Список материалов
“СҮКЕШ”, ижт.‑сәйәси, сатирик журнал
“СҮКЕШ”, ижт.‑сәйәси, сатирик журнал. Нәшерсе мөхәррирҙәре: Т.С.Соловьёв, М.С.Алмаев, З.Бәшири. 1906 й. июненән 1910 й. мартына тиклем Ырымбур ҡ. айына 2 тапҡыр төрки телендә “Бөтһөн иҙеү, йәшәһен ирек!” тигән лозунг аҫтында нәшер ителә. Барлығы 78 һаны сыҡҡан. Журналдың маҡсаты «эшселәр, приказчиктар,...
“СЫБАЙ ҠАШҠА”, башҡ. халыҡ йыры
“СЫБАЙ ҠАШҠА”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр 1933 й. А.С.Ключарёв тарафынан Белорет металлургия з‑ды (ҡара: Белорет металлургия комбинаты) эшсеһе А.Кәримовтан яҙып алына һәм “Башҡорт халҡ йырҙары” китабында баҫтырыла. Йырҙың варианттарын Ф.Х.Камаев, Л.Н.Лебединский, Ғ.З.Сөләймәнов яҙып ала....
“СЫҢҒЫҘНАМӘ”, тәүарих
“СЫҢҒЫҘНАМӘ” (“Сыңғыҙ тураһында китап”), “С ы ң ғ ы ҙ н а м ә д ә ф т ә р е”, башҡ. һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы, тәуарих. Төрки телендә яҙылған, авторы билдәһеҙ. Тәүге варианты 16 б. аҙ. – 17 б. башында ижад ителгән, тип фараз ителә, был хаҡта текста осраған Алтын Урҙа осороноң риүәйәттәре һәм легендалары...
“СЫҢҒЫҘХАН”, ижади берекмә
“СЫҢҒЫҘХАН”, ижади берекмә. 1990 й. Өфөлә “С.” художество төркөмө булараҡ ойошторола, 1998 й. алып хәҙ. статусын йөрөтә. Ойоштороу инициаторы – Н.С.Латфуллин (1992 й. тиклем етәксе). 1990 й. составына Латфуллин, В.М.Ханнанов (1992 й. алып етәксе), Р.З.Харисов, И.Х.Әхмәтвәлиев, Р.Х.Әхмәтвәлиев; һуңынан...
“СЫҢРАУ ТОРНА”, балет
“СЫҢРАУ ТОРНА”, ш. уҡ исемле башҡ. халыҡ легендаһы мотивтары б‑са Л.Б.Степанов һәм З.Ғ.Исмәғилев ижад иткән 3 шаршаулы балет. Тәүге башҡ. милли балеты. 1941 й. яҙылған. Премьераһы 1944 й. БДОБТ‑ла үтә (Ф.Ә.Ғәскәров либреттоһы, балетм. Н.А.Анисимова, дирижёры Х.В.Фазлуллин, ҡуйыусы рәссамы Ғ.Ш.Имашева)....
“СЫҢРАУ ТОРНА”, башҡ. халыҡ инструменталь көйө
“СЫҢРАУ ТОРНА”, “С ы ң ғ ы р а у т о р н а”, башҡ. халыҡ инструменталь көйө. Тәүге тапҡыр С.Г.Рыбаков тарафынан легендаһы м‑н көйөнөң варианттары яҙып алына һәм “Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары ” китабында баҫтырыла. Көйҙө ш. уҡ Ф.Х.Камаев, А.С.Ключарёв, Л.Н.Лебединский,...
“ТАБЫН”
“ТАБЫН” с о в х о з ‑ з а в о д ы, ДУП. Ғафури р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Табын ауылы. “Т.” составына ярҙамсы хужалыҡ, төп етештереү цехтары, йәшелсә һаҡлағыстар, лаборатория һ.б. инә. Магазины, ашханаһы, балалар баҡсаһы, медпункты һ.б. бар. 2005 й. 90 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең...
“ТАБЫН”, ижт.‑сәйәси гәзит
“ТАБЫН”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Ғафури р‑ны Красноусол а. аҙнаһына 2 тапҡыр башҡ. телендә сыға. Тарихы 1931 й. башлана (ҡара: “Звезда”), 1991 й. ғин. башлап үҙ аллы гәзит булараҡ...
“ТАЛҠАҪ”, дауалау‑иҫкәртеү шифаханаһы
“ТАЛҠАҪ”, дауалау‑иҫкәртеү шифаханаһы. Баймаҡ р‑нында, Баймаҡ ҡ. Т. 31 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 71 км, Иҫән а. 1 км алыҫлыҡта Талҡаҫ күле ярында урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра ‑17°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 17°С). 1931 й. Түбә руднигының ял базаһы...
“ТАМАША”, нәфис‑публицистик журнал
“ТАМАША”, нәфис‑публицистик журнал. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Өфөлә 2 айға 1 тапҡыр башҡ. телендә (ҡайһы бер материалдар урыҫ телендә) сыға. Тиражы — 1 мең дананан ашыу (2016). 1995 й. алып нәфис‑публицистик...
“ТАМЪЯН ЫРЫУЫ ШӘЖӘРӘҺЕ”
ТАМЪЯН ЫРЫУЫ ШӘЖӘРӘҺЕ”, башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, шәжәрә. Төрки телендә яҙылған. 1799 й. тиклем төҙөлгән, күсермәһе 1820 й. эшләнгән. Беренсе өлөшөндә Шәғәли Шаҡман бей вариҫтарының генеалогик ағасы бирелгән. Икенсе өлөшөндә ҙур булмаған текст м‑н көньяҡ‑көнсығыш башҡорттарының Рус дәүләте (ҡара:...
“ТАНЫП ТУЛҠЫНДАРЫ”
“ТАНЫП ТУЛҠЫНДАРЫ”, ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре б‑са идаралыҡ, БР‑ҙың «“Балтас таңдары” гәзите редакцияһы» ҡаҙна пр‑тиеһы. 2006—16 йй. Балтас р‑ны Иҫке Балтас а. айына 2 тапҡыр башҡ. телендә нәшер ителгән....
“ТАНЫП”, шифаханаһы
“ТАНЫП”, бальнеология шифаханаһы, ДУП. Асҡын р‑нында, Чернушки т. юл ст. (Пермь крайы) 50 км һәм Яңы Ҡаҙансы а. Т.‑Көнс. табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра ‑15°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 18°С). 2005 й. асыла. Тире, гинекология, урология, аш...
“ТАҢ” Республика үҙешмәкәр рәссамдар клубы
“ТАҢ”, Р е с п у б л и к а ү ҙ е ш м ә к ә р р ә с с а м д а р к л у б ы, ижади берекмә. 1981 й. Өфөлә Халыҡ ижады үҙәге инициативаһы м‑н ойошторола, 1992 й. алып “Урал” галереяһы (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары) ҡарамағында эшләй. 1987 й. “халыҡ” исемен ала, 2010 й. башлап В.А.Позднов исемен йөрөтә....
“ТАҢ”, ижт.‑сәйәси гәзит
“ТАҢ”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а. аҙнаһына 2 тапҡыр башҡ. телендә сыға. 1935 й. алып “Еңеү юлында” исеме м‑н нәшер ителә, 1966 й. мартынан хәҙ. исемен...
“ТАРҒЫН МЕНӘН ҠУЖАҠ”
“ТАРҒЫН МЕНӘН ҠУЖАҠ”, башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, эпос. Шиғри‑сәсмә формала йәшәп килә. 1959 й. Ҡурған өлк. Асҡар а. Р. Саттаровтан К.Мәргән яҙып алған. Эпостың бер варианты Ғ.Әмири тарафынан яҙып алынған. Әҫәрҙә башҡорттарҙың нуғай ханлығына (ҡара: Нуғай Урҙаһы) ҡаршы көрәше сағылдырылған. Идея‑тематик...
“ТАУ БӨРКӨТӨ”, балеты
“ТАУ БӨРКӨТӨ”, Н.Ғ.Сабитов м‑н Х.Ф.Әхмәтовтың 3 шаршаулы балеты. 1954 й. яҙылған. Премьераһы 1959 й. БДОБТ‑ла үтә (либретто авторы Х.Ғ.Сафиуллин, балетм. К.Д.Карпинская, дирижёры Сабитов, ҡуйыусы рәссамы М.Н.Арыҫланов). Төп партияларҙа: Ф.М.Саттаров (Салауат), Г.Ғ.Сөләймәнова (Әминә), Н.Ғ.Вәлитова (Гөлбәзирә),...
“ТАУСЕНЬ”
“ТАУСЕНЬ”, Башҡорт дәүләт университеты м‑н Аксаков фондының (1992 й. алып) урыҫ фольклор ансамбле. 1980 й. БДУ‑ла ойошторола. 1993 й. “халыҡ” исемен ала. Башҡарыу сәнғәте үҙенсәлекле булыуы, йырҙарҙы дөрөҫ итеп йырлау м‑н айырыла. “Т.” репертуарында урыҫ халыҡ йырҙары (С.Т.Аксаков шиғырҙарына “Ехали...
“ТАУСЫ", кинотеатр
“ТАУСЫ”, кинотеатр. Күмертау ҡ. урынлашҡан. 1960 й. асыла. 165 һәм 55 урынлыҡ 2 тамаша залы, киноаппарат бүлмәһе, кафеһы бар. 2016 й. 4123 киносеанс үткәрелгән (39 меңдән ашыу тамашасы).
Тәрж. Р.Р.Абдрахманов
“ТАУСЫ”, мәҙәниәт йорто
“ТАУСЫ” У ч а л ы т а у - б а й ы ҡ т ы р ы у к о м б и н а т ы н ы ң м ә ҙ ә н и ә т й о р т о. 1970—98 йй. Учалы ҡ. эшләгән. 600 урынлыҡ тамаша залы, грим, костюм бүлмәләре, хор класы, фотостудияһы, китапханаһы булған. Мәҙәниәт һарайында 6 үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллективы эшләгән: урыҫ йыры хоры...