Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАРАҒАТ

ҠАРАҒАТ (Ribes), крыжовник һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ҡара Ҡ. һәм төклө Ҡ. үҫә. Бейеклеге 1,5— 2,0 м булған япраҡ ҡойоусы ҡыуаҡлыҡ. Япрағы өс, биш айырсалы, һаплы, сиратлы, ҡара Ҡ. — өҫ яҡтан яланғас,...

ҠАРАҒОЛ, Салауат р‑нындағы ауыл

ҠАРАҒОЛ, Салауат р‑нындағы ауыл, Мөрсәлим а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 47 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Көнб. табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 226 кеше; 1920 — 241; 1939 — 367; 1959 — 398; 1989 — 284; 2002 — 253; 2010 — 231 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Мөрсәлим...

ҠАРАҒОШ

ҠАРАҒОШ (Aquila clanga), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Көнсығыш Евразиянан алып Приморьеға тиклем таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 62—74 см, ауырлығы 1,6—2 кг (инә ҡоштар эрерәк), ҡанатының ҡоласы 155—182 см. Ҡауырһыны ҡарағусҡыл көрән төҫтә. Суҡышы ҡара. Ҡанаты киң,...

ҠАРАҒОШ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

ҠАРАҒОШ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Ҡарағош а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 19 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 76 км алыҫлыҡта Рәзәт й. (Күндерәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2076 кеше; 1920 — 2450; 1939 — 1579; 1959 — 1084; 1989 — 766; 2002 — 658; 2010 — 567 кеше. Татарҙар...

ҠАРАҒОШТАР

ҠАРАҒОШТАР (Aquila), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡоштар заты. 9 төрө билдәле, Евразияла, Африкала, Төньяҡ Америкала таралған. БР‑ҙа 4 төрө осрай: бөркөт, көсөгән, ҡарағош, ялан бөркөтө. Күсәр, ултыраҡ (бөркөт) ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 90 см тиклем, ауырлығы 6 кг тиклем (инә...

ҠАРАҒӨЛӨМБӘТ

ҠАРАҒӨЛӨМБӘТ, Ҡаракилмәт, Ҡ.-Килмөхәммәт (?—1631), Нуғай Урҙаһы мырҙаһы. Иҙеүкәй тоҡомонан. 17 б. башында (Ә.Н.Усманов мәғлүмәттәре б‑са, 16 б. башында) Башҡортостан наместнигы. 1623 й. алып Оло Нуғай Урҙаһы нуратдины (тәхет вариҫы). Көньяҡ-көнбайыш башҡорттары өҫтөнән тулы хакимлыҡҡа эйә булыу өсөн...

ҠАРАҒУЖАҠ БЕЙ МӨШӘҮӘЛИ

ҠАРАҒУЖАҠ БЕЙ МӨШӘҮӘЛИ, ҡыпсаҡ ҡәбиләһе башлығы. Ҡыпсаҡтарҙың Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшенең башында тора. Шәжәрә һ.б. тарихи сығанаҡтарҙа яҙылыуынса, Бикбау бей, Иҫке бей һәм Шәғәле Шаҡман бей м‑н көньяҡ- көнсығыш башҡорттарының Мәскәү дәүләте составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып барған (ҡара:...

ҠАРАҒУЖИН Р.С. КРӘҪТИӘН (ФЕРМЕР) ХУЖАЛЫҒЫ

ҠАРАҒУЖИН Р.С. КРӘҪТИӘН (ФЕРМЕР) ХУЖАЛЫҒЫ. Благовар р‑нында урынлашҡан. Һыйыр малы фермаһы, склады, а.х. машиналары һ.б. бар. 2011 й. 6 кеше эшләгән. Һөрөнтө ерҙәр майҙаны — 60 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): арыш — 20, күп йыллыҡ үләндәр (бесән) — 40; етештереү (т): иген — 5,6. Һыйыр малы һаны — 7, һарыҡ...

ҠАРАЕРЕК, Борай р‑нындағы ауыл

ҠАРАЕРЕК, Борай р‑нындағы ауыл, Ваныш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 13 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.-Көнс. табан 81 км алыҫлыҡта Апаша й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 778 кеше; 1920 — 921; 1939 — 930; 1959 — 635; 1989 — 193; 2002 — 133; 2010 — 89 кеше. Башҡорттар...

ҠАРАЕРЕК, Бүздәк р‑нындағы ауыл

ҠАРАЕРЕК, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Түреш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 53 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 439 кеше; 1959 — 377; 1989 — 125; 2002 — 149; 2010 — 123 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға 20 б. 20‑се йй. уртаһында Бәләбәй кантонында...

ҠАРАИМ ТЕЛЕ

ҠАРАИМ ТЕЛЕ, ҡыпсаҡ төркөмөнә (ҡара: Ҡыпсаҡ телдәре) ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Ҡараимдарҙың милли теле. Литвала, Польшала һ.б. илдәрҙә таралған. Һөйләшеүселәр һаны яҡынса 540 кеше (1989). Ҡырым татарҙары теленә яҡын. Әҙәби теле юҡ. 14 б. һуң формалашҡан галич (Г.д.), ҡырым (Ҡ.д.) һәм тракай (Т.д.)...

ҠАРАЙ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

ҠАРАЙ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Яҡшембәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнб. табан 28 км алыҫлыҡта Кесе Көйөргәҙе й. (Оло Юшатыр й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 197 кеше; 1920 — 203; 1939 — 164; 1959 — 57; 1989 — 82; 2002 — 102; 2010 — 85 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ҠАРАЙҒАН, Ишембай р‑нындағы ауыл

ҠАРАЙҒАН, Ишембай р‑нындағы ауыл, Урман-Бишҡаҙаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 17 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 15 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 323 кеше; 1920 — 333; 1939 — 384; 1959 — 419; 1989 — 250; 2002 — 284; 2010 — 277 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...

ҠАРАЙЕРЕК, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

ҠАРАЙЕРЕК, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Туҙлыҡыуыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. табан 28 км һәм Бүздәк т. юл ст. 97 км алыҫлыҡта Ҡарғалы й. (Кеүәш й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 911 кеше; 1920 — 1149; 1939 — 837; 1959 — 689; 1989 — 456; 2002 — 499; 2010 — 405 кеше. Татарҙар, башҡорттар...

ҠАРАКҮЛ, Дыуан р‑нындағы ауыл

ҠАРАКҮЛ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Арый а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 6 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) 81 км алыҫлыҡта Әнйәк й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 228 кеше; 1939 — 62; 1959 — 196; 1989 — 291; 2002 — 335; 2010 — 357 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...

ҠАРАКҮЛ, һаҙлыҡ

ҠАРАКҮЛ, А р ы й, Әнйәк й. (Әй й. басс.) үҙәнендәге һаҙлыҡ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Дыуан р‑ны Үрге Әбсәләм а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 106 га, торфтың уртаса ҡалынлығы яҡынса 5 м. Ер аҫты һыуҙары м‑н туйына. Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре үҫә: гермафродит...

ҠАРАҠАЙ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

ҠАРАҠАЙ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Билән а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 58 км һәм Наҙыпетровск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 31 км алыҫлыҡта Тыпҡынды й. (Өфө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 461 кеше; 1939 — 471; 1959 — 315; 1989 — 293; 2002 — 316; 2010 — 310 кеше. Башҡорттар...

ҠАРАМАЛЫ-ҒӨБӘЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл

ҠАРАМАЛЫ-ҒӨБӘЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ҡарамалы-Ғөбәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.-Көнс. 38 км һәм Ҡандра т. юл ст. К. табан 30 км алыҫлыҡта Өҫән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1309 кеше; 1920 — 1446; 1939 — 1332; 1959 — 1230; 1989 — 1096; 2002 — 1052; 2010 — 1120 кеше. Башҡорттар, татарҙар...

ҠАРАМАЛЫ, Иглин р‑нындағы ауыл

ҠАРАМАЛЫ, Иглин р‑нындағы ауыл, Аҡбирҙе а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К.‑Көнб. табан 61 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1086 кеше; 1920 — 1088; 1939 — 1420; 1959 — 641; 1989 — 333; 2002 — 380; 2010 — 381 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты,...

ҠАРАМАЛЫТАШ СВИТАҺЫ

ҠАРАМАЛЫТАШ СВИТАҺЫ (Баймаҡ районындағы Ҡарамалыташ тауы исеменән), девондың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Ф.И.Ковалёв ирәндек свитаһы составынан айырып күрһәтә (1944). Ҡ.с. ултырмалары Баймаҡ, Учалы һәм Әбйәлил райондарында таралған. Йәшмә ҡатламдарын үҙ эсенә алған һелте һәм әсе составлы базальттарҙан,...