Список материалов
ҠАПЛАМ АҪТЫНДАҒЫ СӘСЕҮЛЕКТӘР
ҠАПЛАМ АҪТЫНДАҒЫ СӘСЕҮЛЕКТӘР, төп (ҡаплаған) культура м‑н бер үк майҙанда бер йәки күберәк а.х. культураһын сәсеү. Ҡ.а.с. сәсеү майҙанын, тупраҡ дымын һәм туҡлыҡлы матдәләрҙе маҡсатҡа ярашлыраҡ итеп ҡулланырға, бер участканан 2 тапҡыр уңыш алырға мөмкинлек бирә. Башҡортостанда дым етерлек булған райондарҙа...
ҠАПТЫРМА
ҠАПТЫРМА, ырғаҡлы һәм элмәкле 2—3 таралғынан торған традицион биҙәүес. Ҡайһы ваҡыт сулпы ҡуйылған. Таралғылар тура дүртмөйөш, овал, ромб, япраҡ формаһында, түңәрәк йәки сәскә рәүешендә булған. Ҡ. үҫемлек биҙәктәре (ҡара: Орнамент), ғәрәп яҙмаһы м‑н биҙәлгән, төрлө аҫыл таштарҙан (аҡыҡ, ынйы, фирүзә),...
ҠАР ТАҘАРТҠЫС
ҠАР ТАҘАРТҠЫС, автомобиль юлдарын, аэродром ҡапламаларын, майҙандарҙы ҡар һәм боҙлауыҡтан таҙартыу ҡоролмаһы. Һабанлы, щёткалы, фрезерлы (роторлы) Ҡ.т. һәм реактив двигателдәр ағымының йылылыҡ һәм газ‑динамик энергияһы файҙаланылған Ҡ.т. айырыла. Ҡ.т. автомобиль шассиларына йәки махсус шассиларға (мәҫ.,...
ҠАР ТОТОУ
ҠАР ТОТОУ, тупраҡта дым запасын арттырыу һәм ҡышлаған үҫемлектәрҙе (ужым иген культураларын, күп йыллыҡ үҫемлектәрҙе һ.б.) һаҡлау өсөн баҫыуҙарҙа ҡар йыйыу. Ҡар м‑н ҡапланған тупраҡ ҡыш көнө ел эрозияһына бирелмәй, аҙыраҡ туңа һәм юғары дым арҡаһында яҙғы елдәрҙең тәьҫиренә яҡшыраҡ ҡаршы тора. Ҡ.т....
ҠАРА АБЫҘ ҠАЛАСЫҒЫ
ҠАРА АБЫҘ ҠАЛАСЫҒЫ, б.э.т. 4 б. — б.э. 7 б.археологик ҡомартҡыһы. Благовещен ҡ. көньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. Ҡара Абыҙ күле исеме м‑н аталған. 1769—70 йй. Н.П.Рычков тарафынан тасуирлана, 1894 й. Ф.Д.Нефёдов, 1928 й. А.В. Шмидт, 1959 й. Н.А.Мәжитов, 1977 й. В.А.Иванов...
ҠАРА АБЫҘ МӘҘӘНИӘТЕ
ҠАРА АБЫҘ МӘҘӘНИӘТЕ, иртә тимер быуат археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 4 б. — б.э. 3 б. ҡарай. Ҡара Абыҙ ҡаласығы исеме м‑н аталған. Башҡортостанда Ҡ.А.м. ҡомартҡылары (30‑ға яҡын) Ағиҙел й. үҙәк ағымы басс. тупланған [Биктимер археологик комплексы, Бөрө ҡаласығы, Нуғай ҡаласыҡтары, Охлебинин археологик...
ҠАРА АЛАБУТА
ҠАРА АЛАБУТА (Atriplex), алабута һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 250‑гә яҡын төрө билдәле, Ер шарының уртаса һәм субтропик бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 12 төрө үҫә. Бер өйлө, һирәк осраҡта ике өйлө бер йыллыҡ үлән (ялтыр А., оҙонъяпраҡ А.) һәм ярым ҡыуаҡлыҡ (ялман ҡолаҡ А., һоро А.,...
ҠАРА БӨРЛӨГӘН
ҠАРА БӨРЛӨГӘН, рубус затына ҡараған үҫемлек төрө. 400‑ҙән аршыу төрө билдәле, Төньяҡ Америкала һәм Евразияла таралған. Ҡ.б. ҡырағай рәүештә үҫкән Америка һәм Европа төрҙәрен ҡушыу һөҙөмтәһендә алынған 300‑гә яҡын сортын үҫтерәләр. Башҡортостанда күк бөрлөгән үҫә. Бейеклеге 0,5—1,5 м булған ҡыуаҡ. Һабағы...
ҠАРА БӨРЛӨГӘН
ҠАРА БӨРЛӨГӘН, рубус затына ҡараған үҫемлек төрө. 400‑ҙән аршыу төрө билдәле, Төньяҡ Америкала һәм Евразияла таралған. Ҡ.б. ҡырағай рәүештә үҫкән Америка һәм Европа төрҙәрен ҡушыу һөҙөмтәһендә алынған 300‑гә яҡын сортын үҫтерәләр. Башҡортостанда күк бөрлөгән үҫә. Бейеклеге 0,5—1,5 м булған ҡыуаҡ. Һабағы...
