массивтары. Барлыҡҡа килеүе һәм формалары б‑са ашалыу, ел һәм денудация тарафынан емерелеүҙән ҡалған тотороҡло тау тоҡомонан торған Ҡ.т. (денудацион); элекке яйланың таулыҡтарҙағы шаһит Ҡ.т....

ҠАЛДЫҠҺЫҘ ТЕХНОЛОГИЯ

ҠАЛДЫҠҺЫҘ ТЕХНОЛОГИЯ, продукцияны ағынты һыу, газ ташландыҡтары һәм етештереү ҡалдыҡтарын барлыҡҡа килтермәгән оптималь (матди һәм энергия ағымдары йомоҡ тоташҡан) технологик схемалар б‑са етештереү ысулы. Ҡ.т. төшөнсәһе шартлы, сөнки ысынбарлыҡта тулыһынса ҡалдыҡһыҙ һәм тирә‑яҡ мөхиткә кире тәьҫир...

ҠАЛҠАМАНТИШЕК МӘМЕРЙӘҺЕ

ҠАЛҠАМАНТИШЕК МӘМЕРЙӘҺЕ, Оло Тимер мәмерйәһе. Бөрйән р‑ны Тимер а. төньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, урта девон эзбизташтарында  барлыҡҡа килгән. Төньяҡ  һәм төньяҡ‑көнсығыш йүнәлештәге  үткелдәрҙән һәм коридорҙарҙан  торған лабиринттан ғибәрәт....

ҠАЛҠАН, күл

ҠАЛҠАН, Урал й.  басс. күл. Учалы р‑ны  Ҡалҡан а. төньяҡ-  көнсығышҡа табан  2,5 км алыҫлыҡта  урынлашҡан. Күл өҫтө  майҙаны 1,8 км2,  оҙонлоғо 2,6 км, уртаса  киңлеге 0,6 км,  уртаса тәрәнлеге 2,9 м  (иң тәрән урыны —  4,7 м), һыу күләме 5,1 млн м3; һыу  йыйыу майҙаны 9,0 км2. Тектоник  күл, ордовик...

ҠАЛҠАН, тау

ҠАЛҠАН, тау, Учалы р‑ны Ҡалҡан а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта Ҡалҡан күле буйында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 663 м, оҙонлоғо 2,6 км, төньяҡ‑көнсығыш өлөшөнөң киңлеге 0,6 км, көньяҡ‑көнсығыш өлөшөнөң — 1 км. Оҙонса формала. Төньяҡ‑көнсығыш битләүҙәре текә, көньяҡ‑көнбайышы — һөҙәк. Аҫҡы...

ҠАЛҠАН, Учалы р‑нындағы ауыл

ҠАЛҠАН, Учалы р‑нындағы ауыл,  Учалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән  Т.‑Көнб. табан 26 км һәм Учалы  т. юл ст. 18 км алыҫлыҡта Урал й. буйында  урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. —  1139 кеше; 1920 — 1269; 1939 — 670;  1959 — 382; 1989 — 290; 2002 —  392; 2010 — 332 кеше. Башҡорттар  йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп ...

ҠАЛҠЫУЛЫҠ

ҠАЛҠЫУЛЫҠ, тирә‑яғындағы терр‑яларға ҡарата күтәренке, абс. бейеклеге 200 м ашыу булған ер өҫтө участкаһы. Төҙөлөшө б‑са тектоник характерҙа (йыйырсыҡлы), барлыҡҡа килеүе денудация (эрозия) м‑н аңлатыла. Ҡ. аныҡ ҡына битләүҙәре юҡ, рельефы йырғыланған, тигеҙ йәки убалы, ашалыуға дусар була. Башҡортостанда...

ҠАЛМАҘАН, Мишкә р‑нындағы ауыл

ҠАЛМАҘАН, Мишкә р‑нындағы ауыл, Оло Шаҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 18 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 121 км алыҫлыҡта Ҡалмаҙан й. (Бөрө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 227 кеше; 1959 — 212; 1989 — 111; 2002 — 98; 2010 — 87 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға...