Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАМЫШЛЫТАМАҠ ҠӘБЕРЛЕГЕ

ҠАМЫШЛЫТАМАҠ ҠӘБЕРЛЕГЕ, Пьяный Бор мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 2 б. — б.э. 2 б. ҡарай. Баҡалы р‑ны Ҡамышлытамаҡ а. ситендә урынлашҡан. 1958 й. төҙөлөш эштәре барышында табыла (30‑ға яҡын ҡәбер емерелә). 1961 й. ТТӘИ һәм МДУ‑ның берлектәге экспедицияһы (етәкселәре М.С.Акимова, Н.А.Мәжитов)...

ҠАМЫШЛЫТАМАҠ, Баҡалы р‑нындағы ауыл

ҠАМЫШЛЫТАМАҠ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡамышлытамаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 25 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 57 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 645 кеше; 1920 — 905; 1939 — 1087; 1959 — 794; 1989 — 529; 2002 — 495; 2010 — 468 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта...

ҠАН АНАЛИЗАТОРҘАРЫ

ҠАН АНАЛИЗАТОРҘАРЫ, автоматлаштырылған приборҙар һәм комплекстар, клиник лаб. диагностика саралары. Үлсәү өлөшөнән, эшкәртеү (микропроцессорҙар) һәм мәғлүмәтте сағылдырыу (цифрлы индикаторҙар) ҡоролмаларынан торалар. Ҡатмарлы комплекстарҙа эшкәртеү һәм сағылдырыу функцияларын компьютер башҡара. Ғилми-тикшеренеү...

ҠАН БИРЕҮ СТАНЦИЯҺЫ

ҠАН БИРЕҮ СТАНЦИЯҺЫ, республика дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Башҡортостанда төп махсус ҡан менән тәьмин итеү хеҙмәте үҙәге. Донорҙар селтәрен планлаштырыу һәм булдырыу, донорҙар иҫәбен алыу һәм мед. тикшереүе үткәреү, ҡанды әҙерләү, эшкәртеү, мед. учреждениеларына бүлеү, һаҡлау эшен башҡара, ҡан...

ҠАН МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ ХЕҘМӘТЕ

ҠАН МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ ХЕҘМӘТЕ, халыҡҡа мед. ярҙамы системаһы; донорҙарҙан ҡан алыу, уны әҙерләү, компоненттарға бүлеү, оҙайлы һаҡлау, ташыуҙы, стационарҙарҙа трансфузиологик ярҙам күрһәтеүгә (ҡара: Трансфузиология) контролде тәьмин итә, донорлыҡты пропагандалай. 1933 й. Өфөлә В.М.Романкевич етәкс....

ҠАН ТАМЫРҘАРЫНЫҢ ВАРИКОЗ КИҢӘЙЕҮЕ

ҠАН ТАМЫРҘАРЫНЫҢ ВАРИКОЗ КИҢӘЙЕҮЕ, периферик ҡан тамырҙары ауырыуы, тамырҙар киңлегенең тигеҙһеҙ ҙурайыуы, формалары үҙгәреүе һәм һығылмалылығы кәмеүе хас. Ҡ.т.в.к. беренсел (өҫкө ҡан тамырҙары зарарланып, тәрән ҡан тамырҙары нормаль эшләгәндә) һәм икенсел (ҡан тамырҙары клапандары насар эшләгәндә,...

ҠАНА, йылға

ҠАНА, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Баймаҡ р‑ны Ишей а. көньяҡҡа табан 11 км алыҫлыҡта башлана. Баймаҡ һәм Йылайыр р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ- көнбайышҡа табан аға, Йылайыр р‑ны Ҡананикольский а. эргәһендә төньяҡ- көнбайышҡа борола һәм артабан Йылайыр һәм Бөрйән р‑ндары буйлап аға. Ағиҙел...

ҠАНАҠАЙ, Ишембай р‑нындағы ауыл

ҠАНАҠАЙ, Шипай, Ишембай р‑нындағы ауыл, Ишәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 30 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта Һәләүек й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 748 кеше; 1920 — 778; 1939 — 768; 1959 — 988; 1989 — 761; 2002 — 774; 2010 — 776 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ҠАНАҠАС, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

ҠАНАҠАС, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Мораҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 10 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 77 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 245 кеше; 1920 — 173; 1939 — 145; 1959 — 152; 1989 — 109; 2002 — 116; 2010 — 100 кеше. Башҡорттар...

ҠАНАНИКОЛЬСК ЗАВОДЫ

ҠАНАНИКОЛЬСК ЗАВОДЫ, 1751 й. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Ҡана й. буйында Мосоловтар тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Мосоловтар, 18 б. 20—30‑сы йй. ҡаҙна ҡарамағында, 1846 й. алып Е.И.Шешукова, 1867 й. — А.П. Загряжский. Ҡананикольск...

ҠАНАНИКОЛЬСКИЙ, Йылайыр р‑нындағы ауыл

ҠАНАНИКОЛЬСКИЙ, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Ҡананикольский а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 70 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 120 км алыҫлыҡта Ҡана й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 4933 кеше; 1920 — 5381; 1939 — 3822; 1959 — 3345; 1989 — 1301; 2002 — 990; 2010 — 805 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002)....

ҠАНБӘК, Миәкә р‑нындағы ауыл

ҠАНБӘК, Миәкә р‑нындағы ауыл, Боғҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 19 км һәм Аксёнов т. юл ст. К. табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 444 кеше; 1920 — 636; 1939 — 579; 1959 — 561; 1989 — 463; 2002 — 524; 2010 — 483 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Мәнәүезтамаҡ урта мәктәбе филиалы),...

ҠАНБӘКОВА Римма Вәли ҡыҙы

ҠАНБӘКОВА Римма Вәли ҡыҙы (29.1.1947, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Ҡарағош а.), педагог‑методист. Пед. ф. д‑ры (2003), проф. (2010). РФ‑тың халыҡ мәғарифы отличнигы (1993), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2002). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1969) ӨНИ‑лә, 1973 й. ғин. алып Төмән индустриаль...

ҠАНБУЛАТ ЮЛДАШЕВ

ҠАНБУЛАТ ЮЛДАШЕВ, Ҡайбулат Ю., Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорто. Поход старшинаһы. Ихтилалға 1773 й. нояб. Ырымбур ҡ. ҡушыла. Ҡаранай Моратов һәм Ҡасҡын Һамаров м‑н берлектә Өфө провинцияһына ебәрелә. Нояб.—дек. Стәрлетамаҡ пристанен,...

ҠАНДАЛА ҮЛӘНЕ

ҠАНДАЛА ҮЛӘНЕ (Melilotus), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 25‑кә яҡын төрө билдәле, Европала, Азияның, Төньяҡ Африканың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә: аҡ Ҡ.ү., буйһыу Ҡ.ү., дарыулы (һары) Ҡ.ү., иҙел Ҡ.ү., тешле Ҡ.ү. Ике йыллыҡ үлән үҫемлеге. Һабағы...

ҠАНДАЛАГӨЛ

ҠАНДАЛАГӨЛ (Lepidium), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, ер шарының арктик булмаған өлкәләрендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Бер, ике йәки күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 10—80 см. Һабағы төҙ, ябай йәки тарбаҡлы. Япрағы йомортҡа, ланцет йәки таҫма формаһында,...

ҠАНДАЛАЛАР

ҠАНДАЛАЛАР, ярым ҡаты ҡанатлылар (Hemiptera), бөжәктәр отряды. 50 ғаиләһе, 30 меңдән ашыу төрө билдәле; БР‑ҙа 50‑гә яҡын төрө бар. Кәүҙәһе яҫы, 1—50 мм оҙонлоҡта. Төрлө сағыу төҫтә. Башында 2 ҡатмарлы күҙ урынлашҡан. Ауыҙ аппараты сәнсеп-һурған томшоҡ рәүешендә. Мыйығы, ғәҙәттә, 4 йәки 5 өлөштән тора,...

ҠАНДРА РАЙОНЫ

ҠАНДРА РАЙОНЫ, БАССР‑ҙың көнбайышында урынлашҡан, төньяҡта — Шаран, көнсығышта — Бүздәк, көньяҡта — Бәләбәй, көнбайышта Туймазы р‑ндары м‑н сиктәш булған. 1937 й. 20 мартында БАССР‑ҙың Бүздәк һәм Туймазы р‑ндарын бүлеү һөҙөмтәһендә ойошторолған (ҡара: Административ район). 1956 й. 4 июлендә бөтөрөлгән,...

ҠАНДРА УРТА МӘКТӘБЕ №1

ҠАНДРА УРТА МӘКТӘБЕ №1, Туймазы р‑ны. 1938 й. нигеҙләнгән. Ҡандра районында уҡытыу урыҫ телендә алып барылған беренсе мәктәп. Ҡандра‑Ҡотой а. филиалы эшләй. Ағас эшкәртеү һәм слесарҙар оҫтаханалары, кулинария һәм тегеү кабинеты, 2 спорт залы бар. Мәктәпте 5 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2012), улар араһында...

ҠАНДРА-ҠОТОЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл

ҠАНДРА-ҠОТОЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ҡандра а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 34 км һәм Ҡандра т. юл ст. К. табан 5 км алыҫлыҡта Ҡандракүл буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 — 580 кеше; 1920 — 804; 1939 — 847; 1959 — 669; 1989 — 718; 2002 — 704; 2010 — 651 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп...