Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАЛТЫМАН, Иглин р‑нындағы ауыл

ҠАЛТЫМАН, Иглин р‑нындағы ауыл, Ҡалтыман а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 289 кеше; 1920 — 429; 1939 — 416; 1959 — 231; 1989 — 523; 2002 — 516; 2010 — 530 кеше. Белорустар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт...

ҠАЛУЙ, Учалы р‑нындағы ауыл

ҠАЛУЙ, Кәкүк, Учалы р‑нындағы ауыл, Амангилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 58 км һәм Уралтау т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 32 км алыҫлыҡта Миндәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 195 кеше; 1920 — 267; 1939 — 164; 1959 — 138; 1989 — 99; 2002 — 130; 2010 — 134 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб...

ҠАЛЫМ

ҠАЛЫМ, ҡ а л ы н, төрки һәм монгол халыҡтарында кәләш өсөн хаҡ түләү, йола хоҡуғы нормаларына барып тоташа. Никахҡа инеү өсөн төп шарттарҙың береһе булған. Башҡорттарҙа Ҡ. күләме ҡоҙалау ваҡытында һөйләшелгән һәм ике яҡтың соц.-иҡт. хәленән сығып билдәләнгән. Ҡ. ярайһы уҡ ҙур өлөшөн мал (ниндәй мал...

ҠАЛЫН

ҠАЛЫН, ҡалын алыу, башҡорттарҙа ҡалым малы биреүгә бәйле традицион туй йолаһы. Кәләш яғында төп туй тантаналары (ҡара: Туй) уҙғандан һуң кейәү яғында үткәрелгән. Көньяҡ, үҙәк һәм көньяҡ-көнбайыш райондарҙа туйҙан һуң йәки 2—3 йыл эсендә, көнсығыш райондарҙа йәштәр никахлашҡанға тиклем, ҡоҙалауҙан һуң...

ҠАЛЫУ, һырт

ҠАЛЫУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт, Оло Ҡалыу һырты армыты. Ишембай р‑ны Кәбәс а. киңлегенән алып Нөгөш й. уң яры буйлап Ишембай һәм Бөрйән р‑ндары аша Яланайры й. тамағы киңлегенә тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 26 км, киңлеге 4 км., абс. бейеклеге 771 м.  700 м тиклем бейеклектәге...

ҠАЛЫУАЙЫРЫ, Ишембай р‑нындағы ауыл

ҠАЛЫУАЙЫРЫ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Ҡолғона а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 93 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 93 км алыҫлыҡта Ҡалыуайыры й. (Еҙем й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 69 кеше; 1920 — 131; 1939 — 82; 1959 — 317; 1989 — 132; 2002 — 151; 2010 — 149 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ҠАМА

ҠАМА (Lutra lutra), һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 70—95 см, ауырлығы 5—6 кг. Йөнө ҡара көрән, ҡуңыр йәки көрән, ҡорһағында асығыраҡ, көмөш төҫмөрлө; һырт йөндәре шырт, төпкө мамығы ҡуйы, һыуға сыланмай тиерлек. Башы бәләкәй. Һыуға сумғанда...

ҠАМАЙ, Баҡалы р‑нындағы ауыл

ҠАМАЙ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Ҡорос а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 31 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 107 км алыҫлыҡта Маты й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 925 кеше; 1920 — 1121; 1939 — 936; 1959 — 649; 1989 — 371; 2002 — 310; 2010 — 243 кеше. Татарҙар йәшәй...

ҠАМҒАҠ

ҠАМҒАҠ, (Gypsophila), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 120 төрө билдәле, башлыса Евразияның уртаса бүлкәтендә, Африкала таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән, һирәгерәк бәләкәй ҡыуаҡ. Һабағы күтәрелеүсән йәки төҙ, ныҡ тармаҡлы, бейеклеге 5—100 см. Япрағы ланцет йәки ҡыяҡ,...

ҠАМҠАЛАР

ҠАМҠАЛАР, к о к ц и н е л л и д а л а р (Coccinellidae), ҡаты ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. 4 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа 26 төрө: ике нөктәле Ҡ., ете нөктәле Ҡ., ун дүрт нөктәле Ҡ., егерме ике нөктәле Ҡ., үҙгәреүсән һ.б. Кәүҙәһе өҫ яҡтан ҡабарынҡы,...

ҠАМЛАУ

ҠАМЛАУ (төркисә ҡам — шаман), башҡорттарҙа шаман (ҡара: Шаманлыҡ), баҡсы тарафынан әруахтар, тәбиғи булмаған, тәбиғәт көстәре һ.б. м‑н бәйләнеш урынлаштырыу өсөн башҡарыла торған ырым. Ауырыу сәбәптәрен асыҡлау һәм бөтөрөү, юғалған кешеләрҙе йәки әйберҙәрҙе эҙләү, яҙмышты, ваҡиғаларҙы күрәҙәләү, һауа...

ҠАМСАТ СӘСКӘ

ҠАМСАТ СӘСКӘ, д е л ь ф и н и у м (Delphinium), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә, Африканың тропик бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Күп йыллыҡ тамырһабаҡлы үлән. Һабағы төҙ, ябай, тигеҙ япраҡланған,...

ҠАМСЫҒОРТТАР

ҠАМСЫҒОРТТАР, трихоцефалдар (Trichocephalus), Trichocephalida отрядының нематодалар заты. Бөтә Ер шары буйлап таралған. 62 төрө билдәле, Башҡортостанда — 4 төрө. Оҙонлоғо 3—8 см. Кәүҙәһе 2 өлөштән тора: ауыҙ ҡыуышлығы м‑н ҡыҙыл үңәс урынлашҡан алғы өлөш (оҙон һәм сәс рәүешле) һәм эсәктәр, енси ағзалар...

ҠАМСЫЛЫЛАР

ҠАМСЫЛЫЛАР, ҡамсы йөрөтөүселәр (Mastigophora), саркомастигофорҙар тибының бер күҙәнәклеләр ярым тибы. 7 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 50‑гә яҡын төрө бар. 2 класҡа бүленә: үҫемлек Ҡ. һәм хайуан Ҡ. Бер күҙәнәкле, һирәгерәк колониаль организм. Үлсәмдәре 2 мкм (лейшманиялар)...

ҠАМСЫЛЫТАМАҠ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

ҠАМСЫЛЫТАМАҠ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Ҡаҙырғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнс. табан 51 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 250 кеше; 1920 — 281; 1939 — 392; 1959 — 449; 1989 — 431; 2002 — 522; 2010 — 475 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

ҠАМЫШ

ҠАМЫШ 1) (Phragmites), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 5 төрө билдәле, Арктика һәм Антарктиканан башҡа бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда ябай йәки көньяҡ Ҡ. үҫә. Оҙон үрмәле тамырһабаҡлы күп йыллыҡ эре үлән. Һабағы төҙ, япраҡлы, бейеклеге 0,5—4 м. Япрағы ҡыяҡ‑ланцет, ҡаты, ситтәре осло‑ҡытыршы....

ҠАМЫШ

ҠАМЫШ 1) (Phragmites), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 5 төрө билдәле, Арктика һәм Антарктиканан башҡа бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда ябай йәки көньяҡ Ҡ. үҫә. Оҙон үрмәле тамырһабаҡлы күп йыллыҡ эре үлән. Һабағы төҙ, япраҡлы, бейеклеге 0,5—4 м. Япрағы ҡыяҡ‑ланцет, ҡаты, ситтәре осло‑ҡытыршы....

ҠАМЫШЛЫ ТИРМӘН КОМБИНАТЫ ҠАСАБАҺЫ

ҠАМЫШЛЫ ТИРМӘН КОМБИНАТЫ ҠАСАБАҺЫ, 1992 й. алып Өфө составында, Киров р‑нының Искин а/с ҡарай. Өфөнән К. 36 км һәм Өршәк т. юл ст. К.‑Көнс. табан 15 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 103 кеше; 1939 — 83; 1959 — 77; 1989 — 109; 2002 — 53; 2010 — 44 кеше. Урыҫтар, сыуаштар йәшәй...

ҠАМЫШЛЫ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

ҠАМЫШЛЫ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡамышлы а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 22 км һәм Төкөн т. юл ст. Т. табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 — 709 кеше; 1920 — 967; 1939 — 1042; 1959 — 550; 1989 — 359; 2002 — 417; 2010 — 417 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты,...

ҠАМЫШЛЫ, Өфө р‑нындағы ауыл

ҠАМЫШЛЫ, Өфө р‑нындағы ауыл, Булгаков а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 33 км һәм Өршәк т. юл ст. К.‑Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 277 кеше; 1920 — 476; 1939 — 520; 1959 — 608; 1989 — 539; 2002 — 669; 2010 — 758 кеше. Сыуаштар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп...