Список материалов
ҠӘНӘФЕР ҺЫМАҠТАР
ҠӘНӘФЕР ҺЫМАҠТАР (Caryophyllaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. 80 заты, 2000 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Үлән, һирәкләп ҡыуаҡ, ҙур булмаған ағас. Башҡортостанда 23 заттан 72 төр (умырзая, сүлһөйәр, баҡра, һабынсәскә, минуарция, һимерүлән, һабын үләне, йомшаҡсәс, шәфәҡгөл,...
ҠӘНЗӘФӘР БЕЙ
ҠӘНЗӘФӘР БЕЙ, мең ырыуы башлығы. Меңдәрҙең Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшенә етәкселек итә. Шәжәрә һ.б. тарихи сығанаҡтар б‑са, Ҡ.б. мең ырыуы аралары башлыҡтары — Томан, Урман, Сублуҡ м‑н бергә мең башҡорттарының Рус дәүләте составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып барған (ҡара: Башҡортостандың Рус...
ҠӘНЗӘФӘР УСАЕВ
ҠӘНЗӘФӘР УСАЕВ [1738, Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы Саҡмағош а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 10.7.1804, Эстляндия губ. Балтик Порты ҡ.], Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв бригадиры. Мишәр. Нуғай даруғаһыныңДыуан-Табын улусы Боҙаяҙ а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) йәшәгән. Шул уҡ улустың...
ҠӘНЗИ АБДУЛОВ
ҠӘНЗИ АБДУЛОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы башҡорто. Ихтилалға 1773 й. аҙ. ҡушыла. 22 дек. Әбдей Абдуллов м‑н Уҫыға килә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
С.У.Таймаҫов
Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев...
ҠӘРИПОВ Кәшфи
ҠӘРИПОВ Кәшфи (Кәшфеласрар Мәғҙәннур улы) [1892, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Байталлы а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) — 1918, Бөрө ҡ.], башҡ. шағиры. “Ғосмания” мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң (1915) шунда уҡ уҡыта, “Тормош”, “Алға” гәз. эшләй. 1910—13 йй. “Нур” гәз. (С.‑ Петербург), “Аҡмулла” ж. тәүге шиғырҙарын...
ҠӘРИПОВ Низам Ҡәрип улы
ҠӘРИПОВ Низам Ҡәрип улы (25.7.1905, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Хәлил а., хәҙ. Дыуан р‑ны Иҫке Хәлил а., – 26.10.1942, Сталинград өлк. Котлубань ҡсб), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1938). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Татар коммунистик ун‑тында уҡыған (Ҡазан, 1929—33). 1925—27 йй. Мәсетле улусы ком‑ты секретары,...
ҠӘҺҠӘҺӘ, миф. персонажы
ҠӘҺҠӘҺӘ (фарс. – шарҡылдаҡ, мыҫҡыллап көлөүсе), башҡ. мифологияһында яуыз иблес. “Урал батыр” эпосында Ҡ. – төрлө ҡиәфәткә инә алған йыландар батшаһы. Тәбиғәт афәттәре тыуҙыра алған тылсымлы таяғы була. Улы Зәрҡум м‑н Урал батырҙы үлтермәксе була. Үҙенең батшалығы ҡолатылғандан һуң, Ҡ. Әзрәҡә м‑н берләшә...
ҠИММӘТЛЕ ҠАҒЫҘҘАР
ҠИММӘТЛЕ ҠАҒЫҘҘАР, эйәһенең йәки күрһәтеүсенең айырым хоҡуҡтары теркәлгән финанс документтары. Ҡ.ҡ. төрҙәре: атамай бирелгән облигациялар, векселдәр, чектар, акциялар, хосусилаштырыу Ҡ.ҡ., депозит һәм һаҡлау сертификаттары, коносаменттар, банк һаҡлау кенәгәләре, закладҡа һалынғандар һ.б. Ғәмәлдә һәм...
ҠИММӘТЛЕ ТИРЕЛЕ ЙӘНЛЕКТӘР
ҠИММӘТЛЕ ТИРЕЛЕ ЙӘНЛЕКТӘР, тиреләре тире изделиелары яһау өсөн ҡулланылған имеҙеүселәр. Йөҙәрләгән төрө билдәле, киң таралғандар. Башҡортостанда Ҡ.т.й. яҡынса 30‑ға яҡын төрө (америка шәшкеһе, йылға ҡондоҙо, ондатра, тейен, һеләүһен, һыуһар, эт‑янут һ.б.) йәшәй, улар кимереүселәр, ҡуян һымаҡтар, бөжәк...
ҠИССА, жанр
ҠИССА (ғәр.), Яҡын һәм Урта Көнсығыш, Көньяҡ-Көнбайыш Азия халыҡтарының әҙәбиәте һәм фольклорындағы дастанға яҡын булған эпик жанр. Шиғри йәки шиғрисәсмә формала була. Ғәҙәттә өгөт- нәсихәт рәүешендә ижад ителә. Йөкмәткеһе б‑са тарихи‑героик, мөхәббәтле‑мажаралы һәм дини‑дидактик Ҡ. айырып йөрөтәләр....
ҠИТҒА, моноримик форма жанры
ҠИТҒА (ғәр.), Яҡын һәм Урта Көнсығыш халыҡтары шиғриәтенең моноримик форма жанры; фәлс. йәки дидактик характерҙағы ҡыҫҡа шиғыр. 1 йәки унан да күберәк бәйеттән тора. Көнсығыш әҙәбиәтендә Ҡ. өлгөләрен Науаи, Низами, Рудаки һ.б. ижад итә. Башҡорт әҙәбиәтендә Ҡ. формаһына 19—20 бб. баштарында Аҡмулла,...
ҠОБА КҮБӘЛӘКТӘР
ҠОБА КҮБӘЛӘКТӘР (Pyraliidae), күбәләктәр ғаиләһе. 6 меңгә яҡын төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 110 төрө бар: келәт күбәләге, өй күбәләге, он күбәләге, болон күбәләге, кәбеҫтә ҡобаһы һ.б. Ҡанаттарының ҡоласы 1—3, һирәк 5 см тиклем. Һорғолт көрән, аҡ, йәшкелт көрән, һоро төҫтә. Алғы ҡанаттары...
ҠОБАҒОШ СӘСӘН
ҠОБАҒОШ СӘСӘН, башҡ. халыҡ шағир‑импровизаторы. Ҡ.с. тормошо т‑да документаль мәғлүмәттәр юҡ. Исеме “Ҡобағош сәсән”, “Ҡарас менән Ҡараһаҡал” риүәйәттәрендә, ҡаҙаҡ аҡыны Бисәнбайҙың өләңендә һаҡланған. “Ҡобағош сәсән” риүәйәте б‑са, сәсән 15 б. аҙ. – 16 б. урталарында йәшәгән, бей булған, Ҡарағөлөмбәткә...
ҠОБАҒОШ, Учалы р‑нындағы ауыл
ҠОБАҒОШ, Учалы р‑нындағы ауыл, Миндәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 81 км һәм Уралтау т. юл ст. К.‑Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта Миндәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 622 кеше; 1920 – 740; 1939 – 528; 1959 – 458; 1989 – 392; 2002 – 402; 2010 – 377 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...
ҠОБАҒОШОВ Айрат Миңлеәхмәт улы
ҠОБАҒОШОВ Айрат Миңлеәхмәт улы [1.2.1950, БАССР‑ҙың Күмертау районы Таймаҫ а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе районы) — 6.9.2021, Өфө ҡ., тыуған ауылында ерләнгән], композитор, фольклорсы. Профессор (2013). РФ‑тың (2009) һәм БР‑ҙың (1995) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1989). ӨДСИ‑не тамамлағандан...
ҠОБАҒОШОВА Рәмилә Сөләймән ҡыҙы
ҠОБАҒОШОВА Рәмилә Сөләймән ҡыҙы (15.12.1957, Күмертау ҡ.), ҡурсаҡ театры актрисаһы. БР‑ҙың халыҡ (1996), БАССР‑ҙың атҡ. (1987) артисткаһы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990). Башҡ. респ. мәҙәни-ағартыу уч‑щеһын тамамлаған (Стәрлетамаҡ ҡ., 1977; Ю.С.Вертлиб курсы). 1978 й. алып Башҡ. ҡурсаҡ театры...
ҠОБАЙЫР, фольклор жанры
ҠОБАЙЫР, 1) башҡ. фольклорының һәм ауыҙ-тел әҙәбиәтенең поэтик жанры. Беҙҙең көндәргә килеп еткән иң боронғо Ҡ. 14 б. ҡарай. Ҡ. йырауҙар һәм сәсәндәр ижад иткән. Ҡ. шиғыры 7 ижекле була. Строфалар һаны парлы йәки ҡатнаш рифмалы 4‑тән 30‑ға тиклем һәм унан да күберәк юл булырға мөмкин. Ғәҙәттә думбыраға...
ҠОБЛАН БАТЫР, эпос
ҠОБЛАН БАТЫР, башҡ. ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы, эпос. Башҡорттар араһында киң таралған була, беҙҙең көндәргә тиклем тик бер варианты ғына килеп етә: Ырымбур өлк. Красногвардейский р‑ны Юлтый а. йәшәгән Сабира Һөйөндөкова 20 б. 20—30‑сы йй. ҡараған яҙманан (һаҡланмаған) эшләгән күсермәһен 1984 й. Ғ.Б.Хөсәйеновҡа...
ҠОҘАҠАЕВ Сәлим Һәҙиәтулла улы
ҠОҘАҠАЕВ Сәлим Һәҙиәтулла улы [1.2.1930, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Малай а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 1.4.1984, Өфө], ташсы, тимер-бетон конструкциялар монтажлаусы. 1954—83 йй. 3‑сө төҙөлөш тресының 2‑се төҙөлөш идаралығында эшләй: 1967 й. алып ташсылар бригадиры. “Башнефтегеофизика”, Өфө моторҙар эшләү...
ҠОҘАҠАЙ, ауыл, Салауат ҡ. эсендә
ҠОҘАҠАЙ, ауыл, 1956 й. алып Салауат ҡ. эсендә.
Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Ҡоҙаҡай Ҡолгилдин исеме м‑н аталған. 1795 й. 10 йортта 54 кеше йәшәгән, 1865 й. 32 йортта – 156 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ, сана һәм...