Список материалов
ҠАЛМАЗА, Бөрө ҡ. эсендә ауыл
ҠАЛМАЗА, ауыл, 1939 й. алып Бөрө ҡ. эсендә. 1873 й. һәм 1896 й. араһында Бөрө өйәҙендә Ҡалмаза бүлендек ауылы булараҡ Бөрө ҡ. кешеләре нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1896 й. 30 йортта 141 кеше йәшәгән. 1906 й. бүленеп сыҡҡан Бөрө Биҫтәһе булараҡ теркәлгән; һабын ҡайнатыу з‑ды, бакалея кибете булған....
ҠАЛМАҠ, башҡ. ҡәбиләһе
ҠАЛМАҠ, һартҡалмаҡ, башҡ. ҡәбиләһе. Ҡатай ырыу-ҡәбилә берләшмәһенә ҡараған. Тамғаһы — . Этник яҡтан Үҙәк Азияның монгол ҡәбиләләренә барып тоташа. “Ҡалмаҡ” этнонимы ҡаҙаҡтарҙа, ҡарағалпаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа һ.б. билдәле. Ғалимдар фекеренсә, Ҡ. — 17 б. Урал аръяғына күсенгән ҡалмыҡтарҙың вариҫтары. 18...
ҠАЛМАҠЛАР, Салауат р‑нындағы ауыл
ҠАЛМАҠЛАР, Салауат р‑нындағы ауыл, Салауат а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 3 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнс. 29 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 363 кеше; 1920 — 388; 1939 — 380; 1959 — 334; 1989 — 177; 2002 — 230; 2010 — 208 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....
ҠАЛМАНТАЕВА Вәкилә Ғатаулла ҡыҙы
ҠАЛМАНТАЕВА Вәкилә Ғатаулла ҡыҙы (7.11.1948, Чкалов өлкәһе Үрге Ильяс а. — 5.2.2021, Өфө ҡ.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (1993), БАССР‑ҙың атҡаҙанған (1989) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1976). Өфө сәнғәт училищеһын (1970; Ғ.Ғ.Ғиләжев, К.Ф.Ғәҙелшин курсы), БДУ‑ны (1987) тамамлаған. 1970 й. алып...
ҠАЛМАШ, Дыуан р‑нындағы ауыл
ҠАЛМАШ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Дыуан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 70 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.-Көнб. табан 145 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 439 кеше; 1959 — 535; 1989 — 208; 2002 — 155; 2010 — 131 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар...
ҠАЛМАШ, йылға
ҠАЛМАШ, йылға, Сәрмәсән й. һул ҡушылдығы. Саҡмағош р‑ны Ҡашҡар а. эргәһендә башлана, ш. уҡ район терр‑яһы буйлап көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа табан аға, Иҫке Ҡалмаш а. янында йүнәлешен көнсығышҡа үҙгәртә. Сәрмәсән й. (тамағынан 27 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 52 км, басс. майҙаны 410 км2. Башлыса...
ҠАЛМАШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл
ҠАЛМАШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Ҡалтасы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 7 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 51 км алыҫлыҡта Сәүләш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 940 кеше; 1920 — 964; 1939 — 876; 1959 — 753; 1989 — 548; 2002 — 627; 2010 — 503 кеше. Мариҙар йәшәй (2002)....
ҠАЛМАШ, Шишмә р‑нындағы ауыл
ҠАЛМАШ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Йәрми а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Ҡалмаш й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2022 кеше; 1920 — 2184; 1939 — 2080; 1959 — 1645; 1989 — 795; 2002 — 721; 2010 — 686 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...
ҠАЛМАШБАШ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл
ҠАЛМАШБАШ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Ҡалмашбаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 19 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 49 км алыҫлыҡта Ҡалмаш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1838 кеше; 1920 — 2257; 1939 — 959; 1959 — 1090; 1989 — 878; 2002 — 843; 2010 — 774 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002)....
ҠАЛМЫҠТАР
ҠАЛМЫҠТАР (үҙ атамаһы хальмг), халыҡ, Ҡалмыҡстандың төп халҡы. Ҡ. һаны 1989 й. Ҡалмыҡ АССР‑ында — 146,3 мең, РСФСР‑ҙа — 165,8 мең, 2002 й. РФ‑та — 173,9 мең, ш. иҫ. БР‑ҙа — 70; 2010 й. ошоға ярашлы 183,4 мең һәм 44 кеше. Ҡ. теле алтай телдәре ғаиләһенең монгол тармағына ҡарай, Ҡ. күпселеге ҡалмыҡ һәм...
ҠАЛМЫЯБАШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл
ҠАЛМЫЯБАШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Ҡалмыябаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 15 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 60 км алыҫлыҡта Ҡалмыя й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 415 кеше; 1920 — 363; 1939 — 381; 1959 — 313; 1989 — 368; 2002 — 413; 2010 — 351 кеше. Мариҙар...
ҠАЛПАҠ
ҠАЛПАҠ, башҡорттарҙың традицион баш кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙ Ҡ. булған.
Ирҙәр Ҡ. баҫып эшләнгән йәки дүрт ҡыйыҡлап, һирәгерәк ике оҙонса ярым түңәрәктән тегелгән, түбәһе конус йәки ярымшар рәүешендә булған, аҫҡы яғы киң, ике яҡҡа айырылып торған (тар ситлеләре өҫкә ҡайтарылып,...
ҠАЛПАҠ, тау
ҠАЛПАҠ, тау. Межгорье ҡ. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 9,4 км алыҫлыҡта, Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан. Абс. бейеклеге 1194 м, оҙонлоғо 2 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 0,6 км, көньяҡ — 1,2 км. Оҙонса формала. Төньяҡ‑көнсығыш битләүе һөҙәк, көньяҡ‑көнбайышы — текә. Урта рифейҙың машаҡ свитаһы...
ҠАЛТАЙ, Краснокама р‑нындағы ауыл
ҠАЛТАЙ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Мүзәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Әмзә т. юл ст. К. табан 3 км алыҫлыҡта Әмзә й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 191 кеше; 1920 — 201; 1939 — 165; 1959 — 150; 1989 — 105; 2002 — 104; 2010 — 124 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).
Ауылға...
ҠАЛТАЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл
ҠАЛТАЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Шәрип а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 20 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 50 км алыҫлыҡта Мишеҙе й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2308 кеше; 1920 — 2472; 1939 — 2136; 1959 — 1227; 1989 — 719; 2002 — 682; 2010 — 437 кеше. Башҡорттар,...
ҠАЛТАСЫ РАЙОНЫ
ҠАЛТАСЫ РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ‑көнбайышында урынлашҡан. Төньяҡта — Яңауыл, көнсығышта — Борай, көньяҡта — Дүртөйлө, көнбайышта Краснокама р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Бөрө кантоны өйәҙҙәре инә (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Яңауыл р‑нына...
ҠАЛТАСЫ СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ
ҠАЛТАСЫ СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ. Башҡортостандың төньяҡ урман‑дала зонаһы шарттарында үҫтереү өсөн иген, ҡуҙаҡлы иген һәм мал аҙығы культураларының сорттарын һынау, сорттарын һәм гибридтарын һайлап алыу һәм үҫтерергә тәҡдим итеү м‑н шөғөлләнә. 1937 й. ойошторола. Ҡалтасы р‑ны Кейебәк а. урынлашҡан. Сорт...
ҠАЛТАСЫ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ
ҠАЛТАСЫ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү, урманды файҙаланыуҙы көйләү пр‑тиеһы. 1946 й. “Ҡыҙыл Танып”, “Боевик”, “Еңеү” артелдәре базаһында Ҡалтасы район яғыулыҡ пр‑тиеһы булараҡ ойошторола, 1953 й. алып Ҡалтасы район сәнәғәт комбинаты, 1974 й. — Ҡалтасы ағас-таҡта әҙерләү пункты,...
ҠАЛТАСЫ, ауыл, Ҡалтасы р‑ны үҙәге
ҠАЛТАСЫ, ауыл, Ҡалтасы р‑ны (1930—32 йй., 1935—63 йй. һәм 1964 й. алып) һәм Ҡалтасы а/с үҙәге. Өфөнән Т.‑Көнб. 202 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 56 км алыҫлыҡта Ҡалтасы й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында, Краснохолмский—Николо-Берёзовка автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. —...
ҠАЛТЫ, һырт
ҠАЛТЫ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Байғулла й. (Төлмәй й. ҡушылдығы) башынан Манышты й. (Инйәр й. ҡушылдығы) киңлек ағымына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Абс. бейеклеге 725 м. Һыртты Төлмән й. ике өлөшкә бүлә: төньяҡ (оҙонлоғо 6 км, киңлеге 3,5 км тиклем) һәм...