ҠАРА ЙЫЛАНДАР
ҠАРА ЙЫЛАНДАР (Vipera), йыландар отрядының ҡара йыландар ғаиләһенә ҡараған һөйрәлеүселәр заты. 25 төрө билдәле, Африкала һәм Евразияла таралған. Башҡортостанда 2 төрө бар. Кәүҙә оҙонлоғо 1 м тиклем, төҫө асыҡ һоронан алып ҡараға тиклем, арҡаһы кәкре һыҙыҡлы. Башы өсмөйөш йәки трапеция рәүешендә, өҫ...
ҠАРА КӨРТМӘЛЕ
ҠАРА КӨРТМӘЛЕ (Vaccinium myrtillus), арса һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. Европала, Төньяҡ һәм Көнсығыш Азияла, Төньяҡ Америкала таралған. Оҙон, ныҡ тармаҡлы йәйелеүсән тамырһабаҡлы япраҡ ҡойоусан ҡыуаҡ. Һабағы осло ҡытыршы йәшел тармаҡлы, бейеклеге 15—40 см. Япрағы ҡыҫҡа һаплы, йомортҡа йәки эллипс...
ҠАРА КҮБӘЛӘК
ҠАРА КҮБӘЛӘК (Nymphalis antiopa), күбәләктәр отрядының күп төҫлө күбәләктәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Төньяҡ ярымшарҙың уртаса киңлектәрендә таралған. Ҡанатының ҡоласы 70—90 мм, ата күбәләктеке ҡарағусҡыл көрән, инә күбәләктеке асыҡ көрән төҫтә, киң асыҡ һары (ҡышлаған күбәләктәрҙә — аҡ) ҡаймалы, күк...
ҠАРА КҮБӘЛӘКТӘР
ҠАРА КҮБӘЛӘКТӘР (Anthrax), бызылдаҡтар ғаиләһенә ҡараған себен заты. 300‑ҙән ашыу төрө билдәле, киң таралған. Башҡортостанда Ҡ.к. һәм күмер Ҡ.к. осрай. Кәүҙә оҙонлоғо 9,5—11 мм. Тәне ҡыҫҡа, мыҡты, ҡара төҫтә, күкрәгендә аҡ төк шәлкемдәре, ҡорһағында тәңкәләр бар. Мороно ҡыҫҡа, алға сығып тора. Антенналары...
ҠАРА ҠАУҘЫ
ҠАРА ҠАУҘЫ (Ciconia nigra), ҡауҙы һымаҡтар отрядының ҡауҙылар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Көнбайыш, Урта һәм Көнсығыш Азияла, Урта һәм Көньяҡ Европала, Африканың төньяҡ-көнбайышында таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 100 см тиклем, ауырлығы 3 кг яҡын, ҡанатының ҡоласы 205 см тиклем. Ҡауырһын ҡапламы ҡара,...
ҠАРА МЕТАЛЛУРГИЯ
ҠАРА МЕТАЛЛУРГИЯ, металлургияның мәғдән сеймалын сығарыу, байыҡтырыу һәм киҫәкләү, ҡара металдар (домнала, ҡорос иретеп, прокатлап), торбалар һәм металл эшләнмәләр етештереү б‑са тармағы. Коксохимия сәнәғәте продукттары, ферроиретмәләр һәм утҡа сыҙам материалдар етештереү өсөн мәғдән булмаған сеймал...
ҠАРА ТӨЙЛӨГӘН
ҠАРА ТӨЙЛӨГӘН (Milvus migrans), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла, Африкала, Австралияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 55—60 см, ауырлығы 630—950 г, ҡанатының ҡоласы 160—180 см. Ҡауырһын ҡапламы ҡуйы көрән. Башы, ҡанатының яурын өлөшө асыҡ төҫтә. Суҡышы ырғаҡ...
ҠАРА ТУПРАҠ
ҠАРА ТУПРАҠ, болонло дала һәм дала үҫемлектәре аҫтында карбонатлы делювиаль һәм элювиаль-делювиаль балсыҡта һәм ҡомло балсыҡта йыуылмаған йәки ваҡыты-ваҡыты м‑н йыуылған һыу режимында һәм дым етешмәгәндә уртаса континенталь йәки континенталь климат шарттарында барлыҡҡа килгән тупраҡ тибы. Башҡортостанда...
ҠАРА УПҠЫН
ҠАРА УПҠЫН, йыһан есеме. Ҡояш ауырлығынан 2,5 тапҡырға ҙурыраҡ массалы йондоҙҙар эволюцияһының аҙаҡҡы стадияларында гравитация коллапсы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. 20 б. башында Ҡ.у. барлығы немец астрофизигы К.Шварцшильд тарафынан дөйөм сағыштырмалылыҡ теорияһы нигеҙендә алдан әйтелә; уның иҫәпләүҙәре...
ҠАРА ҺОЛО
ҠАРА ҺОЛО (Аvena fatua), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған бер йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, төкһөҙ, шыма, бейеклеге 50—120 см. Япрағы ҡыяҡлы, яҫы, төкһөҙ йәки төбөндә керпек төксәле, аҫҡы япраҡтарының еңсәһе ғәҙәттә төклө; телсәһе 4 мм тиклем оҙонлоҡта. Башағы 2—3 сәскәле, башаҡ тәңкәләре бысаҡ формаһында,...
ҠАРА ЯҠУП, Шишмә р‑нындағы ауыл
ҠАРА ЯҠУП, Шишмә р‑нындағы ауыл, Ҡара Яҡуп а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 8 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 702 кеше; 1920 — 728; 1939 — 747; 1959 — 623; 1989 — 429; 2002 — 448; 2010 — 513 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ...