Список материалов
ҠАРҒАЛЫ УРТА МӘКТӘБЕ
ҠАРҒАЛЫ УРТА МӘКТӘБЕ, Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а. урынлашҡан. 1886 й. ир балалар земство мәктәбе булараҡ асыла. 1911 й. алып ҡала училищеһы. 1918 й. ҡыҙ балалар земство мәктәбе (1903 й. нигеҙләнгән) м‑н берләштерелә, 1932 й. башлап башланғыс, 1935 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1936 й. хәҙ. статусын...
ҠАРҒАЛЫ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл
ҠАРҒАЛЫ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Һүрәм а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 54 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 108 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 181 кеше; 1939 – 235; 1959 – 213; 1989 – 181; 2002 – 217; 2010 – 186 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп,...
ҠАРҒАЛЫ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл
ҠАРҒАЛЫ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Туҙлыҡыуыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 30 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 95 км алыҫлыҡта Ҡарғалы й. (Кеүәш й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 465 кеше; 1920 – 618; 1939 – 497; 1959 – 495; 1989 – 199; 2002 – 196; 2010 – 161 кеше. Татарҙар,...
ҠАРҒАЛЫБАШ, Благовар р‑нындағы ауыл
ҠАРҒАЛЫБАШ, Благовар р‑нындағы ауыл, Ҡарғалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 40 км һәм Благовар т. юл ст. К.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Ҡарғалы й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 2870 кеше; 1939 – 463; 1959 – 190; 1989 – 157; 2002 – 219; 2010 – 199 кеше. Башҡорттар,...
ҠАРҒАТУЙ
ҠАРҒАТУЙ, ҡарға туйы, ҡарға бутҡаһы, башҡорттарҙың яҙҙы ҡаршылауға арналған традицион байрамы. Яҙ—йәй мәлендә (апр. аҙағынан июнь уртаһына тиклем) үткәрелгән, ваҡыт үтеү м‑н яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға тура килтерелгән.
Ҡатындар, ҡыҙҙар һәм балалар (14 йәшкә тиклемге малайҙар) тауға йәки башҡа ҡалҡыу...
ҠАРҒЫШ
ҠАРҒЫШ, башҡ. йола фольклоры жанры, объектҡа кире тәьҫир итеүгә һәләтле теләк (һүҙ) формулаһы. Һүҙҙең тылсым көсөнә ышаныуға бәйле исламға тиклемге дини инаныуҙарға барып тоташа. Шиғри һәм сәсмә формала йәшәй. Адресатҡа бәлә (үлем, ауырыуҙар, хәйерселек, ғаилә ыҙғыштары һ.б. уңышһыҙлыҡтар) килтереү...
ҠАРҘАҒОШ, Тәтешле р‑нындағы ауыл
ҠАРҘАҒОШ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Ҡоҙаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 19 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 43 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 189 кеше; 1959 – 222; 1989 – 237; 2002 – 263; 2010 – 214 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты,...
ҠАРИҘЕЛ РАЙОНЫ
ҠАРИҘЕЛ РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ‑көнсығышында урынлашҡан. Төньяҡта — Асҡын, көнсығышта — Дыуан, көньяҡта — Нуриман һәм Благовещен, көньяҡ‑көнбайышта — Мишкә, төньяҡ‑көнбайышта Балтас р‑ндары м‑н сиктәш. 1932 й. 20 февр. БАССР‑ҙың Байҡы районы бөтөрөлөү һәм Асҡын, Мишкә р‑ндарын эреләтеү арҡаһында барлыҡҡа...
ҠАРИҘЕЛ, ауыл, Ҡариҙел р‑ны үҙәге
ҠАРИҘЕЛ, ауыл, Ҡариҙел р‑ны (1932—56 йй. һәм 1963 й. алып) һәм Ҡариҙел а/с үҙәге; пристань. Өфөнән Т.‑Көнс. 217 км һәм Щучье озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 110 км алыҫлыҡта Бағаҙы й. (Өфө й. ҡушылдығы) тамағында, Павловка һыуһаҡлағысы янында Бөрө—Таҙтүбә—Һатҡы автомобиль юлында урынлашҡан....
ҠАРЛУҒАС ҮЛӘНЕ
ҠАРЛУҒАС ҮЛӘНЕ (Vincetoxicum), ҡарлуғас үләне һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ йәки уралыусан, ябай йәки тармаҡлы, бейеклеге 10—120 см. Япрағы ябай, йомортҡа йәки эллипс формаһында,...
ҠАРЛУҒАСТАР
ҠАРЛУҒАСТАР (Hirundinidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. 20 заты, 80‑гә яҡын төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. БР-ҙа 3 төрө: ауыл ҡарлуғасы, ҡала ҡарлуғасы, яр ҡарлуғасы бар. Күсәр ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 10—23 см, ауырлығы 11—25 г. Яр ҡарлуғасының арҡаһы ҡара көрән, ҡорһағы...
ҠАРЛЫ ФЛАВОЦЕТРАРИЯ
ҠАРЛЫ ФЛАВОЦЕТРАРИЯ (Flavocetraria nivalis), пармелия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайниктар төрө. Талломы тармаҡлы, төҙ, һирәгерәк түшәлеүсән, бейеклеге 4—7 см. Өлөшсәләре 2—8 см оҙонлоҡта, 3—10 мм киңлектә, яҫы йәки бер аҙ улаҡлы, йәшкелт төҫмөрлө аҡһыл һары төҫтә, төбө һорғолт көрән йәки ҡуйы һары,...
ҠАРЛЫМАН МӘМЕРЙӘҺЕ
ҠАРЛЫМАН МӘМЕРЙӘҺЕ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ҡырмыҫҡалы р‑ны Ҡарлыман а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта Сағыл й. (Ҡарлыман й. ҡушылдығы) үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, көңгөр ярусы гипстарында барлыҡҡа килгән. Көньяҡ‑көнсығыш йүнәлешле горизонталь коридорҙан ғибәрәт. Оҙонлоғо...
ҠАРЛЫМАН СПИРТ ЗАВОДЫ
ҠАРЛЫМАН СПИРТ ЗАВОДЫ, 1902 й. Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙендә (хәҙ. Ҡырмыҫҡалы р‑ны Урал а.) Ҡарлыман шарап ҡыуыу з‑ды булараҡ ойошторола. Завод составына ҡур яһау, йыуыу, сүпрәләү, әсетеү бүлектәре, пар бинаһы, келәттәр ингән. Сеймал итеп картуф һәм арыш файҙаланылған. 20‑се йй. Ҡ.с.з. иген келәттәре,...
ҠАРЛЫМАН ШӘКӘР-ҺӨТ-КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ
ҠАРЛЫМАН ШӘКӘР-ҺӨТ-КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ, шәкәр, мал майы, айыртылмаған һөт продукцияһы, ҡуйыртылған һөт етештерә. 1941 й. ойошторола, 1951 й. Ҡарлыман шәкәр з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1994 й. алып ААЙ. 1999 й. Ҡарлыман һөт-консерва комб‑ты (1949 й. нигеҙләнгән, 1952 й. файҙаланыуға тапшырыла,...
ҠАРЛЫМАН, йылға
ҠАРЛЫМАН, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Ҡырмыҫҡалы р‑ны Иҫке Бәпес а. эргәһендә башлана, ш. уҡ район буйлап көньяҡтан төньяҡ‑көнсығышҡа табан аға һәм Ағиҙел й. (тамағынан 553 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 46 км, басс. майҙаны 110 км2. Ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Олокүл а. эргәһендә уртаса йыллыҡ...
ҠАРЛЫМАН, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл
ҠАРЛЫМАН, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡырмыҫҡалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 6 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. 18 км алыҫлыҡта Ҡарлыман й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 542 кеше; 1920 – 694; 1939 – 612; 1959 – 571; 1989 – 541; 2002 – 628; 2010 – 633 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...
ҠАРЛЫМАНБАШ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл
ҠАРЛЫМАНБАШ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Бәпес а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 13 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. 25 км алыҫлыҡта Ҡарлыман й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 312 кеше; 1920 – 372; 1939 – 431; 1959 – 315; 1989 – 179; 2002 – 224; 2010 – 204 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...
ҠАРЛЫХАН ЗАКАЗНИГЫ
ҠАРЛЫХАН ЗАКАЗНИГЫ, зоол. заказник. 1972 й. хайуандарҙың һунарсылыҡ‑кәсеп һирәк төрҙәре популяцияларын тергеҙеү маҡсатында ойошторола. Балаҡатай р‑ны Ҡарлыхан а. көнсығыш ситендә Ыйыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) басс. урынлашҡан. Майҙаны 19,3 мең га, 80%‑ын урман биләй. Рельефы тигеҙ, ҡалҡыулы теҙемле убалы....
ҠАРЛЫХАН УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ
ҠАРЛЫХАН УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү пр‑тиеһы. 1953 й. Балаҡатай р‑нында “Башнефть” берекмәһенең Ҡарлыхан механик ағас-таҡта әҙерләү пункты булараҡ ойошторола, 1962 й. алып “Башлеспром” составында: Ҡ.у.с.х., 1975 й. башлап Мулдаҡай урман сәнәғәте хужалығы составындағы Ҡарлыхан